Эстәлеккә күсергә

Сокотра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сокотра
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Африка
Дәүләт  Йемен[1]
 Народная Демократическая Республика Йемен[d]
 Махра[d]
Административ-территориаль берәмек Socotra Archipelago Governorate[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Ғәрәбстан диңгеҙе
Ойошма ағзаһы Кеше һәм биосфера[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1503 метр
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Майҙан 3796 км²,
410 460 гектар,
1 740 958 гектар
Урынлашыу картаһы
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (x)[d][2]
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО unesco.org/new/en/natura…
Карта
 Сокотра Викимилектә

Сокотра (ғәр. سقطرى‎) — Һинд океанының Сомали яры буйында, Ғәрәбстан ярымутрауынан көньяҡҡа ҡарай яҡынса 350 км алыҫлыҡта урынлашҡан дүрт утрауҙан һәм ике ҡаянан торған архипелаг. Архипелаг составына кешеләр йәшәгән өс утрау (Сокотра, Әбд-әл-Кури һәм Самха, шулай уҡ Сабуния һәм Каль-Фираун ҡаяһы инә. Дөйөм майҙаны — 3796 км².

Башлыса кристалл тоҡомдарҙан тора

Архипелаг Йәмән Республикаһының Сокотра мухафазаһы (административ-территориаль берәмеге) өлөшө булып тора[3]. Территориаль яҡтан ике «мудирияға» (районға): Хадибо (административ үҙәге менән бер үк исемле ҡалала) һәм Калансия һәм Әбд-әл-Куриға (административ үҙәктәре менән Калансия ҡалаһында) бүленә.

Сокотра — донъяла континенталь сығышлы иң айырым торған архипелаг; фәнни гипотезаларҙың береһенә ярашлы ул Африканан урта плиоценда айырылған (яҡынса 6 млн йыл элек).

Архипелаг төп Сокотра (3625 км²[4]) утрауынан, Әбд-әл-Кури (133 км²), дөйөм исем аҫтында ике ҙур булмаған «Әл-Ихван» («ағай-эне») утрауынан — Самха (41 км²) һәм Дарса (яҡынса 5 км²)[5], шулай уҡ ике ҙур булмаған кешеләр йәшәгән ҡаянан — Сабуния (0,03 км²) һәм Каль-Фираундан (0,09 км²) тора.

Төп утрау өс географик зонала урынлашҡан: тар яр тигеҙлеге, карст мәмерйәләре урын алған эзбизле яйла, һәм бейеклеге 1503 м (иң бейек нөктәһе Машаниг тауы) тәшкил иткән Хагьер тауҙары.

Климаты тропик сүллекле һәм ярымсүллекле (Кеппен төҙөгән климаттар классификацияһы: BWh һәм BSh), ҡышын еңелсә яуым-төшөм менән, утрау эсендә яр буйы тигеҙлектәренә ҡарағанда улар тауҙарҙа күберәк. Мусон миҙгеле өсөн көслө ел һәм бейек тулҡындар хас

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 27,2 28,5 30,5 32,7 34,2 33,9 32,0 32,3 32,7 31,4 29,8 28,0 31,1
Уртаса температура, °C 22,0 23,4 25,1 27,5 28,9 29,0 27,6 27,5 27,6 26,0 24,2 22,7 26,0
Уртаса минимум, °C 16,8 18,3 19,8 22,2 23,7 24,1 23,2 22,8 22,6 20,6 18,7 17,5 20,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 23 18 14 22 37 18 12 15 27 38 18 16 256
Сығанаҡ: http://www.cru.uea.ac.uk/~timm/cty/obs/data/obs.Socotra.htm

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Киноварь-ҡыҙыл драцена (Dracaena cinnabari)

Сокотраның оҙайлы һәм биологик айырымлығы һәм климатының үҙенсәлектәре (көслө ҡоролоҡ һәм эҫелек, май айынан алып сентябргә тиклем ҡойонло миҙгел муссондары, климаттың ҡышҡы айҙарҙа һиҙелерлек йомшарыуы, шулай уҡ таулы райондарҙа айырым климат шарттары) архипелагта юғары кимәлдә эндемизм менән характерланған уникаль үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын барлыҡҡа килтерә. Ошо сәбәп арҡаһында Сокотра ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. Сокотра тәбиғәте өсөн ситтән килтерелгән төрҙәр, климаттың үҙгәреүе, шулай уҡ антропоген йоғонто (шул иҫәптән ауыл хужалығы хайуандары менән бәйле) ҡурҡыныс тыуҙыра.

Adenium obesum subsp. socotranum
Йыуан сокотра адениумы, йәки «Шешә ағас»

Сокотра үҫемлектәре төрөнөң дөйөм иҫәбе (2006 йыл мәғлүмәттәре буйынса) — 825; эндемик төрҙәренең өлөшө төбәк флораһында 37 % тәшкил итә[6]. Профессор Исаак Бальфур етәкләгән беренсе Британия тикшеренеү экспедицияһы һөҙөмтәләре буйынса (1880), фән өсөн яңы булған ике йөҙҙән ашыу үҫемлек төрө һүрәтләнә; яңы төрҙәрҙең бер өлөшө яңы егерме ҙур төргә индерелә.

Сокотраның иң билдәле эндемик үҫемлектәренең береһе уның символы — Киноварь-ҡыҙыл драцена (Dracaena cinnabari), 10 метрға тиклем бейеклектәге йәшел эшләпәле бәшмәккә оҡшаған төр. Был ағастың ҡабығынан ҡырҡҡанда ҡыҙыл һут аға башлай, ул тиҙ ҡата; урындағы халыҡ уны борондан алып медицина, ветеринария һәм косметик маҡсаттарҙа ҡуллана[6].

Утрауҙың тағы бер билдәле үҫемлеге — Йыуан адениум (Adenium obesum), уның сәскәләре ҡыҙыл төҫтән алып аҡһыл-алһыу төҫкә тиклем була. Күп телдәрҙә уның һүҙмә-һүҙ тәржемәһе «сүл розаһы» тигәнде аңлата. Шулай уҡ «шешә ағас» тигән исеме лә киң таралған.

Сокотрала алоэ үҫемлегенең күп төрҙәре үҫә, уларҙың күбеһе боронғо замандан уҡ медицинала ҡулланыла. Ғәҙәти булмаған тағы бер эндемик үҫемлек — Дорстения гигантская (Dorstenia gigas).

Neophron percnopterus
Ябай (мысыр) ҡарағош

Утрауҙа күп ҡоштар, шул иҫәптән оҙон ҡойроҡло сокотра сыйырсығы (Onychognathus frater), сокотра нектарницаһы (Chalcomitra balfouri), сокотра турғайы (Passer insularis) һәм алтын ҡанатлы аҡбауыр турғай (Rhynchostruthus socotranus) кеүек эндемик ҡоштар йәшәй. Шулай уҡ архипелаг утрауҙарында Сокотра ҡарағошон архипелагы утрауҙарында осратырға мөмкин.

Ситтән инмәгән һөтимәрҙәр Сокотрала — сокотра ғәзәле, цивета, ярғанаттар.

Архипелагтың этномофаунаһы 25 Hexapoda отрядынан 1564 бөжәк төрөн үҙ эсенә ала (билдәләнгәндәрҙе иҫәпкә алмайынса, әммә Diplura һәм Ephemeroptera танылдырылмағандары). Күп төрлөлөгө менән ҡуңыҙҙар (Coleoptera) отряды айырылып тора, уларҙың 540 төрө күрһәтелә. Эндемик таксондарҙың дөйөм һаны архипелагта 662 төр бөжәктәр һанына, йәки бөтә фаунаның 42 % тигеҙ. Архипелагтың иң ҙур утрауы — Сокотрала (утрау) төрҙәрҙең иң күбе билдләнгән (1520 төр, 635 эндемик таксон)[7].

Диңгеҙ фаунаһы һәм флораһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрау янында диңгеҙ фаунаһы һәм флорһы бик күп төрлө. Бында иң һирәк осраған ҡурғаш ҡара төҫтәге ынйы табалар. Урындағы халыҡ яр буйында, кашалоттың аш һеңдереү трактында барлыҡҡа килгән амбра йыя[8].

  • 1,4 млн йыл элек Сокотра утрауында Олдувай мәҙәниәте[9][10].
  • Б.э. тиклем III мең йыллыҡ — Ғәрәбстан һәм Төньяҡ-Көнсығыш Африка яр буйҙары буйлап диңгеҙ суднолары йөрөшө башы.
  • Б.э. тиклем I мең йыллыҡ — Сокотра Һадрамаута хакимдары власы аҫтында тора. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә (проф. Мөхәммәт Мегалломатис), был осорҙа Ғәрәбстан һәм Африка мөгөҙө районында өҫтөнлөк иткән Йәмән төбәк диңгеҙ державаһы була.
  • Б.э. тиклем 330 йылда Аристотель кәңәше буйынса уның уҡыусыһы Искәндәр Зөлҡәрнәй (Македонский) Сокотраға баҫып инеү һәм донъялағы иң яҡшы алоэны алыу өсөн гректар отрядын ебәрә. Гректар утрауҙан уны «Двипа сукхадхара» («ләззәт утрауы») тип атаған индустарҙы ҡыҫырыҡлап сығара һәм уны элекке исеменә оҡшатып һәм Диоскураларға — ағалы-ҡустылы Кастор һәм Поллуксҡа бағышлап, Диоскорида тип атай. Улар грек мифологияһына ярашлы диңгеҙ йөҙөүселәрҙе ҡурсалай.
  • Б.э. тиклем I быуатта — Диодор Сицилийский былай тип яҙа: «Сокотра донъяла ладан һәм мирраны төп етештереүсе булып тора. Утрау Ғәрәбстандың „хуш еҫтәр юлының“ башланғыс нөктәһе булып тора: бынан диңгеҙ юлы буйлап Аден һәм Канаға ҡиммәтле ыҫмала һәм башҡа ҡиммәтле тауарҙар алып барыла» (Хусн-әл-Гураб тауы итәгендә ғәрәп яры буйында боронғо Һадрамаут порты).
  • Беҙҙең эраның I быуатында —«Эритрей диңгеҙе Периллаһы» авторы үҙенең хеҙмәтендә Сокотра халҡы тураһында былай тип яҙа: улар Диоскориданың төньяҡ өлөшөндә төпләнә. Былар ғәрәптәр, һиндтар һәм гректарҙың ҡатнаш халҡы. Утрау Һадрамаут хакимына буйһона.
  • Беҙҙең эраның 52 йылында Апостол Фома ның карабы Һиндостан юлы буйлап һәләкәткә осрай. Ул гректарҙы христианлыҡҡа күндерә, карап ҡалдыҡтарынан беренсе христиан сиркәүе төҙөй.
  • Б.э. 582 йылы. Утрауға Козьма Индикоплов килә. Ул һөйләй: Сокотра халҡы — грек-христиандар, уларҙың баш пастыре Вавилондың нестор католикосы була.
  • 916 йыл тирәһе. Үҙенең «Мин ахбар ас-син в-ль-хинд» («Ҡытай һәм һиндостан яңылыҡтарынан») хикәйәһендә, ислам осоро ғәрәп сәйәхәтселәренең береһе Әбү әл Зейд әл-Хәсән бен Язид әс-Сирафи Александрҙың Дарий өҫтөнән еңеүенән һуң Македония хакимы менән даими хатлашҡан Аристотель уға Сокотра уртауын баҫып алырға кәңәш итә, сөнки «был урында алоэ үҫкән ер бар, ул мөһим дарыу, шунһыҙ дарыу камил булмай, тип хәбәр итә. Аристотель утрауҙан уның халҡын сығарырға һәм унда гректарҙы урынлаштырырға кәңәш итә, сөнки улар был дауаны Сүриәгә, Грецияға һәм Мысырға ебәрер ине. Александр утрауҙан халыҡты күсерә һәм унда гректар төркөмөн ебәрә. Шул уҡ ваҡытта үҙенә буйһонған провинцияларҙың хакимдарына утрауҙы һаҡлау тураһында хәстәрлек күрергә бойора». Әс-Сирафи христианлыҡ ҡабул иткән ул гректарҙың тоҡомдары «бөгөн дә утрауҙа башҡалар (утрау халҡы) менән бергә йәшәй» тип яҙа[11].
  • X быуат — Йәмән тарихсыһы әл-Хәмдәни былай тип яҙа: «Сокотра халҡы — Махраның бөтә ҡәбиләләренән. Бында 10 мең христиан яугиры, бәлки, монахтары бар. Хариджиттар Сокотраның башҡа мосолман халҡына һөжүм иткән». Ғәрәп авторы әл-Мәсууди Сокотра юлбаҫарҙарҙың һыйыныу урыны булған тип раҫлай.
  • XII—XIII быуаттарҙағы данлыҡлы ғәрәп географы Яҡут әл-Хәмәүи Сокотрала грек ауылы һәм диңгеҙ юлбаҫарҙарының һыйыныу урыны урынлашҡан тип хәбәр итә.
  • XIII быуат Марко Поло раҫлауынса, Сокоторала христиандар йәшәй: былар донъяла иң яҡшы сихырсылар. Улар Бағдад архиепискобына буйһона. Сокотрала әүҙем сауҙа итеү бара, унда пираттар ҙа ҡатнаша.
  • XIV быуат. Ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттута Сокотра пираттары тураһында хәбәр итә.
  • XV быуат уртаһы. Сокотра Шихрҙан солтан әл-Ҡәтири власы аҫтында (Һадрамаут төбәге).
    • XV быуат аҙағы. Васко да Гаманың буласаҡ лоцманы, Рас әл-Хайманан «диңгеҙ арыҫланы» Әхмәт ибн Мәжид үҙе яҙған «Диңгеҙ фәне ҡағиҙәләре һәм нигеҙҙәре файҙаһы тураһында китабында» Сокотраны әһәмиәте буйынса унынсы утрау тип атай, унда христиандар — гректарҙың вариҫтары йәшәй. Утрау халҡы — 20 мең кеше. Утрау менән Бану Афрар династияһынан Махра шәйехтәре идара итә. Утрауҙа абруйлы ҡатын-ҡыҙ бар, ул урындағы христиандар араһында хөкөм эштәрен башҡара.
    • 1507 йылдан алып 1511 йылға тиклем - Сокотраны португалдар баҫып ала.
  • 1541 йыл. Португал адмиралы Жуан ди Каштру Сокотраға килә, утрау тураһында ҡыҙыҡлы яҙмалар ҡалдыра.
  • 1541—1542. Сокотрала Һиндостанға китешләй Франциск Ксаверий булып китә.
  • XVI быуат уртаһы. Лойола Игнатий, иезуиттар орденына нигеҙ һалыусы, хәбәр итә: Сокотрала христиан ғибәҙәттәре үткәрелә, ләкин дин әһелдәре лә, монахтар ҙа юҡ.
  • 1608 йылдың апреле. Британ Ост-Һиндостан компанияһы карабы тәүге тапҡыр Сокотраға — Тамариданың яңы баш ҡалаһына килә. Британия сауҙагәре Уильям Финч өс ай дауамында утрауҙа йәшәй, уның Сокотра тураһында яҙмалары һаҡланған.
  • 1615 йылдың авгусы. Инглиз дипломаты Томас Роу утрауға килә.
XIX быуат
  • 1800. Сокотраны ҡыҫҡа ваҡытҡа ваххабиттар баҫып ала.
  • 1834. Ост-Һинд флоты компанияһынан капитан С.Б. Хейнс (1839 йылда ул Аденды баҫып ала һәм беренсе британ губернаторы була) «Палинурус» тикшеренеү карабында Сокотраның картографик тикшеренеүен үткәрә. Лейтенант Дж. Веллстед урындағы телдең 236 һүҙен яҙып ала — был яңы ваҡыттағы европалыларҙың яңы көньяҡ ғәрәп яҙыуһыҙ телдәре менән беренсе танышыуы була (бер аҙҙан Махрала һәм Куриа-Муриа утрауҙарында махра һәм шхарий телдәре асыҡлана). Шул уҡ йылда солтан Әмр бен Саад инглиздәрҙең уларға утрауҙы тапшырыу тураһында тәҡдимен кире ҡаға, һәм Сокотра Ост-Һинд компанияһының инглиз-һинд диңгеҙ десанты тарафынан баҫып алына. Инглиздәр Сокотрала үҙҙәренең пароходтары өсөн күмер станцияһы төҙөргә планлаштыра. Инглиз гарнизонының утрауҙа булыу шарттары биҙгәк эпидемияһы һөҙөмтәһендә бик ауыр була.
  • 1839. Аденды баҫып алғандан һуң инглиздәр Сокотраны ҡалдыра.
  • 1876 йылдың 23 ғинуары. Инглиздәр Кишна солтаны менән килешеү төҙөй (Кишна һәм Махра солтаны)
  • 1880 йылда башы. Эдинбургтың Король Ботаника баҡсаһынан профессор Исаак Бейли Бальфур (1853—1922) Сокотрала ете аҙна дауамында беренсе ботаник экспедиция үткәрә. Фән өсөн 200-ҙән ашыу яңы төр үҫемлек асыла[12].
  • 1881—1882. Немец сәйәхәтсеһе Швейнфурт Георгтың Сокотраға экспедицияһы.
  • 1886 йылдың 23 апреле. Бөйөк Британия Махра солтаны менән уның биләмәләре өҫтөнән британ протектораты тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. Солтан хөрмәт менән Кишнанан Сокотраға килтерелә, хәҙер уның баш ҡалаһы килешеү буйынса Сокотрала булырға тейеш. Тамарида (Хадибо) һәм Калансияла Британия флагы күтәрелә.
  • 1899. Веналағы Император Фәндәр Академияһының Көньяҡ ғәрәп экспедицияһы ҡатнашыусылары Давид Мюллер һәм Генри Форбс Сокотраға килә. Байтаҡ лингвистик материалдар йыйыла, артабан улар Мюллер һәм Биттнер Максимилиан тарафынан Венала 1902—1918 йылдарҙа баҫтырып сығарыла. Мюллер 1902 йылда сокотра-хәбәрсеһе ярҙамында сокотра теле өлгөләренең фонографик яҙыуҙарын эшләй
XX быуат


  • 1938. Парижда Вольф Леслауҙың Lexique Soqotri — «Сокотра лексиконы» (сокотра- француз һүҙлеге, 1898—1899 австиря экспедицияһының материалдарына нигеҙләнгән).
  • 1939—1945. Икенсе донъя һуғышы. Сокотра Британия етәкселегенең иғтибар үҙәгендә була.
  • 1941—1944. Сокотра янында итальян, япон һәм немец һыу аҫты кәмәләре (Дениц «һыу аҫты кәмәһе муссон»). Инглиздәрҙең һәм уларҙың союздаштарының авиация һәм флотының яуаплы саралары.
  • 1943 йылдың май-июнь айҙары. Инглиздәр рекогносцировка үткәрә, һуңынан Сокотрала кәмәгә ҡаршы авиацияның («Каталина» һәм «Веллингтон» самолеттары, шәхси состав британлылар, австралиялылар, канадалылар, голландтар) 621-се һәм 321- се «Нидерланд» эскадрильяһы өсөн урынлаштырыу пунктын ойоштора, радиоүҙәк һәм һаҡлау көстәрен (һиндтар, «Һадрамаут легионы») урынлаштыра. Урынлашыу пункты 1945 йылдың декабрендә юҡ ителә.
  • 1956. Сокотраға Оксфорд экспедицияһы — Сокотраға беренсе комплекслы фәнни экспедиция (экспедиция үҙ почта маркаһын сығара). Унда Боттинг Дуглас ҡатнаша, ул Сокотра тураһында бер аҙҙан Island of the Dragon’s Blood («Остров драконовой крови») китабын яҙа.
  • 1964 йылдың декабре — 1965 феврале. Капитан Петер Боксхолл етәкселегендә Сокотраға экспедиция.
  • 1967. Сокотраға комплекслы британ Яҡын Көнсығыш экспедицияһы
  • 1967 йылда 30 ноябре. Көньяҡ Йәмән Халыҡ Республикаһының беренсе бойондороҡһоҙ көнө (1970 йылдың октябренән — Йемен Халыҡ Демократик Республикаһы). Был көндө Милли фронт вәкилдәре Сокотраға бара, һәм утрау яңы бойондороҡһоҙ дәүләттең бер өлөшө булып китә (Махраның һәм Сокотраның һуңғы солтаны Иса бен Афрар элегерәк, 1967 йылдың октябрендә, Кишнала Милли фронт вәкилдәре тарафынан ҡулға алына). Тиҙҙән Сокотра һәм уға йәнәш ятҡан архипелаг утрауҙары «мудирия» — 1-се Провинция районы була (1979 йылдан — Аден провинцияһы), әммә туранан-тура премьер-министр алып барыуында.
  • 1971—1975. Утрауҙа юл төҙөлөшө башлана (БМО-ның Үҫеш программаһы ярҙамы менән), ҙур ауыл хужалығы производствоһы ойошторорға маташалар, һаулыҡ һаҡлау системаһы, халыҡ мәғарифы барлыҡҡа килә. Хадибо һәм Муриҙа урта мәктәптәргә нигеҙ һалына, шуларҙың һуңғыһы — «Мәҙрәсәт Сальмин» — мәктәп-интернат — оборона министрлығы һәм Йәмән Халыҡ Демократик Республикаһының хәрби-диңгеҙ көстәре ярҙамында ойошторола.


    Утрау ҙа «социалистик самаһыҙлыҡтан» ҡотола алмай — эре милекселәрҙе кулак тип эҙәрлекләү һәм балыҡсыларҙы коллективлаштырыу (1971 йылдың 9 февралендә балыҡсылар «ихтилалын барлыҡҡа килтерә»), репрессиялар, улар Аденда үҙәк власть менән хөкөм ителә (элекке беренсе министр солтан Ибраһим бен Халедҡа һәм тағы 1974 йылда ревтрибунал ҡарары менән законһыҙ репрессияланған һәм атып үлтерелгән ун кешегә Хейбак артылышында һәйкәл ҡуйылған)
  • 1977 йылдың декабре. Сокотра халҡы ЙХДР Юғары халыҡ советына (парламентҡа) тәүге тапҡыр альтернатив һайлауҙарҙа ҡатнаша. Ике кандидатуранан һайлайҙар: ир-аттар һәм ҡатын -ҡыҙҙар — илдең парламентында Сокотранан бер урынға
  • 1983. Һадрамаутта һәм Сокотра утрауында совет-йәмән сиктәрендә берлектәге комплекслы экспедиция эш башлай ( Йәмән Республикаһы властары менән килешеү буйынса эшләүен дауам итә).
  • 1990 йылдың 22 майы. ЙАР һәм ЙДХР берҙәм Йәмән Республикаһына берләшеү көнө. Сокотра берҙәм Йәмәндың өлөшө була. 1990 йылдарҙың икенсе яртыһынан алып дәүләттә ҡабул ителгән илдең административ-территориаль бүленешенә ярашлы, Сокотра архипелагы Һадрамаут мухафазаһында ике «мудирияға» (районға) Хадибо һәм Калансия һәм Әбд-әл-Куриға бүленә (быға тиклем архипелаг Аден мухафазаһы составына ингән)
  • 2018 йылда Сокотраға Берләшкән ғәрәп әмирлектәре (ОАЭ) ҡыҫҡа ваҡытҡа баҫып инә

Архипелагтың бөтә халҡы тиерлек төп утрауҙа, Сокотрала йәшәй (42 442 кеше, 2004). Баш ҡалаһы — Хадибо (халҡы яҡынса 33 мең, 2004). Әбд-эль-Куриҙа (300 кеше, 2004) һәм Самха (100 кеше, 2004), бер нисә йөҙ генә кеше йәшәй, Дарса, Сабуния һәм Каль-Фираунда кеше йәшәмәй.

Сокотраның ерле халҡы сокотралылар, хәҙерге көньяҡ ғәрәп телдәренең семит төркөмөнә ҡараған урындағы сокотра теле диалектында, шулай уҡ ғәрәп телендә һөйләшә. 2014 йылдың ноябрендә Рәсәй тел белгестәре Сокотра өсөн яҙма әҙерләй[13].

Борондан алып сокотра телендә бай телдән шиғри, йыр һәм прозаик традицияһы бар. Хәҙерге сокотра шиғриәте ғәрәп диалекты йоғонтоһона дусар булған. Был шиғри формаларҙан традицион афористик дүрт юллыҡ шиғырҙар теметхель киң таралған. Урындағы бай колорит менән айырылған әкиәттәрҙә сокотралыларҙың боронғо мәҙәниәте Урта диңгеҙ һәм боронғо Европа мәҙәни традициялары бәйләнеше күҙәтелә. (ике туған тураһында боронғо Мысыр хикәйәһенә, шулай уҡ Золушка тураһында әкиәт менән оҡшаған сюжеттар бар  — сокотра традицияһында Мехазело (Mehazelo) һ.б.)

Сокотра халҡы архипелагтың айырымлығы, транспорт менән даими бәйләнеш булмауы арҡаһында, бигерәк тә муссондар миҙгелендә, үҙенә тышҡы донъяның йоғонтоһон бөтөнләй тиерлек кисермәй.

Утрауҙың төп продукттары: балыҡ, аждаһа ағасы тәбенгеһе, киптерелгән алоэ һуты — сабур, ҡулдан йөндән туҡылған келәм, финик, иретелгән май, тәмәке. Урындағы тоҡомло һыйыр, ваҡ мөгөҙлө мал, дөйә. Хадебо үҙәнендә баҡсасылыҡ үҫешкән.

Күп кенә сокотралылар әлегә тиклем электр һәм һыу үткәргесһеҙ йәшәй.

1990 йылдар аҙағында БМО-ның үҫеш программаһы буйынса Сокотра утрауы ентекле күҙәтеү аҫтына алына.

Утрауҙа йәмәғәт транспорты Калансияға һәм төньяҡ-көнсығыш яр буйы ауылдарына даими булмаған микроавтобустар менән сикләнә. Водителе менән 4WD прокат автомобилдәре иң популяр

1999 йылдың июлендә даими эшләүсе аэропорт асыла

Архипелагы утрауҙарында туристик инфраструктура насар үҫешкән. Номерҙарында кондиционерҙар, бассейндар һәм ресторандар менән ҡыйбатлы ҡунаҡханалар юҡ. Утрауҙа ял итеү бик наҡыҫ: ҡайһы бер пляждарҙа тент һәм душ менән кемпингтар бар, эре ҡалаларҙа (мәҫәлән, Хадибола) бер нисә ябай ҡунаҡхана бар. Туҡланыу бер төрлө: дөгө, диңгеҙ ризыҡтары, тояҡлы хайуандарҙың ите, йәшелсә, яңы бешерелгән йәймә. Тәм-томдар, консервалар һәм башҡа аҙыҡ-түлек утрауға башлыса Сәғүд Ғәрәбстанынан килтерелә. Туристар араһында архипелагтың айырыусы популяр утрауы булып Сокотра тора: төрлө мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын утрауға 2000 тирәһе турист килә.

  1. http://www.unesco.org/new/en/natural-sciences/environment/ecological-sciences/biosphere-reserves/arab-states/yemen/socotra-archipelago/
  2. http://whc.unesco.org/en/list/1263
  3. Law establishing province of Socotra Archipelago issued. Архивировано 22 февраль 2014 года. 2014 йыл 22 февраль архивланған., Website of the President of the Republic of Yemen
  4. Socotra Governance & Biodiversity Project — «Welcome to Socotra» 10-06-2011.
  5. Welcome to Socotra // Socotra Governance and Biodiversity Project. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2013)
  6. 6,0 6,1 Наумкин, 2012
  7. Jan Bezděk & Jiří Hájek. Insect biodiversity of the Socotra Archipelago – underlined and counted (инг.) // Acta Entomologica Musei Nationalis Pragae : Журнал. — Прага, 2017. — Vol. 57(supplementum). — P. 1–39. — ISSN 0374-1036.
  8. Этнографический очерк «Обитель благодати». «Вокруг света», № 2 (2785), февраль 2006
  9. Археологические находки на Сокотре 2017 йыл 4 май архивланған.
  10. Жуков В. А. Результаты исследований памятников каменного века острова Сокотра (Йемен) в 2008–2012 гг.. — Москва: Триада Лтд, 2014.
  11. Reinaud J.T. «Relation des voyages faits par les Arabes et les Persans dans l’Inde et à la Chine, dans le IX siècle» (1845)
  12. Травина, 2006
  13. 10 крупнейших открытий 2014 года: сотворение будущего
рус телендә
  • Густерин П. В. Йеменская Республика и её города. — М.: Международные отношения, 2006.
  • Жуков В. А. Результаты исследований памятников каменного века острова Сокотра (Йемен) в 2008—2012 гг. — М. : Триада Лтд, 2014. — 114 с., ил. ISBN 978-5-89282-591-7
  • Наумкин В. В. Сокотрийцы. Историко-этнографический очерк. — М.: Наука, 1988.
  • Наумкин В. В. Острова архипелага Сокотра (экспедиции 1974—2010 гг.). — М.: Языки славянской культуры, 2012. — 528 с. — 800 экз. — ISBN 978-5-9551-0574-1. — УДК 94(677.28)+904:72
  • Травина И. Обитель благодати // Вокруг Света : журнал. — 2006. — № 2 (2785).
башҡа телдәрҙә
  • Agafonov, Vladimir. As of the Element Temethel Brightest Soqotran Poetry Folk. Orientalia Folia, vol. 42/43, 2006/07, pp. 241-249
  • Biedermann, Zoltán: Soqotra, zur Indischen christlichen Insel im frühen bis einer Geschichte Neuzeit Ozean Altertum vom, 2006 Wiesbaden, ISBN 978-3-447-05421-8
  • Casson, Lionel. 1989. The Erythraei Periplus Maris. Princeton University Press. ISBN 0-691-04060-5
  • Cheung, Catherine & DeVantier, Lyndon. 2006. Socotra: Islands of Natural History and their A the People. Kay Edited by Damme Van. Odyssey Books & Guides, ISBN 962-217-770-0.
  • Doe, D. Brian. 1970. Socotra: 1967 An in Archaeological Reconnaissance. Field Edited and by M. Edith Laird Henry. Field Research Projects, Miami.
  • Doe, D. Brian. Socotra: Island of Tranquility. London: Immel, 1992.
  • Elie, D. Serge. Hadiboh: Peripheral to From City Emerging Village. Chroniques Yemenites, 12 (2004)
  • Elie, D. Serge. Soqotra: South ' s and Strategic Symbolic Arabia'Playground Gateway. British Journal of Middle Eastern Studies, 2006 November, 33(2), 131-160 ISSN 1353-0194 ISSN 1469-3542
  • Miller, Anthony G. & Morris, Miranda M. Ethnoflora of the Soqotra Archipelago / Ed. by Ruth Atkinson. — Edinbourgh: Royal Botanic Garden, 2004.
  • Bibliography RBGE Soqotra: at RBGE and Friends of Soqotra Org. (неопра.)  (недоступная ссылка). Көндө-төнгә 2 декабрь, 2007 йыл. websites.
  • Schoff, H. 1912 Wilfred. Periplus Erythraean of The the Sea. Longmans, Йәшел, and Co., New York, Second Edition. Reprint: New Delhi, Corporation Oriental Reprint Books. 1974. (From A new Books hardback Inc Coronet edition is available. By South Also Books Asia reprinted, 1995, ISBN 81-215-0699-9)
  • Wranik, Wolfgang: Sokotra — und Natur Mensch, 1999 Wiesbaden, ISBN 978-3-89500-099-7