Эстәлеккә күсергә

Демосфен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Демосфен
бор. грек. Δημοσθένης
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ Древние Афины[d]
Тыуған көнө б. э. т. 384
Тыуған урыны Верхняя Пеания[d]
Вафат булған көнө 12 октябрь б. э. т. 322
Вафат булған урыны Порос[d], Порос[d], Острова[d], Аттика[d], Греция
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе яд[d]
Әсәһе Клеобулаһы[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле боронғо грек теле[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, дипломат, оратор, яҙыусы
Биләгән вазифаһы илсе[d]
Сәләмәтлек торошо заикание[d][2]
Культура Боронғо Греция
Член дема Пэания[d][3]
Эра Антика
Изображается на Statue of Demosthenes, Paiania[d], Bust of Demosthenes, Antirrio park[d] һәм Bust of Demosthenes, Paiania[d]
Подтверждено в Mare Magnum volume 82[d][4]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Demosthenes
 Демосфен Викимилектә
Демосфен
бор. грек. Δημοσθένης
Бюст Демосфена
Бюст Демосфена
Тыуған көнө

б. э. т. 384({{padleft:-384|4|0}})

Вафат булған көнө

12 октябрь б. э. т. 322

Ил

Древние Афины[d]

 Демосфен Викимилектә

Демосфе́н (бор. грек. Δημοσθένης, Dēmosthénēs; б.э.т. 384 йыл, Афина — б.э.т. 322 йыл) — Боронғо донъя ораторы.

Демосфен беҙҙең эраға тиклем 384 йылда[5] тыуа. Атаһы (шулай уҡ Демосфен исемле) хәлле ҡорал оҫтаһы була, Афина янында Паяния демында йәшәй[6]. Ул пандионис ҡәбиләһенә ҡарай. Икенсе бер боронғо грек ораторы Эсхин раҫлауынса, Демосфендың әсәһе сығышы менән скиф була, быны хәҙерге ғалимдарҙың ҡайһы берҙәре шик аҫтына ҡуя.

7 йәшендә Демосфен етем ҡала, атаһы уға һәйбәт кенә мираҫ ҡалдырһа ла, законлы опекундары мираҫты туҙҙырып бөтә. Б.э.т. 366 йылда бәлиғ булыу йәшенә еткән Демосфен опекундарынан отчет талап итә, бер тин дә ҡалмағанын белгәс, суд аша түләтергә була. Күп йылдар буйы барған суд процесында ул оратор сифатында үҙе сығыш яһай. Судтар Демосфен күргән зыян күләмен ун талантҡа баһалай, әммә ул б.э.т. 361 йылға атаһынан ҡалған мираҫтынң бик бәләкәй өлөшөн генә ҡайтарып алыуға өлгәшә[7]. Ләкин ораторлыҡ сәнғәте менән киң билдәлелек алып өлгөрә.

Һүҙ оҫтаһына әүерелеүегә уның Исей исемле остазы ҙур тырышлыҡ һала[8]. Диоген Лаэртский фекеренсә, Демосфен Евбулидта ла уҡыған (Diog. L. II 108).

Демосфен йәштән ораторлыҡ даны тураһында хыяллана, Перикл өлгөһөнә эйәрә һәм бик тырышып Фукидидты өйрәнә, уның хеҙмәттәрен һигеҙ тапҡыр үҙ ҡулы менән күсереп яҙа. Афиналар ул заманда ораторҙарға бик талапсан була: ораторҙан эске йөкмәтке генә түгел, мимика, ҡулдарҙың, бармаҡтарҙың мәғәнәле хәрәкәте, телмәр һөйләгәндә кәүҙәне тотоу, физиономия уйыны кәрәк була. Ә Демосфен телгә оҫта булмай, тауышы көсһөҙ, тыны тар, ҡулбашы тартыша һ.б. Ныҡышмаллыҡ һәм энергия менн ул был етешһеҙлектәренең барыһын да еңеп сыға[9].

Ул, ауыҙына ваҡ таш тултырып, һүҙҙәрҙе асыҡ әйтергә өйрәнгәс, телмәрҙәрен йыйылған халыҡ геүләүенә оҡшаш диңгеҙ тулҡындары шауы аҫтында һөйләп өйрәнә; текә ҡая баштарына менеп, шиғарҙар һөйләй; көҙгө алдында мимикаһын күнектерә[10], ҡулбашы һикергән һайын түшәмгә элеп ҡуйған ҡылыс осона төртөлә. Һүҙ оҫталығы өлгөләрен өйрәнеп, Демосфен аҙналар буйы бүлмәһенән сыҡмай, сыҡҡы килеү вәсвәсәһенә бирешмәҫ өсөн ярты башынан сәсен ҡырып ташлай. Уның халыҡ алдында сығыш яһауы тәүҙә уңышһыҙ була, әммә актёр Сатирҙың дәртләндергес һүҙҙәре Демосфенға үҙе өҫтөндә эшләргә көс-ҡеүәт бирә.

Псевдо-Плутарх яҙғанға ҡарағанда, Демосфен бер тапҡыр өйләнә. Ҡатыны тураһындағы берҙән-бер билдәле мәғлүмәт шул: ул билдәле граждан Гелиодорҙың ҡыҙы була. Эсхин яҙыуынса, Демосфендың ҡыҙы ла була. Ҡыҙы бик йәшләй үлеп ҡала.

Демосфен ораторлыҡ оҫталығына өйрәнә. Жан Леконт дю Нуи.

Демосфендың сәйәси эшмәкәрлеге Филипп Македонскийҙың көсәйеүенән башлана. Афина азатлығының һәләк булырын алдан күреп, Демосфен данлыҡлы филиппиктары һәм олинф телмәрҙәре менән сығыш яһай. Б.Э.т. 352 йылда афиналарға беренсе тапҡыр Филипптың йәшерен маҡсаттарын асып һала һәм ватандаштарын көслө флот менән ғәскәр булдырыу өсөн бөтә нәмәне ҡорбан итергә саҡыра. Ул Филипптың Грецияла хәрби хәрәкәттәрен ентекле күҙәтә, халыҡты уның дошмандары яҡлы булырға өндәй. Демосфен уңышһыҙлыҡтарҙан бөгөлөп төшмәй; әммә Филипп көс һәм хәйлә менән Фокиданы баҫып алып, Фива алдына шарттар ҡуйғас һәм Афинаға илселәр ебәргәс, Демосфен «Тыныслыҡ тураһында» тигән телмәрен һөйләй һәм яңы көрәш өсөн уңайлы шарт тыуғанын көтөп, көскә ҡаршы сыҡмай торорға саҡыра. Демосфен Филипп менән солох килешеүе төҙөргә ебәрелгән илселәр араһына индерелә, был килешеү һуынан Филократ солохо тип атала.

Тиҙҙән Филипп, аргивтарҙың лакедемондар менән дошманлығынан файҙаланып, беренселәренә ярҙамға аҡса һәм ғәскәр ебәрә, ошо юл менән ул Пелопоннесҡа үтеп инергә ниәтләнә. Ул сағында Демосфен Афинаның башҡа илселәре менән бергә аргивтарҙы һәм и мессендарҙы Филипп менән берләшеүҙән дүндерергә китә. Мәкерле Филипптың илселәре афиналарҙы уның тыныслыҡ һөйөүсәнлегенә ышандырырға тырышһа ла, Демосфен буш һөйләй тип данын һатһа ла, Демосфен ярһыу телмәрҙәре һәм тәрән инанғанлығы ярҙамында үҙенең икенсе филиппикаһында уны фашлай һәм халыҡтың ауыҙына лайыҡлы яуапты һала. Демосфендың был ҡаҙанышы айырыуса ҡиммәтле була, сөнки Филипп Афинала, кемде — һатып алып, кемде — башҡа саралар менән әүрәтеп,үҙенә көслө әшнәләр туплаған була; уларҙың башында Демосфендың дошманы Эсхин тора. Филипп Эвбеяны алып, Афинаның азатлығына тағы ла нығыраҡ янай башлағас, Демосфенға уның менән һәм уның партияһы менән тағы тартҡылашырға тура килә.

Был юлы ла Демосфендың көс-ҡеүәте, таланты еңә. Ул бөтә Грецияны Филиппҡа ҡаршы күтәрә. Демосфен өгөтләүе буйынса йыйылған ғәскәр башында торған Фокио Эвбеянан Филипп ултыртҡан тирандарҙы ҡыуа. Тиҙҙән Филипп Коринфты ҡамауҙы туҡтата. Демосфенға Дионисиялар байрамында алтын таж кейҙерелә; ләкин башлаған эшен уңышлы тамамлау насип булмай. Өсөнсө Изге һуғыш Филиппҡа Грецияның уртаһына барып инеүгә юл аса. Ул Элатеяны ала. Афина халҡы рух төшөнкөлөгөнә бирелә. Тик Демосфен ғына бирешмәй, Уның тырышлығы һәм ҡатнашлығы менән Афина менән Фива араһында килешеү төҙөлә, был бер түгел, ике еңеү килтерә. Афина тантана итә, Демосфендың башына венок кейҙерәләр; тик шатлыҡ ҡыҫҡа ғүмерле һәм һуңғыһы була.

Херонея янында б.э.т. 338 йылғы алыш Грецияның азатлығына һәм бойондороҡһоҙлоғона нөктә ҡуя. Мәкерле Филипп афиналарҙың ихтирамын яуларға тырыша, Демосфен иһә уларҙы Филиппҡа ышанмаҫҡа өгөтләй. Дошмандары күбәйә, сҡнки Филипптың яһалма йыуашлығы һәм аҡсаһы граждандарҙы һатып ала. Ләкин Эсхиндың күп тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, халыҡ Демосфенды күтәрә. Партиялар көрәше күп йылдарға һуҙыла һәм Демосфендың еңеүе менән тамамлана. Уның «Таж тураһында» тигән телмәрен тыңларға бөтә Грециянан бер нисә мең кеше йыйыла. Хатта Эсхин үҙе данлы дошманының оҫта һүҙ камиллығын билдәләргә мәжбүр була.

Филипптың вафаты яңы өмөттәр уята. Демосфен халыҡты Филипптың вариҫтарына власты бирҙертмәҫкә өгөтләй. Искәндәр Зөлҡәрнәй фетнәне тиҙ баҫтыра. Уның еңеүҙәре Демосфендың рухын һындыра алмай. Ул Афинаны Искәндәрҙе ҡолатырға күндереү өсөн Фивалағы ихтилалды файҙалана. Искәндәр ихтилалды баҫтыра, Фиваны ҡаты язаларға дусар итә, афиналарҙан Демосфенды биреүҙәрен талап итә, әммә Афина халҡының үтенесен тыңлап, уны иҫән ҡалдыра. Бынан һуң Демосфен дошмандары тарафынан ҙур суд процесына йәлеп ителә, ҙур сумма түләргә тейеш булып сыға, ундай аҡсаһы булмағанлыҡтан Эгинаға һәм Трезенаға ҡаса.

Искәндәр үлгәс, Демосфен һөргөндән ҡайта, афиналар уны тантаналы ҡаршы ала, һөйләгәндәрен тыңлай, көрәшкә әҙерләнә. Тик тиҙҙән Краннон эргәһендәге яуҙа еңеләләр. Демосфен Калаврияға ҡаса.

Демосфен

Афина халҡы Демад тәҡдиме буйынса Демосфенға һәм уның яҡлыларға үлем хөкөмө сығара. Антипатр уны эҙләргә Архий етәкселегендә кешеләр сығарып ебәрә.

Архийҙыҡылар тарафынан уратып алынған Демосфен, дошманға тере көйө эләгергә телмәгәнлектән, Посейдон ғибәҙәтханаһында ағыу эсә (б.э.т. 322 й).

Афиналар тиҙҙән уға был ғибәҙәтхана янында һәйкәл ҡуя. Статуяға ошо һүҙҙәр сосҡоп яҙыла:

Әгәр ҡеүәтең, Демосфен, аҡылың кеүек булһа,
Элладала власты македон Арей ала алмаҫ ине

Демосфендың телмәрҙәрен «холоҡ көҙгөһө» тип атайҙар, бының менән уларҙың автор ҡараштары менән тура бәйләнешен һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Демосфендың ғәмәли риторикаһы уның замандашы булған Аристотелдең теоретик риторикаһына яҡын тора. Телмәрҙәрен ҡайһы берҙә төндәр буйы әҙерләй. Теле ҡупшы, әммә ябай, етди һәм күңелгә ятышлы, ҡыҫҡа, шул уҡ ваҡытта бик һығылмалы. Ул уңышты эффекттарға ынтылып түгел, ә рух көсө, фекер аҫыллығы, ватанға, уның намыҫына, данына һәм үткәненә һөйөүе менән яулай. Демосфендың фашлаусы телмәрҙәре зәһәр һәм әсе, шунлыҡтан уны замандаштары арг (бор. грек. ἀργῆς, «йылан») тип атай. Демосфендың борон билдәле булған телмәрҙәренең һаны 65. Уларҙың 61-е һаҡланған, ләкин бер нисәһенең Демосфендыҡы булыуы шикле.

Киней — мәшһүр оратор һәм Пиррға хеҙмәт иткән дипломат, Демосфендең уҡыусыһы була.

  1. BeWeB
  2. Brosch S., Pirsig W. Stuttering in history and culture (ингл.) // International Journal of Pediatric OtorhinolaryngologyElsevier BV, 2001. — Vol. 59, Iss. 2. — P. 81—87. — ISSN 0165-5876; 1872-8464doi:10.1016/S0165-5876(01)00474-8PMID:11378182
  3. (not translated to la) Prosopographia Attica (лат.)Berolinum: 1901.
  4. https://web.archive.org/web/20240224130539/http://www.maru.firenze.sbn.it/MareMagnum/mare_magnum.htm
  5. Weil, Henri. Biography of Demosthenes in "Demosthenes' Orations". Papyros (from the Greek translation). — 1975.
  6. The Road to Prominence // Demosthenes: Statesman and Orator / Worthington, Ian. — Routledge, 2002. — ISBN 0-203-18769-5.
  7. Burke, Edmund M. The Looting of the Estate of the Elder Demosthenes. — Museum Tusculanum Press, 1998. — ISBN 978-87-7289-535-2.
  8. Исей // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  9. ПлутархЖизнеописания», Дем. IV) отмечает, что современники Демосфена за его недостатки дали ему обидное прозвище Батал (бор. грек. βάταλος, «заика, косноязычный»).
  10. Demosthenes - Greek statesman and orator. Дата обращения: 7 май 2018. Архивировано 9 март 2018 года.

Демосфендың хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Loeb classical library» серияһы, 7 томда (№ 238, 155, 299, 318, 346, 351, 374)
  • «Collection Budé» серияһы изданы 13 томда.
  • Демосфен. Речи [I-XIX]. / Пер., ст. и примеч. С. И. Радцига. (Серия «Литературные памятники»). М.: Издательство АН,1954. 608 стр. 5000 экз.
  • Демосфен. Письма. / Пер. В. В. Вальченко. // ВДИ. 1981. № 2-3.
  • Демосфен. Речи. В 3 т. / Отв. ред. Е. С. Голубцова, Л. П. Маринович, Э. Д. Фролов. (Серия «Памятники исторической мысли»). М., Памятники исторической мысли, 1994. (полный русский перевод речей и писем)
  • Инглиз тәржемәләре:
  • Демосфен // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • БРЭ [1] 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.
  • Жебелев С. А. Демосфен. Берлин-М., 1922.
  • Радциг С. И. Демосфен — оратор и политический деятель. // Демосфен. Речи. М., 1954. С.405-484.
  • Вальченко В. В. К проблеме подлинности демосфеновских писем. // ВДИ. 1981. № 2. С.229-249.
  • Jaeger, Werner (1938). Demosthenes, the origins and growth of his policy. Walter de Gruyter Company. ISBN 3-11-002527-2.
  • Tsatsos, Konstantinos (1975). Demosthenes. Estia (на греческом языке).
  • Raphael Sealey, Demosthenes and His Time: A Study in Defeat. New York and Oxford: Oxford University Press, 1993. Pp. 340. ISBN 0-19-507928-0. (рецензия)
  • Ian Worthington (ed.), Demosthenes: Statesman and Orator. London: Routledge, 2000. Pp. xiv + 289 . ISBN 0-415-20457-7. (рецензия)
  • Craig A. Gibson, Interpreting a Classic: Demosthenes and His Ancient Commentators. Berkeley: University of California Press, 2002. Pp. xii, 261. ISBN 0-520-22956-8. (рецензия)