Юғары Байлар
Ауыл | |
Юғары Байлар татар. Югары Байлар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципальный район | |
Ауыл биләмәһе | |
Элекке исеме |
Яңы Байлар |
Халҡы |
257 человек (2000) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423883 |
Цифровые идентификаторы | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО |
Юғары Байлар (Үрге Байлар) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы. ауыл биләмәһе составына керә.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Тиргәүеш йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығыштараҡ 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Юғары Байлар (Яңы Байлар) — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. XIX быуаттың икенсе яртыһында Иҫке Байлар ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнгән[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә Байлар улусына ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, икмәк магазины, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылда — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына инә[1].
1931 йылда ауылда «Чәчкәле» колхозы ойошторола, 1960 йылда ул «Ярыш» (Күсәкәй а.) колхозы менән берләштерелә, 1988 йәнә айырым хужалыҡ (хәҙерге ваҡытта «Чәчкәле» ауыл хужалығы етештереү кооперативы)[1].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1850 йылда ир енесле 123 йән башҡорт; 1870 йылда — 463 башҡорт; 1912 йылда — 636 башҡорт йәшәй[2].
1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
425 | 522 | 636 | 676 | 510 | 611 | 437 | 555 | 553 | 387 | 252 | 257 |
Инраструктура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылда башланғыс мәктәп, клуб, китапхана бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].