Исаак Ньютон: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот үҙгәртте: ne:आइज्याक न्यूटन
ә r2.7.1) (робот үҙгәртте: kk:Исаак Ньютон
96 юл: 96 юл:
[[kaa:Isaac Newton]]
[[kaa:Isaac Newton]]
[[kab:Isaac Newton]]
[[kab:Isaac Newton]]
[[kk:Ниутон, Айзек]]
[[kk:Исаак Ньютон]]
[[kl:Isaac Newton]]
[[kl:Isaac Newton]]
[[kn:ಸರ್ ಐಸಾಕ್ ನ್ಯೂಟನ್]]
[[kn:ಸರ್ ಐಸಾಕ್ ನ್ಯೂಟನ್]]

01:45, 26 март 2011 өлгөһө

Исаак Ньютон

Сэр Исаа́к Нью́тон (ингл. Sir Isaac Newton, 1752 йылға тиклем ғәмәлдә булған Юлиан календары буйынса 1642 йылдың 25 декабрендә тыуған, 1727 йылдың 20 мартында вафат булған, йәки Григориан календары буйынса 1643 йылдың 4 мартында тыуған, 1727 йылдың 31 мартында вафат булған) — инглиз физигы, математигы һәм астрономы, классик физикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. «Тәбиғи фәлсәфәнең математик нигеҙе» тигән хеҙмәттә бөтә донъя тартылышы законын һәм механиканың өс законын асып, классик механикаға нигеҙ һала.

Биографияһы

Бала сағы

Исаак Ньютон граждандар һуғышы башланыр алдынан, Галилео Галилей үлгән йылда Вульстроп ауылында (ингл. Woolsthorpe, Линкольншир графлығында) хәлле ваҡ фермер ғаиләһендә донъяға килә. Ньютондың атаһы улы тыуғансы выфат була. Малай сирле, ваҡытынан алда тыуа. Бер аҙна ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡала, уны суҡындырырға ла баҙнат итмәйҙәр. Әммә малай иҫән ҡала, һәм уға атаһының хөрмәтенә Исаак тип исем ҡушалар. Һаулығы насар булыуға ҡарамаҫтан, ул 84 йыл йәшәй.

Ньютон үҙенең сығышын Шотландия дворяндарынан тип иҫәпләй, әммә тарихсылар уның ата-бабалары 1524 йылда ярлы крәҫтиән булыуҙарын асыҡлай.

1646 йылда уның әсәһе Анна Эйсской (ингл. Hannah Ayscough) 63 йәшлек тол иргә кейәүгә сыға, уларҙың өс балаһы була, һәм унда Исаак ҡайғыһы булмай. Әсәһе яғынан бабаһы Уильям Эйской уның ҡурсалаусыһы була. Бала сағында Ньютон аралашмаусан, йомоҡ һәм һөйләшмәҫ була, китап уҡырға һәм төрлө техник уйынсыҡтар эшләргә ярата: ҡояш сәғәте, һыу сәғәте, тирмән һ.б. Ул үҙен яңғыҙ тип хис итә.

1653 йылда үгәй атаһы үлгәс, уның ҡалған мираҫын әсәһе Исаакҡа яҙҙыра.

1655 йылда Исаакты йыраҡ булмаған мәктәпкә бирәләр, бында ул аптекарь Кларк өйөндә йәшәй. Бында ул үҙенең ғәҙәттән тыш һәләтле булыуын күрһәтә, әммә 1659 йылда әсәһе алып ҡайтып 16 йәшлек үҫмергә йорт эштәрен йөкмәтергә маташа. Тырышыу уңышһыҙ булып сыға — Исаак китап уҡыу һәм төрлө механизмдар төҙөүҙе хуп күрә. Уның һәләтен күреп, уҡытыусылар һәм туғандары Исаактың Кембридж университетында уҡыуын дауам итеүенә ирешәләр.



Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.