Кишинёвтағы сыуалыштар (2009)
Кишинёвта күмәк сыуалыштар — Молдавия баш ҡалаһы Кишинёвта, 2009 йылда Молдавия Парламентына апрелдәге һайлауҙарҙан һуң 7 апрелдә башланған күмәк сыуалыштар. Сыуалыштар молдаван оппозицияһының 6 апрелдәге митингыһынан һуң башлана.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бик күп көнбайыш киң мәғлүмәт сараларында был акциялар «Twitter(Твиттер) революцияһы» (ингл. Twitter Revolution) исеме алды[1], сөнки протест белдереүселәр үҙҙәренең хәрәкәтен ойоштороу һәм координациялау өсөн әүҙем рәүештә социаль селтәрҙе һәм Twitter кеүек бик тиҙ хәбәрләшеү хеҙмәтен ҡулландылар. 8 апрелдә Украина һәм Германия[2] киң мәғлүмәт саралары (СМИ) Молдавиялағы ваҡиғаларҙы «кирбес революцияһы» тип нарыҡланы. (укр. Цегляна революція)[3]. Был исем митингта ҡатнашыусылар бәрелештәрҙә һәм парламент бинаһына погром яһағанда таштар һәм суйырташтар ҡулланғанға күрә бирелгән. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Владимир Пехтин Молдавияла «Күксин революция» булды тип белдерә[4].
Тәүшарттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республикала социаль-иҡтисади хәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Молдавия Европаның иң ярлы дәүләттәренең береһе. Эске вал продуктына (ВВП) ситтән ингән аҡса күләме яғынан Молдавия элекке СССР составындағы республикалар араһында беренсе урынды алып тора һәм был күрһәткес буйынса донъя лидерҙарының береһе[5]. Башлыса илдең эске вал продукты (ВВП) эш эҙләп илдән сығып киткән гастарбайтерҙарҙың күсергән аҡсаһына бәйле. Статистика буйынса, Молдавияның 10%-тан кәм булмаған халҡы эш эҙләп ситкә китә. Тик 1999 — 2006 йылдарҙа ғына гастарбайтерҙар Молдавияға 3,9 миллиард АҠШ доллары күсергән[5]. Эш эҙләп Молдавияны 300 мең кеше — яҡынса ил халҡының 10%-ы ташлап киткән[5]. Икенсе баһа буйынса был цифр күпкә күберәк һәм 400—600 мең кеше тәшкил итә[6]. 2006 йылда үткәрелгән һорау алыу буйынса, һорау алынғандарҙың 57%-ы илдәге ауыр хәлгә власть ғәйепле тип һанай, 50%-ы илдең власы коррупцияға бирелгән һәм бурлыҡ менән шөғөлләнә тип иҫәпләй[7].
Сәйәси хәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Молдавияла Советтәр Союзы тарҡала башлағандан алып Румыния һәм Молдавияның берләшеүе өсөн хәрәкәт әүҙемләшә. Республика йәшәй башлаған тәүге йылдарҙа был хәрәкәтте үҙен антикоммунистик тип иғлан иткән Молдованың Халыҡ фронты етәкләне[8]. Әммә, Халыҡ Фронты активистарының инициативаһына ҡарамаҫтан, Румыния менән берләшеү килеп сыҡманы. Власҡа уртасыл сәйәсәт алып барыусы һәм илдең иҡтисадын реформалаусы Мирча Снегур килде. Уны алмаштырыусы Пётр Лучинский үҙенән алда эшләүсенең сәйәсәтен дауам итте, шуның менән бергә Көнбайыш илдәре менән яҡынайҙы. Лучинский идара иткән осорҙа Молдавия коммунистар партияһы менән ҡаршы тороу башланды. 2001 йылдағы парламент һайлауҙарында коммунистар еңеү яуланылар, һәм президент итеп Молдова Республикаһының коммунистәр партияһы (ПКРМ) лидеры Воронин Владимир Николаевич һайланды.
Ваҡиғалар барышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кишинёвта протестар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыуалыштарға сәбәп булып, һайлаусыларҙың 49,96 % тауышын йыйып Молдавия Коммунистар партияһы (ПКРМ) еңгән 2009 йылдағы парламент һайлауҙары һөҙөмтәһен көн элгәре иғлан итеү булды. Уның артынса Молдавияның либераль партияһы килде — 12,79 % тауыш, Молдавияның либераль-демократик партияһы — 12,26 % һәм «Беҙҙең Молдавия» альянсы — 9,81 %[9]. Ошоноң менән бәйле, 6 апрелдә ике меңгә яҡын кеше Кишинёв үҙәгендә «Коммунистар юғалһын!», «Коммунист булғансы үлгәнең артыҡ!», «Ирек!», «Үҙгәреш — беҙ ул!» девизы аҫтында тыныс митингҡа йыйылды. Үҙәк урам буйлап хәрәкәт туҡтатылды[10].
7 апрелдә ҡалала күмәк сыуалыштар башлана. Баш күтәреүселәр Кишинёв үҙәгендә парламент йортон баҫып ала. Билдәһеҙ кешеләр ишек башына Румыния флагын, ә бина өҫтөндәге осло ҡыйыҡҡа — Евросоюз флагын беркетеп ҡуялар. Оппозиция лидерҙары был эштәрҙе ғәйепләй һәм быны ҡотҡо һалыу тип атай. Бинаның беренсе этажы яндырыла. Шул саҡ оппозиция лидерҙары хәл өҫтөнән контроль юғалды тип белдерә. Полиция бер ниндәй ҙә сара күрмәй. Кишинёвта мобиль бәйләнеш өҙөлә һәм мәғлүмәт сайттары ябыла[11]. Оҙаҡламай мобиль бәйләнеш тергеҙелә. Шулай уҡ молдавия властары һәм манифестанттар уртаҡ килешеүгә килделәр, тиҙҙән тауыштарҙы һанай башлайҙар тигән хәбәрҙәр килеп сыға. Әммә оҙаҡламай был мәғлүмәтте Үҙәк Һайлау комиссияһы (ЦИК) кире ҡаға, ә оппозиция лидерҙарының береһе, Кишинёв мэры Дорин Киртоакэ (Либераль партия) тауышты һанауҙы түгел, ә парламентҡа ҡабаттан һайлауҙар үткәреүҙе талап итеүен белдерә. Шул уҡ кистә Молдавия президенты Воронин Владимир Николаевич халыҡҡа телемөрәжәғәт менән сығыш яһай, оппозиция лидерҙарын дәүләт түңкәрелеше яһарға маташыуҙа ғәйепләй[12]. Кис манифестанттар элеккесә парламент менән йәнәшә майҙанды контролләйҙәр. Парламент йортоноң эсендә лә, тышында ла усаҡ яғалар, мебелдәрҙе сығаралар, сейфтар асыла, ә документтар яндырыла йәки туҙҙырыла[13]. В тот же вечер в здании начался пожар, но вскоре его удалось потушить, после чего участники митинга начали расходится, осталось несколько сот человек[14]. 8 апрелдә Молдавия мәғариф Министерствоһы баш ҡаланың уҡыу йорттарын йәштәрҙе урам акцияларында ҡатнаштырмауҙы талап иткән директива сығара. Директиваға ярашлы, был көндә Молдавия баш ҡалаһының уҡыусылары һәм студенттары 15:00 сәғәткә тиклем уҡыу йорттарында булырға тейеш булалар[14]. РИА Яңылыҡтарға интервью биреп президент Воронин, Президентура һәм Парламент йорттары манифестанттарға аңлы рәүештә ҡалдырылды, сөнки погромсылар араһында балалар күп ине, тип белдерә[15]. Кишинёв үҙәгендә протест акциялары 8 апрель көндөҙ дауам итә, ләкин мәжбүри саралар булмай. Митингта ҡатнашыусылар властарҙы парламент эргәһендәге ваҡиғалар ваҡытында ҡулға алынған 300 кешене азат итергә саҡыра[16] Властар уларҙың талабын үтәмәгән хәлдә, митингта ҡатнашыусылар илдең хөкүмәт бинаһын баҫып алырға вәғәҙә итәләр[17].
Башҡа региондарҙа протест
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кишинёвтан башҡа протест митингтары шулай уҡ Чимишлия һәм илдең башҡа ҡалаларында үтә [18]. Молдавия яғының хәбәр итеүе буйынса, 8 апрелдә молдавия силовиктары «экстремистәрсә кәйефтә булған» йәштәрҙең Приднестровье конфликт зонаһына үтеп инергә һәм региондың торама пункттарының береһендә тәртипһеҙлектәр ойошторорға маташыуына юл ҡуймайҙар. Ошоноң менән бәйле конфликт зонаһында Берләштерелгән контроль комиссияһы көстәре хәрби әҙерлек хәленә килтерелә[19]. Протестар шулай уҡ Молдавияның Лондондағы илселеге эргәһендә үтә[20]. Румынияла молдавия оппозицияһын хуплау митингтары Бухарест, Яссы, Тимишоара, Клуж-Напока, Брашов, Констанца, Сучава, Галац һәм илдең башҡа ҡалаларында үтә[21].
Зыян күреүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Молдавия хоҡуҡ һаҡлаусылары, протест белдереүселәрҙең береһе, кәүҙәһе сыуалыштар туҡтағандан һуң табылған Валерий Бобоктың һәләк булыуында ғәйепләнәләр. Һәләк булыусының ата-әсәһе улдары полиция туҡмауы һөҙөмтәһендә үлгән тип раҫлай. Шулай уҡ 7 апрелдә полиция менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә яҡынса 50 демонстрант һәм 270 полицейский яралана. 300-гә яҡын кеше ҡулға алына. Киң мәғлүмәт сараларында (СМИ)тиҫтәләрсә туҡмалған манифестанттар тураһында мәғлүмәт яңғырай, ләкин бер нисә осраҡ ҡына дөрөҫләнә[22][23].
Эҙемтәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]8 апрелдә хөкүмәттең ғәҙәттән тыш ултырышында Молдавия президенты Владимир Воронин Румыния граждандары өсөн виза режимы индереү тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ был илдең илсеһе кәрәкмәгән кеше (персона нон грата) тип иғлан ителә. Ворониндың һүҙҙәре буйынса, был аҙым Румынияның Молдавияның эске эштәренә ҡыҫылыуына һәм румын граждандарының сыуалыштарҙа ҡатнашыуына яуап итеп яһала[24]. Рәсми Бухарест сыуалыштарға бер ҡыҫылышы ла булмауын белдерҙе. Шулай уҡ оппозиция лидерҙары ла парламент йортон һәм президент Һарайын емерергә йыйынманыҡ тип белдерҙе[17]. Шулай уҡ Румыния менән сик бикләнә. Молдавия президентының белдереүе һәм молдавия яғының саралары румын-молдавия мөнәсәбәттәрен насарайта. Украина Молдавия менән Винницк һәм Одесса өлкәләрендәге сиктәрен һаҡлауҙы көсәйтте. Сик буйына милиция отрядтары килтерелде. Украинаның сит ил эштәре Министры Юрий Луценко, был аҙым ил территорияһына «ниндәйҙер экстремистик ниәттәре булырға мөмкин булған» кешеләрҙең үтеп инеүенә юл ҡуймау маҡсатында эшләнде тип белдерҙе[25]. 7 апрелдәге күмәк сыуалыштар илдә власть алмашыныуына килтермәне, әммә унан һуң тауыштарҙы һынау билдәләнде, һөҙөмтәлә коммунистар Партияһы 60 мандат алды. Молдавия Президенты, конституцияға ярашлы, парламент тарафынан йәшерен тауыш биреү юлы менән һайлана. Һайланған депутаттарҙың биштән өс өлөшөнөң (101-ҙән 61) тауышын йыйған кандидат һайланған тип иҫәпләнә. Президент һайларға ике маташыу, оппозиция тауыш биреүгә бойкот яһағанлыҡтан, уңышһыҙлыҡҡа осрай. Молдавия конституцияһына ярашлы, яңы һайлауҙар билдәләнә. Уның һөҙөмтәһендә компартия алдағы һайлауҙарҙағынан биш процентҡа әҙерәк (44,7 %) тауыш йыйып, парламентта күпселекте юғалта һәм оппозицияға күсә. Молдовала 4 партиянан торған «Европа интеграцияһы өсөн» альянсы (АЕИ) төҙөлә. Яңы хөкүмәт ойошторола.
Ваҡиғаларға баһа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Би-би-си журналисы Марк Григорян Молдавия баш ҡалаһындағы ваҡиғалар «төҫлө революция» була алмай тип белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса — айырма шунда: бер нисә аҙнаға һуҙылған протестар булманы,«Кмара» йәки «Ваҡыт!» ойошмаларына оҡшаш йәштәр ойошмалары булманы. Шулай уҡ көнбайыш күҙәтеүселәре яғынан һайлауҙарҙы тиҫкәре баһалау булманы. Аналитик Владислав Кульминский фекеренсә, Молдавиялағы хәлдең «төҫлө революцияларҙан» айырмаһы тағы шунда, оппозиция лидерҙары шишәмбе көнө илдең парламенты бинаһын баҫып алған йәштәр төркөмөн контролләмәйҙәр[26].
Һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойоштороусылары асыҡланманы. Ваҡиғаларҙың ябай ҡатнашыусыларынан, «Хулиганлыҡ» һәм «Талау» статьялары буйынса, сыуалыштың иң әүҙем ҡатнашсылары араһынан һигеҙ кеше хөкөм ителә. Ҡулға алынғандарға язалау ҡулланғаны өсөн 14 полицейский хөкөм ителә. МВД экс-башлығы Георге Папук, Валерий Бобоктың үлеменә һәм күмәк сыуалыштар ваҡытында башҡа ауыр эҙемтәләргә килтергәне өсөн, эшенә һалҡын ҡарауҙа ғәйепләнеп, дүрт йылға иркенән мәхрүм ителә. Шул уҡ ғәйепләүҙәр буйынса Кишиневтың элекке комиссары Владимир Ботнарь ике йылға шартлы рәүештә хөкөм ителә. Полиция хеҙмәткәре Ион Пержу, шулай уҡ Бобоктың үлеме тураһында эш буйынса, ун йыл төрмәлә ултырырға хөкөм ителә. Папук та, Пержу ла хөкөм язаһын алмайҙар: икеһе лә суд залында һаҡ аҫтына алынмайҙар һәм ғәҙел хөкөмдән ҡасалар. Күмәк сыуалыштарҙы ойоштороуҙа ғәйепләнгән Рәсәй яҙыусыһы Багиров Эдуард Исмаилович өй аресынан ҡаса һәм ситтән тороп 5 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм ителә.[27]. Емерелгән парламент бинаһын биш йыл буйына ремонтлайҙар, эш 2014 йылдың февралендә тамамлана. Президент Һарайы бинаһы әле булһа төҙөкләндерелмәгән[28].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Moldova forces regain control of parliament after 'Twitter revolution' // http://www.guardian.co.uk. — 08.04.2009 10:51 BST.
- ↑ У Молдові відбулася "революція цегли" - західні ЗМІ // Gazeta.ua. — 08.04.2009 16:05.
- ↑ У Молдові почалася ”цегляна революція” // Gazeta.ua. — 08.04.2009 17:24.
- ↑ Молдавия: «цветная» революция или бесцветный экономический кризис // РИА «Новости». — 08.04.09 18:33.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Всемирный банк: Молдавия «держится на плаву» только за счёт гастарбайтеров // REGNUM. — 20.09.2007.
- ↑ Боцан И. Голосование молдаван за рубежом // e-democracy.md. — 23.02.2009.
- ↑ Жители Молдавии считают коррумпированное руководство главной причиной бедности // Новый Регион – Кишинев. — 22.12.08 14:51.
- ↑ Приднестровье: от советского лицемерия к русской помощи // Новая политика. — 03.03.05.
- ↑ «Коммунистам рано открывать шампанское»: молдавская оппозиция не признает итоги выборов и намерена вывести людей на улицу // REGNUM. — 06.04.2009 19:39.
- ↑ «Лучше быть мертвым, чем коммунистом!»: в Кишиневе две тысячи человек блокировали движение в центре города // REGNUM. — 06.04.2009 20:20.
- ↑ Участники акции протеста в Кишиневе подожгли здание администрации президента // БЕЛТА. — Т. 07.04.09 17:09.
- ↑ Президент Молдавии обвиняет лидеров оппозиции в попытке захвата власти // РИА «Новости». — Т. 07.04.2009 21:21.
- ↑ Участники беспорядков в Кишиневе жгут документы из сейфов депутатов // РИА «Новости». — 07.04.2009 23:35.
- ↑ 14,0 14,1 Кишинёв: Пожар в здании парламента Молдовы потушен, участники митинга разошлись // Корреспондент. — 08.04.2009 00:32.
- ↑ Владимир Воронин об истинной подоплёке беспорядков. Эксклюзив // interlic.md.
- ↑ Оппозиция Молдовы требует отпустить всех арестованных в ходе акций протеста // Балтийское Информационное Агентство. — 12.04.2009 13:04.
- ↑ 17,0 17,1 Молдавская оппозиция пригрозила захватить здание правительства // Лента.ру. — 08.04.2009, 17:15.
- ↑ Видео на YouTube
- ↑ Предотвращена попытка экстремистов устроить беспорядки в Зоне безопасности молдавско-приднестровского конфликта // Интерфакс. — 08.04.09 15:55.
- ↑ Alex Ion Moldovanu's photostream // Flickr. — 2009.
- ↑ Sute de studenţii din ţară au protestat, miercuri, în semn de solidaritate cu manifestanţii de la Chişinău (рум.) // Realitatea.net. — 09.04.09 11:04.
- ↑ Молдавские протесты: жестокость в ответ на жестокость? // БиБиСи. — 20.04.09.
- ↑ Число раненных в беспорядках в Кишиневе превысило 270 человек // РИА Новости. — 08.04.09.
- ↑ Молдавские власти готовы применить силу // Вести. — 08.04.2009 14:43.
- ↑ Украина усилила охрану границы с Молдавией после беспорядков // РИА «Новости». — 09.04.09 15:28.
- ↑ Беспорядки в Кишиневе: опять революция? // Би-би-си. — 07.04.2009 20:53.
- ↑ Суд Кишинева приговорил блогера Багирова к 5 годам тюрьмы
- ↑ Хроника и итоги событий 7 апреля 2009 года // RTR Moldova. — 07.04.2015 16:18.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кишинёвтағы сыуалыштар (2009) Викимилектә |
Видео
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уроки молдавского. Фильм Константина Семина(недоступная ссылка)
- Вести. NET: революция под знаком интернета(недоступная ссылка)
- Атака на Молдову 2010 йыл 30 ноябрь архивланған.