Эстәлеккә күсергә

Сөләй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөләй
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Сулеевское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Сулеевское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423447
Карта

Сөләй[2] (Урсалыбаш; татар. Сөләй, рус. Сулеево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әлмәт районы ауылы.

Ауыл Урсалы йылғаһы буйында, Әлмәт ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1746 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Мәсәғүт административ-территориаль улусы составына керә[4].

1885 йылда ауылда крәҫтиән болаһы була[3].

XX быуат башында ауылда земство станцияһы, 2 мәсет, 2 мәктәп, 2 һыу тирмәне, 3 кибет теркәлгән[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Әлмәт районы составында була[3].

1816 йылда ауылда 135 типтәр, 22 аҫаба башҡорт һәм 40 керҙәш башҡорт (Байлар улусы Теләнсетамаҡ ауылынан); 1859 йылда — 799 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәне иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
17951859189719101920192619381949195819701979198920022008
23679912511566222514611240107816761120940678788943
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 387. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 565-566. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.