Эстәлеккә күсергә

Байназар мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байназар мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

БР Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе

Нигеҙләнгән

1924

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Байназар ауылы

Байназар урта мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто.

Байназар мәктәбе 1924 йылда 1-се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ ойошторола, 1934 йылдан — тулы булмаған урта мәктәп, ә 1951 йылдан урта мәктәпкә әүерелә.

Байназар мәктәбенең беренсе уҡытыусыһы һәм директоры — Ғ. Ҡәҙерғолов.

1943 йылда мәктәп базаһында Байназар балалар йорто асыла. 1947 йылда яңы бинаға күсә. 1954 йылда уҡыусыларҙың тәүге сығарылышы була. 1967—1972 йылдарҙағы уңыштары өсөн Байназар урта мәктәбенә КПСС райкомының күсмә Ҡыҙыл байрағы бирелә.

1960 йылдан мәктәп 2 ҡатлы ағас бинала урынлаша, ә 1983 йылда яңы типтағы 2 ҡатлы мәктәп төҙөлә, 120 урынлыҡ башланғыс мәктәп бинаһы һәм мәктәп яны интернаты сафҡа индерелә. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар.

Мәктәп уҡыусылары яһаған ағас сувенирҙар Нидерландта (1978) һәм Мысырҙа (1979) халыҡ-ара күргәҙмә дипломдары менән билдәләнгән.

Мәктәптең ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • КПСС райкомының күсмә Ҡыҙыл байрағы (1972)
  • «Матур мәктәп» Бөтә Рәсәй конкурсы призеры (1998)
  • «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты еңеүсеһе (2007)
  • «Йыл мәктәбе» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (2011)
  • Ю. Гагарин Кубогына Республика уҡыусылар олимпиадаһы дипломанты[1] (2019)

Ғаяз Ҡәҙерғолов (1924-1929 йылдар)

К.А.Миндеғолов(1925-1927)

Г.З.Мөхәмәтҡолов ((1927-1930)

Г.Дәүләтшин (1930-1932)

Ф.Ф.Йомағолов(1932-1933)

Н.Г.Йомағолов(1933-1934)

Д.Г.Рахманғолов (1934-1939)

К.Узбәков (1939)

Л.А.Ғәлиев(1939-1940)

Х.Нуғаева(1940-1942)

Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы (1942--1943)

Баязитова Шәфиға (1943-1944)

Л.С.Ишбулатов (1944-1945)

Х.Сәйетов (июнь-август 1945)

Шәрипов Ғилмитдин Ғәйнетдин улы(1945-1949)

Йортбағышев Ноғоман Ишҡыуат улы (1949-1954).

К.Г. Шәрәфетдинов (1954-1955)

Сәйәхов Шамил Мортаза улы (1955, 1959-1964)

Ҡарамышев.Фаяз Шәңгәрәй улы(1956--1957)

М.Г.Туҡтамышев (1957)

●Ҡаҙбулатов(1957)

Буранов Мирза Латип улы (1964-1967)

Ҡаһарманов Латиф Әбдрахман улы (1967-1972)

Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы (1972-1975; 1979-1985)

Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (1976-1979; 1985-2004).

●Айытҡолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы (2004-2007)

Ғәлиуллин Ғәзим Уйылдан улы (2007-2009)

Шәмсетдинова Резеда Мирза ҡыҙы (2009- 2011)

Хасанов Альберт Зөфәр улы (2011-2012)

Яҡшыбаева Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы(2012)

Баязитов Азамат Роберт улы (2012-2016)

Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы (2016)

Исмәғилева Нурзилә Сәғит ҡыҙы (2023)

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был уҡыу йортон 2,5 меңдән ашыу уҡыусы тамамлаған, улар араһында шағир Т. Ф. Ҡарамышева, фольклорсы-ғалим Ә. М. Сөләймәнов, М. З. Һөйәрғолов, Мөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы бар.

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Байназар урта мәктәбе бинаһына Нурғәлин Ф. М. иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Мәктәп тураһында матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бурзянская энциклопедия[5]
  1. Ватандаш журналы. 24 декабрь 2020, Миҙал — Байназар мәктәбе етәксеһендә!
  2. Байназар мәктәбе күркәмләнә
  3. Тырыштарға ҡайҙа ла хөрмәт
  4. Бай тарихлы Байназарҙың көнкүреше көйлө
  5. Байназаровская средняя школа // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 89. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.