С. М. Будённый исемендәге хәрби элемтә академияһы
С. М. Будённый исемендәге хәрби элемтә академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1919[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Будённый Семён Михайлович |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Урын | Санкт-Петербург |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | vas.mil.ru[1] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Военной академии связи имени С. М. Будённого[d] |
С. М. Будённый исемендәге хәрби элемтә академияһы Викимилектә |
Советтар Союзы Маршалы С. М. Буденный исемендәге элемтә хәрби академияһы — Рәсәй Федерацияһы хәрби уҡыу йорто, Санкт-Петербургта урынлашҡан. 1919 йылда нигеҙ һалынған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1919 й. (8 ноябрь). Академияға нигеҙ һалына. Тәүге исеме «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (РККА) командирҙар составының юғары хәрби электротехник мәктәбе»
1941 й. (21 ғинуар). СССР Оборона Халыҡ комиссары (НКО) бойороғо буйынса Хәрби электротехник элемтә академияһы тип атала башлай.
1946 йыл (1946 йылдың 5 июле). РККА ГШ директиваһы нигеҙендә академия С. М. Буденный исемендәге Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденлы элемтә академияһы тип атала башлай.
1952 йыл, элемтә академияһы базаһында ике академия ойошторола: Хәрби элемтә академияһы (командирҙар) һәм С. М. Буденный исемендәге элемтә Хәрби инженер академияһы
1957 йыл, улар яңынан бер академияға — С. М. Буденный исемендәге элемтә Хәрби академияһына берләштерелә.
29 август 1998 йыл. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1000-се һанлы ҡарары менән Хәрби элемтә академияһы Рязань, Кемерово, Ульяновск ҡалаларындағы филиалдары булған элемтә Хәрби университеты тип үҙгәртелә.
2004 йылдың 9 июлендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 937-р номерлы ҡарары менән Хәрби элемтә университеты С. М. Буденный исемендәге Хәрби элемтә академияһы тип үҙгәртелә.
Академия 35 дәүләттең ҡораллы көстәре өсөн белгестәр әҙерләүҙе тормошҡа ашыра.
Академияның төп корпусы Тихорецкий проспекты, 3 адресы буйынса урынлашҡан, Академияның факультеттарының береһе Суворов проспекты, 32 адресы буйынса бинала урынлашҡан.
Һөнәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ЮҒАРЫ БЕЛЕМ
11.05.04 Мәғлүмәт коммуникацион технологиялар һәм махсус элемтә системаһы
Һөнәр: махсус тәғәйенләнештәге радиобәйләнеш системаһы;
Һөнәр: махсус спутник бәйләнеше системаһы;
Һөнәр:күп каналлы телекоммуникация системалары;
Һөнәр: оптик элемтә системаһы;
Һөнәр: махсус тәғәйенләнешле коммутация системалары һәм элемтә селтәрҙәре;
09.05.01 Махсус тәғәйенләнешле автоматлаштырылған системаны ҡулланыу һәм эксплуатациялау
Һөнәр: хисаплау машиналарын, комплекстарҙы, махсус тәғәйенләнешле системалар һәм селтәрҙәрҙе файҙаланыу;
Һөнәр: мәғлүмәтте автоматлаштырылған эшкәртеү һәм идара итеү системалары;
Һөнәр: математика, хисаплау техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа һәм мәғлүмәт менән тәьмин итеү.
Уҡыу ваҡыты 5 йыл
Уҡыу формаһы — көндөҙгө бүлек.
Академияны тамамлаусыларға лейтенант хәрби званиеһы һәм «инженер» квалификацияһы, дәүләт өлгөһөндәге диплом бирелә.
УРТА ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ
210709 Күп каналлы телекоммуникация системалары;
210721 Радиоэлемтә, радиотапшырыуҙар һәм телевидение;
210723 элемтә селтәрҙәре һәм коммутация системалары;
Уҡыу ваҡыты 2 йыл 10 ай.
Уҡыу формаһы — көндөҙгө бңлек.
Хәрби академияны тамамлаусыларға «прапорщик» хәрби званиеһы һәм «техник» квалификацияһы, дөйөм граждандар өлгөһөндәге диплом бирелә.
Тамамлаусылар Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төрөндәге ҡораллы көстәр частәрендә, берләшмәләрендә, элемтә учреждениеларында, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың беренсел вазифаларында: техник, аппаратная етәкселәре һәм уның квалификацияһына тап килгән башҡа вазифаларҙа хеҙмәт үтеү өсөн тәғәйенләнгән.
Академияның бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жуков ордены (2019 йылдың 16 июле, Рәсәй Президентының 334-се һанлы Указы менән илдең оборона һәләтен нығытыуҙа һәм квалификациялы хәрби кадрҙар әҙерләүҙә ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнә)
- Ленин ордены (1968)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944)
- «Ватан һәм халыҡ алдындағы хеҙмәте өсөн» алтын хәрби ордены (ГДР, 1972)
- I дәрәжә «Болгария Халыҡ Республикаһы» ордены (БХР хөкүмәте ҡарары менән, 1974)
- Польша Халыҡ Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары ордены йондоҙо менән Командор Тәреһе " (ПХР Дәүләт Советы Указы, 1979)
- Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены (МХР Бөйөк Халыҡ Хуралы Президиумы Указы, 1980)
- I дәрәжә Хәрби Ҡаҙаныштар ордены, (СРВ Дәүләт Советы указы, 1983)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (ЧССР Президенты Указы, 1985)
Академия начальниктары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1919—1921 — А. В. Бабински
- 1921—1922 — E. A. Бернарделли
- 1922—1927 — Овчинников, Алексей Константинович
- 1928—1932 — профессор Свирский, Евгений Антонович
- 1932—1937 — дивинженер (1935 йылдан) Полищук, Константин Ефимович|K. E. Полищук
- 1937—1938 — комбриг Дратвин, Михаил Иванович
- 1938—1938 — дивинженер H. H. Андреев
- 1938—1942 — бригада инженеры,1940 йылдан элемтә ғәскәрҙәре генерал-майоры Говядкин, Василий Михайлович
- 1942—1944 — элемтә ғәскәрҙәре генерал-майоры Лапкин, Алексей Григорьевич
- 1944—1949 — элемтә ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты Муравьев, Константин Хрисанфович
- 1949—1951 — элемтә ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты Мирошников, Павел Дмитриевич
- 1951—1961 — элемтә ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты Звенигородский, Вадим Владимирович
- 1961—1974 — элемтә ғәскәрҙәре генерал-полковнигы Фролов, Александр Александрович (генерал)
- 1974—1978 — элемтә ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты, 1976 йылдың майынан элемтә ғәскәрҙәре генерал-полковнигы Борисов, Александр Петрович
- 1978—1988 — элемтә ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты, 1984 йылдың майынан элемтә ғәскәрҙәре генерал-полковнигы Попов, Николай Гаврилович
- 1988—1991 — генерал-лейтенант Барашков, Пётр Николаевич
- 1991—1995 — генерал-лейтенант Савин, Георгий Георгиевич
- 1995—1998 — генерал-лейтенант Лигута, Степан Романович
- 1998—2002 — генерал-лейтенант Карпов, Евгений Акимович
- 2002—2009 — генерал-лейтенант Кременчуцкий, Александр Лазаревич
- 2009—2010 — генерал-майор Будилкин, Сергей Александрович
- 2010 — х. в. — генерал-лейтенант Костарев, Сергей Валерьевич
Билдәле булған уҡытыусылары һәм тамамлаусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Категория: Шәхестәр: Хәрби элемтә академияһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2018-05-01 — 2018. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.6216392
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Офицерская электротехническая школа
- Войска связи Российской Федерации
- Памятник Чапаеву (Санкт-Петербург)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Военной академии связи 2020 йыл 26 ноябрь архивланған.