Эстәлеккә күсергә

Берлингтон (Вермонт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Берлингтон
ингл. Burlington
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1783
Рәсем
Рәсми атамаһы Burlington
Кем хөрмәтенә аталған Ричард Бойль, 3-й граф Бёрлингтон[d]
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ үҙәге Читтенден[d]
Административ-территориаль берәмек Читтенден[d][1]
Статистическая область Burlington metropolitan area[d][2][3]
Территория перекрывается с Burlington urban area[d][4]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Burlington, Vermont[d]
Хөкүмәт башлығы Emma Mulvaney-Stanak[d][5]
Халыҡ һаны 44 743 кеше (1 апрель 2020)[6][7]
Процент водной поверхности 33,4774 процент[8]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 61 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Арад[d], Вифлеем[d], Элк[d], Онфлёр[d], Moss Point[d], Пуэрто-Кабесас[d], Ярославль һәм Нисиномия[d]
Майҙан 40,126745 км²[9],
40,126738 км² (1 апрель 2010)[8]
Почта индексы 05401–05402[10], 05405–05406[10], 05408[10], 5401 һәм 5406
Рәсми сайт burlingtonvt.gov
Урынлашыу картаһы
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Зимнее изображение
Число домохозяйств 16 189 ± 562[11]
Доход на душу населения 30 855 $[12]
Урындағы телефон коды 802
Номер тамғаһы коды 802
Карта
 Берлингтон Викимилектә

Берлингтон (ингл.  Burlington) — Америка Ҡушма Штаттарындағы Вермонт штатының иң ҙур ҡалаһы, Читтенден округының үҙәге. Ҡалаға 1785 йылда нигеҙ һалынған. Берлингтон Шамплейн күле һәм Йәшел тауҙар араһындағы тау битләүҙәрендә, Канада сигенән (Вермонт-Квебек янында) көньяҡҡа табан 72 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала Монреалдән 151 километр көньяҡта тора. Берлингтондан көнсығышҡа табан Йәшел тауҙар һуҙылған. Ҡала халҡы 42 282 кеше тәшкил итә (2013 йыл).

Берлингтон Берлинг ғаиләһе исемен алған, уларҙың ғаиләһе тирә-яҡтағы ерҙәрҙе иң беренсе булып үҙләштергән. 1763 йыл ауылға нигеҙ һалыу йылы булып һанала, әммә ҡалаға халыҡтың күпләп күсеп килеп ултырыуы Берлингтонда ағас бысыу предприятиеһы һәм судоверфь барлыҡҡа килгәс кенә башланып киткән. Британлыларҙы һөжүм итеүселәрҙән гарнизон һаҡлаған. 1812—1814 йылда Инглиз-америка һуғышы тоҡанып киткәс, Берлингтондан британия флотына ут атҡандар.

Берлингтон — Вермонт штатының ҙур мәҙәни үҙәге. Бында 1791 йылда Вермонт университеты нигеҙләнгән, 1878 йылда — Шамплейн колледжы барлыҡҡа килгән. Университеттың иҫке бинаһына(«Mill Old») нигеҙҙе генерал Лафайет һалған. Ҡаланан көньяҡҡа табан 11 км алыҫлыҡта 18 гектар майҙанлы территорияла Шелберн музейы тора. Төньяҡ Американың баш күтәреүселәренең бер юлбашсыһы Итен Аллендың өйө һәм ҡәбере үҙенә туристарҙы йәлеп итә.

2006—2012 йылдарҙа Берлингтон ҡалаһының мэры Боб Кисс була, ул һул йүнәлешле прогрессив Вермонт партияһынан ҡуйылған. 2012 йылдың 6 мартында АҠШ Демократик партияһы вәкиле — Миро Вейнбергер ҡаланың мэры була.

Берлингтон Шамплейн күленең көнсығыш ярында урынлашҡан.

Берлингтонда дымлы континенталь климат (Dfb Кеппен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса)бында ҡыш һыуыҡ, ә йәй йылы һәм дымлы. Уртаса айлыҡ температура ғинуарҙа −7,4 C°, июлдә — 21,4° С. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөмдәр һаны 937 мм тәшкил итә, ә йәйге айҙар иң дымлы ваҡыт булып тора. Шамплейн күле йоғонтоһо арҡаһында ҡар шквалдары булырға мөмкин,ҡайһы саҡ 12 сәғәт эсендә 33 см-ға тиклем ҡар яуған саҡтар була[13]. Йылына уртаса ҡарлы яуым-төшөм 206 см тәшкил итә, тик был һиҙелерлек әһәмиәттең йылдан-йыл үҙгәреп тороуы мөмкин.

  • Йыллыҡ уртаса температура — +7,7 C°
  • Йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 3,6 м/с
  • Йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 70 %
Берлингтон климаты
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сент. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Абсолют максимум, °C 18,9 16,7 28,9 32,8 33,9 37,8 37,8 38,3 36,7 29,4 23,9 19,4 38,3
Һауа температураһы, °C -2,7 -0,8 4,4 12,6 19,6 24,6 27,2 26,1 21,3 14,0 7,5 0,7 12,9
Уртаса температура, °C -7,4 -5,8 -0,6 7,1 13,5 18,8 21,4 20,4 15,8 8,9 3,4 -3,4 7,7
Уртаса минимум, °C -12,1 -10,8 -5,6 1,6 7,4 12,9 15,7 14,7 10,4 3,9 -0,6 -7,5 2,5
Абсолют минимум, °C -34,4 -34,4 -31,1 -16,7 -4,4 0,0 3,9 1,7 -3,9 -9,4 -19,4 -33,9 -34,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 52 45 56 72 88 94 106 99 93 91 80 61 937
Сығанаҡ: һауа торошо һәм климат 2012 йыл 4 сентябрь архивланған.

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1947 йылдың 15 октябренән Америка азатлыҡ поезы Берлингта туҡтай.

  1. Geographic Names Information System (ингл.)
  2. Vought R. T. OMB Bulletin No. 20-01, Revised Delineations of Metropolitan Statistical Areas, Micropolitan Statistical Areas, and Combined Statistical Areas, and Guidance on Uses of Delineations of These Areas (ингл.)WASHINGTON, D.C.: Office of Management and Budget, 2020. — P. 45.
  3. Young S. D. OMB Bulletin No. 23-01, Revised Delineations of Metropolitan Statistical Areas, Micropolitan Statistical Areas, and Combined Statistical Areas, and Guidance on Uses of the Delineations of These Areas (ингл.)WASHINGTON, D.C.: Office of Management and Budget, 2023. — P. 47. — 183 p.
  4. United States Census Bureau 2023 U.S. Gazetteer Files (ингл.)Washington: United States Census Bureau, 2023.
  5. https://www.burlingtonvt.gov/Mayor
  6. https://data.census.gov/cedsci/table?q=United%20States&tid=DECENNIALPL2020.P1
  7. Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
  8. 8,0 8,1 United States. Bureau of the Census 2010 U.S. Gazetteer Files (ингл.)Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2010.
  9. United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.)Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
  10. 10,0 10,1 10,2 https://zipcode.org/city/VT/BURLINGTON
  11. https://data.census.gov/cedsci/table?d=ACS%205-Year%20Estimates%20Detailed%20Tables / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
  12. https://data.census.gov/cedsci/table?t=Income%20and%20Poverty&g=0100000US,%241600000&tid=ACSST5Y2020.S1902 / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
  13. アーカイブされたコピー. Дата обращения: 26 сентябрь 2007. Архивировано 24 июнь 2008 года. 2008 йыл 24 июнь архивланған.