Балҡан тауҙары
Балҡан тауҙары | |
Тау һырты | Q11036790? |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт |
Сербия Болгария[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ловечская область[d][1] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Балҡан тауҙары |
Иң юғары нөктә | Ботев (гора)[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2376 метр |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Гнейс һәм эзбизташ |
Оҙонлоҡ | 530 km |
Майҙан | 11 596 км² |
Балҡан тауҙары Викимилектә |
Балҡан тауҙары (Ста́ра-Планина́[2][3], рус. Балка́ны, Балка́нские го́ры[4], болг. Ста́ра планина́, сер. Стара планина, бор. грек. Αἶμος, лат. Haemus) — Болгарияны икегә бүлеп көнсығыштан көнбайышҡа табан һуҙылған ҙур тау системаһы, уның көнбайыштағы дауам өлөшө хәҙерге Сербия биләмәләренә сыға.
Һырт булып һуҙылған Балҡан тауҙары илде икегә — Төньяҡ һәм Көньяҡ Болгарияға бүлә. Болгар тарихи терминологияһына ярашлы, Стара-Планина Мёзияны (Төньяҡ Болгарияны) Балҡан ярымутрауының көнсығышындағы тарихи һәм географик өлкә Фракиянан һәм икенсе шундай уҡ тарихи һәм географик өлкә Македониянан айырып тора. Тауҙар һырты оҙонлоҡҡа яҡынса 555 километрға һуҙыла, уларҙың иң бейек нөктәһе (Ботев тауы) — 2376 метр.
Балҡан тау һырты Тимер ҡапҡалар янында Дунай йылғаһы менән «киҫелгән» Көньяҡ Карпат тауҙарының тәбиғи дауамы булып тора. «Балҡан ярымутрауы» һәм «Балҡандар» географик атамалары (топонимдары) нәҡ ошо тауҙар системаһының исеменән алынған. Был тау иле биләмәһе уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағынан совет һәм болгар географтары тарафынан СССР Фәндәр Академияһының География институты директоры Иннокентий Петрович Герасимов һәм Болгария Фәндәр Академияһының География институты директоры Ж. С. Гылыбов етәкселек иткән берлектәге проект буйынса өйрәнелә. Улар Стара-Планина һәм Кавказ территорияһын сағыштырып тикшерә[5].
Геология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стара-Планина башлыса кристалл хәлгә килгән тау тоҡомдары — палеозой һәм докембрий дәүерҙәренә ҡараған һәүерташ (рус. сланец һәм граниттарҙан, шулай уҡ мезозой дәүеренән килгән эзбизташ, ҡомташ, карст, төрлө таш, ҡырсын, балсыҡ ҡатнашып ҡатҡан тау тоҡомо — конгломераттарҙан тора. Балҡан тауҙары тигеҙләнгән түбәле һәм бер-береһенә параллель һуҙылған һырттарҙан хасил.
Төп артылыштар һәм үткәүелдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петрохан артылышы
- Исҡыр йылғаһы тарлауығы
- Чурек үткәүеле
- Шипка артылышы
- Республика үткәүеле
- Вырбицкий артылышы.
Рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балҡан тауҙарының сағыштырмаса һөҙәк булған төньяҡ битләүҙәре аҡрынлап тау итәктәренә (Балҡан алдына) күсә һәм Түбәнге Дунай уйһыулығына тоташа; тауҙарҙың көньяҡ биттәре башлыса текә.
Гидрография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стара-Планина буйҙарының көнбайышында Дунайҙың уң ҡушылдығы булған Искыр һәм көнсығышында Ҡара диңгеҙгә ҡойоусы Луда-Камчия йылғалары үҙәндәре йәйрәп ята.
Бында шулай уҡ Тимок, Лом, Огоста, Вит һәм Осым йылғалары ағып сыға, улар һыуҙарын төньяҡҡа, Дунайға алып бара.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Стара-Планина» атамаһы тәүге тапҡыр 1533 йылда теркәлгән. Стара-Планинаның төньяҡ битләүҙәре Болгар милли азатлыҡ хәрәкәте осорона ҡараған тарихи ҡомартҡыларға бай. Улар араһында 1877—1878 йылғы рус-төрөк һуғышы барышында Шипка артылышын обороналау хөрмәтенә ҡуйылған Азатлыҡ һәйкәле иң билдәлеһе. Бында ойошторолған «Стенето» милли паркы шулай уҡ маҡсатлы иғтибарға лайыҡ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 346.
- ↑ Болгария // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 1999 г. ; отв. ред.: Т. Г. Новикова, Т. М. Воробьёва. — 3-е изд., стер., отпеч. в 2002 г. с диапоз. 1999 г. — М. : Роскартография, 2002. — С. 99. — ISBN 5-85120-055-3.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 34.
- ↑ Снытко В. А., Собисевич А. В. Международные эколого-географические проекты «Альпы — Кавказ» и «Кавказ — Стара-Планина» // География и экология: научное творчество, междисциплинарность, образовательные технологии. Материалы Международной научно-практической конференции (г. Мытищи, 16-17 февраля 2017 г.). — М., 2017. — С. 141—146.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балҡан тауҙары Викимилектә | |
Балҡан тауҙары Викигид |
- Горы Стара-Планина(недоступная ссылка)
- Стара-Планина 2009 йыл 5 июль архивланған.
- Галерея фотографий Стара-Планины 2016 йыл 13 март архивланған.
- Большая коллекция фотографий из Стара-Планины 2008 йыл 2 декабрь архивланған.