Эстәлеккә күсергә

Букин Василий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Букин Василий Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 27 ғинуар 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Тыуған урыны Знаменское[d], Керенский уезд[d], Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 ғинуар 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (79 йәш) или 1979[2]
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө агроном, биохимик
Эшмәкәрлек төрө биохимия
Эш урыны Moscow State University of Food Production[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Букин Василий Николаевич (27 ғинуар 1899 йыл — 21 ғинуар 1979 йыл) — СССР-ҙың ғалим-биохимигы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1964), биология фәндәре докторы (1943). Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1949), А. Н. Бах исемендәге премия (1963) лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969, 1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры.

Василий Николаевич Букин 1899 йылдың 27 ғинуарында Пенза губернаһы[4] Знаменское ауылында тыуған.

  • 1925 йылда Ленинград ауыл хужалығы институтын (хәҙер — Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты) тамамлай.
  • 19251926 — Ленинград өлкә ер идаралығы агрономы
  • 19271930 — Ленинград өлкәһенең «Ҡыҙыл семеновод» колхозы рәйесе
  • 19321938 — Ленинград үҫемлекселек институтында эшләй.
  • 1938 — Рәсәй Фәндәр академияһының А. Н. Бах исемендәге биохимия институты
  • 1943 — Мәскәү аҙыҡ-түлек сәнәғәте технология институты профессоры.

19321938 йылдарҙа Ленинградта үҫемлекселек институтында эшләй. Унда СССР-ҙа тәүгеләрҙең береһе булған витаминдар буйынса лаборатория ойоштора. Төп хеҙмәттәре витаминдар биосинтезы, уларҙың матдәләр алмашыныуҙа роле, алыу ысулдары буйынса.

Ғалим һәм уның хеҙмәттәштәре хеҙмәте нигеҙендә СССР-ҙа А, B12, B15, D2 витаминдарын, 5-метилметионин аминокислоталарын, гомосерин, лизин етештереү, уларҙы аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, малсылыҡта һәм дауалау практикаһында ҡулланыу яйға һалына.

Василий Николаевич Букин етәкселегендә A, B, U һ.б. витаминдарҙы етештереү үҙләштерелә, уның башланғысы буйынса 1966 йылда илдә тәүге тапҡыр Өфө витамин заводында B15, 1970 йылдан — U витаминдары етештерелә башлай.

СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1964)

1979 йылдың 21 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Букин Василий Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Букин, Василий Николаевич в словарях и энциклопедиях на Академике