Эстәлеккә күсергә

Нелли Закс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нелли Закс
нем. Nelly Sachs
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Германия
 Швеция[3]
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Leonie Sachs
Тыуған көнө 10 декабрь 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Шёнеберг[d], Темпельхоф-Шёнеберг[d], Берлин, Германский рейх[d]
Вафат булған көнө 12 май 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2][1][3][…] (78 йәш)
Вафат булған урыны Högalid Parish[d], Стокгольм[d], Стокгольм[d], Швеция[3]
Үлем сәбәбе рак кишечника[d]
Ерләнгән урыны Mosaic Cemetery, Northern Cemetery[d][4][5]
Ҡәбере һүрәте
Әһәмиәтле кеше Ленке Ротман[d][6][7], Gudrun Dähnert[d][7][8][7], Сельма Лагерлёф[7], Пауль Целан[d][7], Margaretha Holmqvist[d][7], Bengt Holmqvist[d][7] һәм Гуннар Экелёф[d][7]
Яҙма әҫәрҙәр теле Немец теле
Һөнәр төрө шағир, драматург, тәржемәсе, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт
Ойошма ағзаһы Немецкая академия языка и поэзии[d] һәм Бавария сәнғәт академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][9]
 Нелли Закс Викимилектә

Нелли Закс (нем. Nelly Sachs; 10 декабрь 1891 йыл, Шёнеберг — 12 май 1970 йыл, Стокгольм) — Германия шағирәһе, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты (Шмуэль Йосеф Агнон менән берлектә, 1966).

Биографияһы һәм ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1891 йылдың 10 декабрендә Берлинда йәһүд ғаиләһендә тыуа. Закстың тәүге әҫәрҙәре иҫәбендә — неоромантик рухтағы шиғырҙар, ҡурсаҡ театры өсөн пьесалар, ул шулай уҡ легендалар һәм хикәйәләр йыйынтығы ла баҫтыра, был осорҙа артабанғы ижадының ниндәй юлдан китеренә бер ниндәй ҙә ишара булмай. Әммә 1933 йылдан һуң ул иудаизм менән христианлыҡтың уртаҡ тамырҙары мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһына башлай.

1940 йылда Швецияға эмиграциялай. Уның тәүге шиғыр йыйынтығы 1947 йылда Көнсығыш Берлинда сыға, китап Үлем торлаҡтарында (In den Wohnungen des Todes) тип атала. Был шиғырҙарҙа, Эли (Eli, 1943) пьесаһындағы кеүек үк, артабан Йондоҙҙоң ҡараңғыланыуы(Sternverdunkelung, 1949), Һәм артабанғыны бер кем дә белмәй (Und niemand weiss weiter, 1957), Ҡасыу һәм үҙгәреү (Flucht und Verwandlung, 1957) тигән йыйынтыҡтарҙа үҫтереләсәк төп темаларға башланғыс һалынған. Һуңғы осор шиғыр йыйынтығында (1965) Янар йомаҡтар (Glühende Rätsel) тигән шиғыр циклы айырылып тора.

Закстың күрәҙәсел шиғриәте экстатик көсөргәнеш һәм мистика менән һуғарылған. Уның шиғри фекеренең нигеҙендә — эҙәрләү һәм ҡасыу мотивы, һунарсы һәм уның табышы символдары, язалаусылар менән уларҙың ҡорбандары араһындағы мәңгелек драма.

Закс яҡын дуҫы Пауль Целанды ерләгән көндө вафат була. Стокгольмдың төньяғындағы Норра бегравнингсплатсен зыяратында ерләнгән.

Закс күп һанлы әҙәби наградаларға һәм премияларға, әҙәбиәт буйынса 1966 йылғы Нобель премияһына (Ш. Й. Агнон менән берлектә) лайыҡ була.

Германияла (Дортмунд) 1961 йылдан Нелли Закстың әҙәби премияһы тапшырыла. Францияла 1988 йылдан тәржемә буйынса Нелли Закс премияһы тапшырыла.

  • Fritsch-Vivié G. Nelly Sachs: mit Selbstzeugnissen und Bilddokumenten. Reinbek bei Hamburg: Rowohlt, 1993

рус телендәге баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Звездное затмение: Сборник стихов/ Пер. Владимира Микушевича. — Ереван: Ной; М.: Физкультура и спорт, 1993