Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы: өлгөләр араһындағы айырма
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш) ZUFAr ҡулланыусыһының (фекер алышыу) 624040 үҙгәртеүенән баш тартыу |
|||
63 юл: | 63 юл: | ||
[[Категория:СССР актёрҙары]] |
[[Категория:СССР актёрҙары]] |
||
[[Категория:Алфавит буйынса актёрҙар]] |
[[Категория:Алфавит буйынса актёрҙар]] |
||
[[Категория:Өфө дәүләт сәнғәт |
[[Категория:Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар]] |
||
[[Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған артистары]] |
[[Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған артистары]] |
||
[[Категория:Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаттары]] |
[[Категория:Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаттары]] |
12:13, 2 ноябрь 2016 өлгөһө
Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы | ||||
Тыуған ваҡыты: | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Солтангужа ауылы, Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы | |||
Һөнәре: |
актёр | |||
Гражданлығы: | ||||
Әүҙем йылдары: |
1986 йылдан алып | |||
Театр: | ||||
Наградалары: |
| |||
Сайт: |
Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы (23 ноябрь 1959 йыл) — М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002).
Биографияһы
Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы тыуған, 23 ноябрь, 1959 йылда Солтангужа (хәҙерге Таштуғай) Хайбулла районы Башҡорт АССР. Бала сағынан театр менән ҡыҙыҡһынған. Мәктәптә 4 синыфтан алып мәктәп байрамдарын алып барған.
1986 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ф. Т. Ҡасимов курсы), 2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһын тамамлаған.
Институтты тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләгән: 1986—2000 йылдарҙа — актер, 2000 йылдан — актер һәм төп эшмәкәрлек буйынса директор. 2012 йылда директор вазифаһынан бушатылған[1]. Хәҙер директорҙың беренсе урынбаҫары. Героик-романтик ролдәр хас.
1991 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, 1991—2001 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.
Хөрмәтулла Ғаззали улы 1995 йылда Салауат драма театрында «Маугли» спектаклен ҡуя (Р. Киплингтың «Книга джунглей» әҫәрен үҙе башҡорт теленә тәржемә иткән), шулай уҡ «Ҡатынымдың исеме Морис» (Р. Шарт), «Алдан түләйем» (Н. М. Птушкина), «Бенжамент институты» (Р. Вальзерҙың «Якоб фон Гунтен» романы буйынса) пьесаларын башҡорт теленә тәржемә иткән.
Ролдәре
Айтуған («Утлы өйөрмә», Ә. М. Мирзаһитов; дебют, 1986), Юлдыбай («Башҡорт туйы»), Акъегет («Ай тотолған төндә»), Салауат («Салауат. Өн аралаш ете төш», икеһе лә — М. Кәрим), Малик («Төнгө ҡунаҡ», Ф. В. Богданов), Шайморатов («…Шайморатов генерал», Ф. М. Бүләков), Темуджин («Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге», Н. Абдыкадыров), Йәмил («Диләфрүзгә дүрт кейәү», Т. Г. Миңнуллин), Жора («Талаҡ, талаҡ!..» — «Камикадзе»), Стенька Разин («Бибинур, ах, Бибинур!»; икеһе лә — Бүләков), Петрюс («Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир», Ф. Кроммелинк), Эгей («Медея», Еврипид), Доменико («Илай белмәгән ҡатын» Э. Де Филиппоның «Филумена Мартурано» пьесаһы буйынса), Мак Мерфи («Кәкүк ояһы», К. Кизи романы буйынса Ә. Ә. Әбүшахманов ҡуйған).
Кинолағы ролдәре
Мәүлит («Ауыл өҫтөндә йәйғор», «Башҡортостан» киностудияһы, 2001), Тайан хан («Чингис Хаан сере», «Каропрокат» һәм «Ургэл В» киностудияһы «NYAMGAVAA FILM PRODUCTION» һәм «Brown Wolf Production» кинокомпанияһы менән берлектә, 2009).
Маҡтаулы исемдәр һәм бүләктәр
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1992)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998)
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2008)
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002)
- Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты — «Февраль. Буран…» спектаклен ҡуйған өсөн (З. Бураҡаева) (2013)
- Ҡазандағы Халыҡ-ара төрки халыҡтарының «Науруз» театр фестивале (2002), Бишкәктәге «АРТ ОРДО» (2003) һәм «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивалдәре (2006) лауреаты.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Башкирское театральное искусство. Хурмат Утяшев //Культурное наследие народов России. Башкиры. — М., 2003
- Иксанова Г. О театре И не только: очерки, интервью, рец. — Уфа, 2006.
Һылтанмалар
- 23 ноябрҙә тыуғандар
- 1959 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Хәйбулла районында тыуғандар
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- XX быуат актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- СССР актёрҙары
- Алфавит буйынса актёрҙар
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған артистары
- Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаттары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- 23 ноябрь көнө тыуғандар