Эстәлеккә күсергә

Сынйырлы мәҙрәсә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сынйырлы мәҙрәсә
Нигеҙләү датаһы 1500
Рәсем
Нигеҙләүсе Менгли I Герай[d]
Дәүләт  Украина
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Баҡсаһарай
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27601487?
Мираҫ статусы Государственный реестр потенциально опасных объектов Украины[d]
Указания, как добраться улица Басенко, 57, литер А
Карта
 Сынйырлы мәҙрәсә Викимилектә

Сынйырлы мәҙрәсә

Сынйырлы мәҙрәсә (ҡырымтат. Zıncırlı medrese, Зынджырлы медресе, тәржемә: сынйыр менән мәҙрәсә) — 1500 йылда Миңле I Гәрәй хан тарафынан төҙөлгән мәҙрәсә (бөгөнгө Баҡсаһарай биҫтәһендә урынлашҡан). Ҡырымда совет осоронан һаҡланып ҡалған берҙән-бер тарихи мәҙрәсә. Исемен инә торған ишек өҫтөндә эленгән сынйырҙан алған. Ошо сынйыр арҡаһында һәр мәҙрәсәгә инеүсе башын эйергә мәжбүр була.

Бәхәсле Ҡырым территорияһын контролдә тотоусы Рәсәй Федерацияһында федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты, Украинала — милли әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы.

Сынйырлы мәҙрәсәнең таш бинаһы квадрат планировкалы, бер ҡатлы, эске ихатаһы бар, унда борон фонтан булған (2007 йылдағы реставрациянан һуң ихата өҫтөнә быяла ҡыйыҡ эшләп ҡуйыла). Мәҙрәсә ихатаһының периметры буйынса ун ярым түңәрәк көмбәҙ менән ҡапланған аркада галереяһы урынлашҡан, улар ослайып торған аркаларға һәм бағаналарға таянған. Галереяның өс яғынан осло көмбәҙле торлаҡ һәм уҡыу биналары урынлашҡан. Ҡоролманың ярайһы ҡырыҫ экстерьеры ҡәлғәне хәтерләтә. Берҙән-бер ишек уйымында тимер сылбыр эленгән — мәҙрәсәгә ингән һәр кем башын эйһен өсөн. Иишек өҫтөндә түбәндәге яҙыу беркетеп ҡуйылған:

« Это училище с помощью Всемилостивого Бога приказал возвести Менгли Герай Хан, сын Хаджи Герай Хана, пусть продолжит Бог царство его до скончания века. 906[1] год. »

2007 йылда Төркиә Сынйырлы мәҙрәсәне һәм эргәһендә урынлашҡан беренсе ҡырым ханыХажи I Гәрәй төрбәһен реставрациялау өсөн 2,75 миллион $ бүлә[2]. .

2015 йылдың октябренән «Сынйырлы мәҙрәсә» мәктәбе федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[3].

  • Ислам в Крыму
Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 911510357750006 (ЕГРОКН)
объект № 8230071000 (БД Викигида)