Боронғо грек фәлсәфәһе
Боронғо грек фәлсәфәһе | |
Культура | Боронғо Греция |
---|---|
Боронғо грек фәлсәфәһе Викимилектә |
Боронғо грек фәлсәфәһе — Боронғо Грецияла барлыҡҡа килгән философия. Боронғо грек фәлсәфәһенә идеялары, алымдары һәм терминологияһы буйынса Рим империяһының грек (эллинләштерелгән) өлөшө фәлсәфәһе ҡарай, һәм ғөмүмән, был осорҙа барлыҡҡа килгән боронғо грек телендә яҙылған фәлсәфәүи текстарҙың күпселеге ҡарай.
Осорҙарға бүлеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антик фәлсәфә тарихы, ҡабул ителгән осорҙарға бүлеүгә ярашлы, өс дәүергә бүләләр:
- Иртә грек фәлсәфәһе (б. э. т. V б. саҡлы)
- Классик антик фәлсәфә (б. э. т. V—IV бб.)
- Эллинизм фәлсәфәһе
- Иртә эллинизм осоро (б. э. т. IV—I бб. аҙағы)
- Һуңғы эллинизм осоро (б. э. т. I б. аҙағы — VI б.)
Сократҡа тиклемге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәлсәфәнең тарихи башланғысы мәсьәләләренә ҡағылышлы уйланған антик авторҙар, нигеҙ һалыусылар тип, ете аҡыл эйәһе фигураларына күрһәткән. Шуларҙың береһе, Фалес Милетский, Аристотель заманынан бирле Грецияның беренсе фәйләсуфы тип иҫәпләнә. Ул — Милет мәктәбе вәкиле, был мәктәпкә шулай уҡ Анаксимандр, Анаксимен, Ферекид Сиросский, Диоген Аполлонийский һ. б. ҡараған.
Уның артынан йәшәйеш фәлсәфәһе менән шөғөлләнгән элеаттар мәктәбе (яҡынса б. э. т. 580-430 йй.) килә. Уға Ксенофан, Парменид, Зенон Элейский, Мелисс ҡараған. Ошо мәктәп менән бер үк ваҡытта гармония, үлсәм һан менән шөғөлләнгән Пифагор мәктәбе булған, был мәктәпкә башҡалар менән бер рәттән Филолай (б. э. т. V быуат аҙағы), табип Алкмеон Кротонский (б. э. т. 520 йыл тирәһе), музыка теоретигы, фәйләсуф һәм математик Архит Тарентский (б. э. т. яҡынса 400-365 йй.). Шулай уҡ скульптор Өлкән Поликлет (кор. V в. б . э.) уның яҡлы булған.
Гераклит, Эмпедокл , Анаксагор бөйөк яңғыҙ аҡыл эйәләре булған. Демокрит, үҙенең бик киң энциклопедик фекерләүе менән, ярым легендар элгәреһе Левкипп һәм демокрит мәктәбе менән, сократҡа тиклемге космологияның тамамланышы булып тора. Ошо уҡ ваҡытта иртә софистарҙы (Протагор, Горгий, Гиппий, Продик) индерергә була.
Шул уҡ ваҡытта, юғарыла килтерелгән (немец фәне менән нығытылған) сократҡа тиклемге аҡыл эйәләренең традицион берекмәһенең шартлылығы билдәләнә. Шулай, мәҫәлән, хәҙерге инглиз телендәге тарихнамә, улар рәтенә милетлылары ла инеп киткән элейлылар һәм ионийлылар араһында принципиаль айырма үткәрмәй «эҙләү» (historia), италийлылар (Пифагор мәктәбе) — «әүлиәлек» (philosophia) тип атаған. Тәүгеләренә physis (тәбиғәт), икенселәренә aletheia (хәҡиҡәт) һәм psykhe (йән, күңел).сығанаҡ төшөнсә булып торған.
. Уның вәкилдәре хатта үҙенең фәнен дә төрлөсә: ионийлылар —Классик осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грек философияһының өс иң күренекле вәкилдәре — Сократ, Платон , Аристотель арҡаһында — Афина мең йыл самаһы грек фәлсәфәһе үҙәге булған. Сократ тарихта тәүгеләрҙән булып, намыҫы, рухи ҡиммәттәре менән шәхес тураһындағы һорау ҡуя. Платон тормошҡа ҡараштан, сәйәси һәм логик-этик системанан торған тамамланған философияға нигеҙ һалған; Аристотель — ысынбарлыҡ донъяны тикшереү-теоретик фәнде булдырған.
Платон яҡлылар Академия исеме аҫтында билдәле мәктәпкә тупланалар; урта академияның иң мөһим вәкиле — Аркесилай; яңыһыныҡы — Карнеад; Академиянан һуң «урта» («яңы»нан айырмалы) платонизм килә: унда башҡалар менән бер рәттән Плутарх Херонейский (45-120 йылдар тирәһе) һәм Фрасилл (Платондың комментаторы һәм Тиберийҙың һарай астрологы) ингән.
Аристотель яҡлылар, күпселектә теүәл фәндәр менән шөғөлләнеүсе билдәле ғалимдар, перипатетиктар тип аталған; иң боронғо перипатетиктар араһында башҡалар менән бер рәттән ботаник һәм характеролог Теофраст, музыка теоретигы Аристоксен (б. э. т. яҡынса 350 й.), Мессинанан тарихсы һәм сәйәсмән Дикеарх билдәле; һуңғы перипатетиктар араһында — физик Стратон, географ һәм астроном Аристарх Самосский (Стратондың уҡыусыһы, б. э. т. 250 йыл тирәһе), Клавдий Птолемей (б. э. т. яҡынса 150 й.), табип Гален һәм Аристотелдең комментаторы Андроник Родосский (б. э. т. 70 й. тирәһе).
Эллинизм фәлсәфәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эллин һәм рим осорҙарында күп кенә фәлсәфә мәктәптәре үҫеш алған. Ул осорҙоң антик фәлсәфәһенә шулай уҡ һинд философияһы элементтары йоғонто яһаған. Эллин фәлсәфәһенең иң билдәле мәктәптәре:
- эпикуреизм;
- скептицизм;
- стоицизм;
- неоплатонизм.
Фәлсәфәнең тарихи-материалистик үҫеш теорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи материализм ҡарашынан сығып, тәүтормош-община, ырыу ҡоролошо менән сағыштырғанда, Грецияла «етештереү көстәренең кимәле күтәрелгән». Был хеҙмәттең һәм һөнәрселектең бүленеүе айырылыуы, сауҙа үҫеше, ҡол биләүселектең төрлө формаларының таралыуы менән бәйле. Белем кәрәклеге, һәм уны юғары ҡатламға тапшырыу һәм таратыу кәрәклеге тыуған.
Икенсе яҡтан, ҡалалар үҫешә башлаған, беренсе полистар барлыҡҡа килгән. Был этапта фәҡәт ғәмәли белем генә баһалы булмаған. Тура демократия үҫеше халыҡты үҙ яғына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән белем алыу кәрәклегенең шарты булып торған. Риторика әүҙем үҫешә башлаған, артабан телмәрҙең тышҡы формаһы ғына түгел, ә уның мәғәнәүи йөкмәткеһе лә әһәмиәткә эйә булған. «Аҡыл уҡытыусылары» — софистар барлыҡҡа килгән.
Полистарға алмашҡа тәүге монархиялар (деспотия, тираниялар) килгәндән һуң — власть үҙәкләштерелеүе арта барыуы үҫештең артабанғы йүнәлешен һәм фәлсәфәүи һәм сәйәси-хоҡуҡи фекерҙең ирекле үҫешен билдәләгән.
Христианлыҡтың боронғо грек фәлсәфәһенә ҡаршы көрәше һәм уны тыйыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Феодосий I Боронғо грек вәкилдәре антик фәлсәфә, дин вәкилдәрен эҙәрлекләгән, сөнки христиандар уларҙы мәжүси тип һанаған — 384—385 йылдарҙа бер нисә указ буйынса антик ғибәҙәтханалар: Артемида Эфесская ҡорамы, Артемида Гемера ҡорамы һ. б. юҡ ителергә тейешле булған.
Көнсығыш префекты Кинегий, ҡораллы көстәр ярҙамында һәм христиан монахтар менән бергә, элекке диндең тороп ҡалған күп ғибәҙәтханаларын емергән.
391 йылда тағы ла ҡатыраҡ Эдикт, аллаларына халыҡ алдында ғибәҙәт ҡылыуҙы ғына түгел, хатта хосуси өйҙәрҙә лә табыныуҙы тыйып, «мәжүси»леккә һуңғы һөжүм яһаған.
391 йылда патриарх Феофил етәкселегендәге фанатик христиандар төркөмө антик философия буйынса китаптар һаҡлағысы булған Александрийский китапханаһын емергән һәм яндырған. Әммә сиркәү тарихсыһы Сократ Схоластик (лат. Socrates ScholasticusSocrates Scholasticus) та, мәжүси автор Евнапий Сардийский (лат. Eunapius of SardisSardis Eunapius of) ҙа бары тик мәжүси ғибәҙәтханаларҙы емереү тураһында ғына бара һәм китаптарҙы юҡҡа сығарыу хаҡында бармай тиелә. Улай ғына ла түгел, был мәлдә Серапеумда нисә китап булған, ғөмүмән, китаптар булғанмы — билдәһеҙ.
Римдә боролошһоҙ һәм ғүмерлеккә боронғо диндең палладиумы тип танылған данлыҡлы Ника («еңеү») статуяһы сенат залынан сығарылған. Боронғо рим юғары ҡатламы оппозицияһы (башында Симмах һәм Претекстат торған) Феодосийҙың ҡарарҙарын ҡыйратмаған; изге Веста уты һүндерелгән (394), һәм шул уҡ уҡ йылда Грецияла Олимпия уйындары һуңғы тапҡыр байрам ителгән. Ысынбарлыҡта иһә мәжүси ғәмәлдәр империяның төпкөл мөйөштәрендә дауам иткән.
529 йылда декрет византия императоры Юстиниан декреты менән боронғо грек фәлсәфәһенең һуңғы таянысы — Платон академияһы ябылған.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса шулай уҡ боронғо грек фәлсәфәһе тарафдаштарын Византиянан ғәрәптәргә (дата асыҡлауҙы талап итә) ҡыуып ебәреү факты булған, һәм мосолмандарҙа фәлсәфә(теология) үҫешенә килтергән. Был факт боронғо фәйләсуфтарҙың ҡайһы бер трактаттарының ғәрәптәрҙә һаҡланып ҡалыуына һәм Аристотель һәм Платон хеҙмәттәре тәржемәләренең артабан Европала (Испания аша) барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһаған.
Әһәмиәтлелеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо грек фәлсәфәһе бөгөнгө көнгә тиклем көнбайыш фәлсәфәһенең бөтә тарихына һәм өлөшләтә бөтә донъя фәлсәфәһенә аныҡлаусы йоғонто яһай. «Философия» термины тап антиклыҡ дәүеренән. Боронғо грек философияһының сәскә атыуы б. э. т. V—IV быуаттарға тура килә, ә уның шаңдауы мең йыллыҡ дауамында тына барған. Византияла һәм ислам илдәрендә грек фәлсәфәһенең өҫтөнлөклө йоғонтоһо киләһе мең йыллыҡ дауамында ла һаҡланған; аҙаҡ, Ренессанс (Яңырыу) һәм гуманизм осоронда, Европала ла грек философияһының яңырыуы барлыҡҡа килгән, һәм Ренессанс эпохаһының платонизмы һәм аристотелизмынан башлап, бөтә европа фәлсәфәүи фекеренә (ҡара: Европа философияһы) грек фәлсәфәһенең йоғонтоһо тамамланғанға тиклем, яңы ижади яңылыҡтарға килтергән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Адо П. Что такое античная философия? / Пер. с фр. В. П. Гайдамака. — М.: Издательство гуманитарной литературы, 1999. — 320 с. — ISBN 5-87121-017-1.
- Адо П. Духовные упражнения и античная философия. М.: СПб., 2005. — 448с. — ISBN 5-98861-004-8.
- Античная философия: Энциклопедический словарь. — М., 2008. — 896 с.
- Богомолов А. С. Античная философия. М., 1985. — 368 с.
- Брамбо, Роберт. Философы древней Греции /Пер. с англ. Л. А. Игоревского. М., 2002. — 347 с. ISBN 5-227-01763-8.
- Вольф М. Н. Ранняя греческая философия и древний Иран. СПб., 2007. — 224 с.
- Гайденко П. П. Ҡалып:Philosophy.ru
- Греческая философия: в 2 т. / под ред. М. Канто-Спербер. М.: Греко-латинский кабинет Ю. А. Шичалина, 2006—2008. 499+485 с.
- Джохадзе Д. В. Основные этапы развития античной философии. К анализу диалектики историко-философского процесса. — М., 1977. — 295 с.
- Елсуков А. Н. История античной гносеологии. Минск, 1992. — 82 с.
- Коплстон Ф. История философии. Древняя Греция и Рим: в 2 т. / Пер. с англ. Ю. А. Алакина. — М., 2003. — 335+319 с. — ISBN 5-9524-0297-6; ISBN 5-9524-0343-3
- Солопова М. А. Ҡалып:Philosophy.ru
- Трубецкой С. Н. Курс истории древней философии. — М., 1997. — 576 с., илл. — ISBN 5-88752-008-6.
- Трубецкой С. Н. Метафизика в Древней Греции. — Москва : тип. Э. Лисснера и Ю. Романа, 1890. — 510 с.
- Целлер Эдуард. Очерк истории греческой философии. — М.: Директмедиа Паблишинг, 2005. — ISBN 978-5-94865-434-8.
- Чанышев А. Н. Курс лекций по древней философии: Учеб. пособие для филос. фак. и отделений ун-тов. — М.: Высшая школа, 1981 (Ҡалып:Philosophy.ru)
- West M. L. Early Greek Philosophy and the Orient. Oxford, 1971.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аттическая философия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Греческая философия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Лосев А. Ф. История античной философии в конспективном изложении
- Лосев А. Ф. Ҡалып:Philosophy.ru
- Греко-латинский кабинет Ю. А. Шичалина (ГЛК) (недоступная ссылка с 12-05-2013 (4179
дня))
- Максим Мошков китапханаһында Античная литература, поэзия и философия
- Ҡалып:Filosof.historic.ru
- Μυριοβιβλιον: Библиотека произведений античных и византийских авторов
- Центр антиковедения СПбГУ
- Центр изучения древней философии и классической традиции (недоступная ссылка с 12-05-2013 (4179
дня)) (Новосибирск)