Илсе Ғайса (йыр)
Илсе Ғайса | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|
«Илсе Ғайса» («Ғайса», «Ғайса батыр», «Ғайса ахун») — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр И. В. Салтыков тарафынан XX быуаттың 20-се йылдарында яҙып алына, «Башҡорт көйҙәре» ҡулъяҙма йыйынтығына инә («Сборник № 2» булараҡ билдәле; Өфө авиация университетының фольклор кабинетында һаҡлана). «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығындағы тәүге баҫмаһы — 1943 йылда Х. Ф.Әхмәтов тарафынан Баймаҡ районында Х. М. Әхмәтовтан яҙып алынған варианты. Йыр варианттарын төрлө йылдарҙа [[Исмәғилев Заһир Ғариф улы|З. Ғ. Исмәғилев], К. Й. Рахимов, М. М. Сәғитов, Н. Д. Шоңҡаров, һәм башҡалар яҙып ала. Йыр лирик-эпик характерҙа. Урал аръяғының уҡымышлы дин әһелдәренең береһе Ғ.Ф. Рәсүлев исеме менән аталған.
Риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат урталарында Туңғатар улусы (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Учалы районы) Шәрип ауылында Хәйбулла исемле бер ярлы башҡорт йәшәгән. Уның Фәтхулла һәм Зәйнулла исемле улдары булған. Зәйнулла киләсәктә атаҡлы хәҙрәт булып китә (Ҡарағыҙ: Зәйнулла Рәсүлев). Ағаһы Фәтхулланың ике улы була — Ғайса менән Муса. Малайҙар Зәйнулла ағаһының «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡып, икеһе лә ахун исемен алыуға ирешә.
Ғайса Әүеш, Шәрип, Ялсығол ауылдарында ахун булып эшләгән, ә Муса Ахун ауылында эшләгән.
1904 йылда, урыҫ-япон һуғышы башланғас, Ғайса Рәсүлев үҙ теләге менән яуға киткән һәм мосолман, башҡорт һалдаттарының баш муллаһы итеп тәғәйенләнгән. Ул бында мосолман һалдаттарының рухын күтәреү менән генә шөғөлләнмәгән, үҙе лә һуғышта ҡатнашҡан, ҙур батырлыҡтары өсөн иң юғары награда — Георгий тәреһе ордены менән бүләкләнгән һәм юғары хәрби чин алған.
Һуғышта йөрөгәндә Ғайса ахун тыуған ерендә ҡустыһы Мусаның вафат булыу хәбәрен ишетә. Ғайса был хәлде бик ауыр кисерә. Ҡайғы-хәсрәтен аҙмы-күпме баҫыр өсөн ул ҡустыһына бағышлап бәйет һәм мөнәжәт сығара.
1986 йылдың 7 декабрендә сыҡҡан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә был йырҙың 22 куплеты бирелгән.
Йырҙың көйөнә киң диапазон ижектәрҙе һуҙып боролоштар менән биҙәкләп йырлау хас.
«Илсе Ғайса» йырын З. Ғ. Исмәғилев, Р. Ә. Мортазин тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән.
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Илсе Ғайса» йырын С. Ә. Абдуллин, Ф. Х. Бикбулатов, И. М. Ғәзиев, Х. Л. Ғәлимов, Ф. Й. Ҡудашева, Х. И. Мәжитов, З. Ғ. Мәхмүтов,|Ф. Ғ. Ноғоманова башҡара.
Йыр тураһында мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырҙың ни өсөн «Илсе Ғайса» тип аталыуының үҙ сәбәптәре бар. Халыҡ Ғайса ахунды үҙ мәнфәғәтен яҡлар, ер-һыу низағтарын хәл итешер ил-йорт ходатайы, илсеһе итеп йөрөтөр булған. Башҡортостандың көнсығыш аймаҡтарында ниндәй генә яуаплы эштәр килеп тыумаһын, халыҡ уны — яу батырын, урыҫса ла, төркисә лә яҡшы белгән уҡымышлы башҡорт улын — үҙенең илсеһе итеп ебәргән.
Йырҙың тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илсе Ғайса (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. Башҡортостан китап нәшриәте, 1995 йыл, 350 бит. ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз)Өфө «Китап» 1997 йыл.288 бит. ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.