Йофар (лат. Desmana moschata, (рус. Русская выхухоль ) — ҡиммәтле тиреле йәнлек[1]; ертишкестәр (Soricomorpha) отряды һуҡыр сысҡандар ғаиләһенән һөтимәр йәнлек.
Волга, Дон һәм Яйыҡ йылғалары бассейнында ғына осрай. Кәүҙәһе тығыҙ, 20 см-ға ҡәҙәр оҙонлоҡта. Ауырлығы 520 г-ға ҡәҙәр. Башы ҙур, хәрәкәтсән оҙон танау менән тамамлана. Ҡойроғо 17−20 см оҙонлоҡта, ике яғынан ҡыҫылған, ҡабырсаҡ һәм һирәк төк менән ҡапланған, ҡойроҡ төбөндә еҫле майлы матдә бүлеп сығарыусы махсус биҙҙәре урынлашҡан. Май тирене еүешләнеүҙән һаҡлай. Аяҡ бармаҡтары араларында киң йөзөү ярылары бар; артҡы аяҡтары алғыларыннан оҙонораҡ һәм көслөрәк. Йөн ҡапламы ебәк һымаҡ, ҡуйы, өҫкө яғы ҡара-ҡоңғорт, аҫҡы яғы - көмеш һымаҡ һоро төҫтә. Яртылаш һыуҙа тереклек итә. Өнөн, сығыу юлдарын һыу аҫтында ҡалдырып, текә ярҙарҙа ҡыуаҡ тамырҙары аҫтына ҡаҙа. Кис һәм төндә активлык күрһәтә. Һыуҙа йәшәүсе умыртҡаһыҙҙар, ваҡ балыҡ, үҫемлектәр менән туҡлана.
Енси яҡтан 6 айҙа өлгөрә. Моногам. Яҙғы һыу һүле (половодья) мәлендә ояларын ташлап сыҡҡан мәлдә парлашыу башлана. Быны ата йофарҙарҙың көслө итеп сырылдауынан, инә заттарҙың иркә генә моңло итеп тауыш сығарыуынан аңғарып була. Ҡауышыу мәле апрель-май айҙарына тура килә. Йыш ҡына ата заттар араһында мөнәсәбәт асыҡлау күҙәтелә.
Йөклөлөк 45—50 көн тирәһе дауам итә. Балаларының һаны 1—5 тирәһе була. Балалары яланғас, күҙе йомоҡ, хәлһеҙ булып тыуа. Һәр береһенең массаһы 2—3,3 г тирәһе генә була.
Йылына 1, һирәгерәк 2 тапҡыр бала тыуҙыра (май — июнь һәм ноябрь — декабрь). Тынысһыҙлағанда, ҡурҡыныс янағанда, инә йофар балаларын икенсе урынға күсерә. Ата заттар ҙа балалары янында була.
Балалалары 4 айҙа өлкәндәре кеүек туҡлана башлай. 4-5 айҙа үҙ-аллы йәшәүгә күсә. 4 йылға тиклем йәшәй.
Ҡиммәтле тиреһе өсөн аулау һөҙөмтәһендә, 20 быуат башына йофар Башҡортостанда бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Киренән тергеҙеү маҡсатында
1934—36 йылдарҙа Татар АССР-нан Дүртөйлө һәм Бөрө райондарына күпмелер һанда был йәнлектәрҙе ҡайтаралар. 1934 йылда "Ағас-күл"гә, Ағиҙел йылғаһының һыубаҫар туғайҙарына ебәрелә. Икенсегә, 1936 йылда Дүртөйлө районының башҡа күлдәренә (озера Учпили, Учтавлы, Изелчик, Чугураш, Анак-куль) һәм Илеш районына (Белосарым) ебәрелә. Реаклиматизация уңышлы килеп сыға.
1946-1955 йылдар эсендә һунар итеү һөҙөмтәһендә дүрт меңгә яҡын тире алына. Унан һуңғы йылдарҙа, йофарҙарҙың һаны ҡырҡа кәмей. 1949 йылдарҙа, яр һыҙатының һәр километры һайын 8,3 өң иҫәпләнһә, 1959 йылға 4,7-гә тиклем кәмей.
20 быуат аҙаҡтарына бик һирәкләп кенә, Дүртөйлө һәм Илеш райондарының һыубаҫар туғайлы һыу ятҡылыҡтарында осрауын дауам итә. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Һанын тергеҙеү өсөн әүҙем эш күреү: яңынан ситтән йәнлектәр ҡайтартыу һәм улар өсөн махсус заказниктар булдырыу талап ителә.
- ↑ Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)