Эстәлеккә күсергә

Ҡәлмиә (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡәлмиә
татар. Калмия
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Туҡай

Ауыл биләмәһе

Ҡәлмиә

Координаталар

55°47′ с. ш. 52°45′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1747 йыл

Халҡы

450 человек (2002)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423884 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 257 831 001

Код ОКТМО

92 657 431 101

Номер в ГКГН

0158867

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡәлмиә (Рәсәй)
Ҡәлмиә
Ҡәлмиә
Ҡәлмиә (ауыл) (Татарстан)
Ҡәлмиә

Ҡәлмиә — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Ҡәлмиә ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл Игәт йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Ҡәлмиә — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1747 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенең Байлар улусы Турай түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].

ХХ быуат башында ауылда ел тирмәне, 3 тимерлек, мәсет, мәктәп теркәлгән; 1912 йылдан земство мәктәбе эшләй[2][1].

1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 110 йән аҫаба башҡорт, 24 йән керҙәш башҡорт, 9 йән типтәр; 1859 йылда — 321 башҡорт, 7 типтәр; 1870 йылда — 595 башҡорт, 42 типтәр; 1912 йылда — 1231 аҫаба башҡорт, 215 керҙәш башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
187018971906192019261938194919581970197919892002
637103413141543120212231091977915753542450

Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 84—87. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.