Эстәлеккә күсергә

Венгрияла фән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Венгрияла фән
Дәүләт  Венгрия
 Венгрияла фән Викимилектә
Здание Венгерской академии наук в Будапеште
Здание Национальной библиотеки им. Ф. Сеченьи в Будайском замке
Корпус факультета права и политических наук Будапештского университета

Венгрияла фән XIX быуаттан башлап әүҙем үҫеү юлында[1]. XXI быуат башында иң ҙур фән үҙәге булып Будапешт ҡалаһы һанала, унда Венгрияның төп фәнни ойошмалары: Венгрия фәндәр академияһы һәм Ф. Сеченьи исемендәге Әҙәбиәт һәм сәнғәт академияһы урынлашҡан. Венгрия фәндәр академияһына бер нисә институт: үҙәк физика, үҙәк химия, математика, техник физика, биология, биохимия, ботаника, генетика, эксперименталь медицина, автоматизация, тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ, тел ғилеме, география, экономика, философия һәм башҡа институттар инә[1]. 2004 йылда 18 дәүләт университеты, 5 сиркәү университеты, 1 шәхси университет эшләгән. Иң ҙур университеттар иҫәбенә Будапештта урынлашҡан Лоранд Этвёш исемендәге Будапешт университеты, И. Ф. Земмельвейс исемендәге медицина университеты,Технология һәм иҡтисад университеты, Иҡтисад фәндәре һәм дәүләт идараһы университеты, Театр һәм кино университеты, Графика һәм дизайн университеты, Ф. Сеченьи исемендәге ғәмәли фәндәр университеты инә. Печ, Дебрецен, Мишкольц, Сегед ҡалаларында ҙур университеттар бар. Иң ҙур китапханалар — Будапешттағы Ф. Сеченьи исемендәге милли китапхана, Венгрия фәндәр академияһы китапханаһы, Венгрия парламенты китапханаһы, шулай уҡ университеттар, музейҙарҙағы һ.б. китапханалар[2].Венгриянан 13 кеше Нобель премияһы лауреаты була[3].

XIX быуат уртаһына тиклем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венгриялағы тәбиғәт фәндәре буйынса иң тәүге етди хеҙмәт — «Венгрия энциклопедияһы», ул 1653 йылда педагог һәм философ Янош Апацаи-Чере тарафынан төҙөлгән. XVIII быуаттан башлап тәбиғәт фәндәре юғары мәктәптәрҙә һәм коллегиумдарҙа уҡытыла башлай. Ул замандың күренекле профессорҙары араһында математик П. Мако, астроном М. Хелль, статистик И. Хатвани, медицина тарихы белгесе И. Веспреми, механик һәм математик Янош Андрош Сегнер була. Самуэль Тешшедик — ауыл хужалығы буйынса тәүге белгестәрҙең береһе тип атала, ул 1797 йылда Кестхейҙа «Георгикон»ға- беренсе Юғары ауыл хужалығы мәктәбенә нигеҙ һала[1].

1825 йылда Венгрия фәндәр академияһы булдырыла. XIX быуаттың беренсе яртыһында Венгрия флораһын тикшеренеүсе Пауль Китаибель ярайһы ғына уңыштарға өлгәшә. П. Вашархейи йылғаларҙы яйға һалыу буйынса хеҙмәттәр яҙа. XIX быуаттың беренсе яртыһында билдәле математикатары— Фаркаш Боляи һәм уның улы, Евклидтыҡы булмаған геометрияны булдырыусылар иҫәбенә ингән ғалим Янош Бойяи . Медицинала Игнац Филипп Земмельвайс асептикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе була[1].

XIX века уртаһынан 1945 йылға тиклем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
László Lovász was awarded the Wolf Prize and the Knuth Prize in 1999, and the Kyoto Prize in 2010; he is the current president of the Hungarian Academy of Sciences. Previously he served as the president of International Mathematical Union.
Charles Simonyi, the chief-architect of Microsoft Office. In April 2007, aboard Soyuz TMA-10, he became the fifth space tourist and the second Hungarian in space. In March 2009, aboard Soyuz TMA-14, he made a second trip to the International Space Station.
Leó Szilárd, invented and patented the nuclear reactor, hypothesized the nuclear chain reaction (therefore he was the first who realized the feasibility of an atomic bomb), invented the electron microscope and the first particle accelerator and later invented the cyclotron.[4]

1843—1846 йылдарҙа Антал Регули венгр халҡының сығышын асыҡлау өсөн Рәсәйҙә оҙайлы сәйәхәттә була. Балтик буйы, Волга буйы, Төньяҡ Уралда, Көнбайыш Себерҙә йәшәгән халыҡтар менән таныша, уларҙың телдәрен, мәҙәниәтен өйрәнә. Төньяҡ Уралда йәшәгән манси халҡы менән яҡындан танышыу уға венгр халҡының сығышын асыҡларға ярҙам итә[5]. Шул осорҙан алып, ғалимдар венгрҙарҙы урал ғаиләһенең фин-уғыр берлегенең уғыр төркөмөнә индерә башлай. Антал Регули һәм уның юлын ҡабатлаған Йожеф Папаи венгеристика фәненә нигеҙ һалыусылар тип иҫәпләнә

XIX быуаттың икенсе яртыһында Венгрияла сәнәғәт әүҙем үҫешә башлай, был айырым сәнәғәт өлкәләре менән бәйле фәндәрҙең үҫешенә йоғонто яһай. 1861 йылда физик Аньош Иштван Йедлик электр генераторын төҙөй. Уның уҡыусыһы Лоранд Этвёш гравитацион һәм инертлы массаларҙың тигеҙлеген иҫбатлай. Физик һәм инженер Имре Броди XX башында ҡаты есемдең квант теорияһы һәм физик статистика (квант статистикаһы) өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара, ул криптон лампаһын производствола күпләп сығара башлауға өлгәшә. П. Шеленьи яҡтылыҡтың интерференцияһы өлкәһендә мөһим тикшеренеүҙәр үткәрә[1].

XIX быуат аҙағы — XX быуат башы математиктары араһында ғалимдар Денеш Кёниг (алгебра и теория множеств), Липот Фейер (суммирование рядов Фурье), Фридьеш Рис (теория функциональных пространств и топологии), Альфред Хаар (теория ортогональных систем функций), К. Иордан (теория вероятностей и математическая статистика), Михай Фекете, Дьёрдь Пойя һәм башҡалар ҙур уңыштарға ирешә. , Миколош Конкой-Теге Венгрияла астрономия фәнен үҫтереүгә тос өлөш индерә[1].

Геологияла И. Сабо (петрография һәм тектоника), X. Бёк (нефть һәм ер аҫты газы), М. Ханткен (стратиграфия һәм палеонтология) мөһим эштәр башҡара. 1869 йылда Геология институты булдырыла. 1896 йылда Венгрияның тәүге геологик картаһы сыға[1].

XIX быуат аҙағында Венгрияла техника өлкәһендә бер нисә асыш яһала: Донат Банки һәм Янош Чонка карбюратор, О. Бальти, К. Циперновский һәм М. Дери трансформатор, Кальман Кандо үҙгәреүсән токлы электровоз уйлап сығара, Штефан Шенек яңы тип аккумулятор, Андраш Мехварт он тартыу сәнәғәтенә ҡойоу ысулы менән эшләнгән тәгәрмәс эшләү технологияһын тәҡдим итә[1].

Венгрияла химия фәнен үҫтереүҙә Карой Тан ҙур роль уйнай, ул тәүге химия институтын ойоштора. Винце Варта (химик-технолог), Лайош Винклер (химик-аналитик), И. Бугарский (электрохимик), Г. Земплен (углеводоротар химияһы) шулай уҡ был өлкәлә бик уңышлы эшләй[1]. Күренекле биологтарҙан О. Герман (орнитология), Г. Энц-старший (протистология), Винце Борбаш (Венгрияла үҫемлектәр географияһына нигеҙ һалыусы), Шандор Черхати (ботаника) атарға була[1].

XIX быуат аҙағында медицинала ҙур эштәр башҡарыусылар- Шандор фон Кораньи (функциональ йүнәлеште булдырыусы), Янош Бокаи (педиатр), И. Федор (йәмәғәт гигиенаһы кафедраһын булдырыусы), Э. Кромпехер (открыл карциному базальной клетки), Янош Баласса (хирург), Фригис фон Кораний (терапевт). XX быуаттың беренсе яртыһында илдә ҙур медицина фәнни мәктәптәре эшләй. Дьёрдь фон Бекеши биофизика һәм ишетеү физиологияһы менән , Э. Хёдьеш бактериология һәм иммунология өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. 1937 йылда Альберт Сент-Дьердиға биологик яныу (окисләнеү) процессын , С витаминын һәм фумар кислотаһы катализын асҡан өсөн Нобель премияһы бирелә.

Ветеринарияла Ференц Гутира (эпизоотолог һәм микробиолог, уҡытыуҙы һәм фәнни тикшеренеүҙәр ойоштороусы), Йожеф Марек һәм Аладар Ауески (хайуандарҙың бер нисә сирен тасуирлайҙар) уңышлы эшләй. Э. Жигмонд агрохимия өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара. Д. Фехер тупраҡ биологияһы буйынса фәнни эштәр баҫтырып сығара[1].

1920—1940 йылдарҙағы диктатура осоронда бик күп венгр ғалимдары сит илгә китергә мәжбүр була. Улар араһында химик Дьёрдь де Хевеши, физиолог Фриц Верцар, голографияны булдырыусы Денеш Габор, физиктар Лео Силард һәм Юджин Вигнер, математик Джон фон Нейман һәм башаҡаларҙы атап була[1].

Венгрия Халыҡ Республикаһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
John von Neumann, one of the greatest mathematicians in modern history
Holography was invented by Hungarian Dennis Gabor, a Nobel Laureate in Physics.
Albert Szent-Györgyi a Nobel Laureate in Medicine for discovery of Vitamin C

Икенсе донъя һуғышы тамамланып, Венгрия Халыҡ Республикаһы булдырылғас, фән йылдам үҫешә башлай . 1950 йылда Ғәмәли математика институты нигеҙләнә, 1955 йылда ул Математика тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә. 1956 йылда Иҫәпләү үҙәге булдырыла. Бела Сёкефальви-Надь уҡыусылары менән функциональ анализ өлкәһендә эҙләнеүҙәрен дауам итә. Е. Эгервари (теория дифференциальных уравнений), О. Варга и А. Рапчак (дифференциальная геометрия), А. Часар (топология), Л. Кальмар һәм Я. Шураньи (математическая логика), Р. Петер (рекурсивные функции), П. Эрдёш, П. Туран, А. Реньи и П. Ревес (теория чисел), П. Эрдёш, А. Реньи и Т. Галлаи (теория графов), Л. Редеи (современная алгебра), Д. Хайош (теория групп), Т. Селе (теория колец и абелевых групп), Л. Фукс (теория групп и множеств), А. Адам (математическая логика и кибернетика), А. Реньи (теория вероятностей), Л. Фейеш-Тот (дискретная геометрия) эштәре киң танылыу ала[1].

Венгрияла физика фәне лә алға китә. Физик-теоретик Пал Гомбаш атомдың статистик теорияһы һәм есем күплегенең квант теорияһы буйынса эштәрен баҫтырып сығара. Теоретик физика өлкәһендә ғалимдар А. Конья (квантовая статистика), Р. Гашпар (квантовая химия), И. Феньеш (квантовая механика) ҙур уңышҡа өлгәшә. Карой Новобатский уҡыусылары менән ҡыр теорияһы мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Лайош Яношши космос нурҙары физикаһы, сағыштырмалыҡ теорияһы һәм квант теорияһы буйынса эштәр яҙа. Ленард Пал етәкселегендәге Будапешт үҙәк физика фәнни-тикшеренеү институты Венгрияның төп эксперименталь физика үҙәге була. Институтта ядро физикаһы, яҡтылыҡ тәбиғәте һәм спектроскопия, космос нурҙары, ҡаты есемдәр физикаһы, ядро химияһы һәм электроника]] буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә. Дебреценда Шандор Салаи етәкселегендә ядро тикшеренеүҙәре фәнни— тикшеренеүҙәре институты эшләй . 1960 йылдарҙа ҡаты есемдәр физикаһы өлкәһендә ғалимдар З. Дьюлаи и И. Тарьян (выращивание монокристаллов, исследование спектра и структуры кристаллов), П. Шеленьи, Д. Сигети и З. Бодо (физика полупроводников), П. Ленард (магнитная структура тел) уңышлы эшләй. И. Феньеш һәм И. Дьярмати кире ҡайтмаҫ процесстар термодинамикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрә. А. Будо һәм И. Ковач атом һәм молекуляр физика өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Астрономия фәнендә лә уңыштар була, үтә яңы йондоҙҙарҙы, йондоҙҙар статистикаһы, поляриметрия, Ҡояш физикаһы буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә[1].

Химияға ла бик күп иғтибар бүленә. Физикохимиктар Г. Шай, З. Сабо, Ф. Надь, Ф. Тюдёш, П.Тетеньи радикаль сылбырлы реакция кинетикаһы һәм катализ өлкәһендә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә ирешә. Тибор Эрдеи-Груз (кинетика электродных процессов), А.Бузаг (коллоидная химия), Э. Шулек (применение галогенов в анализе), Я. Прост (полярография), Л. Эрдеи (индикаторы и термический анализ), Эрнё Пунгора (электроанализ) мөһим тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Органик химия өлкәһендә Геза Земплен иң күренекле ғалим була, уның эшен дауам итеүселәр: Р. Богнар, Ш. Мюллер, Д. Брукнер, Л. Варга, А. Гереч, З. Фёльди, К. Лемперт, Ч. Сантаи. Химик технология өлкәһендә И. Варга, М. Корах, М. Фройнд, А. Ровальтер и К. Полинский, ә ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек химияһы өлкәһендә Я. Холло, К. Ваш һәм Л. Телегди-Ковачтың фәнни эштәре ҙур әһәмиәткә эйә була[1].

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа геология буйынса тикшеренеүҙәр ҙә әҙем алып барыла. Дьордь Кертаи яңы ер аҫты газы ятҡылыҡтарын аса. Г. Панто ҡаҙылма байлыҡтар урынлашҡан ерҙең төҙөлөшөн өйрәнеү менән шөғөлләнә. Бик күп геологик экспедициялар ойошторола, геологик карталар төҙөлә. Гравитация һәм ер магнетизмын тикшереү эштәре ойошторола. Венгрияла геология фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалимдар: Э. В. И. Фюлёп һәм А. Вендль (региональная и историческая геология), Э. Садецки-Кардошш (давление и температура метаморфизованных горных пород), Л. Эдьед (теория развития Земли), Я. Богарди (исследование грунтовых вод и речных наносов), А. Тарчи-Хорнох (разработка методов геодезических измерений)[1].

Биология өлкәһендә 1940 йылдар аҙағынан башлап,эволюция теорияһы мәсьәләләрен өйрәнеү,экология һәм башҡа өлкәләр буйынса тикшеренеүҙәр алып барыла. Ботаника өлкәһендә Ш. Яворка, Р. Шоо, Р. Рапаич, Б. Зойоми, И. Мате, протистологияла — И. Гелей, нейрогистология өлкәһендә — А. Абрахам, гидробиология өлкәһендә — Р. Мауха тикшеренеүҙәр алып бара. И. Тёрё организмдың ҡурсыу механизмдарын, И. Кромпехер — тоташтырыусы туҡымалар, Я. Сентаготаи — нервы системаһын өйрәнеү менән шөғәлләнә. Венгрияла биохимиктар һәм биофизиктар мәктәбе булдырыла[1].

Һуғыштан һуңғы медицина Венгрия мәктәбе традицияларын дауам итә. Медицинаны үҫтереүгә күп көс һалған ғалимдар: И. Кёрньеи һәм К. Лишшак (исследования нервной системы), П. Балинт, А. Бабич, П. Гегеши-Кишш, П. Гёмёри, Э. Керпель-Фрониуш һәм Ф. Реньи-Вамош (изучение системы кровообращения), И. Бало, Л. Харанги һәм Б. Кельнер (изучение опухолей), М. Юлес, М. Раднот һәм И. Шош (исследования в области эндокринологии и обмена веществ), П. Рубаньи һәм Д. Шебестьен (хирургии грудной клетки), И. Кудас һәм И. Литман (хирургия сердца), В. Ишшекуц, М. Янчо һәм И. Кнолль ([[фармакология)[1].

Венгрияның аграр фәне үҫеш юлында була, тупраҡтың генетикаһы һәм эрозияһы картаһы төҙөлә. Ш. Эгерсеги, К. Патер, Ш. Херке, И. Преттенхоффер, И. Сабольчи ҡомло һәм тоҙло тупраҡты яҡшыртыу буйынса эштәрҙе башҡара. Ҡомло тупраҡта сәсеү әйләнешен индереү һәм ашламалар системалары менән Ш. Фёргетег, Б. Дьёрфи, Э. Кеменешши, Г. Ланг, В. Вештшик шөғөлләнә . Яҡшыртылған кукуруз, бойҙай, көнбағыш, соя, помидор культураларын Э. Курник, Д. Месёй, Э. Обермайер, Э. Пап, А. Порпаци, А. Шомош, Ш. Райки, А. Яношши индерә. Тиҙ үҫеүсе ағастарҙы климатҡа яраҡлаштырыу эштәрен Б. Керестеши, И. Мадьяр башҡара. Ф. Эрдеи аграр-иҡтисади тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Ш. Котлан, Р. Маннингер һәм И. Мочи яңы вакциналар эшләп сығара[1].

Тау тоҡомдарын байытыу һәм быраулау тиҙлеген арттырыу технологиялары менән Г.Тарьян менән И.Замбо шөғөлләнә. Металлургия ла Ш. Гелейи, Л. Гиллемота һәм И.Вере мөһим эштәр башҡара. Электроэнергетика һәм йылылыҡ энергетикаһы өлкәһендә А. Фоно, Л. Форго, О. Гести, Л. Хеллер, К. П. Ковач, А. Леваи, Ф. Ратковский, М. Шейднер, Л. Веребей һәм башҡалар эшләй. Ауыл хужалығы машиналарын эшләп сығарыу менән А. Г. Паттантьюш һәм И. Ражо шөғөлләнә. Төрлө сәнәғәт өлкәләренең производство процесстарын үҫтереүгә О. Бенедикт, Ф. Чаки, Т. Вамош ҙур өлөш индерә. И. Барта, Г. Богнар, Т. Мильнер, Д. Сигети һәм Э. Винтер техника өлкәһендә уңышҡа ирешә. Төҙөлөштә яңы материалдар ҡулланыуҙы индереү, күперҙәр, тоннелдәр, бик бейек йорттар төҙөү менән И. Сабо, К. Сечи, Е. Бёльчкеи, М. Майор һәм башҡалар шөғөлләнә[1].

Нобель премияһы лауреаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Main list Тәүге тапҡыр Нобель премияһы Венгрия кешеһенә 1905 йылда бирелә, бынан һуң ил иҫәбенә тағы 12 премия өҫтәлә.[6] Престижлы премияны алған ғалимдар, яҙыусылар һәм иҡтисад белгестәре :

йыл лауреат фән өлкәһе өлөшө
1905 Philipp Lenard физика «катод нурҙары буйынса эштәре өсөн»
1914 Robert Bárány медицина «вестибуляр аппараттың физиологияһы һәм патологияһы буйынса эштәре өсөн»
1925 Richard Adolf Zsigmondy химия «хәҙерге коллоидлы химия нигеҙе булып торған коллоидлы иретмәләрҙең гетереоген тәбиғәтен күрһәтеүсе эштәре һәм ҡулланған ысулдары өсөн»
1937 Альберт Сент-Дьёрдьи медицина «биологик яныу процессы менән бәйле асыштары өсөн»
1943 George de Hevesy химия «химик процесстарҙы өйрәнгәндә индикаторҙар сифатында изотоптарҙы ҡулланыу буйынса эше өсөн»
1961 Georg von Békésy медицина « эске ҡолаҡты (улитка) физик стимуллаштырыу механизмын асҡан өсөн»
1963 Eugene Wigner физика "атом ядроһы һәм элементар киҫәксәләр теорияһына, шулай уҡ симметрияның фундаменталь принциптарын асыу һәм ҡулланыу иҫәбенә индергән өлөшө өсөн "
1971 Dennis Gabor физика «голография методын уйлап тапҡан һәм эшләп сығарған өсөн»
1986 John Polanyi химия «химик элементар процесстар динамикаһына индергән өлөшө өсөн»
1994 George Olah химия «кабомер химияһына индергән өлөшө өсөн»
1994 John Harsanyi экономика «кооператив уйындар теорияһында тигеҙләнеште новаторҙарса анализлаған өсөн»
2002 Imre Kertész әҙәбиәт «тарихтың рәхимһеҙлегенә ҡаршы көсһөҙ шәхестең ҡаршы тора алыуын һүрәтләгән өсөн»
2004 Avram Hershko химия «убиквитин менән бәйле аҡһымдың деградацияһын асҡан өсөн»
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 Венгрия // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. Венгрия // Великий князь — Восходящий узел орбиты. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 79-99. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 5). — ISBN 5-85270-334-6.
  3. All Nobel laureates from Hungary. www.mta.hu. Дата обращения: 17 октябрь 2015. Архивировано 6 октябрь 2015 года.
  4. physics.org - Explore - Leo Szilard. Physics.org. Дата обращения: 23 декабрь 2017.
  5. bsk.nios.ru/enciklodediya/reguli-antal
  6. Hungary's Nobel Prize Winners, Hungarian Academy of Sciences.