Эстәлеккә күсергә

Никахлашыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Никахлашыу
Рәсем
Алдағы обручение[d] һәм туй
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе legal separation[d]
Өлөшләтә тура килә отношения[d] һәм Q3851942?
Ҡапма-ҡаршыһы married[d]
 Никахлашыу Викимилектә
Ир менән ҡатын ҡултамға ҡуя

Никах килешеүе (урыҫ. брачный контракт, брачный договор) — никахҡа инеүселәр йәки никахта тороусылар араһында төҙөлгән килешеү, никахта һәм уны тарҡатыу осрағында ир менән ҡатындың милек хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләй.

Никах килешеүе ике яҡтың да хоҡуҡтарын сикләргә тейеш түгел. Никах килешеүе яҙма формала төҙөлә һәм мотлаҡ нотариаль теркәлергә тейеш. Уны төҙөү өсөн нотариусҡа мөрәжәғәт итеү етә, ул һеҙҙең талаптарҙан сығып документ әҙерләйәсәк. Контракттың никахҡа инер алдынан төҙөлөүе ихтимал, әммә был осраҡта юридик көскә тик гражданлыҡ хәле акттарын теркәү булегендә яҙылғас ҡына инә. Шулай уҡ никахта торған осраҡта теләһә ниндәй ваҡытта төҙөлә ала. Никах килешеүе ир менән ҡатын өйләнгән осорҙа ғәмәлдә була һәм икеһе лә үҙҙәре теләгән ваҡытта ғәмәлдән сығара ала. Уны билдәле бер шарт менән төҙөргә мөмкин. Ниндәйҙер шарт тормошҡа ашҡан йәки, киреһенсә, ашмаған осраҡта теге йәки был бурыс үтәлергә-үтәлмәҫкә тейеш (мәҫәлән, бала тыуыу-тыумауы).

Никах контракты ике яҡлы килешеү төрө тип иҫәпләнә һәм уның дөйөм ҡағиҙәләренә буйһона (Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ кодексының 154 — 181-се статьялары).

РФ Ғаилә кодексының 40-сы, 42-се статьяларына ярашлы, ир менән ҡатын, никах контракты төҙөп, ҡануниәт менән билдәләнгән уртаҡ милек тәртибен (барлыҡ мөлкәткә, уның башҡа төрҙәренә, ир менән ҡатындың шәхси мөлкәтенә ҡарата өлөшләтә йәки айырым милекте билдәләү) үҙгәртә ала. Улар мөлкәт мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы һәр мәсьәләне никах контрактына индерә ала. Бынан тыш, никах ваҡытында йәки уны тарҡатҡандан һуң, ғаилә сығымдарының күләме ир йәки ҡатындың бер-береһен аҡсалата аҫрау күләме, ваҡыты һәм төрҙәре билдәләнә ала.

Тыйылған талаптар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһында Никах килешеүенә түбәндәге шарттар индерелмәй:

— милеккә ҡағылмаған мөнәсәбәттәрҙе көйләү. Сөнки килешеүҙең шарттарын мәжбүри үтәү мөмкин түгел тиерлек.

— шәхси хоҡуҡтар һәм балалар менән бәйле бурыстарға ҡағылыу.

— ир менән ҡатындың хоҡуҡи һәләтлелеген, эшкә яраҡлылығын, судҡа мөрәжәғәт итеү хоҡуғын сикләү. Никах килешеүендә мираҫ ҡабул итеү, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү, никах килешеүен өҙөү, үҙгәртеүҙе һ. б. тыйыусы шарттар булырға тейеш түгел.

Рәсәй ҡануниәтендә никах килешеүен ике яҡ ризалығы менән үҙгәртә алыу ҡаралған.

Ҡануниәт буйынса никах төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юридик эҙемтәләр тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гражданданлыҡ никахы — тейешле дәүләт власы органдарында сиркәү ҡатнашлығынан тыш рәсмиләштерелгән никах. Рәсәй Федерацияһында никахҡа инеүҙең берҙән-бер мөмкин булған төрө гражданлыҡ хоҡуғы ҡулланыла. Йыш ҡына хаталы рәүештә гражданлыҡ никахы тип йөрөтөлгән никах менән бутарға ярамай.

Сиркәү никахы — сиркәү тарафынан изгеләндерелгән никах. Күп илдәрҙә юридик көскә эйә, ҡайһы берҙәрендә никахтың берҙән-бер юридик формаһы булып тора. Башҡа дәүләттәр (шул иҫәптән Рәсәй) әлеге ваҡытта сиркәү никахының законлы көсөн танымай, шуға күрә дин әһелдәре уның һығымтаһына тиклем органдарҙа теркәлеүҙе талап итә. Православиела, протестантизмда һәм католицизмда никах — изгелектәрҙең береһе — Никах — никах Ислам закондары буйынса никахлашыу, һәм был никахта йыш ҡына күп ҡатынлылыҡҡа юл ҡуйырға рөхсәт ителә.

Фактик никах (Рәсәй хоҡуҡиәтендә — «бергә йәшәү») йәки теркәлмәгән никах (шулай уҡ никах мөнәсәбәттәре, никахҡа оҡшаш мөнәсәбәттәр), йыш ҡына терминологик яҡтан «гражданлыҡ никахы» тип аталмай — парҙар араһындағы мөнәсәбәттәр закон менән билдәләнгән процедураға ярашлы рәсмиләштерелмәгән. Хатта дөйөм хужалыҡ алып барғанда, йәки уртаҡ балалар булғанда ла (ҡара: гражданлыҡ никахы) ҡайһы бер дини йүнәлештәр тарафынан был ғаилә никахта тип танылмай. СССРҙа 1926—1944 йылдарҙы бындай никахтар юридик йәһәттән танылған. Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексына ярашлы, ир менән ҡатындың теркәлмәйенсә бергә йәшәүе никах хоҡуҡтарын һәм бурыстарын күҙалламай, ә никахта тыуған балаларҙың хоҡуҡтары никахтан ситтә тыуғандарҙың хоҡуҡтарынан бер нисек тә айырылмай (хатта икенселәренең хоҡуҡтары бер ни тиклем күберәк тә: әгәр атай йәки әсәй кеше вафат булһа, никахтары теркәлмәгн ғаиләлә тыуған балалар закон буйынса мираҫҡа дәғүә итә алмай, һәм теркәлгән никахта тыуған балаларға мираҫ өлөшө күберәк була). Ҡайһы бер илдәр закондарында конкубинат хоҡуғы таныла.

Гражданлыҡ партнёрлығы һәм берлектәр, күп кенә көнбайыш илдәрендә бындай күренеш бар, улар никах тип иҫәпләнмәй, ләкин теркәлгән һәм фактик никах (бергә йәшәү) араһындағы форма. Гражданлыҡ партнёрҙары, ҡағиҙә булараҡ, бер-береһенә ҡарата хоҡуҡ һәм бурыстарға эйә, ләкин уларҙың статусы ир һәм ҡатын булараҡ тигеҙләнмәгән. Гражданлыҡ партнёрлығы ғәҙәттә төрлө енес кешеләре араһында ла, шулай уҡ бер төрлө енескә ҡарағандар араһында ла булыуы ихтимал. Был осраҡта улар параллель рәүештә ғәҙәти никахта үҙ-ара мөнәсәбәттәрен теркәй ала.

Никахтың үҙенсәлекле формалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Полигиния (күп ҡатынлылыҡ) — ир-ереттең бер нисә ҡатын-ҡыҙ менән бер юлы никахта тороуы. Ғәҙәттә был никах ир-егет һәм һәр ҡатын-ҡыҙ менән айырым теркәлә, сикләүҙәрҙең булыуы ихтимал. Шәриғәттә ғаиләләге ҡатындарҙың һаны дүрттән артмаҫҡа тейеш. Һәрәмдәге ҡалған ҡатындар ирҙең ҡатыны булып иҫәпләнмәй, әммә ир кеше, бала тыуа ҡалһа, уны үҙ балаһы тип танырға бурыслы. Хәҙерге ваҡытта мосолман донъяһының тиҫтәләгән илендә һәм Африканың мосолман динен тотмаған ҡайһы бер илдәрендә (мәҫәлән, Көньяҡ Ғәрәп республикаһында) күп ҡатынлылыҡ рәсми рәүештә рөхсәт ителә[1].

Полиандрия — ҡатын-ҡыҙҙың бер юлы бер нисә ир-егет менән никахта тороуы. Бик һирәк осрай торған күренеш, мәҫәлән, Тибетта, Гавай утрауҙарында йәшәгәндәр араһында был күҙәтелә. Полиандрия эҙҙәре «Махабхаратала» бар (5+1: Драупади Пандавтарҙың бөтә ағай-ҡустылпарының ҡатыны була).

Ваҡытлыса никах — айырым илдәрҙә закондар уның юридик көсөн таный. Никахтың оҙайлығы ике яҡтың килешеүе буйынса билдәләнә һәм никах килешеүендә раҫлана. Бер үк ваҡытта бындай никах килешеүендә ир кешенең ҡатынына түләйәсәк аҡсаның ҙурлығыла билдәләнә. Килешеүҙә күрһәтелгән ваҡыт үткәндән һуң ир менән ҡатын араһындағы хоҡуҡ мөнәсәбәттәре туҡталған, тип иҫәпләнә[2]. Ҡайһы бер мосолман илдәрендә, мәҫәлән, Мысырҙа бындай хәл осрай.

Бер енесле никах — бер енесле кешеләр араһындағы никах. Нидерланд — бер енесле никахтарҙы 2001 йылда легалләштерегән донъялағы тәүге ил. 2020 йылдың декабренә донъяның 29 илендә бер енесле никахты теркәргә мөмкин. Мексика һәм Бөйөк Британияның ҡайһы бер төбәктәрендә генә бер енесле никахты теркәргә була. Шулай уҡ башҡа илдәр йәки төбәктәрҙә теркәлгән бер енесле никахты таныған, әммә үҙ территорияһында быны теркәргә рөхсәт итмәгән илдәр ҙә бар.

Теркәлеү маҡсаты буйынса никах төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөйөү буйынса никах — үҙ-ара мөхәббәткә, бер-береһен яҡын күреүгә, һәм бер-береһенә ҡарата яуаплылыҡҡа ҡоролған ике кешенең берлеге. Әммә Көнсығыштағы (Көньяҡ-көнсығыш Азия) «һөйөү буйынса никах» төшөнсәһе Көнбайыштағы «һөйөү буйынса никах»тан айырыла. Көнбайышта һөйөү буйынса никах хуплана, ә бына Көнсығышта киреһенсә: һөйөү буйынса никах байтаҡ заман хурлыҡ булып иҫәпләнгән. Әммә хәҙерге заманда Көнсығышта ла һөйөү буйынса никах ғәҙәти күренешкә әйләнә бара[3]. Профессор Георгий Дерлугьян билдәләүенсә, элек «бөтә донъяла ғаилә, иң тәүге сиратта, социаль-иҡтисади берлек булып тора. Крәҫтиән ғаиләһеҙ бөтөнләй йәшәй алмаған. Ә ҡатын-ҡыҙ нисек йәшәр ине ғаиләһеҙ?». XX быуаттың икенсе яртыһынан «ҡатын ҡыҙ мал таба һәм үҙен ҡарай ала башлай. Әгәр ире эскесе булһа йәки ғаиләһен ҡарай алмаһа, ул иренән китә ала һәм балаһын үҙе генә тәрбиәләй. Хәҙер кешеләр ғаилә тормошоноң һөйөүгә ҡоролоу мөмкинлегенә өлгәште. Элек был хаҡта хыялланырға ғына мөмкин ине. Ғәмәлдә һөйөү менән никах бер-береһенән айырылып торған ике төшөнсә ине»[4].

Иҫәп буйынса никах — ниндәйҙер маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ике кеше араһында килешеп теркәлгән никах.

Задание буйынса никах — Махсус хеҙмәт агенттарының етәкселек заданиеһы буйынса никахҡа инеүе. СССР-ҙың разведка хеҙмәттәрендә был алым йыш ҡына ҡулланылған, Рәсәй разведкаһы әле лә бындай төр никахды уңышлы ҡуллана[5]. Задание буйынса никахта ла балалар тыуа, һәм был балаларға ҙур психологик проблема лар тыуҙыра[6].

Хәҙерге заманда никахтарҙың төрҙәре лә бихисап: мәжбүри никах, ауырға ҡалыу буйынса никах, фиктив никах һәм башҡалар.

Туй — никахты тантаналы рәүештә теркәү.

Ҡунаҡ никахы — теркәлгән никах, ләкин ир менән ҡатын бергә хужалыҡ алып бармай, айырым, ҡайһы берҙә, икеһе ике ҡалала йәшәй.

Вафаттан һуң никах — ир йәки ҡатын вафатынан һуң теркәлгән никах.

Мезальянс — мөлкәт йәки социаль тороштары буйынса бер-береһенән ныҡ айырылып торған, шулай уҡ төрлө ҡатламға йәки синыфҡа ҡараған кешеләр араһындағы никах.

Морганатик никах — мезальянс никахтың бер төрө, һөҙөмтәһе — түбән социаль баҫҡыстағы кеше, никахҡа инһә лә, үҙенең социаль торошон үҙгәртә алмай. Хәҙерге ваҡытта был төшөнсә ҡайһы бер илдәрҙең династия регламенттарында һәм закондарында һаҡланған.

Төркөм никахы — ҡайһы бер ғалимдарҙың (мәҫәлән, Льюис Морганды[7] һәм Фридрих Энгельстың[8], ҡайһы бер совет этнологтарының) ҡараштарына ярашлы, никахтың был төрө тарихи йәһәттән никахтың тәүге формаһы. Бер ырыуҙың ир-егете икенсе бер ырыуҙың ҡатын-ҡыҙы (йәки ҡатын-ҡыҙҙары) менән һәм үҙ ирке менән, үҙ өҫтөнә ниндәйҙер йөкләмәләр һәм бурыстар алмайынса, енси мөнәсәбәткә инә. Әммә ырыу эсендә бындай енси мөсәбәт үлем язаһы менән тыйыла. Был осраҡта милек мөнәсәбәттре ырыу эсендә юлға һалына, ә бына бала тыуһа, ырыу-ара мөсәбәт менән хәл ителә. Бер нисә ҡатындың (N) бер нисә ир (M) менән йәшәүе лә төркөм никахы тип атала.

Виртуаль никах — Интернет аша ғына теркәлгән, ғәмәлдә булмаған никах.

Левират — тол ҡалған ҡатынға мәрхүм иренең яҡын туғандары (мәҫәлән, ағаһы йәки ҡустыһы) менән генә никахҡа инергә рөхсәт итеү.

Сорорат никах — ҡатынының бер туған йәки ике туған апайҙары йәки һеңлеләре менән никахҡа инеү мөмкинлеге.

Алмашыу никахы — бер юлы ике пар булып никахҡа инеү.

Никах

  1. Polygamy and Family Law. Архивировано 19 ғинуар 2013 года.
  2. Семья с браком. Частный Корреспондент. (26 ғинуар 2009). Архивировано 25 август 2011 года. 2014 йыл 26 август архивланған.
  3. Браки по договорённости в Индии(недоступная ссылка)
  4. 1968: год великого перелома 2020 йыл 29 февраль архивланған.
  5. «Richard and Cynthia Murphy: 'suburbia’s Spies Next Door'» The Telegraph,04 Jul 2010
  6. «Mysery surrounds alleged speis, chilgren» NBC News, 30.06.2010
  7. Морган Л. Г. Древнее общество или исследование линий человеческого прогресса от дикости через варварство к цивилизации. — Л., 1933.
  8. Энгельс, Фридрих. Происхождение семьи, частной собственности и государства.