Гера
Гера | |
грек. Ἥρα | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Атаһы | Кронос[1][2] |
Әсәһе | Рея[1] |
Бер туғандары | Зевс[1][3], Гестия[d], Аид[d], Посейдон[d] һәм Деметра |
Хәләл ефете | Зевс[1] |
Балалары | Арес[d], Илифия[d], Геба[d][4], Гефест[5], Ангела[d], Энио[d], Пасифея[d], Эрида[d] һәм Геката |
Рәсми резиденция | Олимп[d] |
Алла ... ҡарай | боронғо грек дине[d] һәм Боронғо грек мифологияһы |
Область святого или божества | Никах килешеүе, мать[d] һәм тыуым |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Илиада |
Изображается на | Hera with Graces and Horai statue at Argos[d][6] һәм Hera Borghese[d] |
Гера Викимилектә |
Ге́ра (бор. грек Ἥρα, микен. e-ra[7]; ихтимал: һаҡсы, ханым[8]) боронғо грек мифологияһы алиһәһе — никах ҡурсалаусы, бала табыусы әсәне һаҡлаусы. Ун ике олимпия аллаларының береһе, юғары алиһә, Зевстың һеңлеһе һәм ҡатыны. Мифтарға ярашлы, Гера хакимлыҡ итеү теләге, ҡанһыҙлығы һәм көнсөл холҡо менән айырылып тора. Гераның рим аналогы — алиһә Юнона.
Мифтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гера — титан Кроностың һәм титанида Реяның өсөнсө ҡыҙы, Зевстың һеңлеһе һәм ҡатыны, Деметра, Гестия, Аид һәм Посейдондың һеңлеһе. Кроностың башҡа балалары менән бергә атаһы Гераны ла йотҡан булған, һуңынан, Метида менән Зевстың хәйләһе ярҙамында арҡаһында, улар кире урғытылған.
Рея титаномахия алдынан ҡыҙы Гераны Океан менән Тефида янында йәшереп ҡуйған, һәм һуңынан ул, талашҡан саҡтарында, бабаһы менән әбеһенең килештерешеүендә ҡатнашҡан.
Никахы һәм балалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зевстың, үҙ ағаһының хәләл ефете — Метида һәм Фемиданан ҡала өсөнсөһө. Әммә уларҙың йәшерен бәйләнеше туйҙан күпкә алдараҡ башлана, өҫтәүенә тап Гера ошо бәйләнештә әүҙем роль уйнаған.
Зевс Гераға йәш ҡыҙ сағында ғашиҡ була һәм кәкүккә әйләнә, ә Гера уны тотҡан[9]. Арголидалағы Коккигион тауында (Кукушечья) — Зевс ғибәҙәтханаһы, ә эргәләге Прон тауында — Гера ғибәҙәтханаһы бар[10]. (Кәкүкте «Мысыр батшабикәһе» тип йөрөтәләр)[11]. Зевс менән Гераның никахы 300 йыл буйы йәшерен булған[12] 300 лет[13]. Зевс менән Гераның туйы Кносс ерендә, Ферена йылғаһы буйындағы ғибәҙәтхана янында үткән[14].
Гера Герой иренә Гебаны (альтернатив фараз буйынса, Гера, Зевс ҡатнашлығынан тыш, латук япрағын ашағандан һуң, Гебаға ауырға ҡалған [15][16]. Илифия менән Аресты тыуҙырған[17]. Аресты, нимфа Хлориданан Олен яланынан сәскә алып, ире ҡатнашлығынан башҡа, тыуҙырған тигән фараз бар[18]. «Ир түшәгенә ятмайса», Гефесты (Гомер буйынса, уны ла Зевстан) тыуҙыра[19] — ире яңғыҙы Афинаны тыуҙырғаны өсөн үс алыу маҡсатында шул юлды һайлай. Ергә ҡағылыуынан имәнес зат Тифон тыуа (төп версия буйынса, уның әсәһе Гея була). Легенда буйынса, Гефесттың көсһөҙ һәм йәмһеҙ булыуын күреп, Гера асыуынан уны Олимптан түбәнгә ырғытҡан. Әммә Гефест иҫән ҡалған һәм һуңынан әсәһенән үс алған.
Гераның балалары араһында шулай уҡ Ангеланы исемләйҙәр. Ул нимфаларға тәрбиәгә бирелгән булған. Өлкәнәйгәс, Ангела әсәһенең махсус дауа майын (мазь) урлаған. Гера, асыуы килеп, ҡыҙын язаларға теләгән. Тегеһе ҡурҡып ҡасҡан. Башта ул бала табыусы ҡатындың өйөнә, һуңынан мәрхүм өйөндә йәшенгән булған. Гера Ангеланы ғәфү итһә лә, кабирҙар — бәлә-ҡазанан һәм ҡурҡыныстан ҡотолдора алған илаһтар уны ер аҫты батшалығының Ахерон йылғаһына сумдырып өлгөргән. Йыуынғандан һуң Ангела, «катахтония» (ер аҫты батшалығына бағышланған) эпитеты менән, Аидтыҡы тп йөрөтөлә башлаған[20][21][22].
Олендың Гераға гимнында, Гераны орҙар тәрбиәләгән, һәм уның балалары — Арес һәм Геба[23] тиелгән.
Илифия Гераның юлдаш-атрибуты булған, Арга һәм Ангела ысынбарлыҡта осрамай ҙа.
Көнләшеү һәм талаш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гера — Олимп алиһәһенең иң ҡеүәтлеһе, әммә ул да ире Зевсҡа буйһона. Ул йыш ҡына, башлыса көнләшеүе арҡаһында, иренең асыуын ҡабартҡан. Күп кенә боронғо грек мифтарының сюжеттары Гераның Зевстың һөйәркәләренә һәм уларҙың балаларына ебәргән бәлә-ҡаза тирәләй ҡорола.
Көнләшеүе сәбәпле ғазапланған Гера ҡаты ергә Летоның бала табыу урыны биреүҙе тыйған. Ханым байтаҡ өлкәләрҙе һәм утрауҙарҙы урап сыҡҡандан һуң: «Ҡайһы урын улымдың тыуған төйәге булыр?» — тип һораған. Бар ерҙәр ҡурҡыуға төшкән, бер кем дә урын бирергә ҡыймаған". Бала Летоны ҡабул итергә ризалашҡан Делос утрауында тыуған[24].
Боронғо гректарҙың инаныуҙары буйынса, утрау диңгеҙ буйлап йөҙөп йөрөгән, һәм шуға ярашлы ул «ер ҡатыһы» тип һаналмаған[25][26]. Мифтың бер версияһы буйынса, Лето балаһын тыуҙырғанда, унһыҙ бер сабый ҙа донъяға килә алмаған тыуым алиһәһе Илифияны Олимпта тотоп торған,. Туғыҙ көн тулғаҡ тотҡандан һуң, аллалар Зевстың һөйгәнен йәлләп, Гераға һиҙҙермәй генә, Летоға ярҙам итеүен талап итеп, Олимпҡа Илифияны ебәргән. Тегеһе бәпес тыуғанда ярҙам итеүсе алиһәне Делосҡа төшөргә күндергән, шунан ҙуң Артемида менән Аполлон тыуған[27][28]. Летоның балалары тыуғандан һуң, Гера алпамыша Титийҙа иренең һөйгән йәренә ҡарата дәртле мауығыу хисе уятҡан. Летоны мәсхәрәләргә маташҡаны өсөн, уны Аполлон үлтергән[29][30].
Дионистың әсәһе Семеланы Зевстан һәләк иткән. Юғары Тәғәлә яңы һөйгәненә теләһә ниндәй теләкте үтәргә вәғәҙә биргән. Гера бала ҡараусы Семела Берои образын ҡабул иткән. Яңы ҡиәфәттә ул ҡыҙҙы Зевстан үҙенең илаһи балҡышында йәки Гераны яуларға килгән күренешендә килергә күндергән. Юғары алла йәшенләп һәм күк күкрәтеп, һуғыш арбаһында килеп еткән һәм Зевс йәшенен (перун) ырғытҡан. Семела ҡурҡыуынан үлгән, ә Зевс алты айлыҡ сабыйын алған да, үҙенең янбашына теккән. Өс ай үткәс, әсәһеҙ ҡалған Дионис[31][32], буласаҡ шарап эшләү аллаһы донъяға килгән , Гермес баланы Семеланың апалары Ино һәм Афамантҡа тәрбиәләргә биргән. Бер фараз буйынса, малайҙы өйҙөң ҡатын-ҡыҙ өлөшөнә урынлаштырғандар, ҡыҙыҡай һымаҡ тәрбиәләгәндәр һәм, Семела юғары алла менән түгел, ә ябай кеше менән мөхәббәт бәйләнешендә торған тигән хәбәр таратҡандар. Шул рәүешле улар Гераның иғтибарынан ҡотолорға өмөтләнгән[31]. Икенсе фараз буйынса, улар тәрбиәләнеүсенең илаһи сығышын һыҙыҡ өҫтөнә алған[33]. Ике осраҡта ла ирле-ҡатынлы Ино менән Афамант үҙ өҫтөнә алиһә Гераның асыуын ҡабул итә[34]. Овидий тасуирланған мифтың классик фаразы буйынса, Гера ер аҫты батшалығына — эриния тип аталған нәфрәт алиһәләренә төшкән. Юғары алиһә уларға Ио менән Афамантты тилертергә ҡушҡан. Афамант, аҡылынан яҙып, Леархтың улын үлтергән. Ино Меликерттың икенсе балаһын эләктереп, уның менән диңгеҙгә ташланған[35][36][37].
- Батшабикә Ламия имәнес затҡа әйләндерелә.
Овидийҙың "Метаморфозалары"нда әҙәби эшкәртеү үткән мифтың вариацияһында тау нимфаһы Эхо Гера тарафынан яҡшы һөйләшеү мөмкинлегенән мәхрүм ителә. Юғары алиһә, ире Зевсты хыянат өҫтөндә тоторға маташҡанда, Эхо ҡыҫылған. Үҙенең телмәре менән Гераның иғтибарын ситкә йүнәлткән, шул рәүешле әхирәттәренә язанан ҡотолорға ярҙам иткән. Бер мәл Гераны был ялҡытҡан, һәм ул Эхоны, сит һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәләтен генә ҡалдырып, әңгәмә алып барыу мөмкинлегенән мәхрүм иткән[38][39].
Бер фараз буйынса, Эгина һәм уның улы Зевстан тыуған улы Эак йәшәгән утрауға ағыулы йыландар ебәргән, һәм улар бөтә халыҡты юҡ иткән[40].
Гермесҡа, кем икәнлеген белмәйенсә, һөтөн имеҙә лә, һуңынан этеп ебәрә, Һөттән Ҡош юлы (Млечный Путь) барлыҡҡа килә[41] (икенсе версия буйынса, сабый Гераклды имеҙә).
Гераны көлкөгә ҡалдырыр өсөн, Зевс ҡатын-ҡыҙ күлдәге кейгән имән менән ялған туй яһаған. Гера, Киферондан ҡасҡан, туй процессияһын ҡыйратҡан, ләкин һуңынан был шаяртыу икәнен аңлаған. Платеела «ҡурсаҡтар байрамы» билдәләнгән булған, шуға ла Гера процессияны осратҡан, һәм байрам күмәк халыҡ алдында ҡурсаҡтарҙы яндырыу менән тамамланған.
Ио
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зевс болотҡа әйләнгән, һәм Аргос батшаның ҡыҙы Ио менән ҡушылған. Гера ергә төшкән. Зевс ҡатынының килеүен һиҙенеп, һөйгәнен аҡ һыйырға әйләндергән. Гера алдауҙы һиҙенә кисерә һәм юғары илаһтың хайуанды үҙенә бүләк итергә мәжбүр итә[42][43]. Үҙенең иренең һөйәркәһен һаҡларға алиһә күп күҙле алпамыша Аргусҡа ҡушҡан[44][45][46]. Күҙе күп булғанлыҡтан, ҡайһы бере йоҡлаған, ә икенселәре уяу булған[47][48], Аргусты идеаль йоҡоһоҙ һаҡсы иткән[49]. Мифтың бер фаразы буйынса, Йинкс әҙерләгән мөхәббәт эсемлеген эскәс, Зевстың Иоға ҡарата һөйөү тойғоһо ярһыған. Гера үс итеп Йинксты борғандаҡ турғайға(бор. грек Ἴϋγξ) әйләндерә һәм уны тылсымлы йолаларҙа даими ҡатнашыу яҙмышына дусар итә[50][51].
Аргус юғары алиһә ҡушыуына яуаплы ҡараған. Ул көнө-төнө һыйыр артынан күҙәтә, Ионың атаһы Инахҡа ла һыйырға яҡын барырға бирмәй. Зевс, һөйгәненең ғазаптарын күреп, Майянан тыуған улы Гермесҡа Ионы азат итергә ҡушҡан. Ул, ябай сәйәхәтсенең ҡиәфәтен ҡабул итеп, Аргус Ионы көткән урынға, Микен янындағы сауҡалыҡҡа килгән. Гермес Аргусты ҙур ауырлыҡ менән йоҡлатҡан, шунан уны үлтергән[52][53][46]. Мифтың классик фаразына ярашлы, Гера Аргусты тауис ҡошҡа әйләндергән[54] йәки күҙҙәрен тауис ҡойроғона урынлаштырған[55][56][57].
Азат ителгән Ио әүәлгесә өнһөҙ һыйыр булып ҡалған. Көнсөллөктән яфаланған Гера Ионы гел эҙәрләүсе һәм сағыусы бөжәк — күгәүен булдырған. Ул, Ионы илдән илгә, Мысырға еткәнсе, эҙәрләгән [58][59].
Мысырға барып еткәс, Ио, кеше ҡиәфәтенә инеп, Зевстан Эпаф исемле ул тапҡан. Ионың ҡабаттан кеше ҡиәфәтенә инеүенә ҡағылышлы мифта бер нисә фараз бар. Овидийҙың "Метаморфозалар"ында күренеш Зевс Гераға, башҡа бер ҡасан да уның менән ҡушылмаясағын вәғәҙәләп, Ионы йәлләүен үтенгән. Псевдо-Аполлодорҙа һөйләүҙәренсә, Ионың яңынан әйләнеп ҡайтыуы һәм Эпаф тыуыуынан һуң, Гера куреттарға баланы урлауҙарын үтенә. Улар Гераның йөкләмәһен үтәгән. Иоға батша Библ өйөнә эләккән улын эҙләргә тура килгән[44][60][61][62][59].
Каллисто
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Каллисто тураһындағы миф фараздарының береһендә Гера, Зевстың хыянатын белеп ҡалғас, Каллистоны айыуға әйләндерә, ә аҙаҡ һунар алиһәһе Артемиданы уға уҡтан атырға күндерә. Вариацияларҙың береһендә ҡыҙҙы айыуға Гера түгел, ә хыянатын йәшереү маҡсатында, Зевс әүерелдергән. Зевс улы Гермесҡа айыуҙың эсенән улы Аркадты алып, баланы Майя плеядаһына тәрбиәгә бирергә ҡуша[63][64][65]. Овидийҙың мифты әҙәби эшкәртеүендә Гера, улы тыуғас, Каллистоны айыуға әйләндерә. Һуңынан Аркад әсәһен һунарҙа айыу сүрәтендә осратҡан. Ул уны уҡтан атырға уйлаған. Зевс үҙенең элекке һөйгәненең улы ҡулынан һәләк булыуына юл ҡуймаған һәм икеһен дә йондоҙло күккә күтәргән. Был Гераны тағы ла нығыраҡ асыуландырған: «Мин уның кеше булыуын тыйҙым, — алиһә булып киттеме! / Ғәйеплеләрҙе язаға тарттыра алам, бына шулай ҡеүәтлемен! / Элекке ҡиәфәтенә, йәнлек моронон / Ташлаһын!». Ул Тефида менән Океанға Каллистоны ҡабул итергә рөхсәт итмәгән. Бына ни өсөн, боронғо ышаныуҙар буйынса, Өлкән Етегән (Большая Медведица) йондоҙлоғо бер ҡасан да океан упҡыны офоғона инмәй, уның йыуынырға ла, эсергә лә мөмкинлеге юҡ[66][67][68][69][70][65].
Геракл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зевстың тыума улы Гераклға нәфрәт ошо герой менән бәйле сюжеттар барлыҡҡа килтереүсе мөһим мәл булып тора. Хатта уның «Геракл» тигән исеме лә («алиһә Гера тарафынан данланған»).
Гераклдың тыуыуы тураһындағы миф та Гераға бәйле. Ул кендек инәһе, ҡыҙы алиһә Илифияға Еврисфейҙың бала табыуын тиҙләтергә һәм Гераклды тотҡарларға ҡушҡан. Ошонан алда ул, Гераклдың тыуыуын көтөп йөрөгән ирен, Персей нәҫеленән тыуған тәүге заттың батша булып китеүе буйынса ант итергә мәжбүр иткән. Илифия ҡылған эш арҡаһында етлекмәй тыуған Еврисфей беренсе булып донъяға килгәс, Зевс вәғәҙәһен үтәргә мәжбүр булған[71][72].
Гомерҙың «Илиада»һында килтерелгән был миф һуңыраҡ авторҙарҙың әҫәрҙәрендә дауам итте. Мойрҙар — яҙмыш алиһәләре һәм Илифия, Гераның бойороғо буйынса, Геракл тыумаһын өсөн барыһын да эшләгән. Алкменаның хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе, Галанфида хәл-ваҡиғаларҙы аңлап, хужабикәһенең ғазаптарын күреп, Илифия менән Мойрҙар эргәһенә йүгереп килеп еткән һәм сабыйҙың тыуыуы тураһында ҡысҡырып һөйөнсөләй. Илифия менән мойралар, — сабыйҙың уларҙың ҡатнашлығынан башҡа тыуыуына шул тиклем аптыраны. Геракл шул ваҡытта тыуған да инде. Гера Галанфиданы йәтсәгә әйләндереп үс алған[73][74][28].
Йылан ебәргән, ә бала уларҙы быуып үлтергән. Зевсты йоҡлатҡан, Геракллы Косаға алып ташлаған дауыл ебәргән. Шуның өсөн Зевс уны алтын бауға бәйләп күккә аҫып ҡуя, аяҡтарына һандал бәйләй (Гомер)[75]. (Гераны баҫтырыу өсөн Зевс кейҙергән сылбырҙы Трояла күрһәткәндәр[76]). Геракл Гераны Пилос янында яралаған[77]. Геракл үлемһеҙлеккә эйә булғас, Гера герой менән килешкән. Юғары алиһә Гераклды уллыҡҡа алған һәм уға үҙенең ҡыҙы Гебаны биргән[78][79][80][81][82][83][84].
Троян һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паристың судында ҡатнаша, унда еңелә, шуға күрә Троя һуғышында ахейҙар яғында сығыш яһай.
Ахейҙарҙың еңеүен теләп, ул Афродитаның тылсымлы билбауы ярҙамында Зевстың иғтибарын ситкә йүнәлтә.
Төрлөһөнән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл һайын Герой Навплия ҡалаһы янындағы Канаф шишмәһендә һыу ингән һәм ҡабат ҡыҙға әйләнгән.
Гера Ясонға аргонаваттар походында ярҙам иткән.
Эолды Одиссейға елдәр ебәрергә күндергән.
Тиресийҙы һуҡырайта ебәрә. Уларҙы маҡтаған өсөн, Пройт ҡыҙҙарын аҡылдан яҙҙыра.
Иксион Гераға ғашиҡ булған һәм уны үҙенә ҡаратырға маташҡан. Зевс уны һүрәтләгән болот уйлап сығарып, Иксионға алдандырған. Иксиондың болотло ҡатынынан кегнтаврҙарҙың ҡырағай быуыны тыуған, һуңынан Аидта тәгәрмәскә бәйләп язаланған.
Грамматик Сервий раҫлауы буйынса (б. э. IV быуаты), «Гера» һүҙе (моғайын, пеласгтар телендә) «ер» тигәнде аңлата, ә «геройҙар» «ер балаларын» аңлата[85].
Гераның эпитеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анфия. Гера эпитеты[86].
- Гениоха («Күсер»). Гера эпитеты[87].
- Гополосмия. Элидала Гера эпитеты[88].
- Горгас. Гера эпитеты[89].
- Европия. Аргоста Гера эпитеты[90].
- Зигия (Дзигия). Гераның исеме. Никахтар ойоштора[91].
Культ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гераны ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлаусы, ғаилә һәм әсәлекте һаҡлаусы булараҡ хөрмәтләгәндәр. Бала тапҡанда ярҙам итеү — Гераның иң боронғо функцияһы[92]. Культ материк Грецияһында (айырыуса Микенда, Аргоста, Олимпияла), шулай уҡ утрауҙарҙа (Самос, Крит) таралған була.
Гераның ағас фетишы Самос утрауында булған, был уның боронғо булыуын раҫлай. Күрәһең, ябылған изге урынды — Самос, б. э. т. 800 йыл тирәһе, гректар беренсе илаһ Гераға бағышлаған. Һуңыраҡ уның урынында Герейон, ғөмүмән, иң ҙур грек ғибәҙәтханаларының береһе төҙөлгән.
Анализ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гераның ағаһы менән никахы — боронғо ҡан-туғандаш ғаилә рудименты. Гераның ғаиләһе уның башҡа олимпия алиһәләре өҫтөнән хакимлығын билдәләһә лә, асылда, был образда олимпияға тиклемге осорҙағы бөйөк ҡатын-ҡыҙҙар илаһы һыҙаттары сағыла. Уның һыҙаттары — никахта үҙаллылыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ, юғары илаһ менән даими бәхәстәр, көнләшеү, асыу. Гера тормош иптәшенең никахтан тыш бәйләнештәрен эҙәрлекләй һәм классик олимпия мифологияһы дәүере моногам ғаиләһен яҡлаусы алиһә сифатында тасуирланған[92].
Гераның архаик үҙенсәлеге шунда — уның бала ғына көйө ергә ҡағылыуынан Тифон исемле имәнес зат тыуған (был уның хтоник көстәр менән бәйләнешен аңлата). Уның боронғолоғо шулай уҡ иң ҡанлы һәм стихиялы аллаларҙың береһе Арес уның улы булыуында сағыла[92].
Бәлки, зооморф үткәне булғандыр. Был хаҡта Гомер менән Нонн Панополитанскийҙың уны «үгеҙ күҙле» (Βοῶπις) эпитеты менән ҡылыҡһырлауы, шулай уҡ уға һыйыр ҡорбан ителеүе миҫал. Әммә уны кеше булмаған образда, һыйыр һымаҡ йә һыйыр башлы итеп һүрәтләү юҡ[93]).
Шул уҡ ваҡытта, грек героик мифологияһы системаһында Гера геройҙарҙы һәм ҡалаларҙы яҡлаусы булып тора[92].
Троя һуғышында ахейҙарға ярҙам итеү өсөн Афродита билбауы ярҙамында Зевсты үҙенә ҡаратыу — тау башындағы хуш еҫле сәскәләр һәм үләндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар матриархат илаһы бөйөклөгөн хәтерләтеп, Грецияның төрлө ҡалаларында тантаналы рәүештә атҡарылған крит-микен изге никахының аналогы булып тора[92]. Никах Критта ла Кносста байрам ителгән. Был никах, матриархаль ҡатын-ҡыҙҙар илаһы бөйөклөгөн хәтерләтеп, яҡшы яҙғы ямғырҙан һуң барлыҡҡа килгән ер менән күк бәйләнеше булараҡ ҡарала. Был ямғырҙың хәбәрсеһе кәкү. (Гера байрамдары көндәрендә кейәүҙәр алиһә миһрабына кәкүк битлеге кейеп яҡынлашҡан).
Ҡорамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитектурала төп өлөшө Боронғо Грецияла төҙөлгән Гераның иҫ киткес ғибәҙәтханалары билдәле. Самостағы Герейон ғибәҙәтханаһын Геродот иң күренекле ғибәҙәтхана тип һанаған. Уның тарихсыһы Донъяның ете мөғжизәһе исемлегенә индергән[94].
Гера хөрмәтенә төҙөлгән ғибәҙәтханалар Герайондар (бор. грек Ἡραῖον) тип аталғандар.
Иконография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гера (Юнона) күркәм, һомғол матурлығы менән айырылып тора[95]. Ҡайһы саҡта ул диадема йәки таж кейгән[95]. Олимпийлылар һүрәтендә ул иң уртала Юпитер янындағы тәхеттә ултыра.
Гераның антик скульптуралары араһында:
- Барберини Гераһы
- Боргезе Гераһы
- Фарнезе Гераһы (копия греческого оригинала 5 в. до н. э.).
- Юнона Людовизи Гераһы — Яңы Заманда был һын Гераның антик статуяларынан иң яҡшыһы тип иҫәпләнә[96], әммә һуңынан асыҡланыуынса, был Кесе Антонияның идеалләштерелгән портреты.
-
Барберини Гераһы
-
Боргезе Гераһы
-
Людовизи Гераһы
-
Тондо
Рельефтарҙа (Дельфалағы сифнийҙар хазинаһы фризы, Парфенондың көнсығыш фризы) Гера Зевс эргәһендә. Гера менән Зевстың туйы Селинунталағы Гера ҡорамы метопында һүрәтләнгән.
Вазаларҙағы яҙмаларҙа Ио менән сәхнәләрҙә Гера тураһындағы мифтың, Парис суды сюжеттары һ. б. ҡулланыла.
Гиераполь ҡалаһында (хәҙерге Сүриә биләмәһендә) ғибәҙәтханала алтын ялатылған һәм аҫыл таштар менән биҙәлгән Гера (Зевстың ҡатыны) һындары торған, уларҙың иң мөһиме, раҫлауҙарынса, бик ҙур ҡыҙыл яҡут (рубин) булған. Боронғо грек яҙыусыһы Лукиан Самосатский был һынды бына нисек һүрәтләй:
«Һүрәт алтын ялатылған һәм ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән. Уларҙың береһе һыу кеүек яҡты һәм үтә күренмәле, икенселәре шарап һымаҡ емелдәй, ә өсөнсөләре, уттай яна… Бер аҙ ентекләберәк Гераның башындағы ташҡа туҡталырға кәрәк. Уны „Яҡтылыҡ“ тип атайҙар, һәм был уның ғәмәленә тап килә: төндә ул шул тиклем сағыу балҡый, хатта ғибәҙәтхананы бик күп яҡтыртҡыстар ярҙамында яҡтырта. Көндөҙ, был яҡтылыҡ кәмегәндә, таш тышҡы ҡиәфәте буйынса утҡа оҡшай башлай».— Лукиан
Атрибуттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның мотлаҡ атрибуты — диадема, уның алиһәләр араһында иң мөһиме булыуының символы. Тауис уға арналған йән эйәһе булып тора, ҡуша егелгән тауис ул ултырған арбаны килтерә[95].
Ул, үҙен иҫ киткес итеп күрһәткән, алиһәнән бурысҡа алған Венераның Билбауын кейә[95].
Боронғо заманда уға йәнә ике атрибут — гранат (уның күп бөртөктәре уңдырышлылыҡты символлаштыра) һәм кәкүк һыны (өмөттө аҡламаған никах эмблемаһы) менән осланған скипетр биргәндәр. Кәкүк тә уның изге ҡошо булған[95].
Яңы Заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зевстың мажаралы мөхәббәт сәхнәләрен ул болоттар араһынан күҙәтеп торған хәлдә йә булмаһа, һуғыш арбаһында килеп етеп, осрашыуҙы өҙөүе һүрәтләнгән[95].
«Парис суды» сәхнәһендә, Геракл, Ио тураһындағы мифтарҙан сәхнәләрҙә Гераың һүрәте таралған. Ио тарихының һуңғы эпизоды һүрәтләнеше билдәле: иренең һөйәркәһен күҙәтергә ебәрелгән йөҙ күҙле ғифрит Аргус Гермес тарафынан үлтерелгән. Барокко осоронда күҙҙәре ян-яҡҡа һибелеп ятҡан үле Аргус кәүҙәһе һүрәтләнә. Амурҙар күҙҙәрҙе йыйып, Павлин ҡойроғона һалған Гераға тапшыра, ә ул, үҙ сиратында, күҙҙәрҙе тауис ҡойроғона таға (Х. Голциус, Питер Пауль Рубенс, Я. Йорданс, А. Блумарт, Н. Пуссен һ. б.).
«Юнона Венераның билбауын һорай» (А. Куапель, Дж. Рейнолдс), «Юнона Эоланың елдәрен Одиссеяның һәләкәтенә ебәреүен һорай», «Юнонаға ҡорбан килтереү» (П. Ластман, Дж. Б. Тьеполо), шулай уҡ «Юнона Гипнос Батшалығында» — был юлы ул Зевсты Ида тауына ҡағылышлы тарихта һоҡландырып үҙенә ҡаратыуҙа (в обольщении) ярҙам итеү өсөн юлға сыҡҡан.
Дүрт элементтың аллегорик һүрәтләнешендә ул (Илиадаға ярашлы, һауала һандалдар менән эленеп торған) Һауа стихияһын кәүҙәләндергән[95].
Муллыҡ биреүсе булараҡ ул барокко осорондағы баҡса пластикаһында сығыш яһай.
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уға Гомерҙың XII гимны һәм XVI орфик гимны бағышланған. Эсхилдың «Семела, или Водоносицы» трагедияһында[97], шулай уҡ Сенеканың «Геркулес в безумье» трагедияһында хәйер йыйыусы Аргос жрицаһы (фр.168 Радт) ҡиәфәтен алған ҡатнашыусыһы. Флиунтта Гера статуяһының булмауын аңлатҡан изге хикәйәт булған[98].
Лукиандың «Сүриә алиһәһе тураһында»ғы әҫәре ассирия Гераһы тип аталған алиһәгә бағышланған.
Яңы заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Валерий Брюсов. «Иксион һәм Зевс»
Музыкала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- И. И. Фукс. «Тынысландырылған Юнона» («Умиротворённая Юнона») һ. б. опералар
- Дж. Б. Бонончини. «Юнона менән Палладаның яңы ярышы» («Новое состязание Юноны и Паллады») кантаталары
- С. Майр. «Юнона һәм Паллада»
Астрономияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү](103) Гера астероиды Гера хөрмәтенә аталған. Ул 1868 йылдың 7 сентябрендә Америка астрономы Джеймс Крейг Уотсон тарафынан Америка Ҡушма Штаттарындағы Детройт обсерваторияһында асыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Любкер Ф. Ἥρα (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 603—604.
- ↑ Любкер Ф. Κρόνος (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 356—357.
- ↑ Любкер Ф. Ζεύς (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1479—1482.
- ↑ Любкер Ф. Ἥβη (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 594.
- ↑ Любкер Ф. Ἥφαιστος (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 602—603.
- ↑ Παυσανίας 6.6.2 // Описание Эллады (др.-греч.)
- ↑ Предметно-понятийный словарь греческого языка. Микенский период. Л., 1986. С.142
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 24 декабрь 2011. - ↑ Павсаний. Описание Эллады II 17, 4; Вергилий. Лидия 63-65 намёк
- ↑ Павсаний. Описание Эллады II 36, 1
- ↑ Аристофан. Птицы 603—604
- ↑ Гомер. Илиада XIV 296
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XLI 324
- ↑ Диодор Сицилийский. Историческая библиотека V 72, 4
- ↑ Первый Ватиканский мифограф, 2000, III. 61
- ↑ Грейвс, 1992, Гера и её дети, с. 30
- ↑ Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 3, 1
- ↑ Овидий. Фасты V 251—256
- ↑ Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 3, 5
- ↑ Schirmer, 1884—1890
- ↑ Jessen, 1894
- ↑ Кондрашов, 2016, Ангела
- ↑ Павсаний. Описание Эллады II 13, 3
- ↑ Античные гимны, 1988, Гомеровские гимны I. 19—101
- ↑ Delos // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
- ↑ Лето // Лас-Тунас — Ломонос. — М. : Большая российская энциклопедия, 2010. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 17). — ISBN 978-5-85270-350-7.
- ↑ Античные гимны, 1988, Гимны Гомера. I. 97—116
- ↑ 28,0 28,1 Sybel, 1884—1890
- ↑ Псевдо-Аполлодор, 1972, I. IV. 1
- ↑ Тахо-Годи Титий, 1990
- ↑ 31,0 31,1 Псевдо-Аполлодор, 1972, III. IV. 3
- ↑ Ярхо, 1990
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, IV. 416—421
- ↑ Leucothea (ингл.). britannica.com. Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 18 февраль 2020. Архивировано 18 февраль 2020 года.
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, IV. 418—541
- ↑ Кондрашов, 2016, Ино
- ↑ Тахо-Годи Ино, 1990
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, III. 357—401
- ↑ Тахо-Годи Эхо, 1990
- ↑ Roscher, 1884—1890
- ↑ Гигин. Астрономия II 43
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, I. 588—611
- ↑ Engelmann Io, 1890—1894, kol. 264
- ↑ 44,0 44,1 Псевдо-Аполлодор, 1972, II. 1. 3
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, I, 587—627
- ↑ 46,0 46,1 Тахо-Годи Аргос, 1990
- ↑ Гесиод, 2001, фрагмент 294. Эгимий, с. 183
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, I. 626—627
- ↑ Wernicke, 1895
- ↑ Weizsäcker, 1890—1894
- ↑ Smith, 1873
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, I, 669—721
- ↑ Псевдо-Аполлодор, 1972, II. I, (3)
- ↑ Нонн Панополитанский, 1997, XII. 70
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, I. 720—723
- ↑ Аргус, великан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Аргус // Анкилоз — Банка. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 2). — ISBN 5-85270-330-3.
- ↑ Вергилий, 1979, Георгики. III. 147—153
- ↑ 59,0 59,1 Тахо-Годи Ио, 1990
- ↑ Псевдо-Гигин Мифы, 2000, 145
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, I, 728—747
- ↑ Engelmann Io, 1890—1894, kol. 265—269
- ↑ Павсаний, 1996, VIII. 3. 6
- ↑ Псевдо-Аполлодор, 1972, III. 8. 2
- ↑ 65,0 65,1 Drexler, 1890—1894, kol. 932
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, II. 409—530
- ↑ Овидий Фасты, 1973, II. 153—192
- ↑ Псевдо-Гигин Мифы, 2000, 177
- ↑ Псевдо-Гигин Астрономия, 1997, II. 1. 5
- ↑ Тахо-Годи Каллисто, 1990
- ↑ Ҡалып:Книга:Гомер:Илиада
- ↑ Тахо-Годи Илифия, 1990
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, IX. 280—325
- ↑ Антонин Либерал, 1997, XXIX. Галинфиада
- ↑ Илиада XIV 249—262; XV 18-30
- ↑ Евстафий. К Илиаде XV 19 // Лосев А. Ф. Мифология греков и римлян. М., 1996. С.48
- ↑ Климент. Протрептик 36, 2, по Паниасиду
- ↑ Диодор Сицилийский, 2000, IV. 39, 3
- ↑ Ҡалып:Книга:Гомер:Одиссея
- ↑ Гесиод, 2001, Теогония. 950—955
- ↑ Гесиод, 2001, фрагмент 229, с. 162
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, IX. 399—402
- ↑ Тахо-Годи Геба, 1990
- ↑ Sybel Hebe, 1884—1890
- ↑ Дилите Д.: Античная литература. Олимпийские боги . Дата обращения: 12 ноябрь 2014. Архивировано 12 ноябрь 2014 года.
- ↑ Павсаний. Описание Эллады II 22, 1
- ↑ Павсаний. Описание Эллады IX 39, 5
- ↑ Ликофрон. Александра 859 и комм.
- ↑ Ликофрон. Александра 1350
- ↑ Гесихий // Лосев А. Ф. Мифология греков и римлян. М., 1996. С.223
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XXXII 56; XLVII 512
- ↑ 92,0 92,1 92,2 92,3 92,4 Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т. 1. С. 275—277 . Дата обращения: 24 декабрь 2011. Архивировано 6 ғинуар 2012 года.
- ↑ Зайцев А. И. Греческая религия и мифология / Под ред. Л. Я. Жмудя. — СПб.: Филологический факультет СПбГУ, 2004. — С. 102. — 208 с. — (Из наследия А. И. Зайцева). — 900 экз. — ISBN 5-8465-0141-9.
- ↑ Перевод с английского С. Г. Загорской, М. А. Калининой, Д. А. Колосовой. 70 чудес зодчества Древнего мира: Как они создавались? = The Seventy Wonders of the Ancient World. The Great Monuments and How They Were Built. — М: Издательство Астрель, 2004. — 304 с. — ISBN 5-271-10388-9.
- ↑ 95,0 95,1 95,2 95,3 95,4 95,5 95,6 Ҡалып:Книга:Джеймс Холл, 1996
- ↑ Пащенко М. В. Начало Веймарской классики: Юнона Людовизи — теория символа Гёте и Шиллера // Вопросы философии. 2013. № 11 . Дата обращения: 14 ғинуар 2014. Архивировано 16 ғинуар 2014 года.
- ↑ Платон. Государство II 381d
- ↑ Павсаний. Описание Эллады II 13, 4
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Античные гимны / сост. и общ. ред. А. А. Тахо-Годи. — М.: Издательство Московского университета, 1988. — 359 с. — (Университетская библиотека). — 30 000 экз. — ISBN 5-211-00182-6.
- Антонин Либерал Метаморфозы // Вестник древней истории / Перевод с древнегреческого, вступительная статья и комментарии В.Н. Ярхо. — 1997. — № 3—4.
- Вергилий. Буколики. Георгики. Энеида. — М.: Художественная литература, 1979.
- Гесиод. Полное собрание текстов / Вступительная статья В.Н.Ярхо. Комментарии О.П.Цыбенко и В.Н.Ярхо. — М.: Лабиринт, 2001. — 256 с. — (Античное наследие). — ISBN 5-87604-087-8.
- Диодор Сицилийский. Историческая библиотека / Перевод, статья, комментарии и указатель О. П. Цыбенко.. — М.: Лабиринт, 2000. — (Античное наследие).
- Нонн Панополитанский. Деяния Диониса / Перевод с древнегреческого Ю. А. Голубца. — СПб.: Алетейя, 1997. — 595 с. — (Античная библиотека. Античная история). — ISBN 978-5-89329-33-X.
- Овидий. Метаморфозы / Перевод с латинского С. В. Шервинского. Примечания Ф. А. Петровского.. — М.: Художественная литература, 1977.
- Овидий. Фасты // Элегии и малые поэмы / сост. и предисл. М. Гаспарова. Коммент. М. Гаспарова и С. Ошерова. — М.: Художественная литература, 1973. — 526 с. — (Библиотека античной литературы. Рим).
- Павсаний. Описание Эллады / Перевод и примечания С. П. Кондратьева под редакцией Е. В. Никитюк. Ответственный редактор проф. Э. Д. Фролов.. — СПб.: Алетейя, 1996. — ISBN 5-89329-006-2.
- Первый Ватиканский мифограф / Перевод с латинского языка, вступительная статья и комментарии В. Н. Ярхо. — Алетейя, 2000.
- Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека / Перевод, заключительная статья, примечания, указатель В. Г. Боруховича. — Л.: Наука, 1972.
- Псевдо-Гигин. Астрономия / перевод с латинского и комментарии А. И. Рубана. — СПб.: Алетейя, 1997. — (Античная библиотека). — ISBN 5-89329-017-8.
- Псевдо-Гигин. Мифы / Перевод с латинского, комментарий Д. О. Торшилова под общей редакцией А. А. Тахо-Годи. — СПб.: Алетейя, 2000. — 360 с. — (Античная библиотека). — ISBN 5-89329-198-0.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грейвс Роберт. Мифы Древней Греции. — М.: Прогресс, 1992. — 624 с. — (Антропология, этнография, мифология, фольклор). — ISBN 5-01-001587-0.
- Кондрашов А. П. Кто есть кто в мифологии Древней Греции и Рима. 1738 героев и мифовМ.: РИПОЛ, 2016. — ISBN 978-5-386-09554-3. . —
- Тахо-Годи А. А. Аргос // Мифы народов мира / Главн. ред. С. А. Токарев. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 83—84.
- Тахо-Годи А. А. Геба // Мифы народов мира / Главн. ред. С. А. Токарев. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 221—222.
- Тахо-Годи А. А. Илифия // Мифы народов мира / Главн. ред. С. А. Токарев. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 416.
- Тахо-Годи А. А. Ино // Мифы народов мира / Главн. ред. С. А. Токарев. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 448.
- Тахо-Годи А. А. Ио // Мифы народов мира / Главн. ред. С. А. Токарев. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 449—450.
- Тахо-Годи А. А. Каллисто // Мифы народов мира / Главн. ред. С. А. Токарев. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 505—506.
- Тахо-Годи А. А. Титий // Мифы народов мира / Главн. ред. С. А. Токарев. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 985.
- Тахо-Годи А. А. Эхо // Мифы народов мира / Главн. ред. С. А. Токарев. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 1130.
- Ярхо В. Н. Семела // Мифы народов мира / Главн. ред. С. А. Токарев. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 907—908.
- Drexler. Kallisto // Ausführliches Lexikon der griechischen und römischen Mythologie : [нем.] / Roscher Wilhelm Heinrich. — Leipzig : Druck und Verlag von B. G. Teubner, 1890—1894. — Bd. II. — Kol. 931—935.
- Jessen O.[de]. Angelos 1 : [нем.] // Paulys Realencyclopädie der classischen Altertumswissenschaft. — 1894. — Bd. I, 2. — Kol. 2189.
- Roscher. Aigina // Ausführliches Lexikon der griechischen und römischen Mythologie : [нем.] / Roscher Wilhelm Heinrich. — Leipzig : Druck und Verlag von B. G. Teubner, 1884—1890. — Bd. I. — Kol. 148—149.
- Schirmer. Angelos // Ausführliches Lexikon der griechischen und römischen Mythologie : [нем.] / Roscher Wilhelm Heinrich. — Leipzig : Druck und Verlag von B. G. Teubner, 1884—1890. — Bd. I. — Kol. 348.
- v. Sybel. Hebe // Ausführliches Lexikon der griechischen und römischen Mythologie : [нем.] / Roscher Wilhelm Heinrich. — Leipzig : Druck und Verlag von B. G. Teubner, 1884—1890. — Bd. I. — Kol. 1869—1871.
- v. Sybel. Eileithyia // Ausführliches Lexikon der griechischen und römischen Mythologie : [нем.] / Roscher Wilhelm Heinrich. — Leipzig : Druck und Verlag von B. G. Teubner, 1884—1890. — Bd. I. — Kol. 1220—1221.
- Engelmann. Io // Ausführliches Lexikon der griechischen und römischen Mythologie : [нем.] / Roscher Wilhelm Heinrich. — Leipzig : Druck und Verlag von B. G. Teubner, 1890—1894. — Bd. II. — Kol. 263—280.
- Leonhard Schmitz[en]. IYNX // A Dictionary of Greek and Roman biography and mythology / Smith, William (ed.). — London: John Murray: printed by Spottiswoode and Co., New-Street Square and Parliament Street, 1873. — Vol. II. — P. 692.
- Weizsäcker. Iynx // Ausführliches Lexikon der griechischen und römischen Mythologie (нем.) / Roscher Wilhelm Heinrich. — Leipzig: Druck und Verlag von B. G. Teubner, 1890—1894. — Bd. II. — Ҡалып:-..
- Вернике К.[de]. Argos 19 : [нем.] // Paulys Realencyclopädie der classischen Altertumswissenschaft. — 1895. — Bd. II, 1. — Kol. 791—795.
- Ἥρα // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
- Klinz A., Ἱερος γάμος, Halle, 1933;
- Pestallozza U., Βοῶπις πότνια, «Athenaeum», Pavia, 1939, fasc 2—3. p. 105—37; * Pötscher W., Hera und Heros, «Rheinisches Museum», 1961, Bd 104, № 4;
- его же, Der Name der Göttin Hera, там же, 1965, Bd 108, № 4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалып:Олимпийские боги Ҡалып:Троянская война Ҡалып:Древнегреческая мифология
- Википедия:Cite web (некорректное использование: параметры архивации)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан url)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан title)
- Фольклор
- Мөхәббәт һәм никах аллалары
- Гера
- Зевс
- Күк Батшабикәһе
- Боронғо грек алиһәләре
- Олимптың ун ике илаһы
- Алфавит буйынса илаһтар