Солтанов Фәйзулла Вәли улы
Фәйзулла Вәли улы Солтанов | |||||||
| |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
1967 — 1990 | |||||||
Алдан килеүсе: | Зәғәфүрәнов Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы | ||||||
Дауамсы: | Вазифа бөтөрөлә | ||||||
Тыуған: | 15 октябрь 1922 Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Байдәүләт ауылы | ||||||
Үлгән: | 24 ноябрь 1992 (70 йәш) Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы | ||||||
Ерләнгән: | Өфө мосолман зыяраты | ||||||
Партия: | КПСС | ||||||
Белеме: | К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты Академия общественных наук при ЦК КПСС[d] | ||||||
Наградалары: |
|
Фәйзулла Вәли улы Солтанов (15 октябрь 1922 йыл — 24 ноябрь 1992 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1967—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. РСФСР Юғары Советының һәм БАССР-ҙың 7-11 саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1982), Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Солтанов Фәйзулла Вәли улы 1922 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының) Байдәүләт ауылында тыуған.
Стәрлетамаҡ педагогия техникумында белем алғандан һуң, 1939—1941 һәм 1943—1946 йылдарҙа Ейәнсура районының ауыл мәктәптәрендә уҡыта. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1946—1958 йылдарҙа партия һәм комсомол эшмәкәрлеге менән мәшғүл була. 1956 йылда — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия инситутын, ә 1962 йылда КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай.
1962 йылдан алып Бөрө дәүләт педагогия институты ректоры вазифаһын атҡара. 1963 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары булып эшләй.
1967—1990 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе вазифаһын үтәй.
1992 йылдың 24 ноябрендә Өфөлә вафат була, Мосолмандар зыяратында ерләнгән.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (06.04.1985)[1], Ҡыҙыл Йондоҙ (1966), Халыҡтар дуҫлығы (1982), «Почёт билдәһе» (1966) ордендары менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кәримова И. Ғ. Солтанов Фәйзулла Вәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Биография
- Указ об увековечении памяти Ф. В. Султанова(недоступная ссылка)
- http://www.bashkortostan.ru/news/42570/ 2016 йыл 8 март архивланған.
- Ишкулов Ф. А. Султанов Файзулла Валеевич. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 551. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- 15 октябрҙә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ейәнсура районында тыуғандар
- 24 ноябрҙә вафат булғандар
- 1992 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйестәре
- Башҡорт АССР-ының дәүләт эшмәкәрҙәре
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- РСФСР Юғары Советы депутаттары
- 6-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 8-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 9-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 11-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары