Киняшов Михаил Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Киняшов Михаил Александрович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 сентябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Благовещен, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 июнь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Благовещен, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Киняшов Михаил Александрович (15 сентябрь 1924 йыл — 2 июнь 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының миномет расчеты командиры, гвардия кесе сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Благовещен ҡалаһының почётлы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Александрович Киняшов 1924 йылдың 14 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Благовещен ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 7 класты тамамлаған. Арматура заводында ремонтсы слесарь булып эшләй

1942 йылдың февралендә Башҡорт АССР-ы Благовещен районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

Кесе командирҙар мәктәбенә, ә аҙаҡ — хәрби училищеға уҡырға ебәрелә, уны тамамларға тура килмәй, сөнки күп курсанттарҙы командование Сталинград өсөн һуғыштағы данлыҡлы 13-сө гвардия уҡсылар дивизияһына юнәлтә.

1943 йылдың мартынан Бөйөк Ватан һуғышында. Курск дуғаһында һуғыша, Украина, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Днепр, Висла, Одер, Эльба йылғаларын һуғышып аша сыға. Прага ҡалаһын азат итеп, һуғышты тамамлай.

1947 йылда гвардия старшинаһы М. А. Киняшов демобилизациялана. Башҡортостанға, тыуған Благовещенск ҡалаһына ҡайта. Слесарь, мастер, начальник урынбаҫары, Благовещен арматура заводында пар көсө цехының начальнигы булып эшләй. .

1995 йылдың 2 июнендә вафат була. Благовещен ҡалаһында ерләнгән.[1].

Батырлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

34-се гвардия уҡсылар полкының миномет расчеты командиры (13-сө гвардия уҡсылар дивизияһы, 5-се гвардия армияһы, 2-се Украина фронты), гвардия кесе сержанты Михаил Киняшов, яугирҙәр менән командалыҡ итеп, 1944 йылдың 27 ғинуар — 2 февраль алыштарында Украинаның Кировоград өлкәһе Маловисковский районының Ковалёвка ауылы районында минометтан биш пулемёт нөктәһен, ике блиндажды, йөк менән ике арбаны юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 7 мартындағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил Александрович 3-сө дәрәжә Дан ордены (№ 51623) менән бүләкләнә.

1944 йылдың 16 авгусында М. А. Киняшов шул уҡ полктың, дивизия һәм армияның (1-се Украина фронты) составында польша ҡалаһы Буско-Здруйҙан 14 км көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан Стопница тораҡ пункты районында дошмандың һөжүмен кире ҡаҡҡанда миномет уты менән ике ут нөктәһен сафтан сығара һәм ун бишкә яҡын гитлерсыны юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 18 сентябрендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил Александрович 2-сө дәрәжә Дан ордены (№ 3542) менән бүләкләнә.

1945 йылдың 19 апрелендә Зенфтенберг (Германия) ҡалаһынан 9 км көнсығыштараҡ ятҡан Грос-Партвиц тораҡ пункты эргәһендәге һуғышта, дошмандың бер нисә пулемётын юҡ итеп, миномет расчеты командиры гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил үҙенең уты менән уҡсылар поразделениеларына Шпрее йылғаһын аша сығыуҙа ярҙам итә. 1945 йылдың 20 апрелендә, пехотаның хәрби тәртибендә эш итеп, ҡыйыу минометсы алты пулемётты һәм тиҫтәнән ашыу немец һалдатын юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 июнендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил Александрович 1-сө дәрәжә Дан ордены (№ 197) менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары
  • миҙалдар.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Благовещен ҡалаһының почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булған.
  • Благовещен ҡалаһының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Дан орденының тулы кавалеры М. А. Киняшовҡа арналған стенд бар.
  • Благовещен ҡалаһының бер урамы Киняшев исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Киняшов Михаил Александрович. «Герои страны» сайты.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа.