Салағош
Салағош | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Салаушское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Салаушское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны | 497 кеше (2015)[2] |
Почта индексы | 422214 |
Салағош[3] (татар. Салагыш, рус. Салауши) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Иж йылғаһы тамағы эргәһендә һәм Әгерже ҡалаһынан көньяҡҡа табан 73 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Алабуға өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Салағош административ-территориаль улусы составына керә һәм уның үҙәге була[5].
1719 йылда ауыл кешеләре (аҫаба байлар башҡорттары) Дыуанай улусының Ҡарттәкә ауылына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) күсә һәм бында керҙәш булып китә[5].
XX быуат башында ауылда 3 мәсет, биш класлы мәҙрәсә (1916 йылда 115 шәкерт уҡыған), милли китапхана (1909 йылда асылған), рус-башҡорт земство мәктәбе (1910 йылда асылған) теркәлгән[6].
1920—1921 йылдарҙа ауыл Вот автономиялы өлкәһе, ә 1921 йылдан Татар АССР-ының Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Красный Бор районы, 1960 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составында була[4].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1834 йылда ауылда 168 аҫаба башҡорт, 1035 типтәр һәм 9 керҙәш башҡорт; 1897 йылда – 1168 типтәр, 1594 башҡорт, 29 ҡаҙна крәҫтиәне, 10 сауҙагәр һәм 6 почетлы граждан тоҡомдары иҫәпләнгән[5][6].
1859 | 1887 | 1905 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1726 | 2433 | 2959 | 3690 | 2896 | 2023 | 1323 | 1138 | 556 | 768 | 611 | 595 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Салауши (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 376. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Татарская энциклопедия.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 45-46. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ 6,0 6,1 История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 145-146, 148. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.