Блохин Алексей Александрович
Блохин Алексей Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Рәсәй республикаһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 19 (31) май 1897 или 1897[1] |
Тыуған урыны | Костромской уезд[d], Костромская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 октябрь 1942[2] |
Вафат булған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер |
Эш урыны |
Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты Рәсәй Фәндәр академияһының Геология институты[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү тау академияһы |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре кандидаты[d] |
Блохин Алексей Александрович (30 май 1897 йыл — 6 октябрь 1942 йыл) — геолог-нефтсеһе. 1932 йылда Башҡортостанда нефть ятҡылыҡтарын тәү башлап асыусыларҙың береһе (Ишембай нефть ятҡылығы, икенсе Баку), Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалыусы[3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Александрович Блохин 1897 йылдың 30 майында Ярославль губернаһы Головино ауылында тыуа.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1909 йылда ауыл мәктәбен тамамлай.
1917 йылда 1-се Кострома гимназияһын алтын миҙал менән тамамлай[4].
1917 йылда Мәскәү дәүләт университетына (1918 йылдан 1-се Мәскәү университеты булып китә) физика-математика факультетының тәбиғи бүлегенә уҡырға инә, әммә аҡсаһы юҡлыҡтан уҡыуы өҙөлә.
1920 йыл аҙағында армиянан Мәскәү тау академияһының геолог-разведка факультетына уҡырға йүнәлтәләр. 1927 йылда уны нефть ятҡылыҡтары геологияһы һөнәре буйынса тау инженеры исеме алып тамамлай. 1929 йылда «Керчь ярымутрауы нефть ятҡылыҡтарының геологияһы һәм разведкалау» темаһы буйынса диплом яҡлай[5].
1929—1932 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһында И. М. Губкин етәкселегенда ғилми белгес исеме алып аспирантура тамамлай. 1937 йылда Юғары аттестацио́н коми́ссия (ВАК) уға геология-минералогия фәндәре кандидаты һәм профессор исеме бирә (1937).
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1925—1926 йылдарҙа студент булараҡ геология комитетында геолог булып эшләй. Аҙаҡ геология комитетының Мәскәү бүлеге ғилми хеҙмәткәре булып эшләй (1926—1928). Төньяҡ Кавказ һәм Керчь ярымутрауы райондарының геологияһын һәм нефтле булыуын тикшереүҙә ҡатнаша (1925—1929).
1929 йылда Дәүләт нефть тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай. Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ (Ишембай) нефть ятҡылыҡтарына геологик тикшеренеүҙәр һәм алдан разведка үткәреү өсөн ебәрелә. Унда ул 1932 йылға тиклем эшләй. 1931 йылда Башҡортостандың Урал эргәһе геологияһын һәм нефтле булыуын өйрәнеүсе отряд начальнигы итеп тәғәйенләнә.
1930—1933 йылдарҙа — И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтында геология кафедраһы мөдире. И. М. Губкин исемендәге Союзгеоразведка берекмәһе начальнигы ярҙамсыһы.
1932—1934 йылдарҙа — Востокнефть тресының ғилми консультанты.
1933—1939 — «Совет геологияһы проблемалары» журналының яуаплы мөхәррире урынбаҫары. 1940 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Известия журналының (геология серияһы) редколлегия ағзаһы.
1934—1937 — Ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариатының Баш геолого-гидро-геодезия идаралығы (ГГГА) баш инженеры һәм начальнигы урынбаҫары.
1937 йылдан башлап — СССР Фәндәр академияһы геология институтының ғилми эш буйынса директор урынбаҫары.
1939—1942 йылдарҙа — Волга-Башҡортостан нефть экспедицияһының ғилми етәксеһе.
А. А. Блохин 22 фәнни эш баҫтырып сығара[6]. Башҡортостанда беренсе һәм иң ҙур Ишембай нефть ятҡылығын аса. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Союзгеоразведка һәм һуңынан Волга-Башҡорт экспедицияһын булдырғанда ойоштороу эштәре алып бара.
А. А. Блохин 1942 йылдың 6 октябрендә Ишембай ҡалаһында йөрәк сиренән вафат була. Ишембай ҡала хакимиәте һәм «Башнефтекомбинат» етәкселеге геолог ғаиләһенә уны был ҡалала ерләргә рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә. Ризалыҡ алғандан һуң, геолог ғалимды Геологическая, Молотов, Бульварная һәм Механик урамдары араһындағы скверҙа ерләйҙәр, һуңғараҡ был скверға геолог исеме бирелә. Ҡәберенә быраулау вышкаһы күренешендәге аҡ мәрмәр обелиск ҡуйылған. Обелиск проектын Ишембай рәссамы И. М. Павлов эшләгән[7]. Ҡәбер өҫтөнә ҡуйылған обелискта геолог «башҡорт нефтен беренсе асыусы» тип атала[8]. .
Комиссияларҙа һәм ойошмаларҙа ағзалыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1921 май — РКП(б.).
- 1937 — Мәскәүҙә халыҡ-ара геология конгрессын саҡырыу буйынса ойоштороу комитетының генераль секретары урынбаҫары.
- 1937 — 25 томлыҡ «СССР Геологияһы» баҫмаһының баш мөхәррире.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай ҡалаһында Блохин урамы бар, ул ҡаланың төп транспорт артерияларының береһе. 4-се микрорайонда, Бульварный һәм Блохин урамдары киҫешкән ерҙә А. А. Блохин исемендәге сквер урынлашҡан. Ошо уҡ ҡалала 1992 йылдың 16 майында башҡорт нефтен асыуҙың 60 йыллығы иҫтәлегенә НГДУ «Ишембайнефть» бинаһы янында А. А. Блохинға аҡ мәрмәрҙән эшләнгән һәйкәл асыла. Һәйкәл авторы — Стәрлетамаҡ скульпторы М. П. Шабалтин.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында Тыныслыҡ урамы, 55-се йорт адресы буйынса урынлашҡан офис бинаһы фасадында А. А. Блохинға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наливкин Д. В. А. А. Блохин // Известия АН СССР. Серия геология. 1942. № 5/6. С. 118—119.
- Тихомиров В. В., Воскресенская Н. А. 20 лет со дня смерти А. А. Блохина // Советская геология. 1962. № 11. С. 129—130.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #101495994 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Блохин Алексей Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Блохин А. А. Основные итоги и задачи разведки Ишимбаевского месторождения нефти // Нефтяное хозяйство. 1934. № 6. С. 17-27.
- ↑ Блохин А. А. Автобиография. 1935. 2 с.
- ↑ Никольская Е. А. Биографические сведения о Алексее Александровиче Блохине. 1945. 2 с
- ↑ Блохин А. А. Библиография в Информационной системе История геологии и горного дела.
- ↑ Никулочкин Д. В. Два города, два обелиска (pdf) С. 2. Ишимбай: Подметки+ (12 ноябрь 2014). Дата обращения: 12 ғинуар 2015.
- ↑ БАШвестЪ — Первая интернет-газета Республики Башкортостан
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Блохин Алексей Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 май 2021)
- А. А. Блохин н gubkin.ru 2016 йыл 16 сентябрь архивланған.
- Зайнетдинов, Э. Первооткрыватель // Истоки. — 2010. — № 12 (884) (26 мая).