Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы
Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы | ||||||
| ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1946 — 1950 | ||||||
Алдан килеүсе: | Ибраһимов Рәхим Кирәй улы | |||||
Дауамсы: | Зәғәфуранов Файзрахман Зәғәфуран улы | |||||
Тыуған: | 22 март 1911 Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Туҡмаҡлы ауылы | |||||
Үлгән: | 18 июнь 1989 (78 йәш) Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы | |||||
Партия: | Советтар Союзы Коммунистар партияһы | |||||
Белеме: | Һамар дәүләт иҡтисад университеты[d] | |||||
Ғилми дәрәжәһе: | иҡтисад фәндәре кандидаты[d] | |||||
Наградалары: |
|
Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (22 март 1911 йыл — 18 июнь 1989 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1946—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе, 1958—1972 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 2‑се, 4—8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1950). Ленин (1949), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1966) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилман Вилдан улы Ниғмәтйәнов 1911 йылдың 22 мартында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Архангел районы Туҡмаҡлы ауылында тыуған. 1938 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Хеҙмәт юлын 1935 йылда Куйбышев план-иҡтисад институтын тамамлағандан һуң башлай. 1938 йылға тиклем БАССР Дәүләт план комитетының төркөм, планлаштырыу секторы башлығы булып эшләй.
1938—1942 йылдарҙа БАССР Дәүләт план комитетының рәйес урынбаҫары, рәйес вазифаларын атҡара.
1942—1946 йылдарҙа БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе урынбаҫары булып эшләй.
1946—1950 йылдарҙа — БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе.
1950—1952 йылдарҙа Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1952—1958 йылдарҙа — БАССР Дәүләт план комитетының рәйесе. 1958 йылда БАССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары вазифаһына күсерелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өҫтәлмә мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙы — Күсимова Суфия Ғилман ҡыҙы (5.03.1944), ғалим-театр белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Романов В. Видные руководители Башкортостана: Гильман Нигмаджанов (К 105-летию со дня рождения государственного и общественного деятеля). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 22 март[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (1911—1989)(недоступная ссылка)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Архангел районында тыуғандар
- 22 мартта тыуғандар
- 1911 йылда тыуғандар
- 18 июндә вафат булғандар
- 1989 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйестәре
- Башҡорт АССР-ының дәүләт эшмәкәрҙәре
- 2-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 4-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 5-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 6-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 8-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 2-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- КПСС ағзалары