Эстәлеккә күсергә

Биләғош (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биләғош
Характеристики
Оҙонлоғо26 км
Киңлеге6 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге934 м
Урынлашыуы
54°30′35″ с. ш. 58°56′43″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Биләғош
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Биләғош

Биләғош — Рәсәй, Башҡортостан, (Көньяҡ) Уралдағы һырт.

Белорет районында Рәүәт йылғаһы (Инйәр й. басс.) тамағынан Төлмәй йылғаһы киңлек ағышына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 26 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге яҡынса 2 км, үҙәк өлөшөнөкө — 6 км, төньяҡ өлөшөнөкө — 3 км, абсолют бейеклеге 934 м. 3 түбәһе асыҡ күренә. Рельефы ныҡ йырғыланған.

Көнбайыш битләүҙәре текә, урыны менән йылға үҙәндәренә тиклем төшә; көнсығышы — батынҡы, итәге һөҙәк, 20‑гә яҡын юғалыусы йылғалар (Рәүәт йылғаһы ҡушылдыҡтары) башлана. Һырттың көньяҡ һәм үҙәк өлөшөндә күп таш ишелмәләре осрай, ҡаялы һикәлтәләр юҡ. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, конгломераттарынан, алевролиттарынан һәм аргиллиттарынан тора. Ландшафтары ныҡ айырымланған: аҡһыл һоро урман тупрағында киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урмандар, һоро урман тупрағында киң һәм ваҡ япраҡлы урмандар, йоҡа ҡатламлы ташлы тупраҡта ҡоро болондар (көнсығыш битләүҙәрендә) һәм бейек үләнле тау болондары таралған. Һырт Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.

Бәләғош һыртының көнбайышын тәбиғи урмандар - ҡарағай, киң япраҡлы ағастар, киң болондар биләй [1]

Ошо тау буйына урынлашҡан, унан исемен алған Бәләғош - башлыса урмансылар ауылы булған.Тау урмандар менән ҡапланған, утынға ғына түгел, төҙөлөшкә, мебелгә тотонорлоҡ ағастар үҫә.

"1954 йылға тиклем 14 ауыл — Инйәр, Ҡаҙмаш, Рәмәште, Мәнәү, Рәүәт, Түбәнге Төлмәй, Ноҡат, Бәләғош, Берештамаҡ, Асы, Соран, Ҡалашты, Кәртәле, Кѳҙйылға урман пункттары Белорет металлургия комбинатың урман контораһы тип йѳрѳтѳлә"[2].

Тауҙың атамаһы ике өлөштән тора - "бәлә" һәм "ҡош". Урындағы халыҡта фараздар төрлө. Урыҫ телендә ошондай аңлатма бирелә[3]:

Белягуш, хребет на правобережье Инзера к З от хребта Нары. Вторую часть названия гуш (в местном произношении гош) башкиры довольно часто связывают со словом кош — «птица», которое в сложных словах выступает и в форме гош (ср. байгош — «неясыть», карагош — «стервятник»). Первая часть названия обыкновенно остается без толкования, только в одном случае было сказано, что здесь скрыто слово бил — «поясница» и переводить надо «Птица с поясницей». Все это, конечно, очень походит на народную этимологию. Интересно совпадение основ в двух неясных оронимах — Белягуш и Белятур.

Ырымбур өлкәһенның Һарыҡташ районында ла урыҫ телендә рус. Белегуш тип йөрөтөлгән йылға бар. Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев "Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки" тигән китабында ошондай фекер әйтә:

« Исконное, башкирское Белегуш представляет собой сложное слово, оно образовалось от трёх основ: билэн — «седловина» (географический термин) и гуш (куш) — «парный, двойной». В целом наименование Белегуш означает «двойная (парная) седловина» . Термин седловина, показывают словари, имеет два значения: 1. Вогнутость, прогиб в спине животного (преимущественно лошади). 2. Продолговатая впадина, неглубокая выемка между двумя высотами в горном хребте. В нашем случае мы берём значение географического термина[4] »

.

Борис Моисеев, шулай итеп, был топонимды башҡорт теленән ингән билән һәм ҡуш һүҙҙәре менән бәйләй, йәғни, ҡуш билән. Ихтимал, был ысынбарлыҡҡа тап киләлер. Урындағы башҡорттар әйтелешендә атама "Биләғош" булып яңғырай.

  1. Южно-Уральский заповедник 2014 йыл 31 март архивланған.
  2. Л. Сударчикова. Илгә — Инйәр урманы 2017 йыл 7 май архивланған.
  3. ГОРНАЯ ЧАСТЬ ЮЖНОГО УРАЛА ОТ РЕКИ АЙ ДО БОЛЬШОГО ИНЗЕРА И БЕЛОЙ(недоступная ссылка)
  4. Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1