Эстәлеккә күсергә

Николаев Айсен Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Николаев Айсен Сергеевич
саха Сэргэй уола Ньукулаайап Айыы Сиэн
рус. Айсен Сергеевич Николаев
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 22 ғинуар 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Николаева, Людмила Валерьевна[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы глава Республики Саха (Якутия)[d] һәм Вице-президент ОГМВ[d][1][2][3]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
МДУ-ның физика факультеты[d]
Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй һәм Союз правых сил[d]
Ойошма ағзаһы Государственное Собрание Республики Саха[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены
Рәсми сайт aisennikolaev.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 6272
 Николаев Айсен Сергеевич Викимилектә

Айсен Сергеевич Николаев (саха Сэргэй уола Ньукулаайап Айыы Сиэн; 22 ғинуар 1972, Ленинград, СССР) — Рәсәй сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. 2018 йылдың 27 сентябренән Саха Республикаһы (Яҡутстан) башлығы (2018 йылдың 28 майынан 27 сентябренә тиклем Саха Республикаһы (Яҡутстан) башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы)[4]. 2019 йылдың 7 ноябренән «Берҙәм Рәсәй» партияһының Саха төбәк бүлексәһе секретары[5]. Яҡутск ҡалаһы башлығы (2012—2018).

Саха Республикаһы башлығы (2018 с)

1972 йылдың 22 ғинуарында Ленинградта уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған, ике ағаһы һәм апаһы бар. Верхневилюйскта йәшәй.

16 йәшендә Верхневилюйск физика-математика мәктәбен алтын миҙал менән тамамлай.

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә. 1994 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, шул уҡ йылда Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын «Финанс менеджменты» һөнәре буйынса тамамлай.

1994 йылдан 1995 йылға тиклем «САПИ-Центр» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтен етәкләй.

1995 йылда «Алмазэргиэнбанк» коммерция банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы составына инә, ә 1995 йылдан 1998 йылға тиклем идара рәйесе урынбаҫары була.

1997—2002 йылдарҙа Оленёк бер мандатлы округынан Яҡутстан Дәүләт Йыйылышының Юғары палатаһының 2-се саҡырылыш депутаты була.

1998 йылдан 2003 йылға тиклем «Алмазэргиэнбанк» идараһы рәйесе, шулай уҡ «САПИ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең вице-президенты була.

2002—2004 йылдарҙа «Уң көстәр союзы» партияһынан Яҡутстан Дәүләт Йыйылышының 3-сө саҡырылыш депутаты була.

2004 йылдан — Яҡутстан финанс министры[6].

2007 йылдың 16 февраленән — Саха Республикаһы Президент хакимиәте һәм Хөкүмәте етәксеһе.

2011 йылдың 18 майынан Яҡутстан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән.

2011 йылдың декабрь башында Якутск ҡала думаһы мэр һайлауҙарын ярты йыл элек — 2012 йылдың 4 мартына, Президент һайлауҙары менән бер үк ваҡытҡа тәғәйенләй[7], ә һуңынан 2011 йылдың 23 декабрендә Якутск ҡалаһы мэры Юрий Заболев отставкаға китә. 2012 йылдың ғинуарында Айсен Николаев «Берҙәм Рәсәй» партияһы тарафынан Якутск ҡалаһы мэрын һайлауҙа кандидат итеп күрһәтелә[8]. 2012 йылдың 4 мартында үткән һайлауҙарҙа Николаев һайлаусыларҙың 69,84 % ҡатнашлығында 47,73 % тауыш йыя. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Яҡутск ҡала округы хакимиәте башлығы итеп 5 йылға һайлана.

2017 йылдың яҙында, Якутск ҡалаһы мэры итеп сираттағы һайлауҙар тәғәйенләнгәнгә тиклем, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Яҡут бүлексәһе Яҡутск башлығын һайлауға кандидаттарҙың праймеризын үткәрә. Айсен Николаев 86 процент йыя[9]. 2017 йылдың йәйендә Николаев ҡабаттан Якутск ҡалаһы мэры вазифаһына кандидат итеп тәҡдим ителә. 2017 йылдың 10 сентябрендәге һайлауҙарҙа 68,4 % тауыш йыя һәм икенсе срокка һайлана[10].

Саха Республикаһы башлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың 28 майҙағы Указы менән Саха Республикаһы (Яҡутстан) Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[11].

2018 йылдың 9 сентябрендә, һайлауҙарҙа ҡатнашҡан һайлаусыларҙың 71,40 % тауышын йыйып, Саха Республикаһы (Яҡутстан) Башлығы итеп һайлана[12].

2018 йылдың 27 сентябрендә Саха Республикаһы башлығы вазифаһын биләй[13]..

2019 йылдың 2 авгусынан 2020 йылдың 27 ғинуарына тиклем — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы президиумы ағзаһы[14][15].

«Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең Сәйәси Советы ағзаһы.

Ижтыимағи эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саха Республикаһының (Яҡутстан) ирекле көрәш федерацияһы президенты.

Ҡатыны — Николаева Людмила Валерьевна, 2014 йылдан 2018 йылға тиклем "Алмазэргиэнбанк"тың идара рәйесе. Өс балаһы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дуҫлыҡ Ордены (21 март 2022 йыл) — Саха Республикаһының (Яҡутстан) социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[16].
  • Саха Республикаһы (Яҡутстан) халыҡ хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008).
дини
  1. http://euroasia-uclg.ru/en/about/history/
  2. https://www.uclg.org/en/node/29001#Videpresidency
  3. https://www.uclg.org/sites/default/files/uclg_world_council2016-2019.pdf
  4. Новый глава Республики Саха. Дата обращения: 28 май 2018. Архивировано 9 июль 2021 года.
  5. Глава Якутии стал секретарем регионального отделения «Единой России». Дата обращения: 19 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года.
  6. Организационная структура. Министерство финансов Республики Саха (Якутия). Дата обращения: 24 февраль 2013. Архивировано 22 март 2013 года. 2016 йыл 6 март архивланған.
  7. Выборы мэра Якутска назначены! 12 декабря 2011. Дата обращения: 20 март 2020. Архивировано 20 март 2020 года.
  8. За кресло мэра Якутска поборются десять человек. 13.01.2012
  9. «Отработали не как конкуренты»: на праймериз «ЕР» победил мэр Якутска. ИА REGNUM. 29.05.2017. Дата обращения: 20 март 2020. Архивировано 20 март 2020 года.
  10. Действующий мэр Якутска Айсен Николаев победил на выборах главы города. 11.09.2017. Дата обращения: 12 март 2020. Архивировано 9 июль 2021 года.
  11. Указ «О досрочном прекращении полномочий Главы Республики Саха (Якутия)». Президент России. Дата обращения: 18 ғинуар 2019. Архивировано 16 ғинуар 2019 года.
  12. Николаев набрал 71,41% голосов на выборах главы Якутии после обработки 100% протоколов. ТАСС. Дата обращения: 18 ғинуар 2019. Архивировано 11 сентябрь 2018 года.
  13. Указ «О досрочном прекращении полномочий Главы Республики Саха (Якутия)» / 2021 йыл 22 ғинуар архивланған. kremlin.ru, 28 мая 2018 года
  14. Распоряжение Президента Российской Федерации от 02.08.2019 г. № 255-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Дата обращения: 3 апрель 2020. Архивировано 2 март 2021 года.
  15. Распоряжение Президента Российской Федерации от 27.01.2020 г. № 10-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Дата обращения: 3 апрель 2020. Архивировано 25 март 2020 года.
  16. Указ Президента Российской Федерации от 21 марта 2022 года № 132 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  17. Айсен Николаев по указу Патриарха Кирилла награжден высшей наградой РПЦ — орденом Александра Невского. ИА «HOTU.SU» (23 ғинуар 2022). Дата обращения: 1 февраль 2022. Архивировано 4 февраль 2022 года.