Босния банаты
Босния банаты | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1136 |
---|---|
Рәсми тел | Босния теле |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Босния һәм Герцеговина |
Административ үҙәк | Бобовач[d] һәм Visoko during the Middle Ages[d] |
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан | Босния һәм Герцеговина |
Идара итеү формаһы | монархия |
Дәүләт башлығы | Бан[d] |
Валюта | динар[d] |
Сиктәш | Королевство Сербия[d] |
Алдағы | Bosnia (early medieval)[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Босния короллеге |
Алмаштырылған | Босния короллеге |
Алыштырған | Bosnia (early medieval)[d] |
Ҡулланылған тел | Көньяҡ славян телдәр |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 26 октябрь 1377 |
Рәсми дине | Боснийская церковь[d] |
Босния банаты Викимилектә |
Боснийский банат | |||||
сер. Бановина Босна , хорв. Banovina Bosna | |||||
| |||||
1154 — 1377
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Дин | |||||
Идара итеү формаһы |
Монархия | ||||
Бан Боснии | |||||
• 1154—1167 | |||||
• 1180—1204 | |||||
• 1204—1221 | |||||
• 1232—1250 | |||||
• 1250—1287 | |||||
• 1287—1290 | |||||
• 1287—1314 | |||||
• 1322—1353 | |||||
• 1326—1353 | |||||
• 1353—1366 | |||||
• 1366—1367 | |||||
• 1367—1377 | |||||
Босния банаты Викимилектә | |||||
Босния банаты (сер. Бановина Босна/Босɖɴскɖ бɖɴоvнɴɖ, хорв. Banovina Bosna) — урта быуаттарҙа Босния дәүләт берәмеге, формаль рәүештә венгр короленең вассалы. Венгр королдәре Боснияны Венгрия тажы ерҙәренең бер өлөшө булараҡ ҡараһа ла, Босния банаты үҙенең ғәмәлдә йәшәү дәүерендә бойондороҡһоҙ дәүләт була[1][2][3].
Башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Византия императоры Константин Багрянородный мәғлүмәттәре буйынса, сербтар Балҡанда VII быуаттың беренсе яртыһында күренә башлай[4]. Улар хәҙерге Сербия, Черногория, Босния һәм Хорватия территорияларын биләй[5]. Балҡан ярымутрауына күсенгәндән һуң, күпселек көньяҡ славяндарҙағы кеүек, сербтарҙа ла тәүге территориаль берекмәләре — жуптар була. Жуптар, ғәҙәттә, йылғалар йәки тауҙары менән сикләнгән райондарҙы биләй. Нығытылған тораҡ пункты йәки ҡала уларҙың үҙәге булып тора. Артабан жуптар, административ-территориаль берәмек булараҡ, Серб дәүләтенең ышаныслы нигеҙенә әйләнә[6]. Әммә Византия кешеләре был ерҙәрҙе «склавиния» тип атай. Славяндар Балҡан ярымутрауына таралып үлтырғандан һуң Византия сығанаҡтарында Салониктан Константинополгә тиклем күп һанда склавниялар, ә һуңыраҡ Далмация ярҙарында ҡалаларҙан юғарыраҡ урынлашҡан склавиниялар тураһында мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырыла[7].
Балҡан ярымутрауына күсенеп күпмелер ваҡыт үткәндән һуң сербтар бер нисә ҙур община ойоштора, артабан улар дәүләт ойошмаларына әүерелә. Цетина һәм Неретва йылғалары араһында Неретвлянский кенәзлеге урынлаша, уны византиялылар Пагания тип атай. Уларға Брач, Хвар һәм Млет утрауҙары ҡарай. Неретва һәм Дубровник араһындағы өлкә Захумле тип атала. Дубровниктан Бока-Которской ҡултығына тиклемге ерҙәрҙе Травуния һәм Конавля биләй. Көнъяҡтараҡ, Бояна йылғаһына тиклем Дукля йәйрәп ята, һуңыраҡ уны Зета тип атай башлайҙар. Сава, Врбас һәм Ибар йылғалары араһында Рашка[8][9], ә Дрин һәм Босна йылғалары араһында Босния ята[10]. Босния һәм Рашка биләмәләрендә тәүге серб дәүләте — Властимировичтар династияһының серб кенәзлеге[11] барлыҡҡа килә[10].
Славяндар Балҡан ярымутрауына күсенгәндән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, кенәздәр йәки бандар (Босния) етәкселегендә күршеләш жуптар менән сәйәси союздар ойошторола башлай. Жупандар, кенәздәр һәм бандар вазифалары әкренләп нәҫелдән-нәҫелгә тапшырыла һәм хәлле һәм абруйлы ырыуҙарға беркетелә. Бай һәм абруйлы, әммә сағыштырмаса ваҡ союздар араһында барған даими көрәш һәм хәрби бәрелештәр ҙурыраҡ территориаль берекмәләрҙе булдырыуға килтерә. Был сәйәси берәмектәр Византияның юғары власы контролендә тотола. Әммә уларҙың империяға буйһоноуы яһаҡ түләүгә генә ҡайтып ҡала. Византияның юғары власть булыуын таныһалар ҙа, сербтар ғәмәлдә сәйәси йәһәттән үҙаллы булып ҡала[12].
X быуат уртаһында серб кенәзлегенең тарҡалыуы аҡрынлап серб ерҙәренең, шул иҫәптән Боснияның, Византия власы аҫтына күсеүенә килтерә. Серб кенәзе Часлав Клонимировичтың вафатынан һуң Босния жуптары үҙаллы була. 968 йылда Боснияны хорват короле Михайло II Крешимир баҫып ала, әммә бер нисә йылдан һуң византиялылар уның ғәскәренән Босниянан ҡыҫырыҡлап сығара һәм Боснияны үҙ империяһына ҡуша. 1025 йылда Византия императоры Василий вафат була, серб жуптары һәм дәүләт берәмектәре, шул иҫәптән Босния, Рашка һәм Дукля, бойондороҡһоҙ булыу мөмкинлеген ҡулдарынан ысҡындырмай[13].
1082—1085 йылдарҙа Боснияның бер өлөшөн үҙенә ҡушҡан Дукля XI быуатта серб дәүләтселеге үҙәгенә әйләнә. Стефан исемле кеше уның баны итеп тәғәйенләнә. Әммә серб ерҙәрен Дукля власы аҫтына берләштереү ваҡытлыса күренеш була, ул айырым өлкәләрҙе иҡтисади һәм сәйәси берләштереүгә, үҙәк власты нығытыуға алып килмәй. Дукля короллеге составына ингән ерҙәр үҙаллы тормош менән йәшәүен дауам итә. Урындағы кенәздәр, жупандар һәм эре феодалдар унда тулы хоҡуҡлы хужа булып йәшәй һәм номиналь рәүештә генә король власына буйһона. XII быуат башында феодалдар һәм хакимлыҡ итеүсе династия ағзалары араһындағы даими көрәштең айырыуса киҫкенләшеүе сербтарҙың дәүләт берҙәмлеген көсһөҙләндерә. Бодин вафатынан һуң (1099 йылда[14]), ә, бәлки, унан алдараҡ, Дуклянан Травуния, Захумье, Босния һәм Рашка айырылып сыға. Өҫтәүенә Босния бер ни тиклем ваҡыт формаль булһа ла үҙаллы була, ләкин XII быуаттың беренсе яртыһы дауамында ул йә Венгрия, йә Византия буйһоноуына эләгә һәм артабан уның тарихи үҫеше үҙаллы юл менән бара[15].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Босния баны» титулын (башта номиналь рәүештә генә) венгр короле Бела II 1136 йылда үҙенең кесе йәштәге улы Ласло өсөн генә булдыра. Ысынбарлыҡта Венгрия ла, Византия ла үҙәктән ситтә урынлашҡан тау төбәгендә ниндәйҙер власҡа эйә булмай, урындағы хакимдар ҙур ғына автономия менән файҙалана. 1154 йылда Борич Босния баны вазифаһын биләй, ул ғәскәре менәнБелош (венгр палатины һәм хорват баны) менән бергә Браничевонан да византиялыларҙы ҡыуып сығара. 1166 йылда Византия императоры Мануил I Комнин Боснияны венгрҙарҙан яулап ала һәм бан итеп Кулинды тәғәйенләй. Әммә 1183 йылда уҡ Кулин венгр короле Бела III , Рашканың бөйөк жупаны Стефан Немания һәм Захумье хакимы Мирослав Завидович менән бергә Византияға ҡаршы һуғыша һәм ҡайтанан венгр вассалы булып китә.
Кулин хакимлыҡ иткән осорҙа беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән тәүге документ — босния кириллицааһында яҙылған — «Бан Кулиндың Әмерҙәре» — донъя күрә. Шулай уҡ ошо ваҡытта Босния сиркәүе менән бәйле аңлашылмаусанлыҡтар башлана. 1203 йылда булған Вукан Неманич Кулинды ереста ғәйепләй һәм Рим папаһына рәсми рәүештә мөрәжәғәт итә. Кулин, үҙен ысын динле католик итеп күрһәтеп, Боснияны тәре походынан ҡотҡарып ҡала.
1204 йылда Кулин үлгәндән һуң уның урынына улы Стефан ҡала. 1232 йылда уны богомилдар бәреп төшөрә һәм тәхеткә Матей Нинославты ултырта, был хәл Рашка менән талаш тыуҙыра. 1234 йылда венгр короле Андрей II Босния банатын үҙенең улы Коломанға бирә. Шул уҡ ваҡытта Босния тәхетенең законлы вариҫы усор кенәзе Сибислав (тәхеттән төшөрөлгән Стефандың улы) Боснияны баҫып алыу маҡсаты менән Матей Нинославҡа һөжүм итә башлай. 1233 йылда папа легатыДьяковар кафедраһы (хәҙер Хорватияла Джяково) епискобы Владимирҙы, бидғәткә (ересь) төшөү сәбәпле, вазифаһынан ситләтә. Дьяковарҙың яңы епискобы итеп Иоганн фон Вильдесхаузен тәғәйенләнә, параллель рәүештә ул Калочи кафедраһын етәкләй. Рим папаһы Коломанды Боснияның законлы хакимы тип таный, һәм 1235 йылда Боснияға Коломан һәм фон Вильдесхаузен етәкселегендәге тәре йөрөтөүселәр баҫып инә, әммә улар яғына тик Сибислав ҡына баҫа, ә башҡалар Матей Нинославты хуплай. Күршеләрҙән тикДубровник республикаһы ғына Босния яҡлы була, ә Сербия Венгрия һәм Рим папаһы менән мөнәсәбәттәрҙе боҙорға теләмәй, шуға күрә 1240 йылда Матей Нинослав серб короле Стефан Владислав Дубровник респцбликаһына һөжүм иткән осраҡта уны үҙе яҡлау аҫтына аласағы тураһында указ сығара. Коломан Босния баны титулын Матей Нинославтың алыҫ туғаны Приездеға тапшыра.
1241 йылда Венгрияға монголдар баҫып инә. Коломан ғәскәре менән кире килә һәм Шайо йылғаһындағы һуғышта ҡатнашырға мәжбүр була. Матей Нинослав был хәлдән файҙалана һәм, Приезданың Венгриянан ҡасып китеүенә өлгәшеп, Боснияны үҙ ҡул аҫтына ала. 1244 йылда ул Хорватияла Трогир һәм Сплит араһында барған граждандар һуғышында Сплит яғында һуғыша. 1248 йылда Матей Нинослав, Венгрия архиепискобынан ярҙам итеүен һорап, илде яңы тәре походынан ҡотҡара.
1250 йылда Матей Нинослав вафат була, уның улдары власть өсөн үҙ-ара көрәшә, әммә венгр короле Бела IV Босния тәхетенә Приезданы ултырта. Приезда Босния сиркәүен тамырынан ҡоротоуға тотона. 1254 йылда Босния Венгрияның Сербияға ҡаршы һуғышына ҡушыла һәм Захумьены баҫып ала, әммә солох килешеүе буйынса Сербияның был өлкәһен кире ҡайтарырға тура килә.
1287 йылда Приезда вафатынан һуң банатҡа уның илде үҙ-ара бүлешеп алған улдары Приезда II һәм Котороман хакимлыҡ итә, әммә 1290 йылда Приезда II етеп вафат булf, һәм Босния яңынан берләшә. Котороман Котороманичтар династияһына нигеҙ һала, уның вариҫтары XIV быуаттың аҙағына тиклем хакимлыҡ итә.
1290 йылда венгр короле Ласло IV Кун үлтерелә, һәм Венгрия тәхете өсөн көрәш башлана. Тәүҙә тәхетте Арпадтан династияһынан Андраш III биләй, ләкин үлтерелгән Ласлоның һеңлеһе — Мария Неаполитанская — тәхеткә үҙ дәғүәһен белдерә, артабан ул тәхетте улы Карл Мартелла Анжуйскийға тапшыра, был дәғүәләрҙе Рим папаһы Николай IV таный. Венгр короллеге биләмәһендә 1293 йылда үҙен Харватия баны тип иғлан иткән Павел I Шубич Анжуйскийҙар династияһы яғына баҫа. Павел Шубич Стефан Драгутиндың ҡыҙы Урсулаға өйләнгәнгә күрә, ғаилә бәйләнештәре Босния баны Стефан Котороманичты Карл Мартелланың тәхеткә ултырыуына ярҙам итергә мәжбүр итә. Үҙ йоғонтоһон арттырыу өсөн, Карл Мартелла Котороманич ерҙәрен ваҡ дворяндарға таратып биреүҙе законлаштырған указдар ҡабул итә. Һөҙөмтәлә Павел Шубич Стефан Котороманичты Босниялағы властан мәхрүм итә. 1312 йылда ул вафат була, һәм уның улы Младен II Шубич «бөтә Босния хакимы» булып китә. 1314 йылда Стефан I вафатынан һуң, уның тол ҡатыны Елизавета балалар менән бергә Дубровник республикаһына ҡасыуҙы хуп күрә.
XIII быуат аҙағында һәм яҡынса тәүге сирегендә, Блиска янындағы һуғышҡа тиклем, Босния банаты хорват бандары ҡулында була. Блиска янындағы һуғышта еңелгәндән һуң Младен Икенсене Карл I әсиргә ала һәм уны Венгрияға алып китә. Тап ошо ваҡиға Котроманичтар династияһын тергеҙеүгә этәргес бер сәбәп була[16][17]. Стефан II 1314 йылдан Босния бароны була, ғәмәлдә 1353—1322 йылдарҙа, ағаһы Владислав Котроманич менән бергә 1326—1353 йылдарҙа[17].
1326 йылда бан Стефан II Рагуза Республикаһы менән хәрби союзға инә һәм Сербияға һөжүм итә, бынан тыш Захумльены (йәки Хум)[1] баҫып ала, Неретва тамағынан Конавляға тиклем Адриатик диңгеҙҙең яр буйҙарының ҙур өлөшөн яулай, Стон[18] тирәһендә йәшәгән православие һәм католик динен тотҡан халыҡ йәшәгән өокәләрҙе лә үҙенә ҡарата. Ул шулай уҡ Хорватияның Завршье, Гламоч, Дувный һәм Ливноны ла баҫып ала. Серб короле Стефан Урош II Милутин вафат булғандан һуң 1321 йылда Усор һәм Соль ерҙәрен һатып ала, 1324 йылда был ерҙәргә тулыһынса ул хужа була[1].
Младен Икенсенең ил эсендә лә, унан ситтә лә дошмандары күп була. Ул мәрхүм Стефан Беренсенең улын Боснияла үҙенең наместнигы итергә теләй, сөнки урындағы юғары ҡатлам кешеләре Младенға ҡарағанда уны нығыраҡ ихтирам итә. 1320 йылда Стефан II Котроманич Босния баны булып китә. 1322 йылда король Младен Икенсене ҡулға ала, һәм Стефан II бер ниндәй контролһеҙ хакимлыҡ итә башлай. Әммә ул идара иткән дәүерҙә хорват кенәздәре менән дә, шулай уҡ күршеләге Сербия менән дә һуғыш алып барыла.
Стефан II вафатынан һуң 1353 йылда уның ағаһының улы 15 йәшлек Твртко I Босния баны була, ә 1377 йылда короллек титулын ҡабул итә. Йәш бан тәүге осрҙа уҡ үҙ власын һиҙелерлек арттырыуға өлгәшә[19]. Үҙенең королгә буйһоноуын даими рәүештә һыҙыҡ өҫтөнә алыуына ҡарамаҫтан, ул Донья Краи дворяндарының королгә ҡарата лояль булыуҙарын уға хыянат итеү менән тиңлай[20]. 1363 йылда улар араһында низағ тоҡана[19][21]. Апрель айында венгр короле армия йыя башлай[21]. Людовик үҙе командалыҡ иткән армия донья Краиға һөжүм итә[22], унда дворяндар Твртко менән Людовик яҡлыларға бүленә[19]. Венгрия палатины Миклош Конт һәм архиепископ Эстергом Николай Апати етәкселегендәге армия Усорға һөжүм итә [22][19]. Владко Вукославич Людовикҡа ҡасып китә һәм бик мөһим тип иҫәпләнелгән Ключ ҡәлғәһен уға тапшыра, ләкин Вукач Хрватинич Плива жупындағы Сокоград ҡәлғәһен һаҡлап ҡала һәм венгрҙарҙы сигенергә мәжбүр итә. Усорҙа Сребреник ҡәлғәһе король армияһының «көслө һөжүмен» кире ҡаға[19], өҫтәүенә король үҙенең мисәтен юғалтыуҙан бик ҡайғыра[22]. Сребреникты уңышлы обороналау Твртконың венгр королен беренсе тапҡыр еңеүен аңлата[19].
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боснияның икенсе хакимы бан Кулин 1189 йылда Дубровник һәм Венеция менән килешеүҙәр ярҙамында ил иҡтисадын нығыта. Бан Кулин хартияһы Босния һәм Рагуза республикаһы араһында сауҙа килешеүенән ғибәрәт, был килешеү Рагуза һәм Боснияның 1189 йылдың 29 авгусында яҙылған сауҙа хоҡуҡтарын бик һөҙөмтәле көйләй. Килешеү — Балҡан ярымутрауындағы босанчицала яҙылған иң боронғо яҙма дәүләт документтарының һәм иң боронғо тарихи документтарҙың береһе[23][24].
Босния иҡтисадының нигеҙен металл мәғдәнен һәм метал (башлыса көмөш, ҡурғаш һәм баҡыр) изделиеларҙы экспортлау тәшкил итә, сөнки был тауарҙар башҡалары менән бер рәттән (балауыҙ, көмөш, алтын, иләнмәгән тире һәм бал) Динар Альптары аша диңгеҙ ярына ташыла. Унда Рагуза республикаһына һәм Венецияға һатыла[25].
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IX быуатта Балҡан ярымутрауына Римдән һәм Константинополдән христиан миссиялары үтеп инә башлай, улар көньяҡ славяндарҙы христианлаштырыуҙы, шулай уҡ Рим һәм Константинополь престолдарының сиркәү юрисдикциялары араһында сик ҡуйыуҙы күҙҙә тота. Көнсығыш менән Көнбайыш араһындағы бүленеш (раскол) Хорватияла һәм Далмацияның ҙур ғына өлөшөндә католик динен, ә Сербияла көнсығыш православие динен өҫтөн күреүгә килтерә[26]. Улар араһында ятҡан Босния номиналь йәһәттән Рим власына буйһона[26], ләкин сиркәү ойошмаһының йомшаҡ эшләүе, үҙ-ара бәйләнештең булмауы сәбәпле[27], бында католицизм нығынып ҡала алмай[26]. Шулай итеп, урта быуат Боснияһы ике сиркәүҙең осрашыу урыны түгел, ә «ике дин араһындағы нейтраль биләмә» тбулып ҡала. Шуға ла бында үҙенсәлекле дин тарихы хасил була[26].
Урта быуаттар дәүерендә Босния номиналь рәүештә католик диненә ҡарай. Рим папаһы дини йолаларҙы үтәгәндә латин телен ҡулланыуҙы талап итһә лә, Босния католиктары сиркәү-славян телен һаҡлап ҡала. XIII быуаттың икенсе яртыһында Боснияға францискандар ордены килә, уларҙың төп маҡсаты — босния-сиркәү телен тамырынан бөтөрөү. Тәүге францискан викариатлығына нигеҙ 1339/40 йылда һалына[28]. Стефан II Котроманич викариат булдырыуҙа мөһим роль уйнай. 1385 йылға уларҙың дүрт монастыры була: Олово, Миля, Кралева Сутеска һәм Лашва[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Fine, 1994
- ↑ Paul Mojzes. Religion and the war in Bosnia. Oxford University Press, 2000, p 22; "Medieval Bosnia was founded as an independent state (Banate) by Ban Kulin (1180-1204).".
- ↑ Vego, 1982
- ↑ История сербов, 2009, с. 15
- ↑ Сербские земли в Средние века и Раннее Новое время, 2008, с. 61
- ↑ История Югославии, 1963, с. 63
- ↑ История сербов, 2009, с. 16
- ↑ Раннефеодальные государства на Балканах, 1985, с. 198
- ↑ История сербов, 2009, с. 18
- ↑ 10,0 10,1 Листая страницы сербской истории, 2014, с. 13
- ↑ Сербские земли в Средние века и Раннее Новое время, 2008, с. 63
- ↑ История Югославии, 1963, с. 64
- ↑ Dr. Željko Fajfrić. Kotromanići (серб.). Дата обращения: 20 сентябрь 2015.
- ↑ Живковић, Тибор Два питања из времена владавине краља Бодина (серб.) // Зборник радова Византолошког инситута / Љубомир Максимовић. — Београд: САНУ — Византолошки институт, 2005. — Т. 42. — С. 56. — ISSN 0584-9888.
- ↑ История Югославии, 1963
- ↑ Mladen ANČIĆ, 1997, Putanja klatna. Ugarsko-hrvatsko kraljestvo i Bosna u XIV. stoljeću. Zavod za povijesne znanosti Hrvatske akademije znanosti i umjetnosti Zadru.https://www.bib.irb.hr/40904#page=103
- ↑ 17,0 17,1 Fine, 1994, p. 277
- ↑ Fine, John V. A. The Late Medieval Balkans: A Critical Survey from the Late Twelfth Century to the Ottoman Conquest. — University of Michigan Press (инг.)баш., 1994. — С. 20. — ISBN 0472082604.
- ↑ 19,0 19,1 19,2 19,3 19,4 19,5 Fine, 1994, p. 369
- ↑ Ćirković, 1964, p. 125
- ↑ 21,0 21,1 Ćirković, 1964, p. 128
- ↑ 22,0 22,1 22,2 Ćirković, 1964, p. 129
- ↑ Franz Miklosich, Monumenta Serbica, Viennae, 1858, p. 8-9.
- ↑ Mahmutćehajić, Rusmir. Sarajevo essays: politics, ideology, and tradition. — Albany, NY: State University of New York Press, 2003. — С. 252. — ISBN 9780791456378.
- ↑ Ćirković, 1964
- ↑ 26,0 26,1 26,2 26,3 Fine, 1991, p. 8
- ↑ Fine, 1994, p. 17
- ↑ Bosna Srebrena u prošlosti i sadašnjosti | FMC Svjetlo riječi . Дата обращения: 17 август 2016. 2014 йыл 24 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чиркович Сима. История сербов. — М.: Весь мир, 2009. — 448 с. — ISBN 978-5-7777-0431-3.
- История Югославии. — Москва: Издательство Академии Наук СССР, 1963. — Т. 1. — 736 с.
- Макова Е. С., Прозоров В. Б. Сербские земли в Средние века и Раннее Новое время // История южных и западных славян. Т. I / Под ред. Г. Ф. Матвеева, З. С. Ненашевой. — М.: Издательство Московского университета, 2008. — Т. 1. — 688 с. — ISBN 978-5-211-05388-5.
- Листая страницы сербской истории / Е.Ю. Гуськова. — М.: Индрик, 2014. — 368 с. — ISBN 978-5-91674-301-2.
- Раннефеодальные государства на Балканах VI—XII вв / Литаврин Г.Г.. — Москва: Наука, 1985. — 363 с.
- Fine, John Van Antwerp Jr. The Late Medieval Balkans: A Critical Survey from the Late Twelfth Century to the Ottoman Conquest (инг.). — Ann Arbor, Michigan: University of Michigan Press, 1994.
- Ćirković, Sima Историја средњовековне босанске државе (Serbo-Croatian). — Srpska književna zadruga, 1964.
- Fine, John Van Antwerp Jr. The Early Medieval Balkans: A Critical Survey from the Sixth to the Late Twelfth Century. — Ann Arbor, Michigan: University of Michigan Press, 1991.
- Vego, Marko Postanak srednjovjekovne bosanske države. — Sarajevo: Svjetlost, 1982.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Dr. Željko Fajfrić. Kotromanići (серб.). Дата обращения: 20 сентябрь 2015.
- Српска православна црква у Босни и Херцеговини (од 960. до 1930. год.) (серб.). Дата обращения: 20 сентябрь 2015.