Эстәлеккә күсергә

Бирҙин Ғәли Иркәбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бирҙин Ғәли Иркәбай улы
Тыуған ваҡыты

5 март 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Байғужа ауылы[1]

Үлгән ваҡыты

25 октябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (66 йәш)

Вафат урыны

Ишембай районы, Байғужа ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1944

Хәрби звание
Капитан
Капитан
Гвардия капитаны
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Бирҙин Ғәли Иркәбай улы (5 март 1907 йыл — 25 октябрь 1973 йыл — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары (Ялан фронты 37-се удар армияһы 92-се гвардия уҡсылар дивизияһы 280-се уҡсылар полкы). Гвардия капитаны[2]. Советтар Союзы Геройы (1944).

Ғәли Иркәбай улы Бирҙин 1907 йылдың 5 мартында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Байғужа ауылында[1] тыуған. Урта белемле. ВКП(б)-ла — 1928 йылдан. 1925 йылға атаһының хужалығында булыша. 1925—1928 йылдарҙа Стәрлетамаҡ кантоны Аҙнай улус комсомол комитеты секретары була. 1928—1930 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ кантоны Кәлсир-табын улус башҡарма комитеты рәйесе, 1930—1933 йылдар ҙа — ВКП(б)-ның Маҡар райкомы ойоштороу бүлеге мөдире,1933 йылдың майынан алып 1941 йылдың сентябренә тиклем — БАССР-ҙың Маҡар, Ҡырмыҫҡалы МТС-тары директоры[2].

1941 йылдың сентябренән Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы райвоенкоматы тарафынан Ҡыҙыл Армия сафтарына саҡырыла[2], алып Калинин, Сталинград, Воронеж, Ялан фронттарында хеҙмəт итə.

Яраланғандан һуң, 1944 йылдың мартында, тыуған ауылына ҡайта. Ишембай районы Байғужа ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе була. 1973 йылдың 25 октябрендә вафат була, Байғужа ауылында ерләнгән[2].

Бирҙин Ғәли Иркәбай улына Советтар Союзы Геройы исеме Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (2707-се) тапшырыуы менән бергә СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 февралендәге Указына ярашлы бирелә[3][4][5].

Ғ. И. Бирҙиндың наградлау ҡағыҙынан[3]:

Бирҙин иптәш 1943 йылдың 1 — 2 октябрендәге алыштарҙа партия-сәйәси эште оҫта ойошторҙо, һөжүм итеү юғары ынтылыш тәьмин итте. Батальон командиры сафтан сыҡҡан саҡта командованиены үҙ өҫтөнә алды һәм, Днепрҙың уң ярына уңышлы сығып, башҡа подразделениеларҙың йылға аша сығыуын тәьмин итте. Оҫта маневрҙар һәм ҙур булмаған юғалтыуҙар менән Зеленый утарын, Куховка һәм Колодиевка ауылдарын азат итте. Алыштар һөҙөмтәһендә дошман танкыларының һәм пехотаһының 8 контратакаһын кире ҡаҡты, 2 танкыны, 8 бронемашинаны шартлатты, 2 дошманды әсирлеккә алды һәм 180-гә тиклем һалдат һәм офицерҙы юҡ итте. Шәхсән үҙе станковый пулеметтан 28 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итте һәм ошоноң менән полктың хәрби уңыштарына булышлыҡ итте…

.

Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылдың 22 февралендә бирелә.

  • Ишембай ҡалаһының Батырҙар аллеяһында бюст ҡуйылған[8].
  • Өфө ҡалаһының Еңеү Паркындағы мәрмәр таҡтаташҡа Ғәли Берҙин исеме алтын менән уйылып яҙылған[9].
  • Батырҙың тыуған ауылы Байғужала Бирҙин исемендәге урам бар.
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Ишембай районы.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Бердин Г. И.
  3. 3,0 3,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 5, л. 304, 305)
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 22, л. 31)
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 22 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 5 марта (№ 13 (273)). — С. 1
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. agidel.ru/?param1=2057&tab=6
  9. Юрий Узиков. Не сбылись прогнозы Гитлера. БАШвестъ (5 март 2007). Дата обращения: 13 ғинуар 2014. 2014 йыл 13 ғинуар архивланған.
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..