Балхаш
Озеро | |
Балхаш | |
---|---|
ҡаҙ. Балқаш | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 340 м |
Үлсәме | 605 × 9-ҙан 74-кәсә км |
Майҙаны | 18 200[1] км² |
Күләме | 105[1] км³ |
Яр һыҙаты | 2385 км |
Иң тәрән урыны | 26,5[1] м |
Уртаса тәрәнләк | 5,8 м |
Гидрология | |
Тоҙлолоғо | Или йылғаһы ҡойған ерҙә һыуы сөсө, көнсығыш яғында тоҙлолоғо 5,2‰ тәшкил итә. |
Үтә күренеүсәнлеге | 1-5,5 м |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 413 000 км² |
Впадающие реки | Или, Ҡаратал, Аҡһыу, Лепсы, Аяғеҙ |
Урынлашыуы | |
46°32′27″ с. ш. 74°52′44″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
[[ Ҡаҙағстан|Регионы административ бүленеше]] | Алматы өлкәһе, Жамбыл өлкәһе, Ҡарағанда өлкәһе |
Балхаш Викимилектә |
Балха́ш (Балка́ш[2][3]; ҡаҙ. Балқаш) — аҡмай ятҡан ярым тоҙло күл. Ҡаҙағстандың көньяҡ-көнсығышында Балхаш-Алағүл һөҙәклегендә урынлашҡан, донъяның ҙур күлдәренә инә (14-се урында тора). Күл бик уникаль иҫәпләнә, ул тар ғына боғаҙ менән ҡушылған ике өлөштән тора. Ике өлөштөң химик составы бик ныҡ айырыла. Көнбайыш өлөшөндә һыуы сөсө, көнсығыштағыһы тоҙло.
Күл Балхаш-Алакүл һыу хужалығы бассейнына ҡарай. Ҡаҙағстандың өс административ бүленешенә, Алматы өлкәһе, Жамбыл өлкәһе һәм Ҡарағанда өлкәһе биләмәләрендә урынлашҡан. Күл янынан ҡаҙаҡ ваҡ түбәсектәре башлана. Көнбайышта Бетпәк-Дала һуҙыла. Көньяғында Чу-Или тауҙары, Тауҡом һәм Һарыысыҡ-Атырау ҡомлоғо урынлашҡан.
Атамаһы һәм риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Балхаш» топонимының бер версияһы былай. Ул татар, ҡаҙаҡ, һәм алтай телдәрендәге balkas һүҙенә барып тоташа, түңгәкле һаҙлыҡ йәки һаҙлыҡтағы түңгәк тигәнерәк мәғәнә бирә[4]. Ҡаҙаҡ телендә «балҡытыу», «мәғдән иретеү», «иретеү» тигән мәғәнә бирә[5].
«Балҡыу» этимологияһын академик Маргулан Алькей Хаканович археологик экспедицияһы ла раҫлай[6]. Легенда буйынса күлдең килеп сығышы былай һүрәтләнә: Бик бай тылсымсының һылыуҙарҙан-һылыу Или тигән ҡыҙы булған. Уға кейәүгә сығырға ваҡыт еткәс Балхаш былай тип иғлан иткән. «Мин ҡыҙымды иң бай, сибәр һәм көслө егеткә генә кейәүгә бирәм», — тигән. Йөрьәт итеп килгән кейәүҙәр араһында аҫылташтар менән тейәлгән карауандарҙа Ҡытай императорының ике улы, өйөр-өйөр йылҡы малы һәм көмөштәр менән Манғол хандың балалары, шулай уҡ келәмдәр һәм фил һөйәгенән эшләнгән ҡиммәтле әйберҙәр менән Бохараның йәш сауҙагәрҙәре килгән. Араларында бәхетен һынап ҡарар өсөн килгән ярлы ғына Ҡаратал исемле көтөүсе лә булған. Ул кәләшкә беренсе күреүҙән үк оҡшаған.
Төрлө ярыштарҙан һуң, Ҡаратал еңеүсе булып ҡалған, Балхаш уны нәфрәт менән ҡыуып ебәргән. Әммә төн еткәс, Или атаһы йортонан ҡаса һәм Ҡаратал менән китә. Балхаш быны белеп ҡала һәм уларға ҡарғыш ебәрә. Ике ғашик ике йылғаға әүерелеп, урғылып аға башлай. Шул саҡ Балхаш, улар ҡушылмаһын өсөн, араларына ауа, һәм күбекләнеп ятҡан күлгә әүерелә.[7]. Шулай уҡ авесталарҙың Воркуша йәки Варкаш исеменән килеп сыҡҡан тигән версия ла һаҡланып ҡалған [8].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балхаш күленең тарихи-географик мәғлүмәттәре иң тәүҙә ҡытай халыҡтарына билдәле була. Улар Урта Азия менән бәйләнеш тотоп, был төбәк менән башҡаларҙан алда танышҡан. Бөйөк Ҡытай ҡәлғәһенә көнбайышта ятҡан араны улар «Си-Юй» (Көнбайыш сик) тип атап йөрөткән. Уның барлығын беҙҙең эраға тиклем 126 йылда уҡ белгәндәр. 607 йылда 44 дәүләт тарафынан ул ваҡыттағы Урта Азияның картаһы төҙөлгән булған. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул һаҡланмаған. VIII быуаттан алып күлдән Тянь-Шәнгәсә булған биләмәләр Етеһыу (ҡаҙ. Жетісу булараҡ билдәле. Ул ерҙәрҙә күсмә(манғол һәм төркиҙәр) һәм Урта Азияның ултыраҡ халыҡтарҙың мәҙәниәте ҡатнашҡан.[9].
Александр фон Гумбольдт күҙаллауынса Балхаш ҡытай халҡына «Си-Хай» (Көнбайыш диңгеҙ; был атама 1855 йылда сығарылған атласҡа индерелгән) исеме менән билдәле булған. «Балхаш-Нор» атамаһын (Balas-nur — " Балхаш күле ") һунғарҙар биргән. Был исем менән Балхаш 1833 йылдағы Юлиус Клапроттың европа илселәре яһаған картаһында бирелгән. Төркиҙәр һәм манғолдар Аҡ төҫ менән атағандар. Уларса Аҡ диңгеҙ тип йөрөтөлгән, уларҙың дәүләт сиге үҙгәргәс, Күк диңгеҙгә (Көнсығыш диңгеҙ)— «Кукча-Денгиз» үҙгәртелгән. Ҡаҙаҡтар күлде «Диңгеҙ» тип кенә атап йөрөткән. (ҡаҙ. Теңіз)[10].
Күлдең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балхаш күле Балхаш-Алагүл соҡорлоғоноң тәрән булмаған киңлегендә ята. Ул неоген ваҡытында Туран плитәһенең һәҙәклеге бөгөлөшө һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тора-бара ҡомлоҡ менән тулған. [11].
Был күлдәр ҡасандыр Балхаш-Алагүл уйпатлығын биләп ятҡан боронғо Ханай диңгеҙенең тороп ҡалған өлөштәре. [12]. -->
Рельеф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балхаштың майҙаны яҡынса 16,4 мең. км² (2000 йыл)[13]. Шуға ла ул Ҡаҙағстан биләмәһендәге иң ҙур күлдәр исемлегенә инә. Күл диңгеҙ кимәленән 340 метр бейеклектә ята.[К. 1] Ул ярым ай фопмаһында. Оҙонлоғо яҡынса 600 км, киңлеге (көнсығыш өлөшө) 9-ҙан 19 км-ғаса үҙгәреп тора , ә көнбайыш өлөшө 74 км. Яр буйы оҙонлоғо 2385 км.[14]. Һарыысыҡ ярым утрауы яҡынса күлең уртаһында урынлашҡан һәм уны бер- береһенән ныҡ айырылған ике гидрографик өлөшкә бүлә. Көнбайыш өлөшө сағыштырмаса һай, һәм сөсө, ә көнсығыш өлөшө тоҙло һәм бик тәрән.[15].Ярымутрауҙа барлыҡҡа килгән Оҙонарал(ҡаҙ. Ұзынарал — «длинный остров»)3,5 км киңлектәге боғаҙы буйынса көнбайыш өлөштәге һыу көнсығыш өлөшкә ағып, уны тултыра. Боғаҙҙың тәрәнлеге 6 м[16].
Цифрами обозначены крупнейшие полуострова, острова и заливы:
|
Күлдең уйпатлығы бер нисә бәләкәй соҡорҙарҙан тора. Балхаштың көнбайыш өлөшөндә тәрәнлектәре 7-10 метрлыҡ ике спҡор бар. Шуларҙың береһе яр буйлап Тасарал утрауынан алып Ҡоржынтөбәк моронона тиклем, икенсеһе, (уның тәрәнлеге 8-16 метр, иң тәрән ере 27 метр) Бертыш ҡултығына тиклем һуҙылған.[17]. Күлдең уртаса тәрәнлеге 5,8 метр, һыуының дөйөм күләме — 112 км³ тирәһе. Балхаштың көнбайыш һәм төньяҡ ярҙары текә, бейек ҡаяташлы (20—30 м). Ул палезой породалы ҡатламдар, туфтар, граниттар, һәүерташтар, эзбиздәрҙән тора һәм бик боронғо тип иҫәпләнә.[17].
Күлдә ҙур утрауҙар юҡ тиерлек. Эрерәк утраҡҙар булып Басарал һәм Тасарал иҫәпләнә. Шулай уҡ көнбайыш өлөшөндә Уртаарал, Аяҡарал, Олжабекарал, Алгазы утрауҙары урынлашҡан. Күлдә барлығы 43 утрау бар. Уларҙың дөйөм майҙаны 66 км²[18], шулай ҙа күлдә һыуҙың кәмеүе арҡаһында яңы утрауҙар барлыҡҡа килә, утрауҙарҙың майҙаны арта[19].
Һыуының составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балхаш күле ярым сөсө һыулы күлдәргә инә. Һыуының химик составы күлдең гидрографик үҙенсәлектәренә бәйле. Көнбаыш өлөшө бөтөнләй сөсө тиерлек (минераллылығы 0,74 г/л тәшкил итә), ҡомаҡлығы юғары, сәнәғәттә һәм эсәр һыу булараҡ ҡулланыла. Көнсығыш өлөшө бик ныҡ тоҙло (3,5-тән алып 6-ға тиклем г/л), һым ул таҙа (үтә күренеүсәнлеге 5,5 м). Балхаш күленең дөйөм тоҙлолоғо — 2,94 г/л. Тоҙҙоң күп йыллыҡ ҡатламы 7,53 млн тонна тәшкил итә. Ә һыуҙағы ирегән тоҙҙар 312 млн т[17].. Күлдең көнбайыш өлөшөндәге һыуҙың төҫө һарғылт-һоро, ә көнсығыш яғында үҙгәреүсән — зәңгәрһыу төҫтән асыҡ йәшелгәсә(зөбәржәт төҫө). Төҫтәрҙе йыһандан төшөрөлгән һүрәттәрҙә лә асыҡ күреп була[20].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климатограмма -18.1 | |||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Я | Ф | М | А | М | И | И | А | С | О | Н | Д |
-17.8
13
-9.2
|
-10.0
10
-8.1
|
2.8
10
0.0
|
10.0
11
14.2
|
16.0
15
22.1
|
18.3
12
27.9
|
15.7
10
30.0
|
9.4
8
28.0
|
1.7
4
21.9
|
-6.3
9
12.7
|
-13.1
14
2.6
|
0
15
-4.8
|
Температура в °C • Сумма осадков в мм Источник: Погода и Климат — климат Балхаша[К. 2] |
Күлдең климаты сүллек булып иҫәпләнә. Уртаса максималь температура июль айында 30 °C тирәһе булһа, ғинуарҙа — −9 °C тирәһе. Уртаса яуым-төшөм йылына 131 мм. Сағыштырмаа дымлылыҡ 55 — 60 % тәшкил итә[21].
Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге яҡынса 4,5 — 4,8 м/с, шул уҡ ваҡытта, күлдең көнбайыш яғында — төньяҡ елдәре,ә көнсығыш өлөшөндә төньяҡ-көнсығыш елдәре өҫтөнлөк итә. Ел күлдә ҙур ғына тулҡындар барлыҡҡа килтерә (тулҡындың бейеклеге 2-3,5 метрға тиклем барып етеүе ихтимал)[12], көнбайыш өлөштә сәғәт йөрөшө буйынса йүнәлтелгән әйләнмә ағым күҙәтелә.
Ҡояшлы көндәрҙең йыл әйләнәһенә булған һаны 110—130-ға тура килә, күл өҫтөнөң энергетик яҡтыртылышы көнөнә — 15,9 МДж м²[22]. Балхаш йылы һәм яҡшы йылытылған күлдәр иҫәбенә инә. Күл өҫтө һыуының температураһы декабрь айында — 0 °C, ә июлдә 28 °C тәшкил итә. Күлдең көнбайыш өлөшөнөң йыллыҡ уртаса температураһы — 10 °C, көнсығышында — 9 °C. Күл һәр йыл туңа, боҙ ноябрҙән алып апрелгә тиклем тора[23], ә көнсығыш өлөштөң боҙ менән ҡапланыуы 10-15 көнгә тотҡарлана[12].
Тәрәнлеге | Ғин | Фев | Март | Апр | Май | Июнь | Июль | Авг | Сент | Окт | Ноя | Дек |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күлдең көнсығыш өлөшө | ||||||||||||
0 | — | −0.2 | 0.2 | — | 13.9 | 19.0 | 23.4 | 23.2 | 17.2 | 11.4 | — | — |
10 | — | 1 | — | — | 10.8 | 16.7 | 21.7 | 22.8 | — | — | — | — |
20 (күл төбө) |
— | 1.7 | 1.9 | — | 8.9 | 13.7 | 14.6 | 19.7 | 17.1 | 11.5 | — | — |
Күлдең көнбайыш өлөшө(Балхаш ҡалаһы янында) | ||||||||||||
0 | — | 0.0 | 0.8 | 6.7 | 13.3 | 20.5 | 24.7 | 22.7 | 16.6 | 7.8 | 2.0 | — |
3 (күл төбө) |
— | 0.3 | 2.2 | 6.5 | 13.1 | 19.6 | 24.1 | 22.6 | 16.5 | 7.4 | 2.0 | — |
Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдең яр буйын туранга баҫҡан. Ул туғай урманынан һәм талдарҙан тора. Ҡыяҡлыларҙан ябай ҡамыш (Phragmites australis), көньяҡ екәне (Typha angustata) һәм бер нисә төр ҡамыш таралған(приморье ҡамышы (Schoenoplectus littoralis), күл ҡамышы (S. lacustris), һәм эндемик төр — ҡаҙағстан ҡамышы (Scirpus kasachstanicus). Һыу аҫтында ике төр үрут үҫә:Башаҡлы үрут (Myriophyllum spicatum) һәм суҡлы үрут (M. verticillatum). Шулай уҡ бер нисә төр һыу ебәге бар: ялтырауыҡ һыу ебәге (Potamogeton lucens), оҙонса һыу ебәге (P. perfoliatus), бөҙрә һыу ебәге (P. crispus), кикерекле һыу ебәге (P. pectinatus) һәм эре емешле һыу ебәге (P. macrocarpus).Шулай уҡ ҡыуыҡлы үлән (Utricularia vulgaris), ҡара йәшел мөгөҙ япраҡ (Ceratophyllum demersum) осрай. Ике төр наяда үҫә (диңгеҙ наядаһы һәм бәләкәй наяда. Фитопланктон 1985 йылда 1,127 г/л тәшкил иткән. Күлдә бик күп төрлө үҫемлектәр үҫә.][22].
Күлдең фаунаһы 1970-се йылдарға хәтле бик бай булған. Тик биотөрлөлөк һыуҙың сифаты түбәнәйеү сәбәпле яйлап кәмей бара. Шул дәүергә хәтле һыу төбө организмдарын(бентос) молюскалар, ҡыҫала һымаҡтар ҡарышлауыҡтары, һыу бөжәктәре тәшкил иткән. Шулай уҡ зыңғырлаусы серәкәйҙәр һәм аҙ шыртлы селәүсендәр булған. Зоопланктон (концентрация 1,87 г/л, 1985[22]) шулай уҡ бик юғары, бигерәк тә көнбайыш өлөшөндә.
Күлдә 20-ләп төр балыҡ үрсегән. Шуларҙың алтыһы күлдең үҙенең балыҡтары. Улар — илий маринкаһы (Schizothorax pseudoksaiensis) һәм балхаш маринкаһы (S. argentatus) маринкалар, балхаш алабуғаһы (Perca schrenkii), сыбар түбәнауыҙ (Nemachilus strauchi) һәм төҫһөҙ түбәнауыҙ (N. labiatus) һәм балхаш гольян-сабағы (Phoxinus poljakowi), ә башҡалары — һаҙан, шип балыҡ, көнсығыш ҡорман балығы(Abramis brama orientalis), арал мыйыҡлы балығы (Barbus brachycephalus), себер йоморо сабағы, карп, ҡарабалыҡ, һыла балыҡ, йәйен, усман, көмөш табан балығы һәм башҡалар. Промысла өсөн һаҙан, һыла балығы, ағасъяңаҡ, ҡорман балыҡ төп табыш булып тора[22][22].
Күлдең көньяҡ ярында, бигерәк тә Или дельтаһында үҫкән ҡуйы ҡамышлыҡ хайуандар һәм ҡоштарға бик яҡшы һыйыныр урын булып тора. Тик һуңғы йылдарҙағы Ҡапсағай һыуһаҡлағысының түбәненәге гидрологик режимдың боҙолоуы арҡаһында Или делтаһы деградацияға дусар була. 1970 йылан алып уның майҙаны 3046 км² -ҙан 1876 км² -ғаса тарайған. Ҡоштарҙың, һәм хайуандарҙың йәшәр төйәге булған был майҙандың һаҙамыҡлы һыуҙары һәм туғайлы урмандары кәмей. Шулай уҡ Ерҙәрҙе эшкәртеү, пестицидтар ҡулланыу, көтөү йөрөтөү, ҡамышын ҡырҡыу кеүек эштәр ҙә биотөрлөлөктөң юҡҡа сығыуға сәбәп булып тора. Күлдә төйәк иткән умыртҡалыларҙың 342 төрөнөң 22-һе Ҡаҙағстандың "Ҡыҙыл Китабы"на индерелгән.[24].
ХХ быуат урталарына тиклем дельта урмандарында туран юлбарыҫы тереклек иткән. Ул шунда уҡ төйәк итҡән ҡабандарға һунар итеп туҡланған. 1940-сы йылдарҙа Слудский Аркадий Александрович тырышлығы менән Канаданан килтерелгән ондатра бындағы климатҡа яраҡлашҡан. Екән ҡамышының крахмалға бай һутлы тамыры ондатралар өсөн мул аҙыҡ булған[25], әммә һуңғы йылдарҙағы Ҡыпсағай һыуһаҡлағысынан һыу асыу һөҙөмтәһендә ҡышҡы һыу баҫыуҙар һәм күлдең тирә яғындағы ҡамыштарҙы күпләп киҫеү, 1 млн-ға яҡын ондатраға хәтле еткән промысла ҡыҫҡартылып, бөтөнләй юҡҡа сығарған.[24].
Балхаш шулай уҡ ҙур баклан, мәрмәр сырҡылдауыҡтар, ҡырғауылдар, бөркөттөр, аҡ ҡауҙылар өсөн дә төйәк булған. Бында йәшәгән 120 төр ҡоштоң 12-һе Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Шулар иҫәбендә алһыу берғаҙан һәм бөҙрә берғаҙан, көрәкморон, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, диңгеҙ бөркөтө бар[24].
Ҡалалары һәм иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2005 йылға Балхаш бассейнында 3,3 миллион кеше йәшәгән, шул иҫәптән Алматыла — Ҡаҙағстандың иң ҙур ҡалаһында[26]. Күл буйындағы иң ҙур тораҡ пупкт — Балхаш ҡалаһы, унда 80 мең кеше йәшәй. Ҡала күлдең төньяҡ ярында урынлашҡан, уның ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятиеһы — Балхаш тау-металлургия комбинаты. Күлдең төньяғындағы Коньят һәм Саяк ҡасабаларында 1928—1930 йылдарҙа табылған ҙур баҡыр ятҡылығы үҙләштерелә. Күлдең көнбайыш яры буйлап Бишкәктән Ҡарағандыға тиклем М36 автомагистрале участкаһы үтә, унда Гөлшат, Балхаш-9, Һарышаған һәм Приозёрск ауылдары урынлашҡан. Көнбайыш ярҙың көньяҡ өлөшөндә Улькен, Мынарал һәм Шығанаҡ ҡасабалары урынлашҡан.
Приозёрск ҡалаһы эргәһендәге күлдең көнбайыш ярында совет заманында төҙөлгән байтаҡ хәрби объекттар урынлашҡан. Күлдең көньяҡ ярында кеше йәшәмәй. Или тамағында — Куйган ауылы, ә Ҡаратал тамағында — Копбирлык ауылы. Күлдең көнсығыш ситендә Төркөстан—Себер магистраленең участкаһы Аягуз һәм Талдыҡорған араһында урынлашҡан. Тимер юлы һәм Лепса йылғаһы киҫелешендә шул уҡ исемле ауыл бар.
Балыҡсылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фаунаның сағыштырма ярлы булыуына ҡарамаҫтан, Балхаш күленең иҡтисади әһәмиәте балыҡ тотоу кәсебенә һәм 1930 йылдарҙа башланған балыҡ үрсетеүгә нигеҙләнә[16]. 1952 йылда ул йылына 20 мең тонна тотола[12], 1960-сы йылдарҙа йылына 30 мең тоннаға тиклем тәшкил итә, шул иҫәптән 70 процентҡа тиклеме ҡиммәтле тоҡомдар. Әммә 1990-сы йылдарҙа уҡ етештереү йылына 6,6 мең тоннаға тиклем кәмей, шуларҙың 49 проценты ғына ҡиммәтле төрҙәр була. Балыҡ тотоуҙың әкренәйеүе хәҙерге ваҡытта балыҡ ресурстарын үрсетеү программаларының һәм уларҙың төр составының булмауы, шулай уҡ браконьерлыҡтың киң таралыуы менән бәйле[24].
Энергетические проекты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Судно йөрөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балхаш күлендәге ял итеүҙең популяр төрҙәре — пляж туризмы һәм һыу спорты: елкәнле спорт, байдаркала һәм каноэла ишеү, спорт балыҡсылығы.
Күлдең рекреацион мөмкинлеге һәм эргә-тирәләге иҫтәлекле урындар (Бектау-Ата төбәге, туғай урмандары) күп һанлы туристарҙы йәлеп итә, бер нисә пансионат бар. Күлде һаҡлап ҡалыу хәрәкәте сиктәрендә төрлө спорт саралары үткәрелә[27][28].
Экологик проблемалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балхаш күле экологияһы өсөн етди хәүеф — Арал диңгеҙе кеүек катастрофаның ҡабатланыуы ихтимал[24]. Был борсолоуҙың бер нисә сәбәбе бар. 1970 йылдан Капшағайҙағы һыуһаҡлағысты тултырыу өсөн (39 км³ һыу алалар) Или һыуын ҡулланыу йылға ағымын 2/3 өлөшкә кәметә[16]. Һыу кимәленең түбәнәйеү тиҙлеге йылына яҡынса 15,6 см тәшкил итә, был 1908—1946 йылдарҙағы тәбиғи түбәнәйеү тиҙлегенән күпкә юғары була (9,2 см/йылына)[29]. Балхаштың һайығыуы бигерәк тә уның тәрән булмаған көнбайыш өлөшөндә һиҙелә. 1972 йылдан 2001 йылға тиклем күлдән 8 км көньяҡтараҡ урынлашҡан ҙур булмаған тоҙло Алакүл юҡҡа сыға, ә Балхаштың көньяҡ өлөшө был осорҙа һыу өҫтөнөң яҡынса 150 км² юғалта[19]. Балхаш тирәһендәге 16 күл системаһының бишәүһе генә ҡалған, бассейндың яҡынса 1/3 өлөшөн сүлләнеү процесы ялмап алған[30].
Или-Балхаш бассейны экологияһына йоғонто яһаусы тағы бер фактор — Балхаш тау-металлургия комбинатының ташландыҡтары. 1990 йылдар башында ҡалдыҡтар күләме йылына 280—320 мең тонна тәшкил иткән һәм Балхаш күле төбөндә 76 тонна баҡыр, 68 тонна цинк, 66 тонна ҡурғаш ултырған. Шул ваҡыттан алып бысраҡтарҙың күләме ике тапҡырға тиерлек артҡан. Күлгә шулай уҡ ер аҫты һыуҙары аша зарарлы матдәләр инә һәм саң буранында ултыра[26][31].
Экологик хәлде яҡшыртыу буйынса аҙымдар булараҡ Капчагай һыуһаҡлағысын тултырыуҙы туҡтатырға, металлургия заводының бысраҡ һыуҙарын эшкәртергә, һуғарыу өсөн кире ҡайтмаҫлыҡ юғалтыуҙарҙы кәметергә һәм башҡалар тәҡдим ителә[22]. 2005 йылда Балхаш күле проблемалары буйынса халыҡ-ара экологик форумда, «Казахмыс» корпорацияһы киләһе йылда экологик яҡтан таҙа производство төҙөлөшөн тамамлай, ул ҡалдыҡтарҙы 80 — 90 % кәметергә мөмкинлек бирә, тип белдерелде[26].
Балхаш күленең төп бысратыусылары булып ауыр металдар (баҡыр һәм цинк), шулай уҡ нефть продукттары, фенолдар һәм фторҙар тора.
2000 йылда Алматы ҡалаһында «Балхаш 2000» исемле ҙур конференция ойошторолдо. Унда төрлө илдәрҙән ғалим-экологтар, шулай уҡ бизнес һәм власть вәкилдәре ҡатнаша. Форум һөҙөмтәһендә президентҡа, парламентҡа, хөкүмәткә һәм халыҡ-ара ойошмаларға мөрәжәғәт ҡабул ителә, унда Балхаш-Алакүл бассейны экосистемаһы менән идара итеүҙең яңы принциптары асыҡлана, был төбәктәге проекттарҙы берлектә финанслау өсөн шәхси капиталға күберәк мөмкинлектәр бирә[29].
Ҡытайҙың йоғонтоһо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бысранған һыуҙар Балхаш тау-мәғдән комбинатынан ғына түгел, Ҡытайҙан да килә — сик буйы пункттарында баҡыр һәм башҡа матдәләрҙең ныҡ артыуы, һыу бысраныуҙың V класы теркәлә. Ҡытай территорияһында Илий йылғаһы бассейнынан йылына 14,5 км² һыу алына, уны 3,6 тапҡырға арттырыу планлаштырыла[26]. Хәҙерге ваҡытта Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы халҡының әүҙем артыуы менән бәйле йыйым тиҙлеге 0,5 — 1 км²/2 — 4 км² тәшкил итә[32]. Белгестәр фекеренсә, Тянь-Шанда боҙлоҡ ағымы артыуға ҡарамаҫтан[33], ҡабул итеү кимәленең хатта 10 процентҡа артыуы катастрофаға килтерә — Балхашты ике һыуһаҡлағысҡа бүлергә, артабан көнсығыш өлөшөн киптерергә мөмкин[26][34].
Ҡаҙағстан менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһындағы һыу мөнәсәбәттәре Ҡаҙағстан Хөкүмәте менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Хөкүмәте араһында 2001 йылдың 12 сентябрендә ҡул ҡуйылған сиктән тыш йылғаларҙы файҙаланыу һәм һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү сиктәрендә көйләнгән[30]. 2007 йылда Ҡаҙағстан Ҡытайға Балхашҡа йылға ағымы күләменә алмашҡа 10 йыллыҡ аҙыҡ-түлек запасына льготалы контракт тәҡдим итә, ләкин Ҡытай уны кире ҡаға[35][36].
Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Поскольку уровень воды подвержен колебаниям различной периодичности, высота поверхности озера также изменяется.
- ↑ Данные ILEC 2011 йыл 16 июль архивланған. за 1986-1990 годы немного отличаются
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Большая Российская Энциклопедия 2020 йыл 11 ғинуар архивланған.
- ↑ Казахстан. Общегеографическая карта (масштаб 1:3 000 000). — Роскартография, 2011.
- ↑ Балхаш или Балкаш // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Макс Фасмер. Этимологический русскоязычный словарь.
- ↑ Министерство образования и науки Республики Казахстан. Словарь казахско-русский, русско-казахский.
- ↑ Иллич-Свитыч В. М. «Опыт сравнения ностратических языков (семито-хамитский, картвельский, индоевропейский, уральский, дравидийский, алтайский)»
- ↑ Алтайский К., Каратаев М. Путешествие в Жер-Уюк. — М., 1971. — С. 67—68.
- ↑ Золотой Сириус
- ↑ Svatopluk Soucek. A History of Inner Asia. — Cambridge University Press, 2000. — 369 с. — ISBN 0521657040.
- ↑ Николаев В. Прибалхашье . — Алма-Ата: Кайнар, 1984. — 155 с.
- ↑ Maria Shahgedanova. The Physical Geography of Northern Eurasia. — Oxford University Press, 2002. — С. 140—141. — 571 с. — ISBN 0198233841.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 Соколов А. А. Глава 21. Средняя Азия и Казахстан, раздел Озера // Гидрография СССР. — Л.: Гидрометеоиздат, 1952.
- ↑ Igor S. Zektser, Lorne G Everett. Groundwater and the Environment: Applications for the Global Community. — CRC Press, 2000. — С. 76. — 175 с. — ISBN 1566703832.
- ↑ Lake Balkhash (билдәһеҙ). Дата обращения: 4 ғинуар 2015. 2015 йыл 8 июнь архивланған.
- ↑ dic.academic.ru. Выдержки из Большой советской энциклопедии (билдәһеҙ). Дата обращения: 4 ғинуар 2015.
- ↑ 16,0 16,1 16,2 Lake Balkhash (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 24 июль 2019.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 Казахская ССР: краткая энциклопедия / Гл. ред. Р. Н. Нургалиев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1991. — Т. 2: Природа. Естественные ресурсы. Население. Экономика. Народное благосостояние. — С. 101—102. — 31 300 экз. — ISBN 5-89800-002-X.
- ↑ Горкин А.П. Балхаш . География: Современная иллюстрированная энциклопедия. Дата обращения: 5 ғинуар 2015.
- ↑ 19,0 19,1 Guillaume Le Sourd, Diana Rizzolio. United Nations Environment Programme — Lake Balkhash (ингл.). UNEP Global Resource Information Database (2004). Дата обращения: 29 ғинуар 2009. Архивировано 18 август 2011 года.
- ↑ Lake Balkhash, Kazakhstan : Image of the Day (ингл.). NASA Earthobservatory (1 декабрь 2000). Дата обращения: 29 ғинуар 2009.
- ↑ Погода и Климат — климат Балхаша .
- ↑ 22,0 22,1 22,2 22,3 22,4 22,5 22,6 International Lake Environment Committee. Lake Balkhash (ингл.). World Lakes Database. Дата обращения: 29 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 5 август 2011 года.
- ↑ Ice Melts on Lake Balkhash, Kazakhstan : Image of the Day (ингл.). NASA Earthobservatory (30 апрель 2003). Дата обращения: 29 ғинуар 2009.
- ↑ 24,0 24,1 24,2 24,3 24,4 Или-Балхаш — Концепция устойчивого развития . UNDP Kazakhstan (4 ноябрь 2004). Дата обращения: 14 февраль 2009. Архивировано из оригинала 22 июль 2011 года.
- ↑ Рогоз // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 26,0 26,1 26,2 26,3 26,4 Сергей Шипулин. Основная проблема озера Балхаш — плохое качество воды – А. Самакова . zakon.kz (1 октябрь 2005). Дата обращения: 29 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 19 февраль 2013 года.
- ↑ Стартует юбилейная международная регата «Или-Балхаш 2005» . Казах.ру (13 апрель 2005). Дата обращения: 30 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 2 май 2018 года.
- ↑ Республиканский туристский портал VisitKazakhstan.kz. Озеро Балхаш, Достопримечательности Балхаша . VisitKazakhstan.kz. Дата обращения: 18 ноябрь 2020. Архивировано 20 октябрь 2020 года.
- ↑ 29,0 29,1 Водные ресурсы Казахстана в новом тысячелетии . UNDP Kazakhstan (19 апрель 2004). Дата обращения: 14 февраль 2009. Архивировано из оригинала 6 март 2007 года.
- ↑ 30,0 30,1 Наталья Боровая. Спасти уникальное озеро. Стремительно мелеет казахстанский Балхаш . «Экспресс К», №186 (15844) (4 октябрь 2005). Дата обращения: 29 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 18 июль 2011 года.
- ↑ Независимых экологов пустили не на все загрязненные земли . Дата обращения: 31 март 2019. Архивировано из оригинала 31 март 2019 года.
- ↑ Институт гидрогеологии и гидрофизики Министерства образования и науки. Водные проблемы Казахстана . unesco.kz. Дата обращения: 29 ғинуар 2009. Архивировано 2 сентябрь 2011 года.
- ↑ Подрезов О. А., Диких А. Н., Бакиров К. Б. Изменчивость климатических условий и оледенения Тянь-Шаня за последние 100 лет . Планета: Портал по наукам о Земле. Дата обращения: 29 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 10 сентябрь 2012 года.
- ↑ Арал номер два. Как Китай превращает Казахстан в пустыню . www.lenta.ru. Дата обращения: 31 август 2019. Архивировано 14 июль 2020 года.
- ↑ Ilan Greenberg. Kazakhstan and China Deadlock Over Depletion of a Major Lake (ингл.). The New York Times (8 март 2007). Дата обращения: 29 ғинуар 2009. Архивировано 19 февраль 2012 года.
- ↑ Jack Carino. Water woes in Kazakhstan (ингл.). China Dialogue (1 апрель 2008). Дата обращения: 29 ғинуар 2009. Архивировано 29 февраль 2012 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балхаш или Балкаш // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Домрачёв П. Ф. Балхаш и Прибалхашье [Текст]: (Науч.-попул. очерк природных условий и хоз. значения озера и прилегающего к нему района) . — Казахстан: Краев. изд-во, 1935. — 62 с.
- Мараков С. В. В джунглях Прибалхашья / АН СССР; Отв. ред. д-р биол. наук А. Г. Томилин; Худож. Ю. Шашков. — М.: Наука, 1969. — 128, [8] с. — (Научно-популярная серия АН СССР). — 27 000 экз.
- Мариковский П. И. Вокруг синего озера: (Повесть об озере Балхаш) . — Алматы, 2000. — 295 с.
- Мариковский П. И. Забытые острова (Оз. Балхаш) . — М.: Мысль, 1991. — 238 с. — ISBN 5-244-00563-4.
- Остроумова Л. П., Шапов А. П. Актуальные проблемы гидрометеорологии озера Балхаш и ПрибалхашьяСПб.: Гидрометеоиздат, 1995. — 269 с. — ISBN 5-286-01135-7. . —
- Романова С. М., Казангапова, Н. Б. Озеро Балхаш — уникальная гидроэкологическая системаISBN 9965-25-105-3. . — Алматы: Добровол. о-во инвалидов войны в Афганистане — Братство, 2003. — 175 с. —
- Самакова А. Б. Проблемы гидроэкологической устойчивости в бассейне озера БалхашISBN 9965-25-136-3. . — Алматы: Каганат, 2003. — 583 с. —
- Сапожников Д. Г. Современные осадки и геология озера БалхашМ., 1951. . —
- Саядян Ю. В., Милановский Е. Е., Асланян А. Т., Севастьянов Д. В., Трешников А. Ф. История озёр Севан, Иссык-Куль, Балхаш, Зайсан и АралISBN 5-02-024578-X. . — Ленинград: Наука, 1991. — 301 с. —
- Соколов А. А. Гидрография СССР . — Л.: Гидрометеоиздат, 1952.
- Тарасов М. Н. Гидрохимия озера Балхаш . — М.: Изд-во АН СССР, 1961.
- Шапиро С. М., Павличенко Л. М., Подольный О. В. Гидрогеологические прогнозы подземного стока в озеро Балхаш . — Алма-Ата: Наука, 1982. — 128 с.