Проект:АХБ төҙәтеү/Әбделйәлил Ырыҫҡолов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
АХБ төҙәтеү/Әбделйәлил Ырыҫҡолов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр

Әбделйәлил Ырыҫҡолов — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёв полковнигы.

Биографияһы[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбделйәлил Ырыҫҡолов сығышы менән Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы башҡорттарынан[1]. Төрки телендә уҡып-яҙа белгән[2].

1773 йылдың көҙөндә Е. И. Пугачёв етәкселегендәге ихтилалға ҡушыла. 1773 йылдың декабрендә Пугачёвтың баш полковник Бәхтийәр Ҡанҡаев һәм Әҙел Биғәшев менән берлектә Ҡазан даруғаһында халыҡты ихтилалға ҡушылырға өндәй, баш күтәреүселәр отрядтарын туплай[2][1].

1774 йылдың яҙ—йәй айҙарында Ҡазан һәм Уҫы даруғаларында баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе. Июндән Бөрө ҡәлғәһе тирәһендә ихтилал менән етәкселек итә. Уның отряды Ағиҙел йылғаһы аша үткәүелде (Сатаниха ауылы тирәһендә) полковник А. Я. Якубович командалығындағы хөкүмәт ғәскәрҙәренән һаҡлай. Июнь уртаһынан Ҡазан даруғаһының Сатаниха ауылы тирәһендә Бөрө йылғаһы буйында поручик И. Я. Яворский етәкселегендә хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[2][1].

1774 йылдың авгусында Әбделйәлил Ырыҫҡолов, Арыҫлан Ранғолов, Бүләк Яҡупов етәкселегендәге башҡорт ихтилалсылары һәм Йәлдәк ҡәлғәһе казактары (бөтәһе 700‑гә яҡын кеше) Уҫы даруғаһы биләмәләрендә һуғыша[2][1].

1774 йылдың сентябрендә Салауат Юлаев ғәскәренә ҡушыла, Арыҫлан Ранғолов менән Себер даруғаһында һуғыша. Подполковник Иван Рылеев командалыҡ иткән хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[2][1].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е. И. Пугачёва. — Уфа, 1999.
  • Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии: сб. док. — Уфа, 1975.