Эстәлеккә күсергә

Новокшенов Виктор Юрьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Новокшенов Виктор Юрьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 октябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө математика
Эш урыны Математика институты
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1988)
Ғилми етәксе Ильин, Арлен Михайлович[d]

Новокшенов Виктор Юрьевич (9 октябрь 1951 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1988), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2002)[1].

Виктор Юрьевич Новокшенов 1951 йылдың 9 октябрендә Свердловск ҡалаһында тыуа, шунда уҡ 1969 йылда мәктәпте тамамлай.

1969 йылдан ул — Свердловскиҙа Урал дәүләт университетының математика һәм механика факультеты студенты. 1974 йылда институтты тамамлағас, Рәсәй Фәндәр академияһы Урал фәнни үҙәгенең Хисаплау үҙәге булған Математика институтында эшләй. 1979 йылда Новокшенов — кандидатлыҡ диссертацияһын, 1988 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, темаһы: «Изомонодромные деформации и уравнения Пенлеве» (Стеклов исемендәге Математика институтының Ленинград бүлексәһе).

1976—79 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында hәм 1996—2013 Өфө дәүләт авиация техник университетының математиканың махсус бүлектәре кафедраһында эшләй.

Әле РФА Өфө фәнни үҙәгенең хисаплау үҙәге булған Математика институтында математик физика бүлеге мөдире булып эшләй[2].

Новокшеновтың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: һыҙыҡһыҙ математик физика, солитондар теорияһы, һыҙыҡлы һәм һыҙыҡһыҙ дифференциаль тигеҙләмәләрҙе сисеүҙең асимптотик ысулдары, Пенлеве тигеҙләмәләре.

В. Новокшеновтың уҡыусылары араһында — өс фән докторы һәм 20-нән ашыу фән кандидаты.

80-дән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография авторы.

  • V.Yu.Novokshenov, Dynamics of the Whitham gaps for real-valued solutions of Sine-Gordon equation with finite-gap boundary conditions, Funct. Analiz i ego prilozh., 1996, Т.30, No 4, С.31-44.
  • V.Yu.Novokshenov, A.G.Shagalov, Bound states for the elliptic sine-Gordon equation, Physica D, v.106 (1997) p. 81-94
  • V.Yu. Novokshenov, Radial-Symmetric Solution of the Cosh-Laplace Equation and the Distribution of Its Singlarities, Russian. J. Math. Phys., v.5, N 2 1998, 211—226.
  • A.R.Its, V.Yu.Novokshenov The Isomonodromic Deformation Method in the Theory of Painleve equations. Lecture Notes in Mathematics, Vol. 1191, 313 p. Springer-Verlag. (1986).