Юлъяҡшин Радик Мөхәрләм улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: урыҫ → рус (2) using AWB
28 юл: 28 юл:
}}
}}


'''Радик Мөхәрләм улы Юлъяҡшин''', ижади псевдонимы '''Elvin Grey''' ([[17 май]] [[1989]]) — [[Рәсәй]]ҙә танылыу алған йәш [[башҡорт]] йырсыһы, [[урыҫ теле|урыҫ]], [[башҡорт теле|башҡорт]] һәм [[Татар теле|татар]] телдәрендә сығыш яһай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2017).
'''Радик Мөхәрләм улы Юлъяҡшин''', ижади псевдонимы '''Elvin Grey''' ([[17 май]] [[1989]]) — [[Рәсәй]]ҙә танылыу алған йәш [[башҡорт]] йырсыһы, [[рус теле|рус]], [[башҡорт теле|башҡорт]] һәм [[Татар теле|татар]] телдәрендә сығыш яһай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2017).


== Биографияһы ==
== Биографияһы ==
60 юл: 60 юл:
* ''Ахмирова С.'' [http://www.proufu.ru/zvjozdy/item/30487-molodoj-muzykant-iz-ufy-radik-yulyakshin-moya-rodina-budet-gorditsya-svoim-synom.html Молодой музыкант из Уфы Радик Юльякшин: «Моя Родина будет гордиться своим сыном».] // «Рroufu.ru» сайты. 2013, 17 октябрь.
* ''Ахмирова С.'' [http://www.proufu.ru/zvjozdy/item/30487-molodoj-muzykant-iz-ufy-radik-yulyakshin-moya-rodina-budet-gorditsya-svoim-synom.html Молодой музыкант из Уфы Радик Юльякшин: «Моя Родина будет гордиться своим сыном».] // «Рroufu.ru» сайты. 2013, 17 октябрь.
* ''Латыйпов Р.'' [http://tatar-inform.tatar/news/2017/04/29/139694/ Юлъякшин-Элвин Грей: Бу дәрәҗәгә ирешү өчен, 12 ел эшләдем.] // «Татар-информ» сайты, 2017, 29 апрель.
* ''Латыйпов Р.'' [http://tatar-inform.tatar/news/2017/04/29/139694/ Юлъякшин-Элвин Грей: Бу дәрәҗәгә ирешү өчен, 12 ел эшләдем.] // «Татар-информ» сайты, 2017, 29 апрель.



[[Категория:Мәскәү дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар]]
[[Категория:Мәскәү дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар]]

20:44, 14 апрель 2018 өлгөһө

Радик Юлъяҡшин
Радик Мөхәрләм улы Юлъяҡшин
Төп мәғлүмәт
Тыуған

17 май 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (34 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Жанрҙар

Эстрада

Псевдонимдар

Elvin Grey

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2017)

elvin-grey.ru
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Радик Мөхәрләм улы Юлъяҡшин, ижади псевдонимы Elvin Grey (17 май 1989) — Рәсәйҙә танылыу алған йәш башҡорт йырсыһы, рус, башҡорт һәм татар телдәрендә сығыш яһай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2017).

Биографияһы

Юлъяҡшин Радик Мөхәрләм улы 1989 йылдың 17 майында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә эшсе ғаиләһендә икенсе бала (унан ике йәшкә олораҡ апаһы бар) булып тыуған. Черниковкала урынлашҡан 48-се башҡорт лицейында уҡыған[1]. Радик бала саҡтан баянда һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнә.

2006 йылда үҙенең «Самый шулай» тигән тәүге йыр альбомын сығара. 2007 йылда икенсе альбомы сыға, бында ул йырҙар авторы ла, башҡарыусы ла, тауыш продюсеры ла була.

Мәскәү дәүләт педагогия университетын тамамлаған. 2011 йылдан алып Радик Мәскәү ҡалаһында йәшәй һәм «Elvin Grey» псевдонимы менән сәхнәләргә сыға. «ELVIN GREY» продюсер үҙәгенең сопродюсеры булып тора.

2017 йылдың июлендә Радик Юлъяҡшин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды[2].

Һөнәри бәйгеләрҙәге ҡаҙаныштары

  • 2016 йылда Татарстандың эшлекле электрон гәзите «Бизнес Online» (Деловая электронная газета «Бизнес Online») үткәргән тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Радик Юлъяҡшин «Татарстан мәҙәниәтендә Йыл кешеһе» булып танылды. 2,5 мең уҡыусы ҡатнашҡан был үҙенсәлекле бәйгелә еңеүҙе йырсы Татарстан Республикаһының Дәүләт симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм дирижеры Александр Сладковский менән бүлеште[3][4]
  • 2006—2012 йылдарҙа Башҡортостандың телевизион һәм радиоканалдары үткәргән бәйгеләрҙә «Йыл йырсыһы» номинацияһында еңеүсе була, шулай уҡ бер нисә тапҡыр «Йыл йыры», «Йыл аранжировщигы» номинацияларында ла еңеүсе тип табыла. 2012 йылда «Йыл хиты» номинацияһында Гран-при ала. 2013 йылда «Минең ҡала» Мәскәү фестивале һәм «Мин артист» Бөтә Рәсәй бәйгеһенең финалисы була. Шул уҡ йылда «Иң талантлы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыға.

Йырсы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

2017 йылда Радик Юлъяҡшин исеме башҡорт теле дәреслегенә индерелде[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2017).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар