Эстәлеккә күсергә

Спорт арбитраж суды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Спорт арбитраж суды
ингл. Court of Arbitration for Sport[1]
франц. Tribunal Arbitral du Sport[1]
Нигеҙләү датаһы 1984
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы TAS һәм CAS
Нигеҙләүсе Халыҡ-ара олимпия комитеты
Дәүләт  Швейцария
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы association[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Лозанна[d], Швейцария
Хеҙмәтләндереүсе International Council of Arbitration for Sport[d]
Рәсми сайт tas-cas.org
 Спорт арбитраж суды Викимилектә

Спорт  арбитраж суды (ингл. Court of Arbitration for Sport, CAS, франц. Tribunal arbitral du sport, TAS) — спортҡа ҡағылышы булған бәхәстәрҙе хәл итеүсе халыҡ-ара арбитраж органы. 

Судтың штаб-фатиры Лозаннала (Швейцария) урынлашҡан. 1996 йылда АҠШ-та (Денверҙа, һуңынан  Нью-Йоркҡа күсерелә) һәм Австралияла (Сидней) судтың бүлексәләре асыла. Ҡайһы бер даими ярыштар ваҡытында даими булмаған трибуналдар ойошторола.

Спорт арбитраж судын (CAS) булдырыу кәрәклеге тураһындағы фекерҙе 1980 йылда Халыҡ-ара олимпия комитетының президенты итеп һайланған Хуан Антонио Самаранч белдерә.  Ул сенегаллы Кебе Мбайеға  был органдың проектын эшләргә ҡуша.  1983 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты судты булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә,  1984 йылда уның уставы раҫлана.  Мбайе судтың беренсе   президенты була һәм был вазифаны 2007 йылда вафат булғанына тиклем үтәй.

Тәүге йылдарҙа Спорт арбитраж суды Халыҡ-ара олимпия комитеты эргәһендә эшләй.  1990-сы йылдар башында CAS немец ат спорты спортсыһы  Эльмар Гунделдең  уны дисквалификациялау өҫтөнән биргән дәғүәһен ҡарай. Атында допинг табылыуы  уны дисквалификациялауға нигеҙ була. CAS дисквалификацияны көсөндә ҡалдыра, ул сағында  Гундель судтың ҡарары өҫтөнән  дөйөм юрисдикциялы Швейцария  судына ялыу бирә. 1993 йылдың 15 мартында ҡарар сығарыла, суд   CAS ҡарарын һәм уның  спорт бәхәстәрен ҡарау хоҡуғын раҫлай, ләкин уның тулыһынса ғәҙел булыуы тәьмин ителһен өсөн Халыҡ-ара олимпия комитетынан айырылырға тәҡдим итә[2][3]. Реформа  1994 йылдың 22 июнендә  Париж килешеүе менән рәсмиләштерелә, уға Халыҡ-ара олимпия комитеты, Спорттың ҡышҡы төрҙәре ассоциацияһы, Спорттың йәйге төрҙәре ассоциацияһы һәм Милли олимпия комитеттары ассоциацияһы ҡул ҡуя. Был дүрт ойошма судтың ойоштороусылары була, ә етәксе орган итеп Халыҡ-ара спорт арбитраж советы (МСАС) раҫлана.  Килешеү шулай уҡ  Спорт арбитраж судын финанслау тәртибен дә билдәләй.

2003 йылдың 5 мартында донъя спорт  федерацияларының күпселеге Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡтың Бөтә донъя допингҡа ҡаршы кодексын хуплай, был кодекс Спорт арбитраж судын халыҡ-ара допинг бәхәстәре буйынса ялыуҙарҙы тикшереүгә вәкәләтле орган тип таный[4].

Суд ике палатанан тора, уларҙың береһе бәхәстәрҙе беренсе суд   инстанцияһы сифатында ҡарай, икенсеһе башҡа органдар (милли федерациялар һәм башҡалар) тарафынан ҡаралған эштәргә апелляция биреү инстанцияһы булып тора.

Арбитрҙар Халыҡ-ара спорт арбитраж советы тарафынан дүрт йылға тәғәйенә, уларҙың ҡайтанан тәғәйенләнеү мөмкинлеге бар. Һәр арбитр теләһә ҡайһы палатаның компетенцияһына ингән эште ҡарай ала.  Эштәр арбитрҙың яңғыҙы йә өс арбитрҙан торған коллегия составында ҡарала ала.  CAS составына кәм тигәндә 150 арбитр инә. 2007 йылда уларҙың һаны  275 була[5].

Бынан тыш, эре халыҡ-ара ярыштар осорона бәхәстәрҙе тиҙ арала ҡарау өсөн даими булмаған  трибуналдар ойошторола[6]:

  • 1996 йылдан — Олимпия уйындарында;
  • 1998 йылдан  — Берләшмә уйындарында;
  • 2000 йылдан —  футбол буйынса Европа чемпионаттарында;
  • 2006 йылдан —  футбол буйынса донъя чемпионаттарында;
  • 2014 йылдан —  Азия уйындарында.

Спорт арбитраж суды тарафынан ҡаралыусы бәхәстәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Спорт арбитраж суды бәхәсте ҡарарға хоҡуҡлы булһын өсөн был мөмкинлек яҡтарҙың килешеүендә сағылған булырға тейеш («арбитраж өҫтәмәһе»)[7]. Бындай өҫтәмә, әгәр эске ҡануниәт менән рөхсәт ителһә,  спортсының хеҙмәт договорында, граждан-хоҡуҡи договорҙа (мәҫәлән, реклама контрактында) һәм спорт ойошмаларының регламентында булырға мөмкин.

Спорт арбитраж суды ҡарауына эләккән эштәрҙе шартлы рәүеш  «коммерция» һәм «дисциплинар» эштәргә бүлергә була. Һуңғылары араһында допинг файҙаланыу менән дисквалификацияланыу тураһындағы бәхәстәр күп өлөштө  биләй. Шуның менән бергә,  «коммерция» бәхәстәренең күбеһен Спорт арбитраж суды беренсе инстанция суды булараҡ ҡарай, ә «дисциплинар» эштәр, ҡағиҙә булараҡ,   арбитражға башҡа берәй инстанция ҡарағандан һуң килеп эләгә.

Судтың президенттары 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кеба Мбайе (франц. Kéba Mbaye; Сенегал) — суд ойошторолғандан алып 2007 йылдың 12 ғинуарында вафат булғанына тиклем;
  • Мино Аулетта (итал. Mino Auletta; Италия) —  2008 йылдың 3 апреленән (Мбайе мәрхүм булғандан һуң вазифа башҡара)  2010 йылдың аҙағына тиклем;
  • Джон Коутс (ингл. John CoatesJohn Coates; Австралия) — 2011 йылдың 1 ғинуарынан алып.
  1. 1,0 1,1 top left logo text and metadata title // https://www.tas-cas.org/en/general-information/index/
  2. Бриллиантова А. М. Спортивный арбитраж как способ рассмотрения споров в области спорта (сравнительно-правовой аспект) // Теория и практика физической культуры. — 2004. — В. 6. — С. 21-25.
  3. Koerner, B. Where Do Athletes Go to Court? Slate Magazine (1 июнь 2004). Дата обращения: 6 февраль 2011. Архивировано 22 март 2005 года. 2011 йыл 4 июнь архивланған.
  4. The Paris Agreement 2011 йыл 2 ғинуар архивланған.
  5. Organisation and Structure of the ICAS and CAS 2011 йыл 2 ғинуар архивланған.
  6. The CAS will be present at the 2014 Asian Games 2011 йыл 16 ғинуар архивланған.  (инг.)(инг.) на сайте CAS
  7. Types of Disputes Submitted to the CAS 2011 йыл 2 ғинуар архивланған.