Симфония
Симфония | |
Нигеҙләү датаһы | XVI быуат |
---|---|
Вики-проект | Проект:Классическая музыка[d] |
Симфония Викимилектә |
Симфо́ния (грек. συμφωνία — оҡшаш яңғыраш (созвучие) — оркестр өсөн яҙылып, бер-береһенән музыкаһы һәм темпы менән айырылып торған 3-4 өлөшлө ҙур музыкаль әҫәр; оркестр өсөн яҙылған ҙур күләмле музыкаль әҫәр.
Ҡағиҙә булараҡ, симфониялар ҡатнаш композициялы (симфоник) ҙур оркестр өсөн яҙыла, шулай уҡ ҡыл, камера, тынлы һәм башҡа оркестрҙар өсөн симфониялар ҙа бар; симфонияға хор һәм яңғыҙ вокаль тауыштар индерелеүе ихтимал. Жанрҙың симфоник концерт (яңғыҙ музыка ҡораллы оркестр өсөн) һәм концерт симфонияһы (икенән туғыҙға тиклем яңғыҙ музыка ҡоралы) кеүек төрҙәре бар, улар структураһы буйынса концертҡа яҡын. Симфония башҡа музыкаль жанрҙар менән берләшә ала, улар симфоник сюита, симфоник фантазия, симфоник поэма, симфоник кантата кеүек гибрид жанрҙар барлыҡҡа килтерә[1]. Әҙәбиәттә драма йәки роман ниндәй урын биләһә, академик музыкала шундай уҡ урынды симфония биләй[1]. Ул быға тиклем билдәле булмаған оркестр составына һәм инструменталь музыканың иң мөһим өлкәһенә — уның «симфоник музыка» төшөнсәһе менән берләштерелгән формалары һәм жанрҙарының киң спектрына яңы исем бирә [2].
Термин тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антик дәүерҙә Боронғо Грецияла һәм Боронғо Римда «симфония» тип тондарҙың эвфоник ҡушылыуын һанайҙар, улар йыш ҡына мәғәнәһе ҡапма-ҡаршы булған терминдар — «диафония» йәки «антифония» терминдары менән парлаша[3][4]. Ул ваҡытта «симфония» термины сфераларҙың гармонияһы тип күҙаллана, мәҫәлән, Аристотелдең «Күккә» трактатында[5][6] (яҡынса б.э.т. II—I быуаттарҙа) συμφωνία һүҙе бер үк контекста өс тапҡыр осрай, әммә ҡайһы музыка ҡоралы симфония төшөнсәһен аңлатыуын аныҡ ҡына әйтеп булмай. Пифагорейҙар симфонияға (консонансҡа) октаваны, квинтаны, квартаны, ҡалған аһәңдәрҙе — диссонанстарға (диафонияларға) индерәләр[7]. Клавдий Птолемей, пифагорейҙарҙан айырмалы рәүештә шулай уҡ ундециманы консонанс тип һанай[8]. «Симфония» термины өсөн шул уҡ мәғәнәләр музыка теорияһында боронғо римлеләрҙә ҡулланыла, шул иҫәптән күренекле рим ғалимы-музыканты Боэций ҙа был терминды атаған[9].
Урта быуаттар тулыһынса «Симфонияның» боронғо мәғәнәләрен тулыһынса мираҫ итеп ала. Ҡайһы берҙә был термин ҡулланылған музыка ҡоралдары исемлеге билдәһеҙ барабан төрө менән тулыландырыла (Исидор Севильскийҙың "Этимологиялар"ында, VII б.), Иоанн де Муристың трактатында органистр тарафынан (XIII б.) һәм башҡа урындағы иҫке француз, иҫке инглиз, иҫке герман һәм башҡалар — тәгәрмәс сазы төрҙәре[10][11].
XVI быуатта «симфония» һүҙе мотеттар һәм башҡа рухани музыка — сиркәү йәки паралитургия музыкаһы — йыйынтыҡтары исемдәрендә ҡулланыла һәм вокаль полифонияһына ҡарай. Билдәле ноталар нәшер итеүсе Георг Рау коллекцияһы шундай ҡулланылышҡа миҫал булып тора. «Ҡолаҡҡа ятышлы һәм, өҫтәүенә, ҡыҫҡа симфониялар» (Symphoniae iucundae atque adeo breves; 1538), унда XV—XVI быуаттарҙа билдәле композиторҙарҙың дүрт тауышлы мотеталары бар. XVI һәм XVII быуаттар сиктәрендә вокаль һәм инструменталь композициялар, мәҫәлән, Дж. Габриелиҙың «Изге симфониялар» (Sacrae symphoniae, 1597, һәм Symphoniae sacrae, 1615) атамаларында һәм Генрих Шютцтың (Symphoniae Sacrae, 1629, 1647, 1650), ә шулай уҡ Лодовико Виадандың «Музыкаль симфониялар» (Sinfonie musicali, 1610) кеүек инструменталь әҫәрҙәрҙең исемдәрендә «симфония» һүҙе барлыҡҡа килә[12].
XVI быуатта «соната», «симфония» һәм «концерт» төшөнсәләре араһында аныҡ айырма әле булмай[13], һәм, мәҫәлән, әгәр Джованни Габриели XVI быуат аҙағында «симфония» төшөнсәһен тауыштарҙың һәм инструменттарҙың аһәңлеге тип аңлаһа, Адриано Банкьери һәм Саломоне Росси XVII быуат башында был төшөнсәне инструменттарҙың тауышһыҙ берлектәге аһәңлеге тип һанай[12].
Опера барлыҡҡа килгәндән алып, XVI быуат аҙағында һәр саҡ инструменталь эпизодтар була: һәр акт менән таныштырыу, тауыш-визуаль картиналар, киңәйтелгән бейеү интерлюдиялары — бындай эпизодтар «симфония» тип атала. Ваҡыт үтеү менән спектаклдең сиктәренән сығарылған инструменталь эпизодтар сағыштырмаса үҫешкән һәм тулыһынса тамамланған әҫәргә — увертюраға әүерелә[14]. XVIII быуатта «симфония» атамаһы яйлап инструменталь һәм вокаль-инструменталь әҫәрҙәрҙә — сюиталарҙа, кантаталарҙа һәм операларҙа оркестр увертюралары йәки инструменталь һәм вокаль-инструменталь әҫәрҙәрҙәге интерлюдиялар өсөн нығытыла.[12].
Төзөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Соната менән оҡшашлығы арҡаһында, соната менән симфонияны йыш ҡына «соната-симфоник цикл» тип берләштереп әйтәләр. Классик симфонияла (йәғни Вена классиктары — Гайдн, Моцарт, Бетховен ижадында) ғәҙәттә дүрт өлөштән тора.
- 1-се өлөш, тиҙ темпта, соната формаһында яҙыла.
- 2-се өлөш, әкрен хәрәкәттә, вариациялар формаһында, рондо, рондо-соната, ҡатмарлы өс өлөшлө, һирәк кенә соната формаһында яҙыла.
- 3-сө өлөш — скерцо йәки мэнуэт — өс-өлөшлө формала da capo трио менән (йәғни A-trio-A схемаһы буйынса)
- 4-се өлөш, тиҙ темпта — соната формаһында, рондо яки рондо-соната формаһында яҙыла.
Программала яҙылған билдәле эстәлеккә бәйле, симфонияны программалы симфония дип атайҙар. Мәҫәлән, Бетховендың «Пастораль симфонияһы», Берлиоздың «Фантастик симфонияһы» һәм башҡаларҙы әйтергә мөмкин.
Музыкаль фрагменттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]4th movement | |
Симфония № 5 (Бетховен), 4th movement | |
Помощь по воспроизведению |
3rd movement | |
Симфония № 5 (Бетховен), 3rd movement | |
Помощь по воспроизведению |
2nd movement | |
Симфония № 5 (Бетховен), 2nd movement | |
Помощь по воспроизведению |
1st movement | |
Симфония № 5 (Бетховен), 1st movement | |
Помощь по воспроизведению |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Штейнпресс Б. С. Симфония // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, 1981. — Т. 5. — С. 21—26.
- ↑ Штейнпресс Б. С. Симфоническая музыка // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, 1981. — Т. 5. — С. 16—17.
- ↑ Symphonia (1) (инг.) // The New Grove Dictionary of Music. — London; New York, 2001.
- ↑ Apel W. Harvard Dictionary of Music. 2nd revised ed. 8th printing. — Cambridge (Mass.), 1974. — 820 с.
- ↑ Аристотель О небе // Сочинения. В 4-х т.. — М.: Мысль, 1990. — Т. 3: Перевод /статья и примеч. П. Д. Рожанский. — С. 263—378.
- ↑ Riemann Musiklexikon. Sachteil (нем.). — Mainz, 1967. — 924 S.
- ↑ Холопов Ю. Н. Консонанс и диссонанс // Музыкальный энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — Т. 5. — С. 267.
- ↑ Клавдий Птолемей. Гармоника в трех книгах.Порфирий. Комментарий к «Гармонике» Птолемея / Издание подготовил В. Г. Цыпин. — М.: Научно-издательский центр «Московская консерватория», 2013. — С. 414, 434. — 456 с. — ISBN 978-5-89598-288-4.
- ↑ А. М. С. Боэций. Основы музыки / Подготовка текста, перевод с латинского и комментарий С. Н. Лебедева. — М.: Научно-издательский центр «Московская консерватория», 2012. — 408 с. — ISBN 978-5-89598-276-1.
- ↑ Marx H.J. Zur Bedeutung des Begriffs «Symphonia» im Mittelalter (нем.). — Copenhagen: IMSCR XI, 1972. — S. 7. — 541 S. — ISBN 978-5-89598-276-1.
- ↑ Symphonia (2) (инг.) // The New Grove Dictionary of Music. — London; New York, 2001.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Штейнпресс. Симфония, 1981, с. 22
- ↑ Валькова В. Б. Соната // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, 1981. — Т. 5. — С. 193.
- ↑ Конен, 1975, с. 347—348
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Кругосвет» энциклопедияһында симфония (рус.)
- Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (1890—1907).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексаеева Л. Н., Григорьев В. Ю. Страницы зарубежной музыки XIX века. — М.: Знание, 1983. — 112 с.
- Асафьев Б. В. Музыкальная форма как процесс. Книга вторая. Интонация. — М.—Л., 1947.
- Барсова И. А. Симфонии Густава Малера. — М.: Советский композитор, 1975. — 496 с.
- Беккер П. Симфония от Бетховена до Малера / Под ред. И. Глебова. — Л., 1926.
- Браудо Е. М. Всеобщая история музыки. — М., 1930. — Т. 2. От начала 17 до середины 19 столетия.
- Житомирский Д. В. К истории музыкального «классицизма» XX века // Западное искусство. XX век (сборник статей). — М.: Наука, 1978. — С. 251—291.
- Кандинский А. И. Из истории русского симфонизма конца XIX — начала XX века // Из истории русской и советской музыки (сборник статей) / Редактор-составитель А. Кандинский. — М.: Музыка, 1971. — С. 3—28.
- Кенигсберг А. К., Михеева Л. В. 111 симфоний. — СПб: Культ-информ-пресс, 2000. — 669 с. — ISBN 5-8392-0174-X.
- Конен В. Д. Театр и симфония. — М.: Музыка, 1975. — 376 с.
- Коннов В. Антон Брукнер и Вена на рубеже XIX—XX веков // Музыкальная академия. — 2006. — № 4. — С. 172—181. Архивировано из первоисточника 21 ғинуар 2018.
- Петров В. О. Вокальная симфония: к вопросу о синтезе музыки и слова // Культура и искусство : журнал. — 2013. — № 1. — С. 104—114.
- Попова Т. Симфония. — М.—Л., 1951.
- Рыцарев С. Симфония во Франции до Берлиоза. — М.: Музыка, 1977. — 104 с.
- Соколов О. В. Морфологическая система музыки и её художественные жанры. — Нижний Новгород, 1994. — 256 с.
- Штейнпресс Б. С. Симфония // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, 1981. — Т. 5. — С. 21—26.
- The Cambridge Companion to the Symphony / Horton, Julian. — Cambridge and New York: Cambridge University Press, 2013. — ISBN 978-0-521-88498-3.
- Finscher L. Symphonie. — MGG Prisma, Verlage Bärenreiter (Kassel) und J. B. Metzler (Stuttgart), 2001. — ISBN 3-7618-1620-0.