Рочестер (Нью-Йорк)
Рочестер[1] (ингл. Rochester) — АҠШ-та, Нью-Йорк штатының көнбайыш өлөшөндә Онтарио күле яры буйында урынлашҡан ҡала. Муниципалитет халҡы (Монро графлығы) 1 039 028 кеше тәшкил итә (2005 йылға ҡарата), ҙурлығы буйынса штатта өсөнсө урында тора. Рочестерҙың үҙенең халҡының һаны 212,5 кеше тәшкил итә (2004 йылға ҡарата). Ҡала агломерацияһы Бөйөк күлдәр Мегаполисы мегатөбәгенә ҡарай.
Ҡалала Kodak Eastman, Bausch & Lomb һәм Xeroxкорпорацияларының штаб-фатиры урынлашҡан — оптика сәнәғәте предприятиеларының күплеге арҡаһында, Рочестер «донъя оптикаһының баш ҡалаһы» абруйын ҡаҙанған.[2] Ҡалала Рочестер университеты (UoR) һәм уның составына ингән Истмен музыка мәктәбе эшләй, Рочестер филармония оркестры, университеттан тыш Рочестер технология институты (RIT) урынлашҡан.
Демографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рочестер халҡы[3] | |
---|---|
1840 | 20 191 |
1850 | 36 403 |
1860 | 48 204 |
1870 | 62 386 |
1880 | 89 366 |
1890 | 133 896 |
1900 | 162 608 |
1910 | 218 149 |
1920 | 295 750 |
1930 | 328 132 |
1940 | 324 975 |
1950 | 332 488 |
1960 | 318 611 |
1970 | 296 233 |
1980 | 241 741 |
1990 | 231 636 |
2000 | 219 773 |
2004 | 212 481 |
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ҡалала билдәле америка педагогы һәм рәссамы Фрэнк Дюмон тыуған.
Энтони Сьюзан, активист, бында күп йылдар дауамында йәшәгән.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рен (франц.Rennes), Франция (1958)
- Вюрцбург (Würzburg), Германия (1964)
- Кальтаниссетта (итал.Caltinassetta), Италия (1965)
- Реховот (йәһ. רְחוֹבוֹת), Израиль (1972)
- Краков (пол. Kraków), Польша (1973)
- Бамако (франц.Bamako), Мали (1975)
- Бөйөк Новгород, Рәсәй (1990)
- Хамамацу (япон. 浜松市), Япония (1996)
- Пуэрто-Плата (исп. Puerto Plata), Доминикан Республикаһы (1975)
- Уотерфорд (ирл.Port Láirge), Ирландия
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 308.
- ↑
- ↑ Campbell Gibson,. Population of the 100 largest cities and other urban places in the United States 1790 to 1990 . Population Division, U.S. Bureau of the Census (June 1998). Дата обращения: 1 август 2007. Архивировано 25 август 2011 года.