Эстәлеккә күсергә

Бикчәнтәев Әнүәр Һаҙый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әнүәр Бикчәнтәев
Исеме:

Бикчәнтәев
Әнүәр Һаҙый улы

Тыуған көнө:

21 сентябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө ҡалаһы

Вафат булған көнө:

18 май 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (75 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

СССР

Эшмәкәрлеге:

Яҙыусы

Дебют:

«Красные маки» (1944)

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
Октябрь Революцияһы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1942 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1945 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1944 «Почёт Билдәһе» ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Бикчәнтәев Әнүәр Һаҙый улы (21 сентябрь 1913 йыл — 18 май 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, 1941 йылдан КПСС, 1947 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1970), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1974) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1967) премиялар лауреаты. Октябрь Революцияһы (1972), Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), Почёт Билдәһе (1963) ордендары кавалеры.

Әнүәр Һаҙый улы Бикчәнтәев 1913 йылдың 4 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1931 йылда Ырымбур педтехникумын тамамлай. 1931—1932 йылдарҙа Архангельск ҡалаһында ете йыллыҡ мәктәптә—завуч, Алыҫ Көнсығыштағы Мазанов районының Яңы Уфа ауылында уҡытыусы була.

1933 йылда Өфөгә ҡайта һәм «Коммуна» газетаһында эшләй. 1935—1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Ҡыҙыл Байраҡ[1], Ҡыҙыл Йондоҙ[2], I[3] һәм II[4] дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм бер нисә миҙал менән бүләкләнә.

1945—1947 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» газетаһында эшләй. 1954—1956 йылдарҙа Әнүәр Бикчәнтәев М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты ҡаршыһындағы Юғары курста уҡый һәм бер үк ваҡытта әҙәбиәт институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай.

Әҙәби ижад юлында Әнүәр Бикчәнтәев бик күп хикәйәләр, повестар, романдар ижад итте. Уның «Бөркөт һауала үлә», «Ҙур оркестр» повестары, «Ҡарасай юлы», «Ожмах вәғәҙә итмәйем» романдары киң билдәле.

Әнүәр Бикчәнтәйев иҫтәлегенә сығарылған почта конверты

Әнүәр Бикчәнтәев Октябрь революцияһы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнде. «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә, Ғ. Сәләм (1967) һәм С. Юлаев исемендәге (1974) премияларға лайыҡ булды.

  1. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Карточка награждённого «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2016)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 35-36 с. ISBN 5-295-02294-3.
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар

Бикчәнтәев Әнүәр Һаҙый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.