Сәлихов Һибәтулла Сәйетбаттал улы
Һибәтулла Ҡарғалы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Түбәнге Себенле ауылы, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы) |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Сәйет биҫтәһе, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы) |
Эшмәкәрлеге: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Һибәтулла Сәйетбаттал улы Сәлихов, Һибәтулла Ҡарғалы (1794—1867) — шағир.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлихов Һибәтулла Сәйетбаттал улы 1794 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы) Түбәнге Себенле (Түбәнге Субылы) ауылында тыуған.
Туған ауылындағы мәҙрәсәне тамамлай һәм шунда уҡ мөғәлимлек итә башлай. Һуңыраҡ Сәйет биҫтәһе мәҙрәсәләренең береһендә уҡыта. төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрен белгән.
1867 йылда Сәйет биҫтәһендә вафат була.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө жанрҙарҙан (ғәзәл, мәрҫиә, мөнәжәт, нәсихәт һ.б.) торған 10-ға яҡын шиғри әҫәре һаҡланған. 1839 йылда яҙылып XIX быуатта (беренсе тапҡыр 1856 йылда) бер нисә тапҡыр яңынан нәшер ителгән «Мәжмәғ әл-әдаб» китабында үҙе йәшәгән замандағы йәмғиәт әхлағын ҡабул итмәүе, донъяның боҙоҡлоғо һәм ялғанлығы сағылыш тапҡан[1].
Һибәтулла Сәлихов мәҙрәсәнең уҡыу программаһына кергән «Дөрре ҡәләм» (1856; «Ҡиммәтле һүҙҙәр») шиғри йыйынтығын, «Тәндә йәнем» шиғырын, «Рисәлә әд-дохан» («Тәмәке тартыу тураһында шиғыр»), балалар өсөн ғәрәп теле фонетикаһы буйынса «Төхвәт әл-әүлад» («Балаларға бүләк») әсбабын яҙған. Уның ҡулъяҙмалары Өфө фәнни үҙәгенең Тел, тарих һәм әҙәбиәт институтының Ғ. Б. Хөсәйенов исемендәге ғәрәп графикалы ҡульяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Ҡазан, Санкт-Петербург һ.б. архивтарында һаҡлана[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Шәрипова З. Я. Сәлихов Һибәтулла Сәйетбаттал улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се т. — Өфө, 1990.
- Харисов А. И. Литературное наследие башкирского народа (XVIII—XIX века). — Уфа, 1973.
- Шарипова З. Я. Пером и словом. — Уфа, 1993.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 1794 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Һаҡмар районында тыуғандар
- 1867 йылда вафат булғандар
- Ырымбур губернаһында вафат булғандар
- Һаҡмар районында вафат булғандар
- Алфавит буйынса шағирҙар
- XIX быуат шағирҙары
- Башҡорт шағирҙары
- Ғәрәп шағирҙары
- Мәҙрәсә мөғәллимдәре