Аягүҙ
Аягүҙ | |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
---|---|
Административ үҙәге | Аягузский район[d] |
Административ-территориаль берәмек | Q27350642? |
Халыҡ һаны | 41 593 кеше (2012) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 654 метр |
Майҙан | 161 000 000 квадрат метр |
Почта индексы | 070201 |
Рәсми сайт | ayagos.vko.gov.kz/kz |
Аягүҙ Викимилектә |
Аягүҙ[1][2] рус. Аягоз, (ҡаҙ. Аягөз) — Ҡаҙағстандағы Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең район ҡарамағындағы ҡалаһы, Аягүҙ районының административ үҙәге.
Ҡаҙағстандың көнсығышында Аягүҙ йылғаһының ике ярында ята. Стратегик әһәмиәткә эйә, ҡалала бер нисә хәрби гарнизон һәм ПВО ракета ғәскәрҙәре комплексы урынлашҡан. Республиканың эре транспорт үҙәге булып тора.Ҡеүәтле Төркөстан—Себер магистрале киҫелеше, республика әһәмиәтендәге автотрассалар: Алматы — Усть-Каменогорск, Ҡарағанды — Аягүҙ — Боғаҙ юл саты ошонан үтә. Ҡала өҫтөнән бер нисә халыҡ-ара һауа юлы киҫешә.
Халҡы һәм уның составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Аягүҙ ҡалаһында 38 126 кеше йәшәгән (18 554 ир-ат һәм 19572 ҡатын-ҡыҙ)[3].
Милли состав (2012 йылдың 1 ноябренә)[4].[5]:
- ҡаҙаҡтар — 39 113 кеше (93,02 %)
- урыҫтар — 1 715 кеше (4,68 %)
- татарҙар — 387 кеше (1,06 %)
- уйғырҙар — 128 кеше (0,35 %)
- немецтар — 66 кеше (0,18 %)
- башҡалар — 262 кеше (0,71 %)
- Йәмғеһе — 43 671 кеше (100,00 %)
2004 йылдың 28 майында Аягүҙҙә Ҡаҙағстандың 15-миллионынсы кешеһе донъяға килгән[6].
Йыл | 1969 | 1989 | 1999 | 2004 | 2010 | 2012 |
Халҡы | 37 800 | 41 400 | 41 500 | 34 400 | 38 155 | 43 155 |
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың хәҙерге атамаһы уның аша аҡҡан Аягүҙ йылғаһы исеменән алынған. Йылға исеме, ғалимдар фекеренсә, килеп сыҡҡан төрки «әй» ырыуы атамаһынан һәм боронғо төрки «үгүҙ» «йылға» тигән һүҙҙәрҙән яһалған, йәғни «әй ырыуы йылғаһы» тигәнде аңлата. [7]; халыҡта иһә этимологияны ҡупшылап ебәрәләр: төрки ая — «матур» һәм гөз/күз — «күҙ» тигәндән килеп сыҡҡан, йәнәһе.
Семипалатинск өлкә администрацияһы башлығы ҡарары менән 1994 йылдың 1 сентябренән урыҫса Аягуз транскрипцияһы Аягоз тип үҙгәртелгән[8][9].
Тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге телгә алыуҙар XVI—XVII быуаттарға ҡарай — был төбәктә «ҡаҙаҡ Ромео һәм Джульеттаһы» — «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» йәшәгән тип иҫәпләнә. Әйткәндәй, улар төрки халыҡтарҙың киң билдәле персонаждары.
Ҡалаға нигеҙҙе 1831 йылда Себер кадет корпусының Омск хәрби училищеһын тамамлаған Сергей Лукин һалған.
1831—1860 округ ҡалаһы булған һәм Аягуз исемендәге йылға буйынса аталып йөрөгән. 1860 йылдан һуң ауыл тораҡ пункт булған һәм Сергиополь атамаһы менән йөрөтөлгән. Башта Рәсәй империяһының Семипалатинск өлкәһенә ҡараған, һуңғараҡ Етеһыу (рус. Семиреченская область) өлкәһенә индерелгән.
Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоҡ осоронда Мамырһыу тип үҙгәртелә. Хәҙерге замандағы ҡала ошо ауыл янында станция яны ҡасабаһы булараҡ 1931 йылда барлыҡҡа килә, ул Төркөстан — Себер тимер юлы төҙөлөү менән бәйле үҫешә башлай, 1939 йылда ҡала статусы ала һәм Аягуз исеме менән йөрөтөлә, ул Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем һаҡлана. Шунан инде бойондороҡһоҙ Ҡаҙағстанда рәсми рәүештә Аягоз тип атала башлай (Ҡаҙаҡса «Аягөз» атамаһынан транслитерация).
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты ҡырҡа континенталь, диңгеҙ һәм океандарҙан алыҫ ятыуы климаттың көндәлек температураның ҡырҡа үҙгәреүенә килтерә.
Уртаса йыллыҡ температура 3,5 °C тәшкил итә. Аягүҙ ярайһы ел-дауыллы ҡала. Был ҡышҡы һыуыҡтың нығыраҡ тәьҫир итеүенә килтерә. Абсолют минимум −51°С, абсолют максимум — +42°С.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 5 | 7 | 24 | 33 | 38 | 40 | 42 | 42 | 39 | 30 | 22 | 8 | 42 |
Уртаса максимум, °C | −11 | −10 | −2 | 12 | 22 | 27 | 29 | 27 | 20 | 11 | −1 | −9 | 10 |
Уртаса температура, °C | −15 | −15 | −7 | 6 | 14 | 20 | 22 | 19 | 12 | 4 | −5 | −12 | 4 |
Уртаса минимум, °C | −21 | −21 | −14 | −1 | 7 | 12 | 15 | 12 | 6 | −1 | −10 | −18 | −3 |
Абсолют минимум, °C | −51 | −45 | −39 | −26 | −10 | −1 | 4 | −1 | −8 | −21 | −49 | −46 | −51 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 16 | 16 | 17 | 18 | 27 | 28 | 37 | 28 | 19 | 27 | 26 | 20 | 279 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аягүҙ — Ҡаҙағстандың мөһим автомобиль, тимер юл һәм һауа юлы үҙәге.
Аягүҙ йылғаһы аша 3 күпер: 1 тимер юл, 2 автомобиль юлы күпере үтә.
Ҡала транспорты автобустарҙан тора, ҡалала барлығы 14 маршрут автобусы йөрөй.
Аягүҙҙән эре ҡалаларға тиклем ара (автомобиль юлдарынан)[10] | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Семей ~ 360 км Павлодар ~ 670 км Омск ~ 1085 км |
Усть-Каменогорск ~ 310 км | ||||||||||||||||
Астана ~ 920 км Тимертау ~ 750 км Ҡарағанды ~ 698 км |
Зайсан ~ 490 км Урумчи ~ 789 км |
||||||||||||||||
Талдыҡорған ~ 530 км Алматы ~ 744 км Бишкәк ~ 960 км |
Тимер юл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала ҡеүәтле магистарль тимер юл станцияһы бар. 2 эре локомотив депоһы, тимер юл предприятиелары эшләй. Семей—Ҡыҙылурҙа, Алматы—Защита, Алматы—Усть-Каменогорск, Семей—Ҡарағанды, Алматы—Павлодар, Новосибирск—Алматы, Новокузнецк—Бишкәк, Ташкент—Новосибирск йүнәлештәренә поезд йөрөй.
Һауа транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аэропорт ҡала ситендә урынлашҡан: Аягүҙ аэродромы 2 класлы, Ту-134, Ту-154, Ан-12, Як-42 һәмә еңелерәк самолеттарҙы һәм бөтә төр вертолеттарҙы ҡабул итә ала
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт акима Аягозского района 2008 йыл 19 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Карта Ҡаҙағстана, масштаб 1:3 000 000, Роскартография, 2011 год.
- ↑ С 1994 года согласно официальным русскоязычным изданиям Казахстана, см 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на 1 января 2016 года . Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Дата обращения: 27 июль 2016. 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Агентство Республики Казахстан по статистике. Численность населения Республики Казахстан по областям, городам и районам, полу и отдельным возрастным группам, отдельным этносам на начало 2010 года Архивировано 17 января 2013 года
- ↑ http://pop-stat.mashke.org/kazakhstan-ethnic2010.htm/ 2019 йыл 2 октябрь архивланған. Национальный состав населения Казахстана по переписи 2009
- ↑ Пятнадцать миллионов — не предел(недоступная ссылка)
- ↑ Географические названия мира: Топонимический словарь. /Е. М. Поспелов; отв.ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.:Русские словари, 2002 ISBN 5-17-001389-2 ISBN 5-271-00446-5 ISBN 5-93259-014-9
- ↑ Государственный архив Восточно-Казахстанской области(недоступная ссылка)
- ↑ Справочник по истории административно-территориального деления Семипалатинской области 1939—1997 гг. www.cdni-arhiv.vko.gov.kz/ru/files/directory_03.doc
- ↑ Расчёт расстояний между городами . Транспортная компания «КСВ 911». Дата обращения: 13 август 2009. Архивировано 12 август 2011 года.