Стоунһендж

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ЮНЕСКО
Кромлех
Стоунхендж
Ил Бөйөк Британия
Урыны Уилтшир
Сайт Рәсми сайт
Стоунхендж күренеше

Стоунхендж — (ингл. Stonehenge) Бөйөк Британияла тиҫтәләгән йылдар буйына тикшереүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеүсе боронғо таш ҡоролма. Ул Лондон ҡалаһынан 130 км көньяҡ-көнбайышта Солсбери тигеҙлегендә урынлашҡан. Күп тикшереүселәр Стоунхенджды боронғо британлыларҙың таш быуаттағы күк есемдәрен күҙәтеү өсөн төҙөлгән астрономик обсерватория тип иҫәпләй. Археологтар фекеренсә, ул өс этапта, б.э.т. 3500 йылдан алып 1100 йылға тиклем төҙөлгән.

Стоунхендж — ул биш тонналы 82, егерме биш тонналы 30 һәм илле тонналы 5 ташты билдәле бер тәртиптә түңәрәк буйынса урынлаштырыуҙан барлыҡҡа килгән ҡоролма. Бер-береһенә «П» хәрефе рәүешле теҙелгән блоктарҙан арҡалар барлыҡҡа килә. Ҡасандыр улар донъя тарафтарын бик дөрөҫ күрһәтеүсе компас булараҡ файҙаланылған, тигән фекер бар. Башҡа тикшереүселәр фекеренсә, был монумент б.э.т. 3100 йылда Британия утрауҙарында йәшәгән ҡәбиләләр тарафынан Ҡояш һәм Айҙы күҙәтеү өсөн төҙөлгән.

Стоунхендж схемаһы

Әммә һуңғы йылдарҙағы фәнни тикшеренеүҙәр нәтижәләре быға ҡәҙәр йәшәп килгән фекерҙәрҙе шик аҫтына ҡуя. XX быуаттың егерменсе йылдарында уҡ билдәле геолог Х. Томас таштарҙың хәҙерге Стоунхендж урынлашҡан ергә өс йөҙ саҡрым йыраҡлыҡтан килтерелеүен асыҡлаған. Илле, егерме биш, хатта биш тонна ауырлыҡтағы йөктө бындай ҙур араға күсереү бөгөнгө көндә лә бик еңел эш түгел. Ул замандарҙа бының өсөн техника ла, технологиялар ҙа булмаған.

1994 йылда Уэльс университеты профессоры Дэвид Боуэн, яңы ысулға таянып, Стоунхендждың йәшен билдәләгән. Уның тикшеренеүе нәтижәләре буйынса, ул 140 мең йыл тәшкил итә. Һәр кемгә мәктәп йылдарынан уҡ билдәле булыуынса, аңлы кешелек доньяһы ни бары 40 мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Стоунхендж төҙөлгән осорҙа иһә ерҙә ябай эш ҡоралдары менән генә файҙалана белгән, әле формалашып килеүсе генә телдә һөйләшкән кешеләр йәшәгән. Уларға бындай ауыр структуралы ҡоролманы төҙөү ни өсөн кәрәккән? Йә иһә ул кешелеккә мөнәсәбәте булмаған башҡа берәр цивилизацияның ижад емешеме? Был һорауҙарға әлегә яуап юҡ. Тап ошо билдәһеҙлек киң йәмәғәтселектең Стоунхенджға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уята ла инде. Англияла ул күптән мифтар, риүәйәттәр менән уратып алынған изге урынға әүерелгән. Таштарҙан кешене барлыҡ ауырыуҙарҙан да һауыҡтыра алырлыҡ энергия бөркөлә, тигән ышаныс йәшәй. Шул сәбәпле, боронғо ҡоролмаға доньяның барлыҡ илдәренән дә сәфәр ҡылыусылар һаны йылдан-йыл арта.

Стоунхендж менән ҡыҙыкһыныуҙы көсәйтеүсе яңылыҡтар ҙа ваҡыт үткән һайын күбәйә генә. Әйтәйек, билдәле астроном Фред Хойл, ҡоролманың барлыҡ геометрик үҙенсәлектәрен дә тикшергәндән һүң, уны төҙөүселәрҙең йыһан тураһында бик күп белеүҙәрен белдергән. Ни өсөн тигәндә, уның структураһында Ҡояштың галактика буйлап хәрәкәтенә ишара бар икән. 1998 йылда ғалим-астрономдар компьютер ярҙамында Стоунхендждың боронғо күренешен асыҡлаған һәм уны төрлө яҡтарҙан тикшергән. Нәтижәләр шаҡ ҡатырлыҡ. Боронғо монолит Ай һәм Ҡояш календары ғына түгел, Ҡояш системаһының теүәл моделе лә икән ул! Әммә бер генә айырма бар: был моделдә туғыҙ түгел, ә ун ике планета. Уларҙың икеһе бөгөнгө көндә билдәле булған Ҡояштан иң йырак планета —- Плутондан һуң урынлашкан. Тағы берәүһе— Юпитер менән Марс орбитаһы араһында. Астрономия китабынан һәр мәктәп уҡыусыһына мәғлүм булыуынса, ошо урында астероидтар сылбыры һуҙылған. Ҡасандыр бик элек ул планета булған, тик ул ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында тарҡалған, тигән фараз да бар. Тимәк, Стоунхендж картаһы алдамай?!

Ғалимдар әлегә боронғо таш ҡоролманың кем тарафынан төҙөлгәнен белмәй. Әммә тикшеренеүҙәрҙән шул мәғлүм: уны төҙөүселәр -беҙҙең эраға тиклем яҡынcа 3000-2000 йылдарҙа Англия территорияһында йәшәгән друид ҡәбиләләре түгел. Уларҙың астрономия, математика, геология, архитектура буйынса бындай дәрәжәләге белемдәре булмаған. Ысын архитекторҙары кем икәнлеген фаразларға ғына ҡала. Ҡалып:Координаты объекта

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

{{|eu}} {{|fo}} {{|sv}}