Төркөстан—Себер магистрале
Төркөстан—Себер магистрале | |
Дәүләт |
Рәсәй Ҡаҙағстан Ҡырғыҙстан |
---|---|
Рәсми асылыу датаһы | 1929 |
Ширина колеи | 1520 мм (русская колея)[d] |
Конечная | Арыс 1[d] һәм Новосибирск-Главный[d] |
Оҙонлоҡ | 2375 km |
Төркөстан—Себер магистрале Викимилектә |
Төркөстан-Себер магистрале (Төрксиб) — Себерҙән Урта Азияға тиклем тимер юл. 1927—1930 йылдарҙа төҙөлгән, ул СССР-ҙың тәүге биш йыллыҡ планының төп төҙөлөш проекттарының береһе була.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төркөстан менән Себерҙе тоташтырыу өсөн тимер юл төҙөү идеяһы 1886 йылда уҡ барлыҡҡа килә. 1896 йылдың 15 октябрендә Верный ҡалаһының ҡала думаһы (1921 йылдан Алматы) линия төҙөлөшөнөң файҙаһын билдәләү буйынса комиссия төҙөргә ҡарар итә. Комиссия төҙөлөштө маҡсатҡа ярашлы тип таба. Линия Рәсәйҙең цин Ҡытайы менән сиктәш төбәктә хәрби йоғонтоһон көсәйтер, шулай уҡ Төркөстандан Себергә мамыҡ экспортлауҙы һәм арзан Себер игенен һәм башҡа тауарҙарҙы төбәккә килтереүҙе күпкә ябайлаштырыр, тип күҙаллана.
1906 йылда Министрҙар-ара комитет Барнаул — Семипалатинск — Верный (ныне — Алматы) — Луговая — Арысь линияһын төҙөүгә аҡса бүлергә ҡарар сығара. 1907 йылда урындарҙа тикшеренеүҙәр үткәрелә. Көньяҡта, Арысь станцияһынан Или йылғаһына тиклем, тикшеренеү эштәрен инженер Голембиовский төркөмө, төньяҡта Семипалатинск яғынан инженер Глезер төркөмө алып бара.
Инженер Стрюве етәкселегендәге махсус төркөм был өлкәлә статистик-иҡтисади тикшеренеүҙәр үткәрә, был 1909 йылда Төркөстан-Себер тимер юл районын тикшереү буйынса комиссия эштәрендә сағыла. Шул уҡ йылдарҙа инженер Адрианов етәкселегендә Транссибтан Семипалатинскиға тоташтырыусы линияларҙың бер нисә варианты тикшерелә.
Новониколаевскиҙан Семипалатинскҡа тиклем Алтай тимер юлы 1915 йылдың 21 октябрендә ваҡытлыса файҙаланыуға, ә 1917 йылда, Беренсе донъя һуғышының ҡыҙған осорҙа, даими файҙаланыуға тапшырыла. Бер үк ваҡытта көньяҡта Арысь станцияһынан Верныйға тиклем Семиреченск тимер юлы төҙөлә. Октябрь революцияһы ваҡиғалары арҡаһында төҙөлөш Бурной станцияһында туҡтай. Тик 1921 йылда ғына тимер юл линияһы Әүлиә-Атаға (хәҙер Тараз) килә.
Граждандар һуғышы йылдарында Себер һәм Төньяҡ Семиречье тимер юлдары Рус армияһы контроле аҫтында була, ә 1918 йылда баш командующий Колчак Александр Васильевич ҡарары менән Новониколаевск — Семипалатинск линияһы Сергиополгә (хәҙерге Аягүҙ) тиклем оҙайтыла. 1919 йылға 140 километр юл һалына. Был юл Рус армияһы сигенгәндән һуң һүтелә, сәбәптәре билдәһеҙ.
Төрксиб төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрксиб СССР-ҙа тәүге биш йыллыҡтың иң билдәле төҙөлөштәрҙең береһенә әүерелә. Төҙөлөш тураһында ҡарар 1926 йылдың 3 декабрендә СССР Хеҙмәт һәм Оборона Советы ултырышында ҡабул ителә. 1918 йылда Рәсәйгә килгән В. С. Шатов төҙөлөш етәксеһе була[1].
Төҙөлөштә билдәле ҡаҙаҡ йәмәғәт эшмәкәре, инженер-юлсы Мөхәмәтжан Тынышпаев ҡатнаша. Рельс юлының 1445 километрын тау йылғалары, ҡаялы һырттар, ҡомлоҡтар аша һалырға тура килә. Төҙөлөшкә әҙерлек 1927 йылдың апрелендә башлана. Ҡаҙаҡ йолаһы буйынса, беренсе паровоз Луговоянан махсус төҙөлгән арка аша яңы юлға сыға, ул яңы тыуған сабыйҙы йөрөткән тирмәне символлаштыра. Арканың бер яғында — Төркөстан, икенсе яғында — Себер тип яҙыла.
1929 йылдың майына төньяҡта 562 км һәм көньяҡта 350 км юл төҙөлә. Юл төҙөлгән ваҡытта уҡ уның буйлап поездар йөрөй. 1929 йылдың 10 майында беренсе даими пассажир поезы Семипалатинскиҙан Сергиополгә (Аягүҙ) тиклем үтә.
1929 йылда Төркөстан-Себер магистрален төҙөү һәм уның Семиречьены үҙләштереүҙәге роле тураһында режиссёр В. А. Турин Төркөстан тимер юлы (Төрксиб) тураһында документаль фильм (Стальной путь (Турксиб)) төшөрә.
Турксиб идаралығы бинаһы 1929 йылда архитекторҙар М. Я. Гинзбург һәм И. Ф. Милинис тарафынан конструктивизм стилендә проектлана.
Төркөстан — Себер тимер юлын асыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер юлды файҙаланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрксиб ҡалалары һәм ҡасабалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Новосибирск-төп, Иня разъезы (Новосибирск), Сеятель (Академгородок), Бердск, Искитим, Черепаново, Среднесибирская, Новоалтайск, Барнаул, Алейск, Рубцовск, Локоть (гр.), Аул, Семей, станция Чарская, Аягүҙ, Актогай, Акбалык, Матай, Уштобе, Коксу, Айнабулак, Сары-Озек, Капчагай, АлмУзун-Агач, Берлик-1, Чу, Луговой, Джамбул, Бурное, Чимкент, Арысь-1, Ташкент.
Станциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
ВЦИК-тың А. Маженовты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләү тураһындағы ҡарары
-
Ҡаҙаҡ Үҙәк Башҡарма Комитетының А. Маженов исеме менән дипломы
-
Ҡаҙаҡ Үҙәк Башҡарма Комитетының рус телендәге дипломы тексы
-
Ҡаҙаҡ Үҙәк Башҡарма Комитетының ҡаҙаҡ телендәге дипломы тексы
-
Төрксибтең 60 йыллығына арналған Ҡаҙағстан почтаһы маркаһы
-
Төрксибтең 60 йыллығына арналған Ҡаҙағстан почтаһы маркаһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ергали Сагатов. По тропам Турксиба. — Алма-Ата: Жалын, 1983. — 119 с.
- Сағатов Е. Даладағы ұлы із. — А., 1983. — 90-91-бб
- Маженов Ахметжан — первостроитель Турксиба // Исингарин Н. Известные железнодорожники Казахстана. — А., 2004. — 28-30-бб
- Казахстан. Национальная энциклопедия, 2 том. — Алмата, 1987.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Неизвестный Турксиб
- Видео: Турксиб дорога жизни
- Видео: Турксиб. Интервью Нурбека Маженова
- История строительства Турксиба 2023 йыл 30 март архивланған.
- Святослав Антонов. Как строилась железная дорога // Voxpopuli.kz
- Турксиб — важный этап в истории становления железных дорог Казахстана
- «Турксиб»: первая стройка СССР, или…? 2016 йыл 14 июль архивланған.
- Как строили Турксиб 2023 йыл 3 май архивланған.