Эстәлеккә күсергә

Арыҫлан Ранғолов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арыҫлан Ранғолов
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Себер даруғаһы, Танып улусы, Ҡыйғаҙы ауылы
(хәҙерге Башҡортостандың Асҡын районы)

Вафат булған көнө

29 апрель 1775({{padleft:1775|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Вафат булған урыны

Өфө провинцияһы, Өфө ҡалаһы

Атаһы

Уранғол

Арыҫлан Ранғолов (?—1775) — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы. Сотник.

Арыҫлан Ранғолов сығышы менән Себер даруғаһы Танып улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы) Ҡыйғаҙы ауылы башҡорттарынан. Атаһы Уранғол (Рәмғол) 1735—1740 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша[1].

1773 йылдың октябренән — 1774 йылдың мартына ҡәҙәр Емельян Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Ырымбур ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша. Бында әсирлеккә эләгә, Яйыҡ комендант канцелярияһы тикшереүе аҫтында була, азат ителә[2].

1774 йылдың йәйе—көҙөндә Арыҫлан Ранғоловтың отряды Ҡазан ҡалаһы эргәһендәге, Өфө провинцияһының Бөрө һәм Әңгәсәк шарап ҡыуыу заводтары янындағы алыштарҙа ҡатнаша[2].

1774 йылдың 22 сентябрендә Нөркә ауылы янында Салауат Юлаев ғәскәре составында И. К. Рылеев командалығындағы батша ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша[3]. Аҙаҡ Тере Танып йылғаһының үрге ағымы буйында көрәште дауам итә[2].

1774 йылдың аҙағында батша властарына бирелә. 1775 йылда Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була. 1775 йылдың 5 майында Салауат Юлаев эше буйынса шаһит булараҡ йәлеп ителә[3].

1775 йылдың 29 апрелендә Өфө төрмәһендә вафат була[2].