Аҡхисар
Аҡхисар | |
Дәүләт | Төркиә[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Маниса[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Статистическая область | Manisa Subregion[d] |
Хөкүмәт башлығы | Besim Dutlulu[d] |
Етәксе орган | Мэр |
Халыҡ һаны |
173 026 кеше (2019), 174 850 кеше (2020)[2], 177 419 кеше (2022)[2], 171 381 кеше (2018), 167 883 кеше (2017), 166 129 кеше (2016), 164 557 кеше (2015), 163 107 кеше (2014), 158 614 кеше (2010), 157 161 кеше (2007), 152 582 кеше (2000), 152 397 кеше (1990), 146 444 кеше (1980), 129 132 кеше (1970), 104 744 кеше (1960), 77 221 кеше (1950), 68 807 кеше (1940) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 93 метр |
Туғандаш ҡала | Лозанна[d], Гостивар[d], Доньи-Вакуф[d], Брюссель, Дуала[d], Маради, Антверпен, Кишинёв, Лима[d], Порту[d] һәм Маскат |
Милке | Akhisar Şehir Stadium[d] һәм Akhisar Stadium[d] |
Сиктәш | Сома[d], Кыркагач[d], Saruhanlı[d], Gölmarmara[d], Гёрдес[d], Сындыргы[d] һәм Kınık[d] |
Почта индексы | 45200 |
Рәсми сайт | akhisar.bel.tr |
Городское население | 73 944, 81 510, 99 423, 100 897, 102 167, 107 086, 161 918, 163 107, 164 557, 166 129, 167 883, 171 381, 173 026, 174 850, 46 167, 48 796, 53 357, 61 491 һәм 68 553 |
Сельское население | 78 453, 71 072, 59 032, 57 960, 56 447, 53 534, 75 063, 80 336, 85 984, 84 953 һәм 90 835 |
Номер тамғаһы коды | 45 |
Аҡхисар Викимилектә |
Аҡхисар (Ак-Гиссар, Ak-Hissar) — Төркиәнең көнбайышындағы Эгей Манисаһы төбәгендәге ҡалаһы һәм районы.
Археологик ҡаҙыуҙар хәҙерге ҡала урынында б. э. тиклем 3000 йылда ауыл торған тип күрһәтә. Аҡхисар шулай уҡ Тәүратта (Фиатира (грек. Θυάτειρα сифатында) тип телгә алына — Апокалипсис сиркәүҙәренең береһе булараҡ).
Әлеге ваҡытта Аҡхисар — мөһим сауҙа үҙәге. Ҡала марганец мәғдәне сығарыуға махсуслаштырылған. Ҙур автомобиль юлдары үҙәге. Тәмәке (бөтә тәмәке етештереүсе илдәр араһында ул 10 процент тәмәке етештерә), мамыҡ, олива етештерә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала боронғо Лидияның төньяғындағы буяу һөнәренең төп үҙәге була. Тикшеренеүҙәр төбәктең хеттар власы аҫтында булыуы тураһында һөйләй, артабан (яҡынса беҙҙең эраға тиклемге 345 йылда) уны Александр Македонский яулай. Һуңғараҡ ул Селевкидтар, Пергамдан Атталидтар династияһы һәм Понтий Митридат батшаһы тарафынан идара ителә, был б. э. тиклем 80-се йылдарҙа рим империяһы баҫып алыуына тиклем була.
Рим империяһы 395 йылда ҡолатылғандан һуң, Аҡхисарға Византия дәғүә белдерә.
Б. э. 11-се быуатта Аҡхисар Византия составынан бер нисә тапҡыр Ғосман империяһы составына инә, ә 1922 йылда Айдын Төркиә республикаһының Айдын төбәгенә инә.
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡхисар борон мөһим сауҙа үҙәге була. Ул Стамбулдан Пергам, Сард һәм Эфес сауҙа юлында тора. Ҡала балсыҡ һауыт-һаба, туҡымалары менән дан тота. Күп быуаттар дауамында ҡала илдең иҡтисади үҙәге булып ҡала. Төркиәнең ике мөһим порты булған Стамбул һәм Измир ҡалалары 565 дәүләт шоссеһында тора, ул төрөк һәм сит ил инвесторҙарын йәлеп итеп тора.
Аҡхисарҙың тарихы урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләт госпитале ҡәберлеге
Ҡала үҙәгендәге яһалма ҡәбер.
- Петр Платеяһы
Төркиәнең көнбайышsylf4s иң бейек ҡая. Ҡаяға эләгеү өсөн 3050 баҫҡыстан күтәрелергә кәрәк.
- Лидия ҡәберҙәре
Аҡхисар янындағы ҡәберҙәр. Шулай уҡ унда Бейоб, Меджидие, Эролу һәм Сюлейманлы ауылдары бар.
- Улуджа (Бөйөк мәсет)
Нисәнсе йылда төҙөлөүе билдәһеҙ, тик Византия дәүләтенә ҡарағанда боронғораҡ. Был башта сиркәү булған, аҙаҡтан XV быуатта мәсеткә әйләндерелгән.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климат Акхисар | |||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл | ||||||||||||||
Абсолют максимум, °C | 20 | 22 | 30 | 32 | 37 | 41 | 43 | 42 | 38 | 36 | 27 | 22 | 43 | Һауа температураһы, °C | 10 | 11 | 15 | 20 | 25 | 30 | 33 | 32 | 29 | 22 | 16 | 11 | 21 |
Уртаса температура, °C | 6 | 7 | 10 | 14 | 19 | 23 | 26 | 26 | 22 | 17 | 11 | 7 | 16 | ||||||||||||||
Уртаса минимум, °C | 1 | 2 | 4 | 8 | 12 | 16 | 19 | 19 | 16 | 11 | 6 | 3 | 10 | ||||||||||||||
Абсолют минимум, °C | -7 | -8 | -7 | 0 | 1 | 7 | 11 | 12 | 6 | -2 | -7 | -10 | -10 | ||||||||||||||
Сығанағы: Weatherbase |