Босния короллеге
Босния короллеге | |||||
Краљевина Босна | |||||
| |||||
1377 — 1463
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала | |||||
Дин |
Босния сиркәүе, Католик сиркәүе һәм Серб православие сиркәүе | ||||
Идара итеү формаһы |
һайланыусы монархия | ||||
Босния короле | |||||
• 1377—1391 | |||||
• 1391—1395 | |||||
• 1395—1398 | |||||
• 1398—1404 | |||||
• 1404—1409 | |||||
• 1409—1418 | |||||
• 1418—1421 | |||||
• 1421—1443 | |||||
• 1443—1461 | |||||
• 1461—1463 | |||||
Босния короллеге Викимилектә | |||||
Босния короллеге (босн. Bosansko kraljevstvo, сер. Краљевина Босна, хорв. Kraljevina Bosna) — XIV быуаттың икенсе яртыһынан XV быуаттың икенсе яртыһына тиклем Балҡан ярымутрауындағы тарихи дәүләт. Башлыса хәҙерге Босния һәм Герцеговина территорияһын (ҡайһы бер дәүерҙәрҙә — күрше дәүләттәрҙең өлөштәрен) биләгән. Твртко I батшалыҡ итеү осоронда (1377—1391) короллек Балҡан ярымутрауында иң ҡеүәтле дәүләт булған. 1463 йылда Ғосман империяһы составына ингәс йәшәүҙән туҡтай.
1495—1499 йылдарҙа Босния короле титулын Венгрия короле Матьяш I Хуньядиның нихакһыҙ улы Янош Корвин йөрөткән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIV быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1353 йылда 15 йәшлек Твртко I Босния банатының хакимы (баны) булған. 1363 йылда Венгрия короле Бөйөк Лайош I-гә ҡаршы һуғышҡан. Һөҙөмтәлә мадьярҙар һәм боснийҙар тыныслыҡ килешеүен төҙөгән, уларҙың шарттары Боснияның киң хоҡуҡтарын раҫлаған. 1366 йылда бола тоҡанған, уның һөҙөмтәһендә Твртко тәхеттән алынған, әммә киләһе йылда йәнә король булып китә. 1370 йылға ҡарай Твртко Боснияны элекке сиктәрҙә тергеҙгән һәм Адриатик диңгеҙҙең Иллирия яр буйына һәм көнбайыш Сербияға бер нисә яу ойошторған.
1377 йылдың 26 октябрендә Твртко Милешева монастырендә таж кейгән һәм Босния менән Диңгеҙ буйы короле титулын ҡабул иткән. 1390 йылға ҡарай Твртко Хорватияны һәм Адриатик диңгеҙендәге бер нисә утрауҙарҙы яулап алған һәм Хорватия менән Далмация короле булып киткән. Бынан башҡа ул Дубровник Республикаһы менән килешеү төҙөгән һәм уға ҡурсалау биргән. Әммә 1388 йылда Ғосман империяһының ғәскәрҙәре Герцеговинаны — Босния короллегенең Хум өлкәһен талаған. 1389 йылдың 28 июнендә воевода Влатко Вукович командалығындағы Босния көстәре Косово яланындағы алышта ҡатнашҡан.
1391 йылдың 14 мартында король Твртко вафат булған. Уның хакимлығы йылдарында Босния тәүге һәм һуңғы тапҡыр Балҡан ярымутрауында гегемон булған һәм йоғонтоһо менән тик Ғосман империяһынан ҡалышҡан. Яңы король булып Тартеоның ҡустыһы Стефан Дабиша һайланған. Уның хакимлығы менән Боснияның көсһөҙләнеүе башланған. Король власы тотороҡһоҙ булған, урындағы аҡһөйәктәр үҙ ерҙәрендә бойондороҡһоҙ кенәзлектәрҙә һымаҡ хакимлыҡ иткәндәр. Сигизмунд һәм Владислав араһында Венгрия тәхете өсөн үҙ-ара һуғыш барышында Стефан Дабиша ике дошман араһында әле береһен әле икенсеһен яҡлап Боснияның биләмәләрен һаҡлап ҡалырға маташҡан, әммә еңгән Сигизмунд Боснияға килеп ингән һәм үҙенең юғары власын танырға, Венгрия короллегенә Далмация порттарын тапшырырға һәм үҙен вариҫ итеп тәғәйенләргә мәжбүр иткән.
XV быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1395 йылда Дабиша вафат булған һәм тәхет королдең ҡатыны Елена Грубаға алып барған. Ул өс йыл дауамында хакимлыҡ иткән, һуңынан аҡһөйәктәртәхеткә Степан Остояны ултыртҡан. 1403 йылда Дубровник Республикаһына (Рагуза) ҡаршы һуғыш башлана, сөнки был дәүләт королдең бер нисә шәхси дошмандарына йәшерен урын биргән. Һуғыш тамамланғандан һуң Остоя, алдан Владисавты Венгрия короле итеп таныһала, ҡапыл Сигизмунд менән солох төҙөгән. 1404 йылда Хрвойе Вукчич һәм башҡа аҡһөйәктәр вәкилдәре Остояны властан ситләткән һәм тәхеткә уның ҡустыһы Твртко II ултыртҡан.
Остоя Венгрияға ҡасҡан һәм бында Сигизмундтан ярҙам һораған. Һуңғыһы уға армия биргән, был армия Бобовацты биләргә ирешкән. Боснияның башҡа территорияһында Твртко II король тип иҫәпләнгән, әммә ысынында реаль хаким Хрвойе Вукчич булған. Бер нисә йыл үткәс Сигизмунд Неапольдең короле Владиславты тар-мар иткән һәм 1408 йылда 60-меңлек армия башында Боснияға баҫып ингән һәм Добор янында Твртко II һәм Вукичтың көстәрен тар-мар иткән. Босния тәхетенә Степан Остоя ултыртылған, ул үҙен Сигузмундтың вассалы итеп таныған. Король ғүмеренең һуңғы йылдары илдәге хаос менән билдәләнгән: Боснияла аҡһөйәктәр араһындағы бихисап үҙ-ара һуғыштар һәм барымталар тоҡанып торған. Остоя 1418 йылда вафат булған, унуң улы Степан Остоич тәхеткә ултырған.
1419 йылда Босния һәм Венеция Республикаһы араһында союз төҙөлгән. Әммә 1420 йылда Боснияға Твртко II баҫып ингән, ул Ғосман империяһы ярҙамында 1421 йылда тәхетен ҡайтарған. Твртко II күршеләре менән тыныс йәшәгән: ғосман төрөктәренә һалым түләгән; православиелыларға һәм патарендарға ҡурсалаусы булған. Халыҡ Твртконы ғәҙел тип йөрөткән. 1443 йылда ул вафат булған һәм тәхеткә король Степан Остояның улы Степан Томаш ултырған. 1445 йылдың 19 майында папа Евгений IV уны Босния короле итеп таныған. 1446 йылдың 26 майында Стефан бай герцог Степан Вукчич Косачаның ҡыҙы Катаринаға өйләнгән, был тотороҡһоҙлоҡто бөтөрөүгә хеҙмәт иткән.
Боснияны төрөктәр тарафынан яулауы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1461 йылда Степанвафат булған һәм тәхеткә Босния короллегенең һуңғы короле Степан Томашевич ултырған, ул ике йыл алдараҡ Сербияның деспоты булып киткән, әммә шул уҡ йылда төрөктәр тарафынан ҡолатылған. Сербия Ғосман империяһына ҡушылған. 1461 йылда Боснияның яңы короле төрөктәрҙең баҫып инеүенә ҡаршы торор өсөн ярҙам һорап Римға мөрәжәғәт иткән. Ноябрҙә Боснияға Рим папаһы Пий II-сенең легаты король тажын алып килгән. Венгрияның короле Матьяш I быға ризаһыҙлыҡ белдергән, әммә киләһе йылда папа ҡатнашлығында тыныслыҡ урынлаштырылған, һөҙөмтәлә Степан Томашевич мадьяр короле Матьяш I-нең вассалы булып киткән һәм уның Изге Рим империяһы императоры Фридрих III-гә ҡаршы көрәшендә ярҙам итергә бурыслы булған. 1463 йылда Степан Ғосман империяһына яһаҡты түләүе туҡтатҡан һәм солтан Мәхмәт II башлығында ғосман ғәскәрҙәре Боснияға үтеп ингән. Степан Ключта әсиргә алынған, Яйцеға килтерелгән һәм бында язалап үлтерелгән (бынан бирле ул язалап үлтерелгән урын «батша яланы» булараҡ билдәле).
Босния короллегенең ҡолауы Венецияның Ғосман империяһына ҡаршы һуғыштың башланыуының бер сәбәбе булған. Венеция яғында Венгрия короле Матьяш I һуғышҡан, ул 1463 йылдың көҙөндә Босния территорияһын биләй һәм үҙенең вельможаһы Никола Илокскийҙы тәхеткә ултыртып формаль рәүештә Босния дәүләтселеген тергеҙгән. Бынан башға үҙ ерҙәрен герцог Степан ҡайтарған. Әммә 1464 йылда Ғосман империяһы Боснияның ҙур өлөшөн яулап алған. 1495 йылда Венгрия короллеге һәм Ғосман империяһы араһында солох килешеүе төҙөлгән, уның шарттарына ярашлы Босния территорияһы ике дәүләт араһында бүленгән.
Солтан наместнигы Иса-бег Исакович артабанғы йылдарҙа герцог Степан ерҙәренең ҙур өлөшөн үҙенә алған, һөҙөмтәлә Степан ғосман сюзеренитетын таныған һәм әле төрөктәр тарафынан яулап алынып өлгөрмәгән ерҙәре уның артынан ҡалған. 1466 йылда герцог Степан вафат булған һәм «Изге Савва герцогы» титулы уның улы Владислав Герцеговичҡа күскән. 1480 йылда Владислав Герцегович ғосман хакимлығына ҡаршы бола күтәргән, әммә 1483 йылда әсиргә алынған һәм 7 йылдан һуң вафат булған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чиркович Сима. История сербов. — М.: Весь мир, 2009. — 448 с. — ISBN 978-5-7777-0431-3.
- История Югославии. — Москва: Издательство Академии Наук СССР, 1963. — Т. 1. — 736 с.
- Макова Е.С. Боснийские земли в Средние века и Раннее Новое время // История южных и западных славян / Матвеев Г.Ф., Ненашева З.С.. — Москва: Издательство Московского университета, 2008. — Т. 1. — 688 с. — ISBN 978-5-211-05388-5.
- Листая страницы сербской истории / Е.Ю. Гуськова. — М.: Индрик, 2014. — 368 с. — ISBN 978-5-91674-301-2.
- Раннефеодальные государства на Балканах VI—XII вв. / Литаврин Г.Г.. — Москва: Наука, 1985. — 363 с.
- Формирование раннефеодальных славянских народностей / Королюк В.Д.. — Москва: Наука, 1981. — С. 289.
- Fine John Van Antwerp. The Late Medieval Balkans: A Critical Survey from the Late Twelfth Century to the Ottoman Conquest. — Michigan: University of Michigan Press, 1994. — ISBN 0-472-08260-4.
- Singleton Frederick Bernard. A Short History of the Yugoslav Peoples. — Cambridge University Press, 1985. — ISBN 0-521-27485-0.
- Velkonija Mitja. Religious Separation and Political Intolerance in Bosnia-Herzegovina. — Texas A&M University Press, 2003. — ISBN 1-58544-226-7.