Теләнсетамаҡ
| Ауыл | |
| Теләнсетамаҡ татар. Теләнчетамак | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Милли состав | |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Почта индексы |
423874 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
| Номер в ГКГН | |
|
| |
Теләнсетамаҡ (Ҫарайлы-Мең) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Теләнсетамаҡ ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теләнсетамаҡ — ҫарайлы-мең ырыуы татарҙарының ауылы[2]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенең Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй улусы составына керә.
ХХ быуат башында 3 тирмән, 2 тимерлек, икмәк магазины, 8 бакалея һәм мануфактура кибеттәре, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан — Саллы кантоны, 1930 йылдан — Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 79 йән башҡорт, 87 йән татар, 123 йән типтәр; 1912 йылда — 513 башҡорт, 1309 типтәр, 457 татар йәшәй[2][3].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәмит Зөбәйер Ҡушай (1897—1984) — шәрҡиәт белгесе, төркиәтсе, этнограф, археолог, тарихсы, яҙыусы, философия докторы (1923). Анкаралағы Этнография музейының тәүге директоры.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Татарская энциклопедия.
- 1 2 История башкирских родов. Минг. Том 17. Ч. 1 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2016. — С. 103. — 488 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 65—67. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.