Рәмлә бинт Әбү Суфьян
Рәмлә бинт Әбү Суфьян | |
ғәр. رملة بنت أبي سفيان | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 594[1] |
Тыуған урыны | Мәккә, Хижәз |
Вафат булған көнө | 665[2] |
Вафат булған урыны | Мәҙинә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
Ерләнгән урыны | Әл-Баҡый |
Атаһы | Әбү Суфыян ибн Хәрб[2] |
Әсәһе | Сафия бинт Абуль-Ас[d] |
Бер туғандары | Мүәвиә ибн Әбү Суфыян һәм Язид ибн Абу Суфьян[d] |
Хәләл ефете | Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)[2] һәм Убайдуллах ибн Джахш[d][2] |
Балалары | Хабиба бинт Убайдуллах[d] |
Кунья | Умм Хабиба[d] |
Рәмлә бинт Әбү Суфьян Викимилектә |
Үмм Хәбибә Рәмлә бинт Әбү Суфьян әл - Ҡураши (ғәр. أم حبيبة بنت رملة أبي سفيان; вафаты -665 йыл, Мәҙинә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе, хаҡ мосолмандар Инәһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тулы исеме:Үмм Хәбибә Рәмлә бинт Әбү Суфьян Сарх ибн Харб ибн Үмәйә ибн Әбд Шәмс. Ул абруйлы ҡорайыш юлбашсыһы Әбү Суфьян ибн Харбтың ҡыҙы була[3].
Ислам ҡабул иткәнгә тиклем Рәмлә р.ғ. мәжүсилектән ситләшеп хәнифтәр инанысына күскән була. Ул ире Үбәйдулла ибн Йәһеш менән бергә шәһәҙә әйтә. Ире шуғаса нәсрани диндә булған була. Ҡорайыштарҙың эҙәрлекләүе һөҙөмтәһендә улар Хәбәшстанға (Эфиопия) һижрәт яһай. Шунда Үбәйдулла көтмәгәндә Исламдан баш тартып, нәсранилыҡҡа күсә. Рәмләне лә үҙе менән ридда (Исламдан баш тартыу) ҡылырға өгөтләһә лә Рәмлә хаҡ диненә тоғро ҡала һәм унан айырыла. Был хәлдән һуң ул Мәккәгә кире ҡайта алмай, сөнки Атаһы Әбү Суфьян мосолмандарҙың ҡан дошманы була.Был хаҡта ишетеп, Мөхәммәт с.ғ.с. ҡатындың тәҡүәлегенә таң ҡала, һоҡлана. Рәсүл Хәбәшстан башлығына - негусҡа үҙенең вәкилен ебәрә һәм ҡатынды Мәҙинәгә ебәреү сараһын күрергә һорай, уның менән никахҡа инергә теләген белдерә. Һижрәнең 7-се йылында улар өйләнешә. Был никах Мөхәммәт Пәйғәмбәргә Мәккә мөшриктәре башлығы Әбү Суфьян менән низағтарҙы кәметергә мөмкинлек бирә.[3].
Рәмлә бинт Әбү Суфьян бик тәҡүә һәм игелекле ҡатын була. Ул 665 йылда 70 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Был осорҙа мосолман иленең башлығы булып уның ағаһы Мүәвиә Әбү Суфьян идара иткән була. Уның 65-тән ашыу хәҙис ҡалдырғаны билдәле [3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.mpac-ng.org/islam-links/281-mothers-of-the-believers-umm-habiba-ramla-bint-abu-sufyan.html
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Али-заде А. Умм Хабиба бинт Абу Суфьян (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Али-заде, А. А. Умм Хабиба бинт Абу Суфьян (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Умм Хабиба бинт Абу Суфьян (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
Был ислам шәхесе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |