Эстәлеккә күсергә

Каннын

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каннын
кор. 강릉시
кор. 江陵市
кор. Gangneung-si
кор. Kangnŭng-si
Герб
Рәсем
Дәүләт  Көньяҡ Корея
Административ-территориаль берәмек Канвондо[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+9:00[d]
Халыҡ һаны 210 456 кеше (2023)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2 метр
Туғандаш ҡала Альхемеси[d], Усть-Каменогорск[d], Титибу[d], Цзясин[d], Чаттануга[d], Цзинчжоу[d], Иркутск, Манши[d], Дэян[d] һәм Naic[d]
Милке Gangneung Stadium[d]
Майҙан 1040 км²
Рәсми сайт gangneung.go.kr/english/
Урынлашыу картаһы
Карта
 Каннын Викимилектә

Каннын (кор. 강릉시?, 江陵市?, Gangneung-si) — Көньяҡ кореяла, Канвондо провинцияһының ҡалаһы. Каннын Йондон регионының иҡтисади үҙәге тип һанала (Канвондо провинцияһының көньяғы). Каннын — илдең туристик үҙәктәренең береһе, бында Япон диңгеҙенең буйында, бер нисә популяр пляж урынлашҡан. Көньяҡ биҫтәләрендә Каннындың авиация базаһы урынлашҡан, элек унда шулай уҡ граждандар аэропорты урынлашҡан булған [2].

Ҡала терреторияһында Виман Чосон ваҡытынан алып ауыдар була. 129 йылда б. э. т. ҡаланы ҡытай Ханы баҫып ала һәм ҡалаға Цанхэ тип исем бирә. 313 йылда ҡаланы Когурё үҙенең властенә ала, һәм Хэсоран йәки Хасулла тип исем куша. Унан һуң, 550 йылда был ерҙәр Силла дәүләте күҙәтеүе аҫтына инә, һәм 757 йылда исеме Менджаға алмаша. 1308 йылда, Коре дәүерендә, Каннын хәҙерге исемен ала. Чосон династияһы ваҡытында, ҡала провинцияның үҙәге булған. 1955 йылда Каннын хәҙерге ҡала статусын ала. Шул уҡ ваҡытта Менджу өйәҙе ойошторола. 1995 йылда Менджу Каннын составына инә[3].

Ҡала Япон диңгеҙенең ярында урынлашҡан һәм көнсығыш Тхэбэксен тауының битләүҙәренә ылыға. Ҡала аша Намдэчхон йылғаһы аҡа, ул Вансанчхон йылғаһы менән ҡушыла, һәм Япон диңгеҙенә инә. Уртаса йыллыҡ температураһы 13,2 °C, уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме 2066мм (2002 йылдың мәғлүмәттәре)[4].

Административ бүленеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каннын административ яҡтан 1ыпҡа, 7менға,13 тонға (дон) бүленә[5]:

Исеме Хангыль Майҙаны, км² Халыҡ, кеше Эске бүленеш
Чумунджинып 주문진읍 60,55 22 347 Ри 5
Вансанмен 왕산면 245,49 1795 Ри 6
Йонгокмен 연곡면 202,52 6426 Ри 9
Кандонмен 강동면 112,48 5970 Ри 10
Куджонмен 구정면 42,73 4578 Ри 7
Оккемен 옥계면 148,8 1828 Ри 10
Сачхонмен 사천면 70,89 4501 Ри 9
Сонсанмен 성산면 80,29 3356 Ри 9
Каннамдон 강남동 16,09 20 970
Кенпходон 경포동 23,02 4982
Ке-идон 교2동 2,40 10 167 Инә. Кедон
Ке-ильдон 교1동 2,73 28 474 Инә. Кедон
Нэгоктон 내곡동 4,96 11 095
Окчхондон 옥천동 0,99 4765
Пхон-идон 포남2동 2,58 17 353 Инә. Пхонамдон
Пхон-ильдон 포남1동 1,28 12 609 Инә. Пхонамдон
Сонджондон 송정동 3,49 7644
Сондоктон 성덕동 11,41 28 565
Хонджедон 홍제동 89,74 3659
Чунандон 중앙동 0,99 6766
Чходандон 초당동 2,89 6029

Туризм һәм еңел сәнәғәт - ҡаланың төп иҡтисади тармаҡтары. Ҡалала ғилми-сәнәғәт комплексы төҙөү пландары бар, эшенең төп йүнәлеше булып яңы материалдар булдырыу, медицина һәм биология өлкәһендә тикшеренеүҙәр[6].

Каннында 2018 йылдың Ҡышҡы Олимп уйындары сиктәрендә ерлинг, конькила шыуыу, хоккей, шорт - трек һәм фигурлышыуыу буйынса ярыштар үтәсәк.

Ҡышҡы олимпия уйындары өсөн спорт ҡоролмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ябыҡ һырғалаҡ боҙ — керлинг
  • Каннындың хоккей үҙәге — шайба менән хоккей
  • Гепхо боҙ залы — фигуралы шыуыу, шорт-трек
  • Квандон Университетының спорт аренаһы — шайба менән хоккей
  • Конькиҙа йүгереү спорт ҡоролмалары Канны спорт Комплексы— конькила тиҙ йүгереү

Көньяҡ Кореяһының ҡалаларҙың күпселеге кеүек, Каннындың бер нисә символы бар[7]:

  • Сәскә: лагерстремия.
  • Ағас: ҡарағай.
  • Ҡош: аҡҡош.
  • Хайуан: юлбарыҫ.
  • Маскот: Гильдон-Хур.

Туризм һәм иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кенпходэ

Диңғеҙ ярында урынлашыу һәм оҙон пляждар һыҙығы Каннынды ҡыҙыклы курорт үҙеге итә.

Кенпходэ — ҡаланың тарихи өлкәһе, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн яратылған ял итеү урыны. Әйтәләр, Кенпходэлә айҙы бер үк ваҡытта биш урында күрергә мөмкин, — күктә, күл сағылышында, диңгеҙ сағылышында, стакандағы эсемлек сағылышында һәм яратҡан кешеңдең күҙҙәрендә.

28 сағылда төҙөлгән, Кенпходэ повильонының үҙәгендә, Кореяның Юль Гоко шағирының билдәле «Кенпходэб»поэмаһы һаҡлана, унда ул ай менән күк хәрәкәтен һүрәтләй[8].

Каннын шулай уҡ, фестивалдәре менә билдәле. Беренсе урында Фестиваль Тано (강릉단오제), ул Намдэчхон йылғаһында үтә. 1967 йылдан был фестиваль 13 һан аҫтында материаль булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә инә. 2005 йылдың 25 ноябрендә был фестиваль ЮНЕСКОның «Кешелектең телдән һәм материаль булмаған мираҫы шедеврҙары» списогына инә. Хәҙер был фестиваль төрлө фольклор тамашалар һәм традицион йолалар йыйынтыһы булып тора. Кванно маскалары менән бейеу киң билдәле, уны был фестивалдә генә күрергә мөмкин[9].

Каннынала шулай уҡ башҡа билдәле фестивалдәр үтә, уларҙың араһында — Каннындың халыҡ - ара йәштәр фестивале, ул Кореяның милли мәҙәниәтенә арналған. 2006 йылдан алып, был фестивалдән һуң, кенпхо тигән рок - фестиваль үтә.

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсми сайты мәғлүмәттәре буйынса[10]:

  • Көньяҡ Кореяның ҡалалары
  1. https://kosis.kr/statHtml/statHtml.do?orgId=101&tblId=DT_1B040A3&checkFlag=N
  2. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  3. История Каннына. (ингл.). Дата обращения: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йыл 19 август архивланған.
  4. География и климат Каннына. (ингл.). Дата обращения: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йыл 25 август архивланған.
  5. Административное деление Каннына. (кор.). Дата обращения: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года.
  6. Промышленность Каннына. (ингл.). Дата обращения: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йыл 25 август архивланған.
  7. Символы Каннына. (ингл.). Дата обращения: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йыл 16 июль архивланған.
  8. Туризм в Канныне. (ингл.). Дата обращения: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йыл 25 август архивланған.
  9. Фестиваль Тано. (ингл.). Дата обращения: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2014 йыл 19 август архивланған.
  10. Города-побратимы Каннына. (ингл.). Дата обращения: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йыл 25 август архивланған.

Каннын // Кандидат — Кинескоп. — М. : Советская энциклопедия, 1953. — С. 15. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 20).