Эстәлеккә күсергә

Сербия халҡы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сербияның халҡы нигеҙҙә сербтарҙан тора. Милли әҙселектә: албандар (Косовола күпселекте тәшкил итәләр), венгрҙар (башлыса Воеводинала), сиғандар, боснактар, хорваттар, словактар, румындар, болгарҙар һәм башҡалар. Воеводина әүәл — Австро-Венгрия, ә ҡалған Сербия (шул иҫәптән Косово) Ғосман империяһы составында була, шунлыҡтан улар дини һәм милли составы менән айырыла. Воеводина — Европала иң күп милләтле төбәктәрҙең береһе (25 этнос вәкилдәре йәшәй).

Демографик мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Халыҡ тығыҙлығы буйынса Сербия округтарының картаһы

2011 йылдың октябрендә Сербияла Югославия тарҡалғандан һуң беренсе халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Элгәргеһе 2002 йылда Югославия Союз Республикаһы ваҡытында үткән була. 2011 йылдың октябрендәге йәниҫәп һөҙөмтәләре буйынса Сербияла 7 186 862 кеше йәшәй[1] , 2002 йылда был күрһәткес 7 498 001 була.

Сербия халҡы иҫәбенә Косово менән Метохия һәм Сербия көньяғындағы албандар инмәй, сөнки улар халыҡ иҫәбен алыуға бойкот иғлан итә. Сербия 1990-сы йылдар башынан демографик кризиста йәшәй, үлем осраҡтарының һаны тыуымдан артығыраҡ (2011 йылда үлем күрһәткесе — 14,2, тыуым — 9,3). Сербия халыҡ һаны үҫеше буйынса, 233 ил араһында бик артта булып, 225-се урынды биләй. Бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарға тура килгән балалар һаны —1,44.

Танылмаған Косово Республикаһында халыҡ иҫәбен алыу 2011 йылдың йәйендә үткәрелә, халыҡ һаны 1 733 872 кеше була[2]. Танылмаған Косовола албандар күпселек булып тора, һан буйынса икенсе урында — сербтар. Косовоноң төньяғында халыҡ иҫәбен алыу үткәрелмәй, унда, ҡайһы бер баһалар буйынса, 68 000 тирәһе кеше йәшәй, уларҙың күпселеге сербтар.

Ҡайһы бер баһалар буйынса, 1990-сы йылдарҙа Сербияны 300 000 самаһы кеше ташлап киткән, уларҙың яҡынса 20 проценты юғары белемле булған[3][4]. Тыуым әҙ булғанға һәм йәштәр күпләп эмиграциялағанға күрә, Сербия донъяның өлкән йәштәге халҡы айырыуса күп булған илдәр иҫәбенә инә[5].

Сербия общиналары буйынса этник карта (2011)

Сербтар Сербияның эре этник төркөмө булып тора, улар илдә йәшәгән бөтә халыҡтың 83 процентын тәшкил итә (Косово һәм Метохияны иҫәпләмәйенсә). Этник төркөмдәр һаны буйынса икенсе урында — венгрҙар, улар бөтә Сербияла халыҡтың 3,9 процентын һәм Воеводинала 14,3 процентын тәшкил итә. Башҡа әҙселектәргә боснактар, сиғандар, албандар, болгарҙар, черногорҙар, македондар, словактар, русиндар, влахтар, румындар инә[6]. Ҙур ғына ҡытай диаспораһы ла йәшәй[7].

2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Сербияла (Косово һәм Метохиянан тыш) 1 135 393 милли аҙсылыҡ вәкиле йәшәй[8].

2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Сербияның этник составы (Косово һәм Метохиянан тыш):

кеше
һаны
бөтәһенән
%
атағандарҙан
%
бөтәһе 7186862 100,00 %
сербтар 5988150 83,32 % 86,61 %
венгрҙар 253899 3,53 % 3,67 %
сиғандар 147604 2,05 % 2,13 %
боснактар 145278 2,02 % 2,10 %
хорваттар 57900 0,81 % 0,84 %
словактар 52750 0,73 % 0,76 %
черногорҙар 38527 0,54 % 0,56 %
влахтар 35330 0,49 % 0,51 %
румындар 29332 0,41 % 0,42 %
македондар 22755 0,32 % 0,33 %
мосолмандар 22301 0,31 % 0,32 %
болгарҙар 18543 0,26 % 0,27 %
буневтар 16706 0,23 % 0,24 %
русиндар 14246 0,20 % 0,21 %
горандар 7767 0,11 % 0,11 %
албандар[9] 5809 0,08 % 0,08 %
украиндар 4903 0,07 % 0,07 %
немецтар 4064 0,06 % 0,06 %
словендар 4033 0,06 % 0,06 %
рустар 3247 0,05 % 0,05 %
югославтар 23303 0,32 % 0,34 %
башҡалар 17558 0,24 % 0,25 %
бөтәһе күрһәтелгән[10] 6914005 96,20 % 100,00 %
төбәк 30771 0,43 %
билдәһеҙҙәр 81740 1,14 %
атамағандар 160346 2,23 %

Танылмаған Косово Республикаһында 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Косово менән Метахияның (Төньяҡ Косовонан тыш) милли составы

кеше
һаны
бөтәһенән
%
атағандарҙан
%
-
бөтәһе 1739825 100,00 %
албандар 1616869 92,93 % 93,08 %
боснактар 27533 1,58 % 1,59 %
сербтар[11] 25532 1,47 % 1,47 %
төрөктәр 18738 1,08 % 1,08 %
ашкалиҙар 15436 0,89 % 0,89 %
ғәрәптәр 11524 0,66 % 0,66 %
горандар 10265 0,59 % 0,59 %
сиғандар 8824 0,51 % 0,51 %
башҡалар 2352 0,14 % 0,14 %
бөтәһе атағандар 1737073 99,84 % 100,00 %
атамағандар 912 0,05 %
билдәһеҙҙәр 1840 0,11 %
Сербия общиналары буйынса халыҡтың тел составы (2011)

Илдең рәсми теле тип кириллицалағы серб теле иҫәпләнә. Ил Конституцияһына ярашлы Воеводинала шулай уҡ венгр, словак, хорват, румын, украин һәм русин телдәре, Косово һәм Метохияла серб һәм албан телдәре ҡулланыла.

Белградта Изге Савва ҡорамы
Сербия общиналары буйынса халыҡтың дини составы (2011)
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса (Косовонан тыш)[12]:
  • православныйҙар — 6 371 584 кеше (85,0 %),
  • католиктар — 410 976 кеше (5,5 %),
  • мосолмандар — 239 658 кеше (3,2 %),
  • протестанттар — 80 837 кеше (1,1 %).

Уртаса йәш:

  • бөтәһенеке: 40.4 йәш
  • ир-ат: 39.1 йәш
  • ҡатын-ҡыҙ: 41.7 йәш

Уртаса ғүмер оҙонлоғо:

  • бөтәһе: 74 йәш
  • ир-ат: 71 йәш
  • ҡатын-ҡыҙ: 76 йәш (2000 йылда)

Ишәйеү: бер ҡатын-ҡыҙға 1,78 бала (2006 йыл)

Диндәр: Серб православиеһы, Ислам, Рим католик, Протестант

Телдәр: Серб (дәүләт); Румын, Венгр, Словак, Украин, Хорват (Воеводинала рәсми); Албан (Косовола рәсми)

Грамоталылыҡ: 15 йәштән өлкәнерәктәрҙең уҡый-яҙа белеүе

  • бөтәһе: 96,4 %
  • ир-ат: 98,9 процент
  • ҡатын-ҡыҙ: 94,1 процент (2002 йыл)
  • 1867
    1867
  • 1868
    1868
  • 1880
    1880
  1. Подведены итоги переписи населения в Сербии - RuSerbia.com - О Сербии по-русски. Дата обращения: 3 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2013 йыл 17 май архивланған.
  2. REKOS2011 2011 йыл 8 ноябрь архивланған.
  3. beograd.com — Strana nije nađena
  4. Survey Serbia Online : SURVEY S&M 1/2003 — Ethnic Composition of the Population of Serbia, 1991—2002
  5. CIA — The World Factbook 2018 йыл 23 июнь архивланған.
  6. http://webrzs.stat.gov.rs/axd/Zip/VJN3.pdf 2013 йыл 18 октябрь архивланған.
  7. Chinese Migrants Use Serbia as Gate to Europe
  8. Националне мањине (серб.). Правительство Сербии. Дата обращения: 11 апрель 2014. 2013 йыл 5 декабрь архивланған.(серб.). Правительство Сербии. 11 апрель 2014 тикшерелгән.
  9. өлөшләтә иҫәпкә ингән
  10. без учёта тех, кто отказался указывать свою национальную принадлежность, без учёта региональных этнонимов (типа «воеводинец», «шумадинец» и т. п.), без учёта неизвестных (выдуманных) этнонимов (типа «космополит», «землянин» и т. п.)
  11. переписаны частично; не переписано население Северного Косово с сербским большинством
  12. Становништво, вероисповест, матерњи језик, национална или етничка припадност према старости и полу, подаци по општинама (билдәһеҙ) (PDF). Републички завод за статистику. Дата обращения: 14. 11. 2009.. Архивировано 30 май 2012 года. 2013 йыл 18 октябрь архивланған.
  • Никифоров К.В. Сербия на Балканах. XX век. — Москва: Индрик, 2012. — 176 с. — ISBN 978-5-91674-209-1.
  • Попис становништва, домаћинства и станова 2011. у Републици Србији. Етноконфесионални и језички мозаик Србије / Др Ђурић В., Проф др Танасковић Д., Проф др Вукмировић Д., ЛаЂевић П.. — Београд: Републички завод за статистику, 2014. — 207 с. — ISBN 978-86-6161-126-1.