СССР бронетехникаһы Икенсе донъя һуғышында
Уҡыу көйләүҙәре
СССР бронетехникаһы Икенсе донъя һуғышында |
Исемлеккә Икенсе донъя һуғышы осоронда һәм һуғышҡа тиклемге осорҙа етештерелгән һәм һуғыш башында файҙаланған СССР бронехникаһы индерелгән[1][2]. Һынау үткән, әммә сериялы етештереүгә барып етмәгән өлгөләр исемлеккә индерелмәгән.
Танкеткалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
Т-27 | 1931 | 3 295 | 1941 йыл дауамында Т-27 танкеткаларының күпселеге алыштарҙа юҡҡа сыға. Уларҙың ҡулланыуы тураһында аҙаҡҡы телгә алыуҙар Мәскәү тирәһендәге алыштарҙа осрай (унда һәм Ҡырымда Т-27-ләр пехотаға ярҙамсы танкылар һәм танкыларға ҡаршы пушкалар өсөн тягачтар сифатында ла ҡулланыла. |
Кесе һәм еңел танкылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
Т-18 (МС-1) | 1927 | 959 | МС-1 йәки Т-18 танкылары бик аҙ һанда Бөйөк Ватан һуғышы башында ғәскәрҙәрҙә һуғышҡа һәләтле хәлдә булалар һәм һуғыш башында әле ҡулланылалар. | |
T-26 | 1931 | 11 218 | 1930 йылда һатып алынған инглиз танкы «Vickers Mk E» схема өлгөһө булараҡ файҙалынған совет танкы. Был танкы төрө 1940 йылда — совет-фин һуғышында, шулай уҡ Мәскәү өсөн алышта бик йыш ҡулланыла. | |
БТ-2 | Файл:Bt2.jpg | 1932 | 620 | 1941 йылдың 1 июненә ҡарата РККА ҡоралланыуында 580 линейный разведкалау БТ-2 танкы була, шул иҫәптән көнбайыш округтарҙа — 396. |
БТ-5 | 1933 | 1 836 | БТ-2 танкының тәрән модернизацияһы | |
БТ-7 | 1935 | 5 328 | БТ-7 танкылары башлыса танк корпустарының танк бригадаларына, айырым танк бригадаларына бирелә һәм дошман тылына үтеп инеү өсөн ҡулланыла. | |
Т-37А | 1933 | 2 552 | Т-37А танкылары шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышының башында ҡулланыла, әммә уларҙың күпселеге тиҙ арала сафтан сыға. Айырым һаҡланып ҡалған танкылар фронтта 1944 йылға тиклем һуғышалар, ә тылдағы уҡыу частарында һәм подразделениеларында улар һуғыш тамамланғанға тиклем файҙалана. | |
Т-38 | 1936 | 1 340 | 1930-сы йылдар аҙағында совет танкылары араһында Т-38 танкы иң һуғышҡа һәләтһеҙҙәр иҫәбендә була. Машина хатта ул ваҡыттағы үлсәм менән бик насар ҡоралланыуы һәм бронялауы менән айырыла, шуға күрә улар десант һәм амфибия операцияларында ҡулланылмай. | |
Т-40 | 1939 | 722 | Т-40 танкы 1941—1942 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы алыштарҙа ҡатнаша. | |
Т-50 | 1941 | от 65 до 75 | Дөйөм хәрби, техник һәм эксплутацион характеристикалары буйынса Т-50 танкы үҙенең класында донъялағы иң яҡшы танкылар иҫәбенә инә. | |
Т-60 Piton | 1941 | 5 920 | Т-60 танкылары 1943 йылдың февраленә тиклем етештерелә, артабан улар күпкә еңелерәк һәм ҡеүәтлерәк Т-70 танкыһына алмаштырыла. Хәҙерге ваҡтта Рәсәй һәм Финляндия музейҙарында яҡынса 5 ошондай танкылар һаҡланып ҡалған. | |
Т-70 | 1942 | 8 231 | Т-70 танкыһы өсөн хәрби хеҙмәтенең иң юғары нөктәһе Курск алышы булып тора, һуңынан улар Ҡыҙыл армия частарында күренмәй башлай, шулай ҙа айырым экземплярҙары һуғыш аҙағына тиклем ҡулланышта була. 1941—1945 йылдарҙа сығарылған һаны буйынса Т-70 танкылары Ҡыҙыл Армияла һаны буйынса икенсе урында тора. | |
Т-80 | 1942 | от 75 до 85 | Двигатель ҡулайламаһының ышанысһыҙ булыуына күрә һәм РККА-ға үҙйөрөшлө ҡулайламалар (СУ-76м) кәрәклеге арҡаһында 1943 йылдан алып Т-80 танкыларҙың етештереүе туҡтатыла. |
Урта танкылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
Т-28 | 1933 | 503 | СССР-ҙа массауи етештереүгә сығарылған беренсе урта танк. РККА-ның поляк походында һәм совет-фин һуығышында ҡулланыла. Әлеге һуғыштарҙа бик юғары сифаттарын күрһәтә. | |
Т-34-76 | 1940 | 33 929 | Т-34 танкы ҡайһы бер белгестәр тарафынан Икенсе донъя һуғышы осорондағы иң яҡшы урта танк булып таныла. Уны булдырған саҡта совет конструкторҙары төп хәрби, эксплуатацион һәм техник характеристикалары араһында оптималь нисбәт табыуға өлгәшәләр. Т-34 танкы иң билдәле совет танкыһыһәм Икенсе донъя һуғышының танылыу алған символдарының береһе булып тора. | |
Т-44 | 1944 | 1 823 | Т-44 танкылары 1944 йылда массауи рәүештә сығарыла башлай, әммә Бөйөк Ватан һуғышы барышында уларҙың етештереүе, масштаблы һөжүм операцияларын үткәреү ваҡытында Т-34-85 танкыларҙың етештереүен кәметмәү маҡсатында, бер аҙ сикләнә. | |
Т-34-57 | 1941 | 50 | Танк — истребитель. Унда урынлаштырылған 57 миллиметрлыҡ орудие ЗИС-4 (ЗИС-4М) броняны 1000 метр алыҫлыҡтан 98 миллиметрға тиклем тишә алған. Т-34-57 танкыһы массауи рәүештә 1941 һәм 1943 йылдарҙа сикләүле кимәлдә етештерелгән.
Һүрәт[3] һылтанмаһы буйынса алынды. | |
Т-34-85 | 1944 | более 35 000 | Икенсе донъя һуғышында төп совет танкыһы була, һуғыш тамамланғандан һуң, 1950-се йылдарға тиклем, Совет армияһы танк ғәскәрҙәренең төп нигеҙен тәшкил итә. |
Ауыр танкылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
Т-35 | 1933 | 61 | Биш башнялы Т-35 танкылар Бөйөк Ватан һуғышы башында хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашалар, әммә күп кенә боҙолоуҙар арҡаһында юҡҡа сығалар. | |
КВ-1 | 1940 | 2 769 | 1940 йылдың мартынан 1942 йылдың августына тиклем сығарыла. Финляндия менән һуғышта һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. | |
КВ-2 | 1940 | 334 | Хәрби машина 1940 йылдың ғинуарында эшләнә, сөнки РККА-ға Совет-фин һуғышы (1939—1940) барышында киҫкен рәүештә Маннергейм һыҙаты фортификациялары менән көрәш алып барыу өсөн ҡеүәтле ҡораллы һәм яҡшы һаҡлаулы танк кәрәк була. | |
КВ-1С | (1942) | 1085 | КВ—1 ауыр танкының баштағы варианты ышанысһыҙ һәм түбән хәрәкәтсәнлеге арҡаһында Ҡыҙыл Армия командирҙарының ялыуҙарына бәйле әлеге хәрби машина сығарыла башлай. | |
КВ-85 | 1943 | 148 | Хәрби машина дошмандың яңы «Тигр» ауыр танкылары барлыҡҡа килеүенән һуң сығарыла башлай. 85 индексы машинаның төп ҡаралланыу калибрын күрһәтә. | |
ИС-1 | 1943 | 130 | ИС-1 һәм ИС-2 танкылары КВ-1 ауыр танкыһы һәм ауыр бронялы КВ-13 урта танкыһы өлгөһөнән булдырылған. ИС аббревиатураһы «Иосиф Сталин» исем-фамилияһынан алынған. | |
ИС-2 | 1944 | 3 475 | Дөйөм алғанда, частарҙы һәм подразделениеларҙы көсәйтеү сараһы булараҡ танк тулыһынса командованиеның ышанысын аҡлай, дошмандың нығытлған һыҙаттарын бәреп үтеү һәм ҡалаларҙы штурмлау өсөн тәғәйенләнә. | |
ИС-3 | 1945 | 2 311 | ИС-3 танкылары Икенсе донъя һуғышындағы алыштарҙа ҡатнашмайҙар, әммә 1945 йылдың 7 сентябрендә бер танкылар полкы Берлинда Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға бағышланған Ҡыҙыл Армия частары парадында ҡатнаша һәм Гитлерға ҡаршы коалиция буйынса СССР-ҙың көнбайыш союздаштарына бик ныҡ тәьҫир итә. |
Ут бөрккөс танкылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
ХТ-26 | 1932 | более 615 | Т-26 еңел танкы базаһында булдырылған совет еңел химик үт бөрккөс танк. | |
КВ-6 | 1941 | ~4 | Совет ауыр ут бөрккөс танк. | |
КВ-8 КВ-8С |
1943[4] | ~ 139 | Оборонаны йырып үтеү өсөн тәғәйенләнгәндәр | |
ОТ-34 | 1942 | 1 170 | ОТ-34 — Т-34 базаһында булдырылған. Автоматик дары поршенле АТО-41 ут бөрккөсө менән ҡоралланған, ул курсовой пулемёт урынында урынлаштырылған һәм шуға күрә КВ-8 танкынан айырмалы рәүештә 76-миллиметрлыҡ пушканы һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлек тыуа. |
Эрзац-танкылар (бронетракторҙар)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
НИ-1 | Файл:Бронетрактор НИ-1.jpg | 1941 | порядка 60 | «Ҡурҡытыр өсөн» («На испуг») (НИ-1) танкы — эрзац-танк (бронетрактор), 1941 йылда Одесса оборонаһы осоронда сығарылған һәм броня ҡалайы менән ҡапланған, еңел уҡсылар һәм пушка ҡоралы менән ябай артиллерия тягачынан торғабронетрактор. Бындай машиналар бер нисә трактор заводында танкылар етешмәү сәбәпле сығарыла. |
Еңел үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламалары (САУ)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
СУ-76 | 1942 | 14 292 | СУ-76 еңел штурмлау орудиеһы һәм танкыларға ҡаршы САУ сифатында пехотаға ут менән ярҙам итеү өсөн тәғәйенәләнә. |
Урта ПТ-САУ-ҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
СУ-122 | 1942 | 638 | СУ-122 тура туптарҙы төбүә штурмлау орудиеһы сифатында ҡулланыла, ябыҡ позилицияларҙан утҡа тотоу бик һирәк була. Күбеһенсә СУ-122 танкылар частарына ярҙам итеү өсөн ҡулланыла, улар менән бергә атакаға барып, танкыларға ҡаршы орудиеларҙы һәм башҡа һөжүмгә ҡамасаулаған кәртәләрҙе юҡҡа сығаралар. | |
СУ-76и | 1943[5] | 210 | Алыштарҙа тартып алынған Pz Kpfw III һәм САУ StuG III немец танкылары базаһында штурмлау орудиеһы класындағы ауырлығы буйынса уртаса үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы. | |
СУ-85 | 1943 | 4 100[6] | СУ-85 ауырлығы буйынса уртаса үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы, истребителдәр танкылар класына ҡарай. | |
СУ-100 | 1944 | от 4 772 до 4 976 | СУ-100 тәүге тапҡыр 1945 йылдың ғинуарында ҡулланыла, артабан СУ-100 Бөйөк Ватан һуғышының һәм Совет-япон һуғыштары операцияларында ҡатнаша, шулай ҙа уларҙың хәрби ҡулланышы сикләүле була. |
Ауыр үҙйөрөшлө штурмлау орудиелары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
СУ-152 | 1943 | 670 | СУ-152-ның хәрби дебюты 1943 йылда йәйгеһен курск алышында була, унда ул яңы немец ауыр танкыларына һәм САУ-ҙарына ҡаршы тороуҙа яҡшы яҡтан баһалана. | |
ИСУ-152 | 1943 | 2 825 | Дөйөм алғанда, ИСУ-152 универсаль ауыр үҙйөрөшлө ҡулайламаның уңышлы өлгөһө булып тора. | |
ИСУ-122 | 1943 | 1 735 | ИСУ-122 Бөйөк Ватан һуғышының йомғаҡлау этабындаҡеүәтле истребитель танкы һәм штурмлау орухиһы булараҡ киң ҡулланыла. | |
ИСУ-122С | 1944 | 675 | ИСУ-122С үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы ҡулланған бөтә урындарҙа ҡулланыла. |
Эрзац-САУ-ҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
ЗИС-30 | 1941 | около 90 | Асыҡ типтағы еңел танкыларға ҡаршы САУ. | |
ХТЗ-16 | 1941 | от 70 до 100 | Ябай ауыл хужалығындағы ҡарышлауыҡлы тракторға оҡшаған, броняһы ҡалай менән ҡапланған, пушка һәм пулемёт менән ҡоралланған. Төп етешһеҙлектәре — түбән тиҙлек, бейек силуэт, хөрт бронялау, алышта насар күреү майҙаны һәм ҡуҙғалмаусан пушка. |
Зенит үҙйөрөшлө ҡоролмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
БМ-8-24 | 1942 | ? | Етештерелгән машиналар 1942-43 йылдарҙағы алыштарҙа ҡатнаша һәм ғәскәрҙәрҙә һәйбәт яҡлаулығы һәм үтә алыусанлығы арҡаһында «Катюша» менән сағыштырмаса яҡшы яҡтан баһалана. | |
БМ-13-16 | 1939 | ? | Катюша — БМ-8 (82 мм), БМ-13 (132 мм) һәм БМ-31 (310 мм) реактив артиллерияһы хәрби машиналарҙың рәсми булмаған атамаһы. |
Реактив залплы ут системалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
сығарылған һаны штуктарҙа |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
БМ-8-24 | 1942 | ? | Сығарылған машиналар 1942-43 йылдарҙағы алыштарҙа ҡатнаша һәм, йөк машиналар базаһында булдырылған «Катюшалар» менән сағыштырмаса һаҡланғылығы һәм үтә алыусанлығы арҡаһында, ғәскәрҙәрҙә ыңғай ҡабул ителә. | |
БМ-13-16 | 1939 | ? | Катюша — БМ-8 (82 мм), БМ-13 (132 мм) һәм БМ-31 (310 мм) реактив артиллерияһы хәрби машиналарының рәсми булмаған атамаһы. |
Бронеавтомобилдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
БА-27М | Файл:Ba27ph7.jpg | 1928 | 215 | Сик буйы частарында булыу сәбәпле һуғышытың беренсе аҙналарында уҡ юҡҡа машиналарҙың күпселеге юҡҡа сыға. Б |
ФАИ | 1933 | более 1 000 | Бронеавтомобиль" Форд-А" (ФАИ) йәки ГАЗ-М1 (ФАИ-М) еңел автомобиль шассиһында эшләнгән. | |
БА-20 | 1936 | 2 114 | 1936 йылда ГАЗ-М1 еңел автомобиль шассиһында эшләнгән. | |
БА-3, БА-6 |
1936 | 386 | БА-3 һәм БА-6 ғәскәрҙәрҙә 1942 йылға тиклем осрай. | |
БА-30 | 1937 | — | Ҙур булмаған серия етештерелгән. | |
БА-10 | 1938 | 3 413 | Совет ғәскәрҙәре Халхин-Голда, совет фин һуғышында һәм Бөйөк ватан һуышының бөтә дауамында | |
БА-64 | 1942 | 9 110 | БА-64 ГАЗ-64 тулы приводлы еңел автомобиле шассиһында эшләнгән. Бронеавтомобилде совет ғәскәрҙәре 1942 йылдың йәйенән башлап һәм һуғыш тамамланғанға тиклем бик әүҙем ҡулланалар, башлыса разведкалау машиналар сифатында, шулай уҡ пехотаға туранан-тура ярҙам күрһәтеү өсөн. |
Аэросаналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
НКЛ-16 | 1937 | ? | НКЛ-16 аэросаналары Бөйөк Ватан һуғышы фронттарҙа киң ҡулланыла, айырыуса 1941—1942 йылдың ҡышында. Улар оператив бәйләнеш, хәрби йөктәрҙе ташыу өсөн ҡулланылған, улар ярҙамында патруль, десант һәм хәрби операциялар башҡарылған. Десанттарҙы урындан урынға күсергән саҡта аэросаналар яугирҙарҙы бөтә ҡоралдары менән бортҡа алыуҙан тыш, махсус тростарҙа 18-20 саңғысыны һөйрәй. | |
НКЛ-26 | 1941[7] | ? | НКЛ-26 саналарҙың корпусы бронялы була, бындай броня пуляларҙан һәм ярсыҡтарҙан һаҡлауҙы тәьмин иткән һәм бер ДТ пулемёты менән ҡоралланған; 7,62 миллиметр калибрлы пулемёт түңәрәк атыу секторын тәьмин иткән. Саналарҙы М-11 двигатель хәрәкәткә килтергән, шундай уҡ двигатель ПО-2 самолеттарына ҡуйылған. | |
РФ-8-ГАЗ-98 | 1941 | ? | Аэросаналар Газ автомобилдәр заводы филиалында етештерелә. |
Артиллерия тягачтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Сығарылған һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
Т-20 «Комсомолец» | 1937 | 7 780 | Т-20 тягачтары 1938 йылда Хәсән күле янындағы алышта Япония менән һуғышта, 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһы янында, совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашалар. | |
T-26T | 1937 | 211 | Артиллерия тягачы T-26 базаһында төҙөлә. | |
Коминтерн | 1934 | 568 | Коминтерн Т-24 базаһында төҙөлә. | |
Ворошиловец | 1939 | 1 123[8] | «Ворошиловец» ауыр артиллерия тягачы Т-24 базаһында төҙөлә. | |
Сталинец-2 | 1939 | 1 275[9] | С-2 теләһә нимәне һөйрәй алған: зенит пушаларынан гаубицаларға тиклем, шулай улар ҡыйратылған еңел һәм урта танкыларын ремонтҡа алып сыҡҡандар. |
Ленд-лиз буйынса союздаштарҙан алынған танкылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрө | Һүрәте | Ҡоралланыуға алынған |
Тапшырылған танкылар һаны (штуктарҙа) |
Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
Стюарт | 1942 | 1 681 | Икенсе донъя һуғышында «Стюарт» танкын АҠШғәскәрҙәре әүҙем файҙалана, шулай уҡ ленд-лиз программаһы буйынса байтаҡ һандарҙа Бөйөк Британияға, СССР-ға, Ҡытайға, Ирекле Франция һәм Югославия армияһы ғәскәрҙәренә ебәрелә. | |
M3 Ли | 1942 | ~ 1 300 | Барыһы, төрлө варианттарҙа, МЗ танкыһы 6258 штук етештерелә. Яҡынса 2/3 етештерелгән M3 танкылар башҡа илдәргә тапшырыла, башлыса Бөйөк Британияға һәм СССР-ға. | |
Шерман | 1942 | 4 248 | Советтар Союзына төрлө варианттағы 4 248 «Шерман» танкыһы тапшырыла: • M4A2 — 1990 берәмек | |
Матильда | — | 1 084 | 1943 йылда етештереү туҡтатылғанға тиклем Бөйөк Британияла барыһы 2 987 «Matilda II» танкыһы етештерелә, шул иҫәптән 1 084 дана ленд-лиз буйынса СССР-ға оҙатыла, 918 СССР-ға килеп етә (ҡалғандары юлда юҡ ителә). | |
Валентайн | 1941 | 3 782 | СССР 3782 танк ебәрелә, йәки бөтә етештерелгән «Валентайндарҙың» 46 %, шул иҫәптән Канадала етештергән бөтә машиналар тиерлек. | |
Черчилль | — | 301 | Икенсе донъя һуғышы осорондағы Бөйөк Британияның пехота танкы, ауырлығы буйынса ауыр танк. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бронетехника СССР 1930—1945 гг. 2010 йыл 22 май архивланған.
- ↑ Бронетехника времен Второй мировой войны. 2016 йыл 13 март архивланған.
- ↑ http://bronetehnika.narod.ru/t34-57/t34-57_2.jpg
- ↑ Самоходная установка СУ-76И
- ↑ Самоходная установка СУ-76И
- ↑ СУ-85
- ↑ Аэросани в боях за Родину
- ↑ Тяжелый артиллерийский тягач «Ворошиловец»
- ↑ Средний артиллерийский тягач C-2 «Сталинец»